Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » гәзит “Әлифба”м булды
гәзит “Әлифба”м булды Матбуғат, халыҡ-ара аралашыу сараһы булараҡ, борон-борондан хеҙмәт итә. Ул илдәр, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыусы, ойоштороусы ла, кәңәшсе лә, халыҡты бейеклектәргә әйҙәп, рух биреүсе лә.
Гәзиттең тормошома ниндәй йоғонтоһо бар? Һөнәрем буйынса уҡытыу­сымын. Дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларҙы инглиз теле серҙәренә өйрәттем. Бер уйлаһаң, ошо фән буйынса гәзит миңә артыҡ кәрәкмәгән дә һымаҡ, әммә уға шул тиклем бәйләнгәнмен. Әлбиттә, бының сәбәптәре, тарихы ла бар.
Мин колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, мин өс йәштә саҡта вафат булған. Әсәйем колхозда эшләгән. Үҙемдән ике йәшкә олораҡ ағайым һәм өлкәнерәк класта уҡыған апайым булған. Әсәйем ябай ғына кеше булһа ла, бик аҡыллы, белемле, ауылда күп гәзит алдырып уҡыусыларҙан һаналған.

Миңә биш йәш булғанда, ағайым беренсе класҡа уҡырға барған. Уға ҡарап, сәмләнеп, мин дә хәреф танырға өйрәнә башлағанмын. Тик ул миңә үҙенең “Әлифба” китабын тотторорға ла йәлләгән. Ә мин барыбер уның ыңғайына тиҙ генә уҡып алғанмын да киткәнмен. Зирәк, отҡор булғанмын, тиҙәр. Ул ваҡытта балаларға уҡырға өйрәнеү өсөн бөгөнгө кеүек яҡшы мөмкинлектәр ҡайҙан булһын?! Алфавитты хәтерләмәйем хатта. “Совет Башҡорт­останы” гәзите мине белем донъяһына алып сыҡты. Уның эре, ҡалын итеп яҙылған атамаһындағы хәрефтәр әлифба ролен үтәгән. Башта берәмләп хәрефтәрҙе өйрәнгәнмен. Ижекләп уҡығанымды әле лә хәтерләйем. “Коммунизм байрағы” гәзитен дә ҡулланғанмындыр инде.
Шулай итеп, “Әлифба”ны тотоп та ҡарамайынса, шыма ғына итеп гәзит уҡып алып киткәнмен. Ә минең уҡығанды тыңлаусылар – беҙгә кис ултырырға килгән апай-ағайҙар. Осрашҡан саҡтарҙа улар һаман шул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә ала. Мин уларға гәзит кенә уҡымағанмын, үҙҙәре әйткәнсә, декламация ла һөйләп һөйөндөргәнмен икән. Гәзит менән бәйле хәлдәр күп булды инде йәшәгән ғүмер буйы тиһәң дә, хата булмаҫ. Юғарыраҡ класта уҡығанда апайым Сәйетбаба почтаһына эшкә урынлашты. Мин дә уға гәзит таратырға ярҙам итә инем.
Урта мәктәпте тамамлағас, Юлыҡта уҡытыусы булып эш башланым. Беренсе көндән үк 36 уҡыусыһы булған дүртенсе класҡа етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Класс сәғәттәре үткәреү өсөн гәзит беренсе ярҙамсым булды. Уҡыусыларымдың эштәрен баһалап, үҙем дә ҡәләм тирбәтә башланым. “Һабантуй” тигән беренсе шиғырым “Йондоҙ” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, түбәм күккә тейгәндәй булды.
Шунан мәктәп сәхнәләре өсөн сценарийҙар яҙа башланым. Үҙем инглиз теленән уҡытһам да, “Йәш хәбәрселәр” түңәрәген миңә йөкмәтеп ҡуйҙылар. Улар менән ярайһы уҡ яҙышырға өйрәндек. Элек бит уҡытыусыларҙы агитаторлыҡ эшенә мәжбүр итәләр ине. Фермала агитатор булдым. Йәйләүҙәргә лә йөрөргә тура килде. Һауынсыларҙың, малсылар­ҙың эшен баһалап, “Боевой листок”тар сығара, гәзит мәҡәләләре буйынса әңгәмәләр үткәрә инем.
Сәсеү, урып һуғыу осоронда ырҙын табағына – игенселәр янына ҡулға гәзит-журнал тотоп аҙ йөрөмәнек.
Шулай итеп, гәзит тоғро дуҫыма әйләнде, рух бирҙе. Үҙем дә йыш ҡына яҙышып торҙом. Шиғырҙар, юбилейҙар өсөн автобиографик поэмалар ижад итә башланым.
2001 йылда Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған республика сценарийҙар конкурсында ҡатнашырға баҙнат иттем. Шиғри юлдар менән яҙылған эшем “Туй йолаһы буйынса иң яҡшы сценарий” тип табылды. “Табын” гәзите ойошторған “Мәҙәк һүрәт – тапҡыр яуап” конкурстарында күп тапҡыр ҡатнаштым, “Юморесканы яҙып бөт” конкурсында еңеүсе булдым.
Ҡанат нығынды. Быларҙан тыш, үҙем өсөн генә шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад итә башланым. 2016 йылдың декабрендә “Аҡмулла вариҫтары” республика сәсән-импровизаторҙар бәйгеһе нигеҙендә ойошторолған ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә “Әхмәт әй­теше”ндә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был конкурста башҡорт халҡының яҙмышы тураһындағы ҡобайырым диплом һәм махсус призға лайыҡ булды.
Гәзит тормошомдо нисек үҙгәртте, тигән һорауға килгәндә, иң беренсе ул рух бирҙе, мине халыҡ араһына сығарҙы. Уҡытыусы булып, мәктәп менән өй араһын ғына тапаманым, үҙемде төрлө өлкәләрҙә һынап ҡараным, уңыштарға өлгәштем. Шуға ла бөгөн үҙебеҙҙең район гәзите “Табын”ға һәм республикабыҙ көҙгөһө — “Башҡортостан”ға рәхмәт! “Халҡың менән бергә атла, бер аҙым алдан атла!” тигән ҡанатлы һүҙҙәр мине гәзиттән айырыл­маҫҡа, һәр саҡ алда барырға әйҙәп торҙо.


Автор: Рима РАФИҠОВА. Район: Ғафури районы, Юлыҡ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә