Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бабайым ҡалдырған эҙҙәр
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең балалар өсөн яҙған “Тыуған ил ҡайҙан башлана?” тигән хикәйәһендәге һымаҡ, минең өсөн дә тыуған төйәгем – Көйөргәҙе районының Урта Мотал ауылы, унда үткән бала сағым иң ҡәҙерле, иң изге хәтирәләр уята. Уба таулы, Туҡмаҡ Ҡаран шишмәле, әкиәттәгеләй матур ауылыма Мәҙхиә, Зәкирә инәйҙәргә йыраҡ, ҙур ҡаланан ҡәҙерле ҡунаҡ – Шәфиғә инәй килә торғайны. Атайымдың һөйләгәненән уның дүрт улы барлығын, уларҙың Өфөлә уҡытыусы булып эшләгәнен, бер улының хәрби икәнен белдем.
Эйе, Мотал кеүек перспекти­ваһыҙ ауылдар күптән инде юҡ. Шулай ҙа тыуған ауылыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында, Мөхәмәт­ғәле бабайҙың тырышлығы менән Урта Мотал ауылы булған ерҙә ауылдаштар осрашыуы, фермер­лыҡ эшен ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр булды, был хаҡта район етәкселегенә мөрәжәғәт ителде. Ләкин ниәттәр хыялда ғына ҡалды.
Быларҙы Мөхәмәтғәле Исҡу­жиндың Тыуған иленә, тыуған ауылына булған ҡарашын асып һалыр өсөн яҙам. Ошо осорҙа ситтә йәшәгән ауылдаштарҙан күп хаттар алдыҡ. “Урта Мотал ауылы тергеҙелһә, атайым ҡәбер­ҙән тороп ултырыр кеүек”, – тип яҙҙы Өфөнән Миңһылыу исемле бер апай.
1991 йылдың йәйендә апайым­дарҙың Ишембай ҡалаһындағы фатирына кисләтеп кенә Мөхә­мәтғәле бабай килеп инде. Ипле, асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙөнән нур бөркөлөп тора ине. Ултырып сәй эсеп алғас, улар Әлфиә апайым менән аш бүлмәһендә оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы. Иртән тороуыма бабай киткәйне инде. “Һеҙ оҙаҡ итеп нимә тураһында һөйләштегеҙ, ни эшләп йөрөй ул бабай? – тип һораным, аптырап. “Ул Өфө, Салауат һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт балалары өсөн мәктәптәр, балалар баҡса­лары астырып йөрөй”, – тине апайым, күҙҙәренән шатлыҡлы нур бөркөп. Шикләнеп кенә: “Аса аламы, астыралармы һуң?” – тип һораным. Был эш минең өсөн йырып сыҡҡыһыҙ, тормошҡа ашмаҫ­тай хыял булып тойолдо. Ошо бурысты тормошҡа ашырырҙай шәхес булған Мөхәмәтғәле бабайым. Беҙ йәшлек иҫәрлеге, ғәм­һеҙлегебеҙ менән аңламағанбыҙ, ҡайһы саҡта аңларға ла телә­мәгәнбеҙ. Үкенесле шул...
Америка Ҡушма Штаттарының Лас-Вегас ҡалаһында йәшәүсе апайым Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы үҙенең хәтирәләре менән уртаҡ­лашты.
“1979 – 1982 йылдарҙа Өфөлә, “Инорс” микрорайонында эшләп, дөйөм ятаҡта йәшәгәндә кисләтеп кенә Мөхәмәтғәле бабай килде, – тип башланы һүҙен туғаным. – Ул үҙенең өйҙән-өйгә, фатирҙан-фатирға йөрөп, башҡорт бала­ларының тыуған йылдары, ата-әсәһенең ҡайҙа эшләүе һәм башҡа белешмәләр теркәлгән семәрләнеп бөткән ҡалын журналын күрһәтте. Бына күпме башҡорт балаһы, ә улар өсөн баҡсалар, мәктәптәр юҡ, туған телде оноталар, тип әсенде. Шул саҡта иғтибар менән ҡараған журналдың миңә аҙаҡ, Та­тарс­тандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй башлағас, кәрәге тейҙе. Мин дә унан күреп, ошо журнал формаһында, осраған бер баш­ҡортто, һәр баланы айырым бер дәфтәргә теркәп барҙым. Бында башҡорт мәктәбе асыу өҫтөндә эшләгәндә, бабайҙың осрашҡан һайын һөйләгәндәре һәр ваҡыт хәтерҙә булды. Заманында баш­ҡорттарҙың аҫаба ерендә баш­ҡорт балалары өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары асыу еңелдән түгел ине. Ә мин күрше республикала, үҙ эшемдә Мөхәмәтғәле бабайҙан көс алып, илһамланып, сәмләнеп эшләнем”.
Халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыу менән генә сикләнмәй, башҡорт ерен, илен, тыуған ауылын, тарихи нигеҙен терелтмәк булып, ялҡынланып йәшәгән һәм эшләгән Мөхәм­мәтғәле Исҡужин. Барған һәр ерендә мәғрифәт нурын сәскән, милли рух таратҡан. Уның өлгөр­лөгөнә, тынғыһыҙлығына, талап­санлығына, кешеләрҙе ойоштороу талантына, ниәттәренең изгелегенә таң ҡалырлыҡ! Ҡайҙа барһа ла, ҡайҙа аяҡ баҫһа ла, яҡты эҙҙәр генә ҡалдырған ул.
Үҙемдең Ялан Бөрйән ыры­уының бер вәкиле булыуым һәм мәғри­фәт­селәр Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхрет­динов, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек халҡым, телем тип ғүмерен биргән, милли мәғариф проблемаларын теоретик яҡтан ғына өйрәнеп ҡалмаған, ә уларҙы ғәмәли яҡтан хәл итеүгә лә өлгәшкән Мөхәмәтғәле Ғәле улы менән хаҡлы рәүештә ғорурланам.



Автор: Люциә СӨЛӘЙМӘНОВА. Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә