Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған тел тотҡаһы – милли матбуғат
Һуңғы йылдарҙа туған тел яҙмышы тураһында тәрәнерәк уйланырға сәбәптәр арта төштө. Мәктәптәрҙә әсә телен уҡытыу сәғәттәренең аяуһыҙ ҡыҫҡартылыуы, башҡорт теле уҡытыусыларының эшһеҙ ҡалыуы, ғөмүмән, туған телде ҡулланыу даирәһенең сикләнеүе күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Әлбиттә, был аяныслы күренеш милли матбуғаттың киләсәгенә лә кире йоғонто яһай. Мәктәптә бөгөн үҙ телендә белем алыуҙан мәхрүм ҡалған йәш быуын иртәгә башҡорт телендәге гәзит-журналды ҡулына ла тотоп ҡарамаясаҡ.
Федераль үҙәктең тел сәйәсәте милли республикаларға яҡшы таныш. Рәсәй Конституцияһы талаптарын күрмәмеш-белмәмешкә һалышып, ваҡ милләттәрҙең үҙ туған телендә белем алыуға хоҡуғын сикләү әкренләп дауам итә. Тимәк, милли матбуғаттың тамырҙары ла ошо ерлектә ҡоротоласаҡ. Был хәл 5-10 йылдан башҡорт (татар һ.б.) телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың бөлөүенә, ахыр килеп, тамам бөтөүенә килтереүе ихтимал. Эйе, кемдер, уның ҡарауы, милли баҫмалар электрон версияла йәшәйәсәк, тиер. Дөрөҫ, йәшәр, әммә, хөрмәтле дәғүәсем, ә һеҙ Интернет даирәһендә туған телебеҙҙең оҙаҡ «ғүмер итеренә» ышанаһығыҙмы? Ә бына мин бик шикләнәм.
Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа беҙгә барлыҡ көстө тел өлкәһендә яуланған ҡаҙаныштарыбыҙҙы, йәғни позициябыҙҙы һаҡлап, яҡлап ҡалыуға йүнәлтергә кәрәк. Был тәңгәлдә төп хәстәрлегебеҙ мәктәп булырға тейеш: унда башҡорт теле даими уҡытыла икән, тимәк, киләсәктә милли матбуғат та йәшәйәсәк тигән һүҙ.
1 апрелдән икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу башланған бер мәлдә, быйыл 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк «Башҡортостан» гәзитенә – республикабыҙҙың аҙнаһына 5 тапҡыр башҡортса нәшер ителгән иң олпат һәм абруйлы баҫмаһына – халҡыбыҙ нисек яҙылыр икән, тигән уйҙар тынғы бирмәй. Бәғзеләр һаман да аҡса юҡлыҡҡа йәки бүтән сәбәпкә һылтанырмы? Ошо урында сираттағы мәртәбә Балтик буйы халыҡтарының үҙ туған телен һаҡлау маҡсатында бойомға ашырылған ысын патриотик ынтылышын хәтергә төшөрөп үтке килә. Унда, әйтеүҙәренсә, ғаиләләге һәр йән иҫәбенә бер үк баҫмаға берәр дана булһа ла яҙылалар. Ә тамсынан диңгеҙ хасил була. Был – туған телдең артабан да имен-аман йәшәүе хаҡына эшләнгән изге ғәмәл.
Әйткәндәй, былтыр «Башҡортостан» гәзите редакцияһының барлыҡ журналистары һәм хеҙмәткәрҙәре эстон, латыш халыҡтары кеүек үҙҙәре нәшер иткән баҫманы үҙ ғаиләләренә генә түгел, хатта нәҫел-нәсәбенә, дуҫ-ишенә, алыҫта йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәренә лә яҙҙырҙы. Был башланғыс артабан республика буйынса «Барлыҡ коллектив менән – «Башҡортостан»ға!» акцияһы рәүешендә дауам итте. Унда мәктәп коллективтарынан тыш, айырым район, ҡала гәзиттәре редакциялары һәм башҡа ойошмалар ҙа ихлас ҡатнашты. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит: шөкөр, тырышлыҡ бушҡа китмәне, күп төбәктәрҙә гәзитебеҙҙең тиражы шаҡтай артты. Рухташтарыбыҙҙың һәммәһенә лә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Әйткәндәй, был акция икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу осоронда – апрель – июнь айҙарында ла дауам итәсәк.
Яңы дуҫтарыбыҙ барлыҡҡа килеүгә беҙ бик шатбыҙ, һәм редакция һеҙҙең өмөтөгөҙҙө аҡлау – бай йөкмәткеле, уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы гәзит сығарыу өсөн барлыҡ көсөн, һәләтен һәм ижади фантазияһын эшкә егәсәк. Гәзиттең яңы концепцияһына һәм уҡыусыларыбыҙҙың уй-фекеренә, тәҡдимдәренә ярашлы, «Башҡортостан»дың эстәләге генә түгел, биҙәлеше лә даими үҙгәреп тора: яңы рубрикалар һәм махсус биттәр донъя күрҙе, «Өлгөрбай яҙмалары», «Борсоулы хат эҙенән», «Баҫылғанға кире ҡайтып» кеүек уҡыусылар яратҡандары яңынан тергеҙелде. Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр буйынса уҙғарылған «түңәрәк өҫтәл»дәр, «тура бәйләнеш»тәр күптәрҙең күңеленә хуш килә. Ә инде «Аҙна ҡаҙнаһы», «Ижтимағи мөнбәр», «Иҡтисади күҙәтеү», социаль һәм хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса аналитик мәҡәләләр, юрист кәңәштәре, эшҡыуарлыҡ, умартасылыҡ, компьютер серҙәре – быларҙың барыһы ла, дуҫтар, фәҡәт һеҙҙең мәнфәғәтте күҙәтеп, иң кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәт биреү маҡсатында бойомға ашырылған өр-яңы проекттар.
Гәзиттең йөкмәткеһен байытыу, халҡыбыҙҙы борсоған иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртыу, уларҙы власть даирәләренә еткереү, ғөмүмән, баҫманың публицистик ҡеүәһен көсәйтеү маҡсатында мөхәрририәт ижади конкурстар ойоштороуға ла етди иғтибар бүлә. Әйтәйек, бөгөн киҫкен мәсьәләләрҙең береһе һаналған эшһеҙлек проблемаһын хәл итеү маҡсатында, «Башҡортостан» гәзите Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге (етәксеһе – танылған эшҡыуар Иршат Аҫылғужин) менән берлектә артабан да халҡыбыҙҙы, айырыуса йәштәрҙе, йүнселлеккә рухландырған «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсын дауам итә. Былтыр уҡ иғлан ителгән «Ҡәләмгир» (иң яҡшы публицистик мәҡәләләр), «Районымдың ете мөғжизәһе» конкурстарында һәр кем ҡатнаша ала. Рәсәй тарихы йылы айҡанлы «Башҡортостан» биттәрендә данлы һәм шанлы үткәнебеҙҙе яҡтыртыу маҡсатында «Ватан тарихы – халҡыбыҙ яҙмышы» конкурсы иғлан ителде.
Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, 2012 йыл Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булараҡ уҙа. Был үтә мөһим мәсьәләне гәзитебеҙ «Ғаилә ҡото – тормош һуты» рубрикаһында даими яҡтыртып барасаҡ. Бынан тыш, кескәй уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан битенә әүерелгән «Тубырсыҡ» та уларҙы ижади бәйгеләргә йәлеп итте. Бәләкәстәр гәзитебеҙҙең 95 йыллығына арналған һүрәттәр конкурсында һәм Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейы уңайы менән уҙғарылған «Хыял ҡанатында» бәйгеһендә һәләтен һынай ала. Ҡыҫҡаһы, һәр кемде – олоһон да, кесеһен дә – ошо барлыҡ конкурстарҙа ихлас ҡатнашырға саҡырабыҙ, сөнки бергәләп кенә гәзитебеҙҙе тағы ла йөкмәткелерәк, уҡымлыраҡ итә аласаҡбыҙ. Асылда «Башҡортостан» – ул һеҙҙең мәнфәғәттә нәшер ителгән халыҡ гәзите. Мөхәрририәт ундағы ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт йәки хәбәрҙән алып төплө аналитик мәҡәләгә тиклем – барса жанрҙағы материалдарҙың һеҙгә кәрәкле лә, файҙалы ла булыуына өлгәшергә тырыша. Һәр мәҡәләгә ҡарата төп талап – уның юғары сифатлы һәм көн ҡаҙағына һуҡҡан булыуы.
Милли матбуғат күгендә ниндәй генә болоттар ҡуйырмаһын, хатта үҙәк һәм республика баҫмалары араһындағы етди дәғүәселек шарттарында ла, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, туған телебеҙ тотҡаһы, рух сығанағы булған гәзитебеҙгә һәр ҡалала, һәр районда, һәр ауылда дәррәү яҙылырбыҙ тигән ниәттәмен. Йөрәгендә ғәзиз ил-йорто – Башҡортостанына, әсә теленә һөйөү йөрөткән һәр кем үҙ ғаиләһенә генә түгел, мохтажлыҡта көн күргән күп балалы ғаиләләргә йәки ҡан-ҡәрҙәштәренә лә республиканың төп баҫмаһын байрам (юбилей, тыуған көн һ.б.) бүләге итеп яҙҙыртһа, ошонан да ҙурыраҡ сауаплы һәм изге ғәмәл булмаҫтыр. Ә инде «Башҡортостан»ды яҡын дуҫы, фекерҙәше, серҙәше итеп күргән, уны оҙаҡ ваҡыт, хатта 40–60 йыл буйы алдырған хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәренә ҙур рәхмәт әйтеп, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән көслөбөҙ, һеҙҙең менән байбыҙ, һеҙҙең менән бәхетлебеҙ, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!
Нияз СӘЛИМОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20