Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары ҡайҙан?
Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары ҡайҙан? Шундай кешеләр була: улар менән һөйләшкәндән һуң тирә-яҡ яҡтырып, күңел үҫеп, ауырлыҡтар еңеләйеп киткәндәй, сөнки ихласлыҡ, изгелек хистәре күҙҙәренән нур булып ағылып, эргәһендәгеләрҙе ябай ҙа, саф та, әүрәткес тә моңға сорнай. Һикһән йәштәрен тултырған Зөбәржәт менән Солтангәрәй Кираевтар – бына ошондай һөйкөмлө заттарҙан.
Икеһе лә – замандарының ил ни күрһә, шуны күргән типик вәкилдәре. Үҙ көстәре менән белем алып, ғүмер буйы вазифаларында юғары үрләп, үҙҙәрен дә, яҡындарын да бәхетле итергә ынтылған, хеҙмәттәренең ил ҡеүәтен арттырыуына ысын күңелдән ышанған һәм шуның өсөн тырышҡан һуғыш осоро балалары. Ә бындай теләк, әлбиттә, иң тәүҙә ғаиләлә тыуа, уға мәктәп тәрбиәһе лә ҡушылып нығына, йәмғиәт сәйәсәте һәм йәмәғәтселек хуплауы менән тормошҡа аша.


“Ябай һатыусы булмаясаҡмын”

Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары ҡайҙан?Зөбәржәт Сөләймәнова 1936 йылда ғаиләлә дүртенсе ҡыҙ бала булып донъяға килә. Бәлки, атаһы Сәһәрйәр ағай малай көткәндер, ләкин улы тыуыуынан ҡурҡҡан­дыр ҙа, сөнки әлегә тиклем тыуған туғыҙ улы ете-һигеҙ йәшкә еткәс тә үлеп торған. Шуға ла, бәлки, Миңлеғәйшә, Фатима һәм Миләүшә исемле ҡыҙҙарынан һуң кинйә­кәйҙәренә аҫылташ исеме ҡушҡандарҙыр.
Ябай колхозсыларҙың ата-әсә һәм өлкән апайҙарының наҙын тойоп үҫкән ҡыҙы, әлбиттә, уҡып “кеше булыу” хаҡында хыяллана. Ә бының өсөн бер генә юл: уҡыуҙа ла, йорт, колхоз эштәрендә лә тырышырға кәрәк. Апайҙарҙан ҡалған кейем-һалым кейеп булһа ла, мәктәпкә дәртләнеп, ҡыуанып йөрөй Зөбәржәт. Алсаҡ, ҡыҙыҡһыныусан, ярҙамсыл ҡыҙыҡайҙы уҡытыусылар һәм өлкәндәр ҙә ярата.
Атай-әсәй, апайҙар көн-төн колхоз эшендә. Йорт эштәре бөтәһе лә кесе һеңлеләре елкәһендә. Бер уйлаһаң, бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, үҙ донъяһын тәүҙән үк бына тигән итеп көтөп алып китеү өсөн ҙур тәжрибә туплау йәш кешегә практика үтеү һымаҡ бит инде ул.
Кем булырға? Был һорау һәр бала күңелен биләйҙер. Зөбәржәттең дә ағын һыуҙарға ҡарап теләгән хыялы – тиҙерәк һөнәр алып, үҙ-үҙеңде ҡарай башлау, оло саф мөхәббәт менән бәхетле ғаилә ҡороп, аҡыллы, тәүфиҡлы балалар үҫтереү. Ихлас күңелдән теләгәнгәлер, бөтәһе лә алдына килә Зөбәржәттең. Математика, физика фәнен яҡын күргән ҡыҙыҡай ошо фәндәрҙән уҡытыусы булырға ла теләй, ләкин яҙмышы икенсе йүнәлешкә тарта.
Өфө урамдарының береһенән атлап барғанда эре баҫма хәрефтәр менән яҙылған иғлан иғтибарын йәлеп итә. Кооператив техникумына студенттар ҡабул ителә икән. Иң мөһиме – ятағы бар, һәм стипендия түләйәсәктәр. Тимәк, инеп китһә, ата-әсәһенә матди яҡтан бәлә һалмайынса ғына уҡыясаҡ.
Уҡыу йортона инеү бәхетенә ирешә мәктәптә һәйбәт билдәләргә өлгәшкән абитуриент. Тик бына әсәһе ҡыҙын нисек тә Өфөгә ебәрмәҫкә тырыша, “Сауҙа эшендә яңылышып йәки алданып өҫтөңә сыҡһа, уны түләү өсөн артыҡ һыйырым юҡ”, – ти Ғәрифә апай. “Әсәй, мин бит уҡып сыҡҡас, ябай һатыусы ғына булмаясаҡмын”, – тигәс кенә ҡыҙы, ризалаша. Тик әсәгә кинйәкәйенең дипломлы белгес булып ҡайтыуын күрергә насип булмай: бала ҡайғыларынан, ауыр эштәрҙән йонсоған Ғәрифә Вәли ҡыҙы 62 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша. Был көйөнөслө хәл ҡыҙыл дипломға эйә булған Зөбәржәттең вузға инеү мөмкин­легенә кәртә ҡуя. Апайҙарының һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ балалары, шуға күрә уға юғары уҡыу йортон һуңғараҡ, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, ситтән тороп белем алыуға ҡалдырып торорға тура килә.
Зөбәржәт Сөләймәнова Дәүләкән ҡалаһында эшкә урынлаша. Күрше Аҡҡолай ауылында (Әлшәй районы) уҡытыусы булып эшләгән апаларына барып йөрөй. Шунда осрата ла инде ул ғүмерлек мөхәббәте Солтангәрәй Кираевты. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп йылдарынан уҡ таныш була зәңгәр күҙле спортсы малай, етенселә күрше кластарҙа уҡынылар.

“Йыр ярышында еңеп өйләндем апайығыҙға”

Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары ҡайҙан?Солтангәрәй, Зөбәржәт кеүек үк, 1936 йылда тыуған. Ул да – һуғыш осоро балаһы. 1943 йылда фронттан ҡаты яраланып ҡайтҡан 33 йәшлек ирен ерләгәндән һуң, әсәһе Шәмсийән инәй быға тиклем вафат булған туғыҙ балаһынан яңғыҙ ҡалған Солтангәрәйен тәрбиәләргә бөтә көсөн һала. Һоратыусылар булһа ла, үгәй атай рәнйетер тип, башҡаса кейәүгә сыҡмай.
Буйсан, мыҡты кәүҙәле булып үҫеп килгән малайға йорттағы ир-ат эшен бик йәшләй үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Мал-тыуар аҫрап, картуф, йәшелсә үҫтереп, колхозда эшләп, кешеләрҙән ҡалышмай, сәмләнеп донъя көтә әсәле-уллы Кираевтар. Егәрле, һәйбәт уҡый, иҫән-һау булып, үҙен яратып, матур итеп донъя көтөрлөк, мине хөрмәт итерлек ишен тапһа ине, тип теләй әсә кеше, улына һоҡланып ҡарап.
Солтангәрәй ҙә ҡапыл ғына вузға өмөт итә алмай: тиҙерәк һөнәр алырға кәрәк, шуға күрә ул да урта мәктәпте тамамлап тормай, етенсене бөткәс, Дыуан ауыл хужалығы техникумына юллана. Агроном һөнәренә эйә булып, ауылда атай йортондағы донъяны һүндермәй эшләргә, өйләнеп, балалар үҫтерергә, әсәйҙе ҡарарға – үҫмер егеттең хыялы ла ерлекле, һис тә тормошҡа ашмаҫтай түгел. Тик егет кешегә диплом алғас та рәхәт­ләнеп эшкә сумырға тура килмәй әле: уны өс йылға армияға алалар.
Солтангәрәйҙе икенсе ҡыҙ оҙатып ҡала, ләкин яҙмыштыр, уныһы егетте көтмәй, кейәүгә сыға. Һабаҡташы, яҡын танышы булараҡ ҡына хат алышҡан Зөбәржәт берҙән-бер көн Дәүләкәндә йәшәгән фатирына һомғол буйлы, зәңгәр күҙле һалдаттың йылмайып килеп ингәнен күргәс, аптырап китә. Бәлки, үҙенең икенсе яртыһын танығандыр: егеттең мөхәббәтен кире ҡаҡмай.
Солтангәрәйҙең велосипедына ултырып, күрше ауылдарға уйынға йөрөгән, бергәләп спектаклдәрҙә, концерттарҙа ҡатнашҡан, айлы төндәрҙә етәкләшеп ауыл урамдарын ҡыҙырған романтик йәй көҙгә ауышҡас, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Ул йәйҙәге бер-ике ҡыҙыҡ хәлде икеһе лә көлә-көлә иҫкә ала. Бына Солтангәрәй ағай һөйләгәне: “Беҙҙең мөхәббәтле мөнәсәбәттәрҙе ике ауыл кешеләре лә яҡшы белә. Шуға ҡарамаҫтан, Зөбәржәткә егеттәрҙән, миңә ҡыҙҙарҙан көн юҡ. Күҙҙәре төшөп йөрөгәндәр икебеҙҙе лә үҙҙәренә ҡаратырға тырыша, хатта бөтөнләй икенсе ауыл егет-ҡыҙҙары ла әрһеҙләшә. Бер кистә күрше егет ҡайһылыр ауылға уйынға барған еренән бер ҡыҙҙы урлап алып ҡайта (ундай йола ла бар ине). Ҡыҙ ҡалырға риза булмай, ҡыр талаша икән. Ул арала, хәлде ишетеп, ҡыҙҙың туғандары килеп еткән. Төн уртаһында апаһы беҙҙең өйгә инеп, миңә шундай хәбәр һалды: “Туғанҡайым, һеңлем күршеңә сығырға риза түгел, әгәр Солтангәрәй алырға теләһә, ризамын”, – ти. “Минең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым бар бит, апай, оҙаҡламай өйләнешәбеҙ”, – тигәс кенә сығып китте.
Зөбәржәт апайың – әле лә һылыу ҡатын. Йәш сағында күҙҙе лә алып булмай ине. Етмәһә, үҙе шаян, үҙе уҫал, үҙе телдәр бит әле. Мин артынан йөрөй башлағас, уға күҙ атып йөрөүселәр, эштәре барып сыҡмаҫын аңлап, төңөлдө. Шулай ҙа берәүһе Зөбәржәт нисек кенә аңлатып, ҡыуып ҡарамаһын, һаман нимәгәлер өмөт итеп, әрһеҙләшеүен белә. Бер көн осрашыуға килһәм, ул да баҫып тора. Һөйгәнем аптырап ҡалманы, күҙҙәрен осҡонландырып, ҡысҡырып көлдө лә етди итеп: “Бына һеҙ, ике егет, артымдан йөрөйһөгөҙ, ә мин кемегеҙҙе һайларға ла белмәйем. Әйҙәгеҙ Төйлән йылғаһы буйына барып ярышып ҡарағыҙ... Кемегеҙ еңә – мин шуныҡы”, – ти.
– Нисек ярышабыҙ һуң? – тим.
– Миңә арнап йыр сығарып йырлағыҙ, – ти һөйгәнем.
Киттек өсәүләп ул әйткән ергә. Теге егет нимә уйлағандыр, мин бер аҙ шөрләй төштөм: ә ул матурыраҡ йыр сығарһа, моңлораҡ башҡарһа? Зөбәржәткә эстән генә үпкәләп тә ҡуям: мөхәббәт менән шулай шаяралар тиме ни?!
Эстән генә йыр һүҙҙәрен уйлайым, көйөн яйлайым, тауышты көйләйем. Кем башлап йырларға тейеш, йәрәбә һалабыҙ. Икебеҙ ҙә тулҡынланабыҙ инде. Ә Зөбәржәткә ҡыҙыҡ: көлөп тә ебәрә, яһалма етди ҡиәфәт тә ала. Беренсе булып йырлау “бәхете” көндәшкә тейҙе. Ул ыҡ-мыҡ итте, йырлап маташҡан булды. Минең йәнгә йылы йүгерҙе: әй, бының менән сағыштырғанда... Ауыл клубтарында концерттарҙа ҡатнашып йөрөгән кеше бит әле мин. Йырым да арыу ғына һымаҡ.
Ҡулдарымды, биттәремде йыуҙым
Төйлән генә тигән йылғала.
Һинең өсөн тыуҙым, һинең өсөн үҫтем,
Һин тип йәшәйем мин донъяла.
Бөтә кисерештәрем моңға һалынған. Зөбәржәтем миңә килеп һыйынды. Ғашиҡ егет башҡаса беҙҙе борсоманы. Бына шулай, йырҙа ярышып, еңеп алдым мин апайығыҙҙы”.
Белгәндер инде апай кемдең еңерен. Ҡамасаулап йөрөгән кешенән лайыҡлы ҡотолоу өсөн сәбәп кенә кәрәк булғандыр.

Үрҙәргә илһамландырған мөхәббәт

Тәүге осор еңел бирелмәй. Кеше фатирында ла, подвалда ла көн күрергә тура килә. Бер аҙ эшләгәс, өй һатып алалар.
Солтангәрәй ағайҙың ғүмер буйы яңғыҙ йәшәп, киленгә юғары талаптар ҡуйған ҡәйнәһен, иренең 90 йәшлек ҡартәсәһен һәм үҙенең үгәй әсәһен дә ҡарарға тура килә Зөбәржәт апайға. Араға инергә теләүселәр ҙә күп була ғүмер буйына. Тик әлеге лә баяғы йәшлектә тоҡанған саф мөхәббәт һәр саҡ ғаиләне һаҡлап йәшәргә ярҙам итә.
Өлкән йәштәге ир менән ҡатындан нисек итеп оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеү серен һораһаң, ғәҙәттә, уларҙың яуабы оҡшаш була: “Бер-береңде хөрмәт итеп, аңлашып йәшәү, түҙемлек, донъя йөгөн үҙ-ара бүлешеп, һәр кем үҙенә тейешлеһен тигеҙ тартыу һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҡараштар уртаҡлығы кәрәк”, – ти улар.
Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә саф күңеллелек, намыҫлы хеҙмәт, кешеләргә, туғандарға ҡарата эскерһеҙ, ярҙамсыл мөнәсәбәт, рухи үҫеш кимәле лә инәлер, моғайын.
Мөхәббәт кешегә ҡанат ҡуя, һәр яҡлап тағы ла юғарыраҡ күтәрелергә илһамлан­дыра. Кираевтар ҙа йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн юғары белем алып, юғары вазифалар биләп йәшәргә ынтыла. Ниңә, көслө рухлы, мөмкинлек­тәре киң булған йәш белгестәр өсөн тәбиғи күренеш түгелме ни был? Бер-береһен аңлап, дәрт-дарман биреп, ярҙам итешеп үрләй улар тормош баҫҡыстарынан.
– Мин ауыл хужалығы институтына уҡырға керер инем, – ти кәләшенә ике бала атаһы, колхоз агрономы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы.
– Солтаным, теләгең булғас, мотлаҡ уҡы, йорт мәшәҡәттәрен күберәк үҙ өҫтөмә алырмын, – тип фатихаһын бирә Зөбәр­жәт, ире уҡып эшләйәсәк йылдарҙа бала бағыу һәм өй эштәренең күпселек өлөшө үҙ елкәһенә төшәсәген бик яҡшы аңлаһа ла. Был осорҙа ул үҙе лә сауҙа өлкәһендә ҙур ғына вазифа башҡара.
Ҡатынына рәхмәтле ир, төп эшенең дә мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, сессияларын ва­ҡытында һәм уңышлы тапшырырға тырыша.
– Минең дә юғары белем алғым килә, – ти магазин директоры Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы.
– Тәүәккәллә, – тип күтәремләй һөйгәне. – Ҡайҙа уҡығың килә?
– Үҙ өлкәмдә инде, сауҙа буйынса. Мәскәү совет сауҙаһы институты ҡулай булыр ине, тим...
Район башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән йылдарҙа Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы ситтән тороп Сверд­лов­скиҙа юғары партия мәктәбен дә тамамлап, икенсе вуз дипломын ҡулына ала.
Әле был хаҡта һөйләүе генә еңел. Ә ул саҡтарҙағы тулы ҡанлы ғаилә тормошон күҙ алдына килтергәндә, илһамлы күңелдәре яҡтылыҡҡа, белемгә, тағы ла һәйбәтерәк итеп йәшәүгә ынтылған йәштәрҙең тырышлығына, өлгөрлөгөнә, сыҙамлығына хайран ҡалырлыҡ.
Юғары белемле белгестәрҙең эш даирәһе киңәйә бара. Зөбәржәт апай район-ара сауҙа базаһында директор урынбаҫары, аҙаҡ пенсияға сыҡҡансы сауҙа хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Оҙаҡ йылдар район ҡатын-ҡыҙҙары советы ағзаһы булараҡ, уларҙың хеҙмәт, ял шарттарын яҡшыртыу, мәртәбәләрен күтәреү сараларын ойоштора һәм уларҙа үҙе лә туранан-тура әүҙем ҡатнаша.
Ә Солтангәрәй Кираев район башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән 1975–1985 йылдарҙа Әлшәй районы бер нисә тапҡыр ярышта еңеп сыҡҡан һәм Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш, бронза миҙалдарына, республи­каның күсмә Ҡыҙыл байраҡтарына, Почет грамоталарына лайыҡ булған икән, был уңыштарҙа, һис шикһеҙ, район советы рәйесенең дә хеҙмәте ҙур.
Ә күпме төҙөлөш объекттары тапшы­рыл­ған был йылдарҙа! Район үҙәгендә мөһабәт мәҙәниәт һарайы, шәкәр заводы, поликлиникаһы менән 240 урынлыҡ дауахана, Дим аша күпер, тимер юл аша машина юлы һалынды. Төбәк ауыл хужалығы аҙыҡ-түлек етештереү буйынса республикала гел алғы сафта барҙы. Пенсияға ла ул, өйҙәргә газ үткәреп, ауылдаштарының рәхмәтен алып сыҡты. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай: яуаплы вазифаларынан киткәнгә байтаҡ ғүмер үтһә лә, Кираевтар, ҡайҙа барһалар ҙа, һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ.

Иң ҡиммәтле байлыҡ

Ошо эштәр, мәшәҡәттәр араһында рәхәтләнеп ял да итергә ваҡыт таба Кираевтар, ял йорттарына, шифаха­наларға һәр саҡ бергәләп йөрөй, тәбиғәт ҡосағына ла бергәләп сыға. Аҙнаһына бер генә көн эләккән ял ваҡытында картуф, йәшелсә баҡсаһында эшләргә лә, мал, ҡош-ҡорт ҡарарға ла, Дим буйында усаҡ яғып, ғаилә менән ҡояшты оҙатып, балыҡ то­топ, донъя хаҡында әңгәмәләшеп, киләсәк хаҡында аҡ хыялдар ҡороп та ултырырға ваҡыт таба инеләр.
Байлыҡ йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйманы Кираевтар. Иң ҙур байлыҡ итеп балаларҙы күрҙеләр. Иң ҙур маҡсат уларҙы кешелекле, рухлы, намыҫлы, белемле һәм тырыш итеп тәрбиәләү, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырыу булды.
1960 йылда тәүге мөхәббәт емеше булып тыуған Рөстәм дә, 1964 йылда көтөп алынған Зөлфиә лә мәктәптә һәйбәт уҡый. Икеһе лә спорт менән дуҫ. Зөлфиәгә – гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнеү, Рөстәмгә теннис, волейбол уйнау оҡшай.
Атай-әсәй яуаплы вазифаларҙа, һәр саҡ эштә булғас, балалар үҙаллы булып үҫә. “Һәр эштәренә ҡыҫылып бармаһаҡ та, уларҙың буш ваҡыттарын ҡайҙа, нисек үткәреүҙәренә, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәүҙәренә һис кенә лә битараф булманыҡ, – ти Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы. – Балаларыбыҙ һәр ваҡыт беҙҙең менән кәңәшләшә, ярҙамға өмөт итә алды. Күңел­дәрен аңларға тырыштыҡ. Рөстәмдең медицина институтына уҡырға инеүен теләгәйнем, ул атаһының юлын – агроном һөнәрен һайланы. Мин ҡаршы килмәнем. Шөкөр, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлап, профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Хәҙер инде өс бала атаһы.
Зөлфиәбеҙ ҙә тыйнаҡ, эшһөйәр, сибәр ҡыҙ булып үҫте. Ул да үҙенең яратҡан һөнәрен һайланы: БДУ-ның тарих факультетын тамамланы. Романтик хис-тойғоло ҡыҙыбыҙ Волгоград өлкәһендә тыуып үҫкән Альберт исемле егеткә ғашиҡ булды. 3-сө курста уҡығанда кейәүгә сыҡты. Матур итеп туй үткәрҙек. Башҡорт ҡыҙҙарының милли күлдәгендә, тәңкәле ҡашмауына һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ ине ул.
Уҡып бөткәс, иренең тыуған яғы Волгоградҡа күсеп киттеләр. Ир ҡайҙа – ҡатын шунда. Быны бөтәбеҙ ҙә тәбиғи хәл булараҡ ҡабул иттек. Барып йөрөнөк. Бигерәк тә ейәнсәребеҙ Ләйсәнде һағына инем. Зөлфиә турист агентлығында эшләй, хеҙмәтен яратып башҡара. Күңелемде гел генә бер нәмә борсой: бөтәһе лә һәйбәт кеүек тормошонда, ә ниңә шул тиклем моңһоу икән һуң уның күҙҙәре? Эстән йөрәк һыҙланыуҙары кисергән балам, беҙгә генә әйтмәгән. Ир хыянатын, уның һине ҡатын-ҡыҙ булараҡ һанламауын кисереүҙән дә ҙурыраҡ ҡайғы-һағыш булыуы мөмкинме? Атаһы менән бер-беребеҙгә булған ихтирамлы мөнәсәбәтте күреп үҫкән балаға был шок һымаҡ тәьҫир иткәндер инде.
Айырылыуға ла әҙер түгел ине әле Зөлфиәм ул саҡта. Бәлки, уйлағандыр ҙа, тик беҙгә әйтмәне. Барыбер тарҡалды ғаилә.
Эйе, күренекле шәхесебеҙ, алты тапҡыр донъя чемпионы Ләйсән Үтәшеваның олатаһы менән өләсәһе инде ул Солтангәрәй һәм Зөбәржәт Кираевтар.

Бала хаҡы

– Бәләкәйҙән һөйкөмлө, зирәк, өлкән­дәрсә етди холоҡло ҡыҙ булды ейәнсәрем, – тип уның бала сағын иҫкә ала Зөбәржәт апай. – Маҡсатына өлгәшеү өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәне. Гимнастика мәктәбендә уҡыған сағында балаҡайымды үҙе яратҡан бәлеш-ҡоймаҡтар менән һыйлайым тиһәм: “Юҡ, юҡ, нәнәй, берҙе генә ҡабып ҡарайым да етер. Миңә диета һаҡларға кәрәк”, – тип йылмайған була. Ә мин уны йәлләп, күҙемдән йәш сыға.
Дүрт йәшенән хеҙмәт юлын һайларға тура килә Ләйсәнгә. Яҙмыштыр инде. Бер саҡ Волгоградта йәшәгән саҡта кескәй ҡыҙы менән магазинда сират көтә Зөлфиә. Магазин алдында тик тороп арыған Ләйсән аяҡтары менән гимнастика элементтары эшләп, уйнап йөрөй. Уны гимнастика буйынса балалар тренеры күреп ҡала ла ҡыҙҙың әсәһенә: “Был баланың тәбиғи мөмкинлектәре бик ҙур. Минең төркөмгә күнекмәгә йөрөһөн”, – ти.
Ләйсән уның етәкселегендә гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Тәүге йылдарҙа уҡ ҡыуаныслы уңыштарға өлгәшә.
Ҡыҙының физик үҫешенә ыңғай йоһонто яһар, еңеүсе характеры тәрбиә­ләнер, урамдың кире күренештәренән алыҫыраҡ булыр тип кенә күнекмәләргә йөрөткән Зөлфиә лә һәләтле, сәмле, тырыш ҡыҙының профессиональ үҫешен күреп, йәш гимнастканың үҙ юлын тапҡанлығын аңлай.
Әлбиттә, был шөғөл бөтә ғаиләнең көн тәртибен үҙгәртә. Баланы бит көн дә мәктәптән алып, спорт залына илтергә, барып алырға кәрәк. Махсус ризыҡтар, тәғәйен кейемдәр, бихисап спорт ярыштары, сит ҡалаларҙа үткәндәренә командировкалар. Йәш гимнастканың күңел торошона дөрөҫ йүнәлеш биреү, еңеү-еңелеү, дан тигән төшөнсәләрҙе бала күңеленә дөрөҫ итеп һеңдереү... Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, беренсе сиратта әсә йөрәге аша үтә.
Рәсәй гимнастикаһының өмөтлө йәш спортсыһына Мәскәү кимәлендә шөғөлләнергә кәрәк булғас, ике лә уйлап тормай, баш ҡалаға күсә ғаилә. Ә унда ҡолас йәйеп көтөп тороусы юҡ. Тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыу, яңы урында фекерҙәштәр, теләктәштәр, эш һәм фатир табып, балаға тейешенсә йәшәү һәм үҫеш шарттары тыуҙырыу мәшәҡәттәре көсөр­гәнешле уй-кисерештәр, фиҙакәр тырыш­лыҡ булып, тағы ла әсәнең балаһына булған мөхәббәтле йөрәге аша үтә.
Ил, донъя күләмендәге ярыштар, әлбиттә, ябай хеҙмәткәрҙәрҙең генә ҡулынан килмәҫлек матди сығымдар ҙа талап итә. Был һынауҙарҙы күтәреү бар кешенең дә ҡулынан килмәй. Маҡсатына сат йәбешкән, артабанғы тормошон спорттан башҡа күҙ алдына килтермәгән берҙән-бер балаҡайының яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү әсәнең елкәһенә төшә. Атай кешенең ихтыяр көсө лә, теләге лә, булдыҡлылыҡ кимәле лә самалыраҡ булып сыға...

Алты тапҡыр донъя чемпионы

Тәүге иң яҡты, иң саф мөхәббәте, балаһының атаһы, киләсәк хыялдарын уның менән бәйләгән кешеһенең был хыянатын да кисерергә тура килде Зөлфиәгә...
Профессиональ талант, фиҙакәрлек, тәбиғи сәм һәм егәрлелек үҙенекен итә: Ләйсән Үтәшева донъя спорты күгендә яҡты йондоҙ булып яныуға өлгәшә. Әйтеүе генә анһат: алты тапҡыр донъя чемпионы булыу бик һирәктәрҙең бәхетенә тейә.
Рәсәй гимны уйнауын алты тапҡыр иң юғары пьедесталға менгән чемпиондың ниндәй ғорурлыҡ менән тыңлауын, ниҙәр кисереүен күҙ алдына килтереп була кеүек. Ә бына ошо еңеүҙәр өсөн ғүмер йылдарын, йоҡоһоҙ төндәрен, тырышлы­ғын һалған әсәнең йөрәге был минуттарҙа нисек һәм ниҙәр уйлап типкәнен ул үҙе генә белгәндер.
Ә уларҙың икеһенең дә шатлыҡ-һағыштарын, тормош ауырлыҡтарын һәм еңеү ҡыуаныстарын үҙҙәренеке итеп йәшәгән өләсәй менән олатайҙың кисерештәрен нисек аңлатып була?!
Тормош ҡояшлы утрауҙа ғына бармай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер саҡ Ләйсән бар көсөн биреп сираттағы ярышҡа әҙерләнгәндә яйһыҙ ҡолап, ауыр йәрәхәт ала. Аяҡтарын ҡуҙғата алмай. Тәүлектәр буйына иҫенә килә алмаған ҡыҙы янында Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ялбарып ултырған әсәнең ҡан һауған йөрәгендә генә яҡты өмөт яна: “Минең ҡыҙым, күҙ нурым мотлаҡ йәшәйәсәк! Мин уның элекке көләс, һылыу, һау-сәләмәт хәленә ҡайтһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен!”
Дауалаусылар ҡыҙҙың тулыһынса һауығырына вәғәҙә бирмәй. Хатта атаһы ла бер генә килеп, ҡарап тора ла баш сайҡап сығып китә. Ҡабат күренмәй, сөнки ҡыҙының һауығырына ышанмай. Үҙе ни менәндер булһа ла ярҙам итергә теләмәй. Ә әсә йөрәге ышана, Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы тәүлектәр буйы балаҡайы янында була. Уны яңынан атларға, кешеләр менән аралашырға өйрәтә. Йәшәргә өмөт утын һүндермәҫкә тырыша. Әлбиттә, Ләйсәндең яҡын дуҫтары, тренерҙары, таныштары ярҙам ҡулы һуҙа, хәлен белешә, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләй. Ләкин улар, әсә һәм ҡыҙы, тик икәүһе генә бер бөтөн бит.

Һынау артынан һынау

Әммә тормош һынауҙары бының менән генә бөтмәгән икән әле. Ләйсән автомобиль һәләкәтенә осрай. Тағы ла йәшәү өсөн көрәш, әсәнең ҡыҙы янында ултырған йоҡоһоҙ төндәре, йөрәк һыҙлауҙары... Оло спортҡа гимнастка булараҡ кире ҡайта алмаһа ла, тележурналист, спорт белгесе булараҡ, спорт өлкәһендә яңынан йондоҙ булып балҡып яныуға өлгәшә көслө ихтыярлы ҡыҙ.
Көнсөлдәрҙең, конкуренттарҙың, уҫалдарҙың ағыулы уҡтары, зәһәр уттары Ләйсәнгә күбеһенсә барып етмәй. Улар юғары вазифаһын ташлап, хәҙер инде ҡыҙының продюсеры булып эшләгән әсәнең күпте күргән, күпте кисергән йөрәгенә генә ҡаҙала... Был юлы йөрәк түҙмәй – ҡыҙын, ата-әсәһен, яҡын кешеләрен тәрән ҡайғыға һалып, Зөлфиә ҡапыл вафат була. “Ул бит балҡып торған йәш ҡатын ине. Һаулығына ла зарланманы, киләсәккә пландар ҡороп йәшәне, уның йөрәге ярылып үлергә тейеш түгел ине”, – ти уны белгән кешеләр.
Зарланмағандыр, эйе, ғөмүмән, Кираевтар зарлана торған нәҫелдән түгел. Яҡындары һәм уны белгән кешеләр күңелендә яҡты нур ҡалдырып китте Зөлфиә. Ул иҫтәлектәрҙә Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы һәр саҡ тере, мөләйем, изгелекле. Иң ҡыуаныслыһы – был донъя­ла уның һөйөклө ҡыҙы, дауамы ғүмер итә. Юҡҡа ғынамы ни уның хаҡында художестволы гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры, Ләйсәнде юғары осоштарға өйрәткән Ирина Винер:
– Иҫ киткес һығылмалы, таң ҡалырлыҡ тырыш, һушты алырлыҡ матур гимнастка­лар күп, ләкин ошо сифаттар өҫтөнә тәрән, үтә нескә аҡылға эйә ҡыҙ берәү генә. Ул – Ләйсән Үтәшева. Ундай ҡыҙҙар йөҙ йылға бер тыуа! – тип юғары баһа бирә.
Хәҙер инде Ләйсән Үтәшева үҙе – ир ҡа­тыны, һөйөклө әсәй. Йондоҙло ғаиләлә Роберт һәм Софья исемле ул һәм ҡыҙ үҫә.
Зөбәржәт апай менән Солтангәрәй ағай Кираевтарҙың бергә тормош көтә башлауына алтмыш йыл тулып килә. Иң мөһиме – бушҡа йәшәлмәгән, илгә файҙалы кешеләр булып, яҡындарға ярҙам итеп, намыҫлы, белемле, юғары исемдәргә эйә һоҡланғыс балалар үҫтереп, лайыҡлы ғүмер кисерә улар. Шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, изгелекле лә, оптимист та булып ҡала алғандар.
Заман башҡа, заң башҡа, тиһәләр ҙә, һеҙҙең тормош бөгөнгө йәштәргә лә ысын өлгө ул, Зөбәржәт апай, Солтангәрәй ағай. Илһөйәр, ғәҙел, егәрле, изгелекле булыу, үҙ көсөңә ышанып, белемгә ынтылыу, ғаиләң бәхете хаҡына яуаплылыҡ тойоп йәшәү өсөн замандарҙың үҙгәреүе ҡамасау түгел, сөнки йәшәү ҡанундары – мәңгелек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872