Техник белемгә ынтылайыҡ07.06.2017
Башҡортостан сәнәғәт тармағы буйынса Рәсәйҙә алға киткән төбәктәр исемлегендә. Беҙҙә нефть һәм газ сығарыу, уны эшкәртеү, нефть-химия, машиналар эшләү һәм энергетика тармаҡтары ла алға киткән.
Тормоштан алынған миҫалдар күрһәтеүенсә, сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән башҡорттарҙың һаны 15 проценттан да артмай. Ни өсөн һуң бай, данлы тарихы булған башҡорт халҡы техник белемгә ынтылмай?
Энергетика сәнәғәте буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған белгес, үҙенең эш юлын иң ябай һөнәрҙән башлап, йыл әйләнәһенә белем кимәлен камиллаштырып торорға тейеш. Бының өсөн йыл һайын бер нисә имтихан тапшырып, профессиональ таныҡлыҡ (допуск) алырға кәрәк. Бындай имтихандарҙы үтә алмағандар квалификацияһын күтәрә алмай, араларында эштәрен ташлап, башҡа урынға киткәндәр ҙә бар.
Йәштәр күпселек рәүештә уҡытыусы йә сәнғәт белгесе һөнәрен һайлай. Техник һөнәрҙәрҙе һайлаусылар аҙ. Бындай күренеш мәктәптәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары менән профессиональ йүнәлештә ентекле эш алып барылмағанлығын күрһәтә. Ни өсөн йәштәр уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирә? Сөнки улар ошо һөнәр менән яҡындан таныш. Мәктәптәрҙә техник уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләү кимәле түбән.
Элек уҡыусылар “Юный техник”, “Конструктор-моделист”, “Техника молодежи”, “Радио”, “Наука и жизнь” журналдарын мәктәп китапханаһынан алып, техника менән ҡыҙыҡһына торғайны. Совет осоронда юғары класс уҡыусыларын техник һөнәргә әйҙәү өсөн мәктәп, юғары уҡыу йорто, предприятиелар араһында бәйләнеш булды. Белгестәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары мәктәптәргә килеп, дәрестәр үткәреп, балаларға һөнәр һайлау өсөн йүнәлеш бирер ине. Предприятиеларҙа уҡыусылар өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Илебеҙ баҙар шарттарына күскәс, был бәйләнеш өҙөлдө.
Хәҙер балалар ата-әсәһенең, туғандарының йә таныштарының һөнәрен һайлай, сөнки был һөнәр тураһында уларҙан күберәк мәғлүмәт ала. Шулай балаларыбыҙҙа бәләкәйҙән техникаға ҡыҙыҡһыныу уятмаһаҡ, республикала башҡорт йәштәренән техник интеллигенция тәрбиәләмәһәк, беҙ оҙаҡ йылдар түбән эш хаҡы алған халыҡ булып ҡаласаҡбыҙ.
Бының өсөн киң мәғлүмәт сараларында төрлө һөнәр эйәләре, уларҙың эш шарттары менән таныштырырға, төрлө предприятиеларға талап ителгән белгестәр тураһында даими рәүештә мәғлүмәт бирергә кәрәк. Мәктәптәрҙә профессиональ йүнәлеш биреү маҡсатында дәрестәр, конкурстар, төрлө викториналар, осрашыуҙар, предприятиеларҙа һәм уҡыу йорттарында “Асыҡ ишектәр” көнө даими үткәрелһә, яҡшы булыр ине..