Бабайым ҡалдырған эҙҙәр30.05.2017
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең балалар өсөн яҙған “Тыуған ил ҡайҙан башлана?” тигән хикәйәһендәге һымаҡ, минең өсөн дә тыуған төйәгем – Көйөргәҙе районының Урта Мотал ауылы, унда үткән бала сағым иң ҡәҙерле, иң изге хәтирәләр уята. Уба таулы, Туҡмаҡ Ҡаран шишмәле, әкиәттәгеләй матур ауылыма Мәҙхиә, Зәкирә инәйҙәргә йыраҡ, ҙур ҡаланан ҡәҙерле ҡунаҡ – Шәфиғә инәй килә торғайны. Атайымдың һөйләгәненән уның дүрт улы барлығын, уларҙың Өфөлә уҡытыусы булып эшләгәнен, бер улының хәрби икәнен белдем.
Эйе, Мотал кеүек перспективаһыҙ ауылдар күптән инде юҡ. Шулай ҙа тыуған ауылыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында, Мөхәмәтғәле бабайҙың тырышлығы менән Урта Мотал ауылы булған ерҙә ауылдаштар осрашыуы, фермерлыҡ эшен ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр булды, был хаҡта район етәкселегенә мөрәжәғәт ителде. Ләкин ниәттәр хыялда ғына ҡалды.
Быларҙы Мөхәмәтғәле Исҡужиндың Тыуған иленә, тыуған ауылына булған ҡарашын асып һалыр өсөн яҙам. Ошо осорҙа ситтә йәшәгән ауылдаштарҙан күп хаттар алдыҡ. “Урта Мотал ауылы тергеҙелһә, атайым ҡәберҙән тороп ултырыр кеүек”, – тип яҙҙы Өфөнән Миңһылыу исемле бер апай.
1991 йылдың йәйендә апайымдарҙың Ишембай ҡалаһындағы фатирына кисләтеп кенә Мөхәмәтғәле бабай килеп инде. Ипле, асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙөнән нур бөркөлөп тора ине. Ултырып сәй эсеп алғас, улар Әлфиә апайым менән аш бүлмәһендә оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы. Иртән тороуыма бабай киткәйне инде. “Һеҙ оҙаҡ итеп нимә тураһында һөйләштегеҙ, ни эшләп йөрөй ул бабай? – тип һораным, аптырап. “Ул Өфө, Салауат һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт балалары өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары астырып йөрөй”, – тине апайым, күҙҙәренән шатлыҡлы нур бөркөп. Шикләнеп кенә: “Аса аламы, астыралармы һуң?” – тип һораным. Был эш минең өсөн йырып сыҡҡыһыҙ, тормошҡа ашмаҫтай хыял булып тойолдо. Ошо бурысты тормошҡа ашырырҙай шәхес булған Мөхәмәтғәле бабайым. Беҙ йәшлек иҫәрлеге, ғәмһеҙлегебеҙ менән аңламағанбыҙ, ҡайһы саҡта аңларға ла теләмәгәнбеҙ. Үкенесле шул...
Америка Ҡушма Штаттарының Лас-Вегас ҡалаһында йәшәүсе апайым Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“1979 – 1982 йылдарҙа Өфөлә, “Инорс” микрорайонында эшләп, дөйөм ятаҡта йәшәгәндә кисләтеп кенә Мөхәмәтғәле бабай килде, – тип башланы һүҙен туғаным. – Ул үҙенең өйҙән-өйгә, фатирҙан-фатирға йөрөп, башҡорт балаларының тыуған йылдары, ата-әсәһенең ҡайҙа эшләүе һәм башҡа белешмәләр теркәлгән семәрләнеп бөткән ҡалын журналын күрһәтте. Бына күпме башҡорт балаһы, ә улар өсөн баҡсалар, мәктәптәр юҡ, туған телде оноталар, тип әсенде. Шул саҡта иғтибар менән ҡараған журналдың миңә аҙаҡ, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй башлағас, кәрәге тейҙе. Мин дә унан күреп, ошо журнал формаһында, осраған бер башҡортто, һәр баланы айырым бер дәфтәргә теркәп барҙым. Бында башҡорт мәктәбе асыу өҫтөндә эшләгәндә, бабайҙың осрашҡан һайын һөйләгәндәре һәр ваҡыт хәтерҙә булды. Заманында башҡорттарҙың аҫаба ерендә башҡорт балалары өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары асыу еңелдән түгел ине. Ә мин күрше республикала, үҙ эшемдә Мөхәмәтғәле бабайҙан көс алып, илһамланып, сәмләнеп эшләнем”.
Халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыу менән генә сикләнмәй, башҡорт ерен, илен, тыуған ауылын, тарихи нигеҙен терелтмәк булып, ялҡынланып йәшәгән һәм эшләгән Мөхәммәтғәле Исҡужин. Барған һәр ерендә мәғрифәт нурын сәскән, милли рух таратҡан. Уның өлгөрлөгөнә, тынғыһыҙлығына, талапсанлығына, кешеләрҙе ойоштороу талантына, ниәттәренең изгелегенә таң ҡалырлыҡ! Ҡайҙа барһа ла, ҡайҙа аяҡ баҫһа ла, яҡты эҙҙәр генә ҡалдырған ул.
Үҙемдең Ялан Бөрйән ырыуының бер вәкиле булыуым һәм мәғрифәтселәр Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек халҡым, телем тип ғүмерен биргән, милли мәғариф проблемаларын теоретик яҡтан ғына өйрәнеп ҡалмаған, ә уларҙы ғәмәли яҡтан хәл итеүгә лә өлгәшкән Мөхәмәтғәле Ғәле улы менән хаҡлы рәүештә ғорурланам.