Рәшиҙә Шәмсетдинова, Ғәлиә Кәлимуллина кеүек шағирәләргә, Фәим Әхмәтйәнов исемле актерға, Ғәлимйән Ибәтуллин атлы тележурналисҡа ҡанат ҡуйған белем усағы ул Иҫәкәй мәктәбе. Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән юғары кимәл быға сәбәпсе. Хәйер, был мәктәпте тамамлағандар араһында башҡа өлкәлә лә уңыш ҡаҙанған шәхестәр бихисап. Әммә исемдәрҙе теркәп сығыу түгел маҡсатым, ә ошо тиклем ҙур эште – лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреүҙе хаҡлы ялға тиклем оҙаҡ йылдар дауамында ойоштороп килгән мәктәп директоры Фаяз Ғаяз улы Ғәзәлиев һәм уның тормош иптәше Гөлдәр Мәғәфүр ҡыҙы хаҡында һөйләгем килә.Һирәк атһа ла, тура атаШаулап-гөрләп үткән йәшлек йылдарынан һәр кем танһығы ҡанғансы һутын эсеп ҡалырға тырыша. Берәүҙәр белем эстәргә атлыға, икенселәр был ваҡыт арауығынан иреклек-иркенлек даулауҙы хуп күрә. Ә бына Гөлдәр менән Фаяз Ғәзәлиевтәр өсөнсө юлды һайлай – улар йәшләй генә өйләнешә.
Кисәге мәктәп уҡыусылары ғаилә ҡорғас, сер түгел, башта уларҙың бәхетле киләсәге барлығына икеләнеп ҡарағандар ҙа табылғандыр. Әммә йәштәр алдына ҡуйылған яуаплылыҡтың мәғәнәһенә тиҙ төшөнә, һыр бирмәй донъя көтөп алып китә. Хәҙер инде улар биш тиҫтә йылдан ашыу ғүмер бергә. Ә мәктәп йылдарын да ҡушһаҡ, 60-тан да күберәк булып китә – сығарылыш класында уҡығанда ике һабаҡташтың йөрәгендә ҡабына мөхәббәт ялҡыны.
Тәүге һөйөү нигеҙендә ғаиләләр һирәк ҡорола, тип фекер йөрөтә ҡайһы бер белгестәр. Әммә беренсе мөхәббәт һирәк атһа ла – тура ата, ти икенселәре. Һәр хәлдә, быны Ғәзәлиевтәр миҫалында һис шикләнмәй иҫбатларға була. Өйҙә лә, хеҙмәт урынында ла бер-береһенә таяныс булып ғүмер кисерә улар. Береһе – ҡалала студент булып китеп, икенсеһе ауылда имсәк балаһы менән ултырып ҡалып, уҡытып йөрөгәндә лә тамсылай тап төшмәй был матур тарих намыҫына. Хәйер, сабырлыҡ, тоғролоҡ, бер-береңә ихтирам – бына шулар Ғәзәлиевтәрҙең ғаилә нигеҙе.
– Иң мөһиме – мөхәббәт тарихыбыҙ дауамлы – ғаиләлә өс ҡыҙ донъяға килде. Улар хәҙер үҙҙәре башлы-күҙле булып, ҡунаҡҡа ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡайтып йөрөй, – тип ҡыуана ҡарттар.
Шуныһы бигерәк тә әһәмиәтле: ата-әсәнән мәрхәмәтлек, изгелек, сабырлыҡ, хөрмәт һымаҡ төшөнсәләр менән бер рәттән, балалар уларҙың һөнәрҙәренә ҡарата һөйөүен дә ҡанында һеңдереп үҫкән. Ҡыҙҙары ғына түгел, кейәүҙәре араһында ла Фаяз ағай менән Гөлдәр апайҙың юлын һайлағандар бар – ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡҡа арнағандар. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшенә мөкиббәндәрҙең генә балалары атай-әсәй юлын һайлайҙыр. Хеҙмәтеңдән йәм табыу-тапмауыңды эскерһеҙ сабый йөрәге һиҙмәйме ни?!
Остаздар күрһәткән юлданЙәштәргә райондың мәғариф тарихында ҙур эҙ ҡалдырған Фәрүр Зөлҡәрнәевтән һабаҡ алыу бәхете татый. Фаяз ағай менән Гөлдәр апай өйләнешкән йылдарҙа был шәхес инде Маҡар мәктәбе директоры вазифаһын ҡалдырып, район хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләгән була. Бер саҡ уларҙы элекке директорҙары саҡыртып ала ла:
– Мин һеҙҙе уҡығанда уҡ һынай торғайным, уҡытыусылыҡҡа һәләтегеҙ бар, күңелегеҙ кескәйҙәргә тартыла, әйҙәгеҙ Иҫәкәйгә уҡытырға барығыҙ, – тип ҡанат ҡуйып ҡайтара. Әммә был саҡта Ғәзәлиевтәр ғүмерҙәрен хаҡлы ялға киткәнсе ошо мәктәп менән бәйләйәсәген һиҙгәнме икән? Башланғыс кластарға белем биреү, физик культура, йыр, рәсем һымаҡ фәндәрҙе уҡытырға килгән йәштәр артабан уҡыу йортоноң үҫешендә ҙур баһаға лайыҡ роль үтәй.
Әлбиттә, ошо мәлдән алып улар тик Иҫәкәй мәктәбенә генә хеҙмәт иткән, тип әйтеп булмай. Хәрби бурысты үтәү, бер аҙ Петровскийҙа ла, Ибрайҙа ла уҡытырға тура килә, бынан тыш, юғары махсус белем дә алалар.
– Стәрлетамаҡ пединститутында уҡыуым әһәмиәтле булды. Әрменән ҡайтҡан егет, йәш атай тип студенттар советы рәйесе итеп тәғәйенләп, дәрт өҫтәгәс, тырышып уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тигән маҡсат ҡуйҙым, – тип йәшлеген һағына Фаяз Ғаяз улы. – Остаздарымдан уңдым. Салауат Галин һымаҡ абруйлы ғалимдарҙан һабаҡ алыуым артабанғы уҡытыусылыҡ эшемдә ҙур этәргес булды, – ти ул, остаздарын иҫкә алып.
Шулай ҙа ҡулына диплом алғас та балалар менән эшләргә яҙмай Фаяз ағайға. Уны ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтенә рәйес итеп һайлайҙар. Совет заманы булһа ла, ауыр йылдар, базаларҙан аҙыҡ-түлек алып ҡайтыуы мең бәлә. Ашхана бар, ә ашарға бешерергә ризыҡ юҡ. Ошондай шарттарҙа бер нисә ауылды тәьмин итергә тура килә рәйес Ғәзәлиевкә. Уның ҡарауы, эшен намыҫлы һәм сыҙам башҡара Фаяз ағай. Ҡулынан килгәнсә яҡташтарына ярҙам итә. Тик… Салауат Галин, Фәрүр Зөлҡәрнәев әйткән һүҙҙәр ҡолағынан китмәй яфалай: һинең асылың – балалар уҡытыу, ауыл балаларының ҡанатын нығытыу! Ошо һүҙҙәр хаҡында уйланып йөрөгән бер көндә Маҡар мәктәбенә саҡырыу була. Ә бер аҙ уҡытыусы булып эшләгәс, Фаяз Ғәзәлиевте Иҫәкәй мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Был белем усағын ул ике тиҫтә йыл етәкләй, артабанғы ғүмере тормош иптәше менән эштә лә, өйҙә лә ҡулға-ҡул тотоношоп үтә.
Беҙҙә лә заманса мәктәп булырға тейеш!Эшкә тотонғас та Ғәзәлиевтәр шуныһына иғтибар итә: мәктәптең абруйын күтәреү өҫтөндә бик ныҡ эшләргә тура киләсәк. Абруй тигәс, әлбиттә, тәү сиратта төплө белем, яҡшы белгестәр телгә килә. Үҙ эшенең оҫталарын яңы директор ҡайһы берәүҙәр һымаҡ сит ерҙән эҙләмәй. Ә ошо мәктәптә уҡытҡан коллективтың традицияларын һындырмай, үҫтерергә тигән маҡсат ҡуя. Курстар, семинарҙар ойоштороу, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу – һәр тарафта ла киң эш йәйелдерә. Иҫәкәй мәктәбе тарихында беренсе тапҡыр ҙур сара – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинары үтә, артабан был күренеш белем усағында нығына.
Әммә үҫеш бер уҡыу-уҡытыу процесына ғына бәйле түгел шул. Тәрбиә эше, тыуҙырылған шарттар – барыһы ла бер бөтөндәй мөһим. Тәртипкә килгәндә, бер генә миҫалға туҡталыу ҙа күпте һөйләй һымаҡ:
– Үҙем тәмәке тартмағас, көйрәтеүселәрҙе үҙ миҫалымда тәрбиәләнем, – ти элекке директор бер эш алымы хаҡында. – Ғөмүмән, уҡытыусы балалар өсөн өлгө икәнен һәр саҡ күҙ уңында тоттом, – тип тә өҫтәй ғаилә башлығы.
Уҡытыу һәм тәрбиә биреү – күберәк уҡытыусы иңендә, ә бына етәксе кешегә балаларға ла, мөғәллимдәрҙең үҙҙәренә лә шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Фаяз ағай директор булып эш башлағанда мәктәп утын яғып йылытылған була, бер аҙ ваҡыт үтеүгә йылылыҡ системаһы электр энергияһы нигеҙенә күсерелә. Ашханала яҡшы итеп ашатыу, уҡыусыларҙың буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреүҙе хәстәрләү – һәммәһе лә борсой директорҙы. Ғөмүмән, социаль хәл күпкә яҡшыра төшә. Белем биреү эшенә тәү ҡарашҡа бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған машина-трактор паркын булдырырға ла аҙ көс сарыф ителмәй. Бигерәк тә белем усағы өсөн генә түгел, ғөмүмән, ауылға мөһим булған автобус мәсьәләһен хәл итә етәксе Ғәзәлиев. Мәктәптең үҙ автобусы менән бер рәттән, ҡайһы бер ҡала белем усаҡтарының төшөнә лә инмәгән видеомагнитофон һәм башҡа йыһаз ҡайтарыла Иҫәкәйгә. Уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһен биреүгә булышлыҡ иткән мәктәп баҡсаһы, умарталыҡ… Ә күҙгә күренмәгән һөҙөмтәләр күпме! Ғөмүмән, Иҫәкәй мәктәбенең абруйын бар яҡлап та күтәреүгә өлгәшә Фаяз Ғәзәлиев.
Кемдә ғәйеп?Тик шуныһы: ҡасандыр гөрләп торған белем усағы бөгөн ташландыҡ хәлдә етемһерәп ултыра. Быға ҡарап, элекке директорҙың, уҡытыусыларҙың йөрәге, әлбиттә, урынында түгел. Тик ни ҡылаһың…
– Йыш ҡына эшләй башлаған һәм хаҡлы ялға киткән йылдарҙы сағыштырабыҙ ҙа балаларҙың ике тапҡырға кәмеүен иҫләп, үкенес тойғоһо кисерәбеҙ. Был күренеш мәктәп тормошона ғына ҡағылмай, ә бөтә ауылдың киләсәгенә, һуңғы сиктә ил, йәмғиәт торошона барып тоташа, – тип уйҙарға бирелә әңгәмәселәрем. – Йәштәргә билдәле сәбәптәр арҡаһында ҡала тормошон һайларға тура килгәнен аңларға ла мөмкин, икенсе яҡтан, ауылда ла мал-тыуар һәм башҡа шөғөл ярҙамында бынамын итеп йәшәп була…
Гөрләтеп йәшәп була тигәндән, был йәһәттән дә йәнә Ғаяз ағайҙың үҙен өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Ҡайһы бер шап-шаҡтай йәштәр үҙ ихатаһында бер тауыҡ та аҫрай алмаған мәлдә Гөлдәр апай менән һыйыр малы тоталар, һәүкәшкәйҙәрҙең 15 башҡа еткән замандары булған хатта, ҡаҙ-өйрәк тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғәзәлиевтәр балалары менән бергә бал ҡорто ла аҫрай, умарталары иһә йылына ҡарап 100-гә етә.
– Йәмғиәттең үҫеше кешенең үҙенең әүҙемлегенән, тормошто ярата белеүенән торалыр, шуға ғәйепте тәү сиратта ситтән эҙләү – үҙе ғәйеп, минеңсә, – ти Фаяз ағай.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк…Ауыл тормошо, мәғариф темаһы, тормош мәғәнәһе… Гөлдәр Мәғәфүр ҡыҙы һәм Фаяз Ғаяз улы менән әңгәмә ваҡытында төрлө темаға инеп китәбеҙ. Йәшлек дыуамаллығы менән бер төрлө фекер йөрөтһәм, тормош тәжрибәһе туплаған әңгәмәселәрем бөтөнләй икенсе яҡтан килтереп иҫбатлап ҡуя. Ә бер мәл Фаяз ағай ҡулына баянын ала һәм таныш көй яңғырай.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла…
Мин эстән генә көйләйем, ә Гөлдәр апай баянға ҡушыла. Йыр тамам. Шул саҡ әңгәмәне ослап, ғаилә башлығы былай тип әйтеп ҡуйҙы:
– Ҡустым, йырлай-йырлай үтһен был ғүмер.
Ысынлап та, йырлап ҡына үтһен ғүмерҙәр. Иң мөһиме – ул йырҙар тик бәхетле мәлебеҙгә тура килһен. Шул саҡта йөрәк тә ҡартаймаҫ, маңлайҙар һырланһа ла…