Илле йыллыҡҡа – яңы вагон!30.05.2017
Алтмышынсы йылдарҙа Белорет менән Магнитогорск ҡалалары араһында иҫке генә вагондарҙан торған поезд йөрөй торғайны. Яҡташтарым Үләнде станцияһына нисек тә барып етеп, аръяғына поезд килгәс, ҙур күтәрмәле вагонға бер-береһенең арт һынынан этә-төртә саҡ күтәрелеп (хәҙерге перрон ҡайҙа инде) инә. Унда өйҙәрендәге урындыҡтан артыҡ ере булмаған ағас һикелә сәғәттән ашыу шаҡ та шоҡ килеп, өшөп-ҡалтырап ҡалаға барып төшәләр.
Октябрь революцияһының 50 йыллығы алдынан (заманында ошо байрамдан да бөйөгө булмағандыр) өлкән йәштәге ирле-ҡатынлы яҡташтарым Магнитҡа юл ала. Күрәһең, мәртәбәле көндө лайыҡлы үткәргеләре килгәндер инде. Әлеге шул шаҡы-шоҡо вагонда ҡалаға килеп, баҙарға төшәләр. Уның да бит үҙ ҡануны: бөтәһе лә һин теләгәнсә килеп сыҡмай. Ырыуҙаштарымдың да тауары үтмәй, шуға һуңғараҡ ҡалалар. Вокзалға килеп билет алыуҙарына, поезд ҡуҙғала башлай. Уға саҡ эләгеп, һуңламауҙарына ҡыуанышып, вагон артынан сапҡанда дарҫ та дорҫ типкән йөрәктәрен тынысландырғас ҡына эргә-тирәһенә күҙ һалалар. Был ни хикмәт?! Өп-өр яңы вагон, тәҙрәлә – ап-аҡ пәрҙә, полировкалы йылтыр өҫтәл, йоп-йомшаҡ урындыҡтар, өҫкө кәштәләрҙә хатта матрас менән мендәрҙәре лә ята. Етмәһә, ишегендә кеше ҙурлыҡ көҙгө күҙҙең яуын алып тора!
– Үәт, әбей! Үктәберҙең 50 йыллығына беҙҙең яҡҡа ла яңы вагон биргәндәр, һай, рәхмәт төшкөрҙәре! – тип ебәрә бабайы.
Тәҙрәнән күҙен алмаған әбейе иһә:
– Бабай, был ерҙәр бер ҙә генә беҙҙең яҡҡа оҡшамайсы... – тип шик белдерә.
Әбей яңылышмаған булып сыға. “Магнитогорск – Мәскәү” поезына аймылыш ултырған икән яҡташтарым. Икенсе йүнәлештәге Ҡарталы станцияһында ғына төшөп, төндө эт бәләһе менән вокзалда үткәрәләр. Иртәгәһен яңынан ҡалаға килеп, әлеге шул иҫке вагондарын маҡтай-маҡтай икенсе тәүлектә генә ауылға ҡайтып етәләр.