Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Прокурор, һүҙ һеҙгә!
Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы тарихи ваҡиғаға әйләнде: депутаттар алдында беренсе тапҡыр республика прокуроры сығыш яһаны. Тәбиғи, был хәл йыйылғандарға закон һаҡсыһына һорауҙар менән туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирҙе.
Тәүге һәм иң мөһим мәсьәлә­ләрҙең береһе итеп Андрей Назаров кисектерелгән эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе атаны. Уның әйте­үенсә, прокуратура 2015 һәм 2016 йылдарҙы эш хаҡы түләү буйынса бурыс менән тамамлаған 733 етәксене яуаплылыҡҡа тарттырған. Унан ҡала инвалидтарҙың хоҡуҡ­тарын сикләү мәсьәләһе күтәрелде: тейешле медицина ярҙамы ала алмаған, бушлай дарыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөккә эләккән, эшкә урынлашыуҙа ҡыйынлыҡ кисергән инвалидтар байтаҡ икән. Прокуратура был йүнәлештә лә саралар күреүҙән туҡтамай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыуҙы Андрей Иванович нигеҙҙә хәл ителгән тип атаны, ә бына етемдәргә фатир биреүҙә эш күп әле.
– Торлаҡ бүлеп йәки төҙөп биреүҙе оҙаҡҡа һуҙған йәки заманса йәшәү шарттары булмаған фатир тәҡдим иткән осраҡтар йыш осрай, һөҙөмтәлә беҙгә етемдең хоҡуғын яҡларға тура килә, – тине республика прокуроры.
Бынан тыш, ул торлаҡ-коммуналь хужалығында ҡануниәттең күҙәте­леүенә ирешеү, коррупцияға ҡаршы көрәш һәм башҡа йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт бирҙе. Шулай ҙа уның сығышының күпселек өлөшө прокуратураның судтарҙа дәүләт мәнфәғәтен тәьмин итеүгә арнал­ғайны. Былтыр беҙҙең республикала 25 меңдән ашыуыраҡ, йәғни унан алдағы йыл менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк, хоҡуҡ боҙоу эше ҡаралған. Андрей Иванович судтарҙа ғәйеп­лене аҡлау тураһындағы нигеҙһеҙ ҡарарҙарҙың өҫтөнлөк ала башлауын билдәләп, уларҙы кәметеү буйынса ниндәй эш башҡарылыуы хаҡында һөйләне.
– Башҡортостан прокурорының беҙҙең төбәктәге ҡануниәттең үтә­леше тураһындағы сығышы республика парламенты өсөн күренекле сара булып тора, беҙ хәҙер арта­банғы ултырыштарҙа Федераль һалым хеҙмәте, “Росприроднадзор” һәм башҡа ведомстволар етәксе­ләрен дә тыңларға әҙерләнәбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, сығыш яһаусы депутаттарҙың һорауҙарына яуап биреп бөткәс.
Ултырышта шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәт­тәре министры Евгений Гурьевтың 2016 йылда дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәһе тураһын­дағы отчеты тыңланды, тәҡдим ителгән 61 кандидат араһынан Башҡортостандың Йәмәғәт пала­таһының 10 ағзаһы һайланды. Ҡану­ниәткә ярашлы, парламент ошо палатаның өстән бер өлөшөн һайларға хоҡуҡлы.
Был мәсьәләләрҙе ҡарағандан һуң депутаттар яңы закон проекттарын тикшерҙе һәм ҡабул итте. Улар араһында төбәк инвестиция проекттары, ойошмалар милкенә һалым, коррупцияға ҡаршы көрәш маҡса­тында урындағы үҙидара өлкәһен­дәге Башҡортостан Республика­һының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү, халыҡтың мәш­ғүллегенә булышлыҡ итеү, торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт яҡлауы, транспорт сараларын махсуслаштырылған туҡталҡаларға урынлаштырыу, ирекле янғын һағы, ветерандар тураһындағы проекттар беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде, йәғни улар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарға саҡлы тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр йыясаҡ әле.
Ултырыш барлығы 40 мәсьәләне тикшерҙе, шуларҙың ун бише – республика закон проекттары, ун бере – федераль закон проекттары буйынса тәҡдимдәр, өсәүһе – парламент ҡарары.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә