Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зинһар өсөн, тәртипле булайыҡ!
Зинһар өсөн, тәртипле булайыҡ!Экологияның ни икәнен барыбыҙ ҙа беләлер – йәнле организмдарҙың (шул иҫәптән кешенең) үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән гармонияла йәшәүе тураһында тәғлимәт. Ә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында аңлатма бирергә кәрәктер. Улар – дәүләт тәбиғи парктары, ҡурсаулыҡтар (заповедник), тәбиғи ҡомартҡылар, милли парктар, дендрарий һәм ботаника баҡсалары, сәләмәтләндереү курорттары биләмәләре. Районыбыҙҙа ла был исемлеккә ингән объекттар бар.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы кеүек үк, “Урал-Тау” заказнигы ла “Башҡортос­тандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы составына инә. Бар­лыҡҡа килеү тарихы 1980 йылға барып тоташа – БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән ойошторола. Бөгөн биләмәләренең байтаҡ өлөшө “Ирәмәл” паркы менән уртаҡ. Заказниктың территорияһы – 52 мең гектар самаһы. Кирәбе урман хужалығы тулыһынса, Төньяҡ Урал урман хужалығының өлөшләтә кварталдары ла ошо паркка инә. Төп тәғәйенләнеше – Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары инештәрен бөтөн тәбиғәт комплексы булараҡ һаҡлау.
Башта статусы “гидрология заказнигы” булһа, аҙағынан “ландшафт заказнигы” итеп үҙгәртелә, сөнки бында, һыу сығанаҡтарынан тыш, флора (үҫемлектәр донъяһы) һәм фауна (йәнлектәр донъяһы) һаҡлауға лайыҡ. Ҡондоҙ, шәшке, һары шәшке, һеләүһен, янут, бурһыҡ, мышы-ҡоралай, айыу-төлкөләр етерлек. Башҡа ерҙәрҙә аҙ ҡалған үҫемлектәр ҙә йәйрәп үҫә.
Заказник һыу һаҡлау, фән мәнфәғәт­тәре (шул иҫәптән генофондты һаҡлау), тәбиғи рәүештә урман тергеҙеү, эко-логия буйынса мониторинг башҡарыу һәм рекреация йәһәтенән мөһим роль уйнай.
Элекке дәүерҙәрҙә заказникты ҡурсалау башҡа эштәрҙән дә бушай алмаған урмансыларға йөкмәтелһә, хәҙер “Урал-Тау”ға айырым инспектор тәғәйенләнгән. 2016 йылдың башынан был вазифала – Мирдар Дияров. Ул Учалы урман хужалығында төрлө вазифала, шулай уҡ “Учалы урманы” дәү­ләт унитар предприятиеһы етәксеһе булып эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған белгес.
“Урал-Тау” заказнигында ниндәйҙер етди эшмәкәрлек сикләнә, айырым төрҙәре бөтөнләй тыйыла. Мәҫәлән, санитар ҡырҡыу булмаһа, урманды тотошлайға киҫеүгә юл ҡуйылмай. 2014 йылдың боҙло ямғыр афәтенән һуң зарарланған ағастарҙы киҫеү дауам итә. Бар ҡағиҙәләр күҙәтелһен, ҡырҡынды ҡалдыҡтары таҙартылһын, “яңы­лыш­тан” сәләмәт ағастар ҡырҡылмаһын өсөн күҙ-ҡолаҡ булырға тура килә.
Мал хәҙер былай ҙа юҡ тиерлек, элек кенә колхоздар көтөү-көтөү малды Уралға ҡыуыр ине. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу рөхсәт ителмәй. Заказниктың төп маҡсатына тура килмәй икән, ниндәйҙер капиталь биналар төҙөргә ярамай. Әлбиттә, һунарсылыҡ, бәйһеҙ эт эйәртеп йөрөү, һирәк осраған үҫемлектәрҙе кәсеп итеү, теләгән ергә автомобиль менән үтеп, туҡталҡа булдырыу тыйыла. Халыҡҡа шәхси мән­фәғәттә емеш-еләк, дарыу үләндәрен, башҡа урман байлыҡтарын файҙа­ла­нырға мөмкин, ләкин кәсеп эшҡыуар­лыҡҡа, килем сығанағына әйләнмәҫкә тейеш. Барыһын да атап тормайбыҙ, ҡыҫҡаса ғына әйткәндә – эко-системаға етди тәьҫир итерлек бөтә эшмәкәрлек төрҙәренә кәртә ҡуйыла.
Урмандың иң яуыз дошманы – янғындар. Шөкөр тип кенә яҙайыҡ, үткән миҙгелдә янғындарға юл ҡуйылманы.
– Биләмәләрҙәге Кирәбе, Тәтлембәт, Әбсәләм, Буранғол ауылдары халҡы менән даими осрашып, тәртип үҙенсә­лектәре буйынса аңлатыу эше алып барыла. Урындағы халыҡ барыһын да аңлап ҡабул итә, – тип билдәләне Мирдар Руслан улы, – Ә туристар, шөкөр, заказник биләмәһендә оҙаҡҡа туҡтал­май. Ирәмәлгә үткәндә әллә ни эш боҙоп өлгөрмәйҙәр. Дөйөм алғанда, шәхси эшҡыуарҙарҙың Ирәмәлгә туристарҙы ойошҡан рәүештә йөрөтөүе – ыңғай күренеш, ниндәйҙер кимәлдә контроль дә алып баралар бит. Ҡайҙа тура килде, шунда туҡталҡалар булдырылмай. Биш-алты йүнсел бының менән шөғөлләнә.
Инспектор штатта яңғыҙы булһа ла, бар эште “Ирәмәл” паркы хеҙмәт­кәрҙәре, һунар инспекцияһы, урмансылар менән берлектә башҡара. Ауыл халҡы ла ярҙам итә.
Былтыр планлаштырылған 46 урынына 56 рейд ойошторола. Әйтеүе генә анһат, бер рейдтың тулайым оҙонлоғо 240 километрға еткән осраҡтар ҙа бар, инспекторға беркетелгән УАЗ спидометры быны теүәл күрһәтә. Әлбиттә, штраф түләтеү маҡсат итеп ҡуйылмай, төп бурыс – тәбиғәткә зыян килтереү мәсьәләһен иҫкәртеү. “Инспекторҙар йөрөй икән” тигән хәбәр үҙе генә лә бәғзе иптәштәрҙе һағайта бит. Иҫкәртеү эше бөтөнләй штрафһыҙ ҙа килеп сыҡмай шул. Башлыса Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.39-сы статьяһы буйынса протоколдар төҙөлә – “Махсус һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләрендә тәбиғәтте һаҡлау һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу”. Бер браконьерға ла тап була. Теге шул тиклем ҡурҡҡандыр инде, рюкзагын да, мылтығын да ташлап, аҡ-ҡара күрмәй урман шырлығына ҡаса.
Башҡа эштәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡта булғанда үҙеңде тәртипле тотоу кәрәклеген иҫкә төшөрөп, ете аншлаг ҡуйырға кәрәк (былтыр – биш дана). Үкенес, аншлагтарҙы урлау осраҡтары йыш күҙәтелә. Бәғзе яҡташтарыбыҙҙың тупаҫлығына хайран ҡалырлыҡ инде. Хәлдәре шул тиклем хөртмө, бер ҡалай киҫәгенә мохтаждармы икән һуң?! Нисәмә саҡрым урман төпкөлөнән йорттарына алып ҡайталармы икән шуны?!
Ҡырағай йәнлектәргә тоҙ ялау урындары булдырыу ҙа – әһәмиәтле эш. Йыртҡыс йәнлектәргә кәсеп иткән табышының тәнендәге тоҙ ҙа етә, ә тояҡлылар, мышы-ҡоралайҙар, ҡытлыҡ кисерә башлай икән, бөтөнләй сит тарафтарға сығып китеүҙәре лә ихтимал. Беҙҙә тәбиғи шарттарҙа, таштар араһында кәрәкле минераль матдәләр пәйҙә була, әммә бик аҙ. Таҡтанан ялғаш яһала, өҫтөнә, ҡар ҡапламаһын өсөн, лапаҫ та ҡорорға кәрәк. Тоҙҙан тыш, иген фуражы ла һалына.
Әйткәндәй, әллә “Урал-Тау”ҙың һыйы оҡшай төшкән, әллә быйыл Белорет районында, Силәбе өлкәһендә ҡар беҙҙекенән дә ҡалыныраҡ булған, иллә-мәгәр инспектор үҙ биләмәләрендә миграциялау осраҡтарын абайлауына ҡәнәғәтлек белдерҙе. Тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш бала саҡтан һалына. Был – һәр ата-әсәнең бурысы. Берәй сәбәп менән улай килеп сыҡмай икән, барыбер бала мәхрүм ҡалырға тейеш түгел. Мирдар Дияров Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приютта тәрбиәләнеү­селәр менән бәйләнеште яйға һалған. Экскурсиялар, лекция-әңгәмәләр ойошторола. Ошо арала Ахун янындағы “Озерки” базаһына алып барып, марал-боландарға, йорт ҡуяндарына һоҡланып ҡайталар. Ахун музейында ла булалар.
– Туризм, экскурсиялар һәм төбәкте өй­рәнеү үҙәге муниципаль учрежде­ние­һы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй­беҙ, – тип билдәләне Мирдар Дияров. – Яҡташтарға шуны әйтер инем: заказник биләмәләрендә булһағыҙ, зин­һар, үҙегеҙҙе әҙәпле, тәртипле тотоғоҙ. Ата-бабаларҙан ҡалған туған тәбиғәтте киләһе быуындарға тотошлайға түкмәй-сәсмәй бирергә хәлдән килмәйәсәге көн кеүек асыҡ, исмаһам, ҡурсаулыҡ-парктарҙа ғиффәтле көйөнсә ҡалһын инде!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 2

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне 14.11.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла...

Тотош уҡырға 0