Прокурор, һүҙ һеҙгә!23.05.2017
Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы тарихи ваҡиғаға әйләнде: депутаттар алдында беренсе тапҡыр республика прокуроры сығыш яһаны. Тәбиғи, был хәл йыйылғандарға закон һаҡсыһына һорауҙар менән туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирҙе.
Тәүге һәм иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе итеп Андрей Назаров кисектерелгән эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе атаны. Уның әйтеүенсә, прокуратура 2015 һәм 2016 йылдарҙы эш хаҡы түләү буйынса бурыс менән тамамлаған 733 етәксене яуаплылыҡҡа тарттырған. Унан ҡала инвалидтарҙың хоҡуҡтарын сикләү мәсьәләһе күтәрелде: тейешле медицина ярҙамы ала алмаған, бушлай дарыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөккә эләккән, эшкә урынлашыуҙа ҡыйынлыҡ кисергән инвалидтар байтаҡ икән. Прокуратура был йүнәлештә лә саралар күреүҙән туҡтамай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыуҙы Андрей Иванович нигеҙҙә хәл ителгән тип атаны, ә бына етемдәргә фатир биреүҙә эш күп әле.
– Торлаҡ бүлеп йәки төҙөп биреүҙе оҙаҡҡа һуҙған йәки заманса йәшәү шарттары булмаған фатир тәҡдим иткән осраҡтар йыш осрай, һөҙөмтәлә беҙгә етемдең хоҡуғын яҡларға тура килә, – тине республика прокуроры.
Бынан тыш, ул торлаҡ-коммуналь хужалығында ҡануниәттең күҙәтелеүенә ирешеү, коррупцияға ҡаршы көрәш һәм башҡа йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт бирҙе. Шулай ҙа уның сығышының күпселек өлөшө прокуратураның судтарҙа дәүләт мәнфәғәтен тәьмин итеүгә арналғайны. Былтыр беҙҙең республикала 25 меңдән ашыуыраҡ, йәғни унан алдағы йыл менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк, хоҡуҡ боҙоу эше ҡаралған. Андрей Иванович судтарҙа ғәйеплене аҡлау тураһындағы нигеҙһеҙ ҡарарҙарҙың өҫтөнлөк ала башлауын билдәләп, уларҙы кәметеү буйынса ниндәй эш башҡарылыуы хаҡында һөйләне.
– Башҡортостан прокурорының беҙҙең төбәктәге ҡануниәттең үтәлеше тураһындағы сығышы республика парламенты өсөн күренекле сара булып тора, беҙ хәҙер артабанғы ултырыштарҙа Федераль һалым хеҙмәте, “Росприроднадзор” һәм башҡа ведомстволар етәкселәрен дә тыңларға әҙерләнәбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, сығыш яһаусы депутаттарҙың һорауҙарына яуап биреп бөткәс.
Ултырышта шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевтың 2016 йылда дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәһе тураһындағы отчеты тыңланды, тәҡдим ителгән 61 кандидат араһынан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының 10 ағзаһы һайланды. Ҡануниәткә ярашлы, парламент ошо палатаның өстән бер өлөшөн һайларға хоҡуҡлы.
Был мәсьәләләрҙе ҡарағандан һуң депутаттар яңы закон проекттарын тикшерҙе һәм ҡабул итте. Улар араһында төбәк инвестиция проекттары, ойошмалар милкенә һалым, коррупцияға ҡаршы көрәш маҡсатында урындағы үҙидара өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү, халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт яҡлауы, транспорт сараларын махсуслаштырылған туҡталҡаларға урынлаштырыу, ирекле янғын һағы, ветерандар тураһындағы проекттар беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде, йәғни улар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарға саҡлы тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр йыясаҡ әле.
Ултырыш барлығы 40 мәсьәләне тикшерҙе, шуларҙың ун бише – республика закон проекттары, ун бере – федераль закон проекттары буйынса тәҡдимдәр, өсәүһе – парламент ҡарары.