Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илле йыллыҡҡа – яңы вагон!
Алтмышынсы йылдарҙа Белорет менән Магнитогорск ҡалалары араһында иҫке генә вагондарҙан торған поезд йөрөй торғайны. Яҡташтарым Үләнде станцияһына нисек тә барып етеп, аръяғына поезд килгәс, ҙур күтәрмәле вагонға бер-береһенең арт һынынан этә-төртә саҡ күтәрелеп (хәҙерге перрон ҡайҙа инде) инә. Унда өйҙәрендәге урындыҡтан артыҡ ере булмаған ағас һикелә сәғәттән ашыу шаҡ та шоҡ килеп, өшөп-ҡалтырап ҡалаға барып төшәләр.
Октябрь революцияһының 50 йыллығы алдынан (заманында ошо байрамдан да бөйөгө булмағандыр) өлкән йәштәге ирле-ҡатынлы яҡташтарым Магнитҡа юл ала. Күрәһең, мәртәбәле көндө лайыҡлы үткәргеләре килгәндер инде. Әлеге шул шаҡы-шоҡо вагонда ҡалаға килеп, баҙарға төшәләр. Уның да бит үҙ ҡануны: бөтәһе лә һин теләгәнсә килеп сыҡмай. Ырыуҙаштарымдың да тауары үтмәй, шуға һуңғараҡ ҡалалар. Вокзалға килеп билет алыуҙарына, поезд ҡуҙғала башлай. Уға саҡ эләгеп, һуңламауҙарына ҡыуа­нышып, вагон артынан сапҡанда дарҫ та дорҫ типкән йөрәктәрен тыныс­ландырғас ҡына эргә-тирәһенә күҙ һалалар. Был ни хикмәт?! Өп-өр яңы вагон, тәҙрәлә – ап-аҡ пәрҙә, полировкалы йылтыр өҫтәл, йоп-йомшаҡ урындыҡтар, өҫкө кәштәләрҙә хатта матрас менән мендәрҙәре лә ята. Етмәһә, ишегендә ке­ше ҙурлыҡ көҙгө күҙҙең яуын алып тора!
– Үәт, әбей! Үктәберҙең 50 йыллығына беҙҙең яҡҡа ла яңы вагон биргәндәр, һай, рәхмәт төшкөрҙәре! – тип ебәрә бабайы.
Тәҙрәнән күҙен алмаған әбейе иһә:
– Бабай, был ерҙәр бер ҙә генә беҙҙең яҡҡа оҡшамайсы... – тип шик белдерә.
Әбей яңылышмаған булып сыға. “Магнитогорск – Мәскәү” поезына аймылыш ултырған икән яҡташтарым. Икенсе йүнәлештәге Ҡарталы станцияһында ғына төшөп, төндө эт бәләһе менән вокзалда үткәрәләр. Иртәгәһен яңынан ҡалаға килеп, әлеге шул иҫке вагондарын маҡтай-маҡтай икенсе тәүлектә генә ауылға ҡайтып етәләр.


Автор: Илдар ИСЛАМОВ. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә