Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белем – иләктәге орлоҡ
2018 йылда бөтә мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге Интернет булырға тейеш
Белем – иләктәге орлоҡ Олуғ Рәми Ғариповтың көндәлектәрендәге һәр фекер тәьҫирле, зиһенгә атылған уҡ кеүек барып етә. Баҫмала уҡымышлылыҡҡа күп урын бүленә. Әҙиптең “Көн һайын тултырмағанда, алған белем көн һайын кәмей, һайыға, сөнки тормош көн, сәғәт, минут һайын үҫә, киңәйә, байыға” тип яҙып ҡалдырғаны бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тиҙәр. Фәнгә һәм ғилемгә ынтылыш, айырыуса электрон белем биреү ысулдарын өйрәнеү маҡсаты көслө бөгөн. Мәҫәлән, ошо йәһәттән яңыраҡ “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” йәмғиәтендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың күсмә ултырышы ойошторолдо. Унда республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Электрон белем биреү буйынса си­раттағы һөйләшеүҙең, халыҡса әйткәндә, нәҡ Моторҙар заводында уҙғарылыуы осраҡлы түгел: баш ҡалабыҙҙағы ҡеүәтле предприятие ватан авиация двигателе төҙөү тәңгәлендә флагман һанала, өҫтәүенә унда ғилемлелеккә, камиллыҡҡа ынтылыш көслө.
“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” йәмғиәтендә персоналды уҡытыу күптән юлға һалынған. 2012 йылдан алып үҙҙәренең заманса белем биреү үҙәге эшләй. Ул нимәнән ғибәрәт? Бындағы дәрестәр уҙғарыу өсөн тәғәйен­ләнгән 28 аудиторияға, дүрт компьютер класына һәм оҫтаханаларға илебеҙҙә тиңдәр юҡ! Былтыр үҙҙәренең уҡытыу программаһына ярашлы 11 мең тирәһе хеҙмәткәр ҡайтанан уҡытылған. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм менеджмент сифаты системаһы йүнәлештәре буйынса дистанцияла белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә.
Уҡытыу үҙәге ярҙамында баш ҡаланың 85-се урта мәктәбендә һәм 60-сы лицейында авиация кластары асылған. Был бик уңайлы эш алымы. Беренсенән, егет һәм ҡыҙҙар предприятиелағы хеҙмәт үҙенсәлектәре тураһында бай мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә, икенсенән, киләсәкте күҙаллағанда, улар нәҡ “Өфө моторҙар эшләү производство берек­мәһе”нә эшкә саҡырыласаҡ. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлағанда ярайһы булышлыҡ итә үҙәктең тәжрибәле белгестәре.
Уҡытыу системаһы предприятиеның эске корпоратив селтәренә тоташ­тырылған, был белем биреү барышына мониторинг үткәреү һәм эшселәрҙе аттестациялау өсөн шул тиклем уңайлы.
Билдәле булыуынса, предприятие – Рәсәйҙә иң эреләр исемлегендә. Рөстәм Хәмитов иң беренсе ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, сәнәғәт етештереүе, бигерәк тә юғары технологиялар тармағы әле роботлаштырыуға һәм мәғлүмәт технологияларын күпләп индереүгә күсә бара. Профессиональ һәм юғары белем биреү системаһы заман талабына яуап бирергә, улай ғына ла түгел, уҙып китергә тейеш. Хәҙер белгестәрҙе әҙерләүҙең яңы моделен, эш барышында уларҙың мәғлүмәт технологиялар компетенцияһын өҙлөкһөҙ үҫтереү механизмын үҙләштерергә кәрәк. Был система корпоратив сектор заказы талаптарына яуап бирергә тейеш. Һәр компанияның, юғары уҡыу йортоноң үҙ эш тәжрибәһе бар, үҙ-ара селтәр бәйлә­нештәрен көйләү зарур. Шул мөһим: төрлө квалификациялы меңдәрсә хеҙмәт­кәрҙәр, инженерҙар тир түккән университеттар һәм предприятиелар, айырыуса эреләре, кадрҙарҙы бергәләп әҙерләүҙе, ҡайтанан уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейеш, шул иҫәптән дуаль белем алғанда ла.
Тормош йыш үҙгәреүсән һәм мауыҡтырғыс. Йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй – йән дуҫыбыҙға әйләнгән Интернетты ғына алайыҡ. Эш урынында ғына түгел, өйҙәге компьютерҙа ла, кеҫә телефонындағыһында ла “донъя ауы” менән бәйләнеш кинәт өҙөлдөмө, ни ҡылырға белмәй ыуаланабыҙ. Шул хәтлем өйрәнелгән заман уңайлыҡтарына. Ни тиһәң дә, кибернетика быуатында йәшәйбеҙ бит! Минеңсә, Интернеты булмаған зат был донъяла күп нәмәнән мәхрүм.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Мәғлүмәт йәмғиәтенең 2030 йылға тиклемге стратегик үҫешен раҫланы. Республика Башлығы белдереүенсә, ошо документта электрон белем алыуҙы камиллаштырыу, уҡытыуҙы дистанцияла ойоштороу системаһы, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарының алдынғы технологиялы ойошмалар һәм предприятиелар менән эшләнмәләре, партнерлыҡ программалары, заманса кадрҙар әҙерләүҙе координациялау кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнгән.
– Ошоға оҡшаш документты республика төбәк кимәлендә ҡабул итте, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды. Мөһим документ Хөкүмәт ултырышында тикшерелде һәм ҡабул ителде. Әле уны тормошҡа ашырыу йылдам бара. Был документта Башҡортостан халыҡ-ара һәм Рәсәй проекттарында уңышлы ҡатнашһын өсөн мәғлүмәт-телекоммуникация өлкә­һендәге донъя һәм ватан өҫтөнлөктәре иҫәпкә алынған.
Әйткәндәй, был тәңгәлдә башҡорт­остандар беренсе булып старт һыҙығына баҫҡайны, ошо тема өҫтөндә бер нисә йыл етди эшләнеләр. Алда булыу илебеҙҙең бүтән субъекттары менән көнәркәшлек йәһәтенән дә отошло.
Электрон белем алыу тураһында һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов йыш ҡына Көньяҡ Корея менән сағыштырыуҙы урынлы ҡуллана, әле лә уларҙы ыңғай яҡтан миҫал итеп килтерҙе. Көнсығыш Азиялағы был илдә эшсе халыҡтың 95 проценты йыл һайын квалификацияһын электрон белем саралары аша күтәрә. Бөгөн иһә донъяның онлайн-белем баҙарында йыллыҡ үҫеш 25-30 процент тәшкил итә. 2016 йылда дистанцияла белем биреү майҙансыҡ­тарында 50 миллион тирәһе кеше уҡыған, шуның 800 меңе – рәсәйҙәр. Асылда был бик аҙ! Республикабыҙҙа 1,5 миллиондан ашыу эшсе кеше иҫәпләнә. Киләсәктә, әлбиттә, күптәр квалификацияһын электрон белем аша күтәрәсәк. 800 мең – юлдың башы ғына. Кореяларҙың тәжрибәһе рәсәйҙәргә яҡшы таныш. Өҫтәүенә юғары технологиялар өлкәһендә беҙҙең илебеҙҙең кооперация проекттары башланып ҡына тора. Республика Баш­лығы ошондай алға әйҙәгән яңылыҡтар менән таныштырып үтте.
Был юҫыҡта белем усаҡтарында хәлдәр нисегерәк? Хәйер, тиккә генә күсмә ултырышта беҙҙәге бөтә мәктәп­тәрҙе лә юғары тиҙлектәге Интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫкө планға ҡалҡып сыҡманы. Юғиһә нисек килеп сыға? Өҫтәл китабына әүерелгән компьютерыбыҙ һиңә-миңә ҡарағанда ла оҙаҡ уйлай. Ә һис кенә лә улай булырға тейеш түгел. Клавиатураға төрткәс тә теләгәнебеҙҙе уҡый алһаҡ-күрһәк, ҡараһаҡ йәки тыңлаһаҡ ине! Шул иғтибарға лайыҡ: Башҡортостанда әҙерләнеп тапшырыласаҡ инновацион контентҡа ауыл мәктәптәрендә ихтыяж айырыуса ҙур буласаҡ. Ләкин уҡытыу барышында белем усаҡтарының Интернет менән тәьмин ителеше проектты бойомға ашырыуҙы ныҡ тотҡарлай икән.
Рөстәм Хәмитов билдәләп китеүенсә, мәктәптәрҙең 72, ә урта махсус белем биреү уҡыу йорттарының 53 проценты юғары тиҙлектәге Интернеттан мәхрүм.
– Ошоларҙан сығып, электрон белем алыу тураһында нимә әйтергә мөмкин? 2018 йылда мәктәптәрҙең барыһы ла юғары тиҙлектәге Интернетлы булырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы.
Был тәңгәлдә республика етәкселеге күптән бихисап уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашыра. Хоҡуҡи базаның булдырылыуы, “Электрон белем алыу” белем ойош­маларының ассоциацияһы төҙөлөүе, махсуслаштырылған порталдың эшләүе өсөн һәм башҡа уңайлыҡтар — шуға асыҡ миҫал.
Хөрмәтле әҙиптәребеҙҙең береһе һанаулы ғына отпуск көндәрендә радио тыңламай, телевизор ҡарамай, кеҫә телефонынан һөйләшмәй, Интернет менән ҡулланыуҙы телгә алыу артыҡ, баҡсала көн итеүе тураһында маҡтанып һөйләгәйне. “Рәхәтләнеп тыныс тормошта йәшәп алдым”, – тип һығымта яһаны аҙаҡтан ул. Кире күренештәрҙе күрмәү-ишетмәүҙән азат булыуын ҡабул итәм, ә бына бүтәндәрен юҡ. Ҙур донъянан айырылып тороу – ваҡытлыса ғына күренеш. Ошоларҙы таныуҙан тыйылды, күрәләтә алдашты. Ысынында бер ай түгел, ә бер йыл ғүмер итеүҙең ошо алымын үҙ итеп ҡара! Робинзон хәленә төшөргәме йәки заман менән бергә атларға кәрәкме, унан әйтерһең...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872