Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Техник белемгә ынтылайыҡ
Башҡортостан сәнәғәт тармағы буйынса Рәсәйҙә алға киткән төбәктәр исемлегендә. Беҙҙә нефть һәм газ сығарыу, уны эшкәртеү, нефть-химия, машиналар эшләү һәм энергетика тармаҡтары ла алға киткән.
Тормоштан алынған миҫалдар күрһәтеүенсә, сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән башҡорттарҙың һаны 15 проценттан да артмай. Ни өсөн һуң бай, данлы тарихы булған башҡорт халҡы техник белемгә ынтылмай?
Энергетика сәнәғәте буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған белгес, үҙенең эш юлын иң ябай һөнәрҙән башлап, йыл әйләнәһенә белем кимәлен камиллаштырып торорға тейеш. Бының өсөн йыл һайын бер нисә имтихан тапшырып, профессиональ таныҡлыҡ (допуск) алырға кәрәк. Бындай имтихандарҙы үтә алмағандар квалификацияһын күтәрә алмай, араларында эштәрен ташлап, башҡа урынға киткәндәр ҙә бар.
Йәштәр күпселек рәүештә уҡытыусы йә сәнғәт белгесе һөнәрен һайлай. Техник һөнәрҙәрҙе һайлаусылар аҙ. Бындай күренеш мәктәптәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары менән профессиональ йүнәлештә ентекле эш алып барылмағанлығын күрһәтә. Ни өсөн йәштәр уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирә? Сөнки улар ошо һөнәр менән яҡындан таныш. Мәктәптәрҙә техник уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләү кимәле түбән.
Элек уҡыусылар “Юный техник”, “Конструктор-моделист”, “Техника молодежи”, “Радио”, “Наука и жизнь” журналдарын мәктәп китапханаһынан алып, техника менән ҡыҙыҡһына торғайны. Совет осоронда юғары класс уҡыусыларын техник һөнәргә әйҙәү өсөн мәктәп, юғары уҡыу йорто, предприятиелар араһында бәйләнеш булды. Белгестәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары мәктәптәргә килеп, дәрестәр үткәреп, балаларға һөнәр һайлау өсөн йүнәлеш бирер ине. Предприятиеларҙа уҡыусылар өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Илебеҙ баҙар шарттарына күскәс, был бәйләнеш өҙөлдө.
Хәҙер балалар ата-әсәһенең, туған­дарының йә таныштарының һөнәрен һайлай, сөнки был һөнәр тураһында уларҙан күберәк мәғлүмәт ала. Шулай балаларыбыҙҙа бәлә­кәйҙән техникаға ҡыҙыҡһыныу уят­маһаҡ, республикала башҡорт йәш­тәренән техник интеллигенция тәрбиәләмәһәк, беҙ оҙаҡ йылдар түбән эш хаҡы алған халыҡ булып ҡаласаҡбыҙ.
Бының өсөн киң мәғлүмәт сараларында төрлө һөнәр эйәләре, уларҙың эш шарттары менән таныштырырға, төрлө предприятиеларға талап ителгән белгестәр тураһында даими рәүештә мәғлүмәт бирергә кәрәк. Мәктәптәрҙә профессиональ йүнәлеш биреү маҡ­сатында дәрестәр, конкурстар, төрлө викториналар, осрашыуҙар, пред­приятиеларҙа һәм уҡыу йорттарында “Асыҡ ишектәр” көнө даими үткәрелһә, яҡшы булыр ине..


Автор: Әғләм ӘЛИБАЕВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә