Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡ булғанда өйҙә, үҙең ултырма түрҙә
Австралия вәкиленең Башҡортостанды күргәне
Ҡунаҡ булғанда өйҙә, үҙең ултырма түрҙәЕвропаның тиҫтәләгән илдәренең береһенән иң оло хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡатын-ҡыҙ Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә йыйына икән. Шул уҡ ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарынан бер егет шул уҡ ниәт менән Рәсәй визаһын юллап йөрөй, ти. Ниндәйҙер оло йәштәге япон пары ла, ниһайәт, донъялағы иң ҙур илгә сәфәр ҡылырға әҙерләнә. Һәм бындайҙар йөҙҙәрсә, меңдәрсә, йөҙ меңдәрсә... Уларҙың бөтәһен дә ябай ғына бер әйбер берләштерә – китап магазины. Сәйерме? Эйе, ысынында китап магазины. Юлға йыйынған һәр сәйәхәтсе, бигерәк тә сит илдәрҙә, тыуған төйәген ҡалдырып ситкә сығырҙан алда тәү сиратта юл йөрөү буйынса белешмә һатып ала. Ундағы мәғлүмәт юл кешеһенә бик ҡулайлы, сөнки ят ерҙә ҡайҙа туҡтарға, нисек туҡланырға һәм нимәгә иғтибар итергә тигән мәғлүмәт сәфәрҙе еңеләйтә.
Беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ Рәсәйгә килеү менән шул китапсыҡты өйрәнә башлай ҙа ниңәлер Башҡортостанға артыҡ иғтибар итмәй. Ә ниңә? Донъяның ун телендә сыҡҡан, дөйөм тиражы 120 миллиондан ашҡан шул белешмәнең Рәсәй тураһындағыһы ҡулыма килеп эләкте. Ул китапта беҙҙең ил хаҡында мәғлүмәт бик наҡыҫ, баш ҡалабыҙ тураһында бер нисә генә һөйләм, улары ла ярлы ғына.
Нәшриәткә хат яҙыуҙы үҙ бурысым итеп күрҙем, һәм ҡасан да булһа мөхәррирҙәрҙең беҙгә килеүен мотлаҡ сара тип хәбәр иттем. Яуап оҙаҡ көттөрмәне, ни бары дүрт ай. Ҡыҫҡаһы, апрелдең икенсе яртыһында, өс самолет алмаштырып, Австралиянан Өфөгә Lonely Planet (Лонели Планет) нәшриәтенең редакторы Татьяна Леонова килеп төштө. Үҙе тураһында бер нисә һүҙ әйтмәй булмай. Сығышы менән Рәсәйҙән олатай-өләсәйҙәре, ҡыҙыл­дарҙан ҡасып, Ҡытайҙа тыныс тормош эҙләгән икән. Ата-әсәһе шунда тыуып, ваҡыты еткәс, Австралияға күсенеп, тормоштарын кенгурулар ҡитғаһында дауам итә. Ғаилә ҡороп, дүрт бала үҫтерә, барыһына ла туған булған рус телен өйрәтә, бай рухи тәрбиә бирәләр.
Ҡунағыбыҙ – русса иркен аралаш­ҡан Австралия ҡыҙы. Һөнәре буйын­са журналист, бер нисә гәзит-журнал өсөн мәҡәләләр яҙа, шул иҫәптән иң билдәле булған ВВС (Би-Би-Си) нәшриәте өсөн дә, Lonely Planet юл йөрөү белешмәһе өсөн дә. Баш­ҡортос­танға килеүенең маҡсаты – булған мәғлүмәтте тикшереп, өҫтәмәләр индереү. Шуға беҙгә бәләкәй сәфәр кәрәк ине. Алдан ныҡлап әҙерләнмәйенсә, нисек бар, шулай күрһәтеү ниәте менән Табын, Юрматы, Бөрйән, Ҡатай ерҙәренә юл тоттоҡ. Тиҫтәләгән ауыл аша үтеп, йорттарҙың төҫтәренең ни аңлатҡандарын һөйләп барҙым. Йыш осраған йәшел төҫтәге ҡойма­лар артында аҡҡа һыланған өйҙәр­ҙең ҡыйыҡтары күк ҡалай менән ябылғанына иғтибар итеп, һорауһыҙ ҡалманы ул. Былар Башҡортостан флагының төҫтәре икәнен төшөн­дөргәс, ҡунағыбыҙ хайран ҡалды, кешеләр үҙ илен шул тиклем ныҡ ярата икән тип билдәләп ҡуйҙы.
Ҡунаҡ булғанда өйҙә, үҙең ултырма түрҙәБара торғас, Шихан тауҙарына барып еттек, Торатау итәгендә машинаны ҡалдырып, тауға үрмәләнек. Ни өсөн Торатау? “Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын...” Барыһына ла таныш юлдар тип өмөт итәм, миллион йылдар элек был тирәлә һыу булыуын иҫбат иткән дәлил ул Шихан тауҙары һәм үҙенсәлеге буйынса донъялағы берҙән-бер урын. Иҫебеҙ китеп ташҡа әүерелгән ҡусҡарҙарҙы, мәрйендәрҙе ҡарап йөрөйбөҙ, ни тиклем оло байлыҡтың аяҡ аҫтында туҙып ятыуына аптырайбыҙ, ниңә был ҡояшлы көндә иң боронғо тауҙың башында тик дүрт кеше генәбеҙ тип уйлап ҡуябыҙ. Әлбиттә, уны донъяға танытыу мотлаҡ. Берен­сенән, был – уникаль күренеш, икенсенән, туризмды үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса, өсөнсөнән, шихандар бөгөн ҡурсалауға мохтаж, ә быныһы инде бик мөһим.
Тау башында ырғып, һикереп, йүгереп туйғандан һуң, талпандарҙы ҡаҡҡандан һуң, ауылға, аҡ инәйҙәр менән сәй эсергә юлланабыҙ. Был күренеш беҙҙең ҡунаҡты йәнә хайран ҡалдырҙы. Алсаҡ, асыҡ күңелле был изге кешеләр беҙҙе үҙҙәре бешергән милли аш-һыу менән һыйланы. Австралия ҡыҙына ҡашмау менән түшелдерек тә кейҙерҙеләр, ә оҙатҡанда инде, үҙҙәренең ҡыҙымы ни, һөйөп-һөйөп алдылар. Күстәнәс тә һалдылар тиһәм аптыратмаҫмын, шулай бит? Быныһы бит һәр табындың мотлаҡ шарты. Ә ҡунағыбыҙ аптыраны... Ҡунаҡҡа күстәнәс тотоп барыу ғәҙәтенә ингән, ә ҡунаҡтан ризыҡҡа байып ҡайтыу йолаһын күргәне булмаған.
Сәфәребеҙ артабан ҡырағай юлдар аша дауам итте. Быға инде бер аҙ үкенеп тә, һоҡланып та алырға тура килде. Бындай юлдар үҙенсә арыта, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе таныта. Шулай итеп, бер хәлгә тарыныҡ... Тауға боҙ­ла­уыҡлы юл буйлап менеп барғанда ҡаршыбыҙға трактор килеп сыҡты, беҙгә үтеп китеү еңел түгел ине бигерәк тар булған урында. Машинабыҙ артҡа сигенгәндә, тайып, ярты яғы менән тәрән соҡорға барып сумды. Трактор беҙҙе урап үтеү ниәте менән юл ситенә ынтылған ваҡытта тәгәрмәсенең сылбырын өҙөп сығарҙы... Ҡараңғы урман эсендә, боҙ өҫтөнән аҡҡан ташҡын һыуҙар араһында, тар юл эсендә тығынға юлыҡҡас, донъяла үҙебеҙҙе берҙән-бер кешеләр тип хис итә башланыҡ. Ул беҙгә ғәҙәти булып күренһә, ситтән килгән кеше өсөн бигерәк мажаралы һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс хәл дә. Әммә беҙгә маҡсатыбыҙға ирешер өсөн нисек тә тиҙ арала сиселеш табып, был урындан ҡуҙғалыу мотлаҡ ине.
Тракторсы ағай менән бергә тәгәрмәс сылбырын ысҡындырып, уны яңынан ялғарға тотондоҡ, ғәләм яңғыҙ итмәне, беҙҙең менән ыңғай юлда булған бер машина килеп туҡтаны. Техниканы йүнә­тешергә тағы ла ярҙамсы һәм беҙгә юлдаш килеп сығыуы ҡыуандырҙы. Тракторҙың тәгәрмәс сылбырын ялғап алғас, бер мәсьәлә сиселде кеүек, икенсеһе иһә беҙҙең машинаны соҡорҙан сығарыу һәм тишек тәгәрмәсте алмаштырыу ине. Быларын да тиҙ арала рәткә һалдыҡ, әлеге лә юлдағылар ярҙамы менән. Һәм артабанғы юлды ла шул машина артынан эйәреп үттек. Ундағы ағайҙың ҡатыны менән беҙҙе ҡайғыртып, ашыҡмай юлды өйрәтеп барыуы, артта ҡалһаҡ, хәлде белергә йәйәүләп килеп етеүе, насар юлды сығып, ауылдарына барып еткәс сәйгә саҡы­рыуы бик күпте һөйләй. Кеше­ләрҙең ярҙамсыл, ипле һәм сабыр булыуына сит ил ҡунағы аптырай, һоҡлана, ә уның ыңға­йы­на мин илһамланам.
Рәхмәт­тәребеҙҙе әйтеп, юлы­быҙ­ҙы дауам итәбеҙ. Эңер төштө. Бөрйән районына инеү менән яңғыҙ бүрене осратабыҙ, юл буйлап бер аҙ йүгереп, урман эсенә инеп юғалды йыртҡыс. Тәбиғәт тә ситтә ҡал­маны, үҙенең ҡырағай һәм яһалма түгел икәнлеген күрһәтте. Ә шул шарттарҙа йәшәгәндәр, кешелек сифаттарын юғары ҡуйып, кеше исемен йөрөткән изге күңелле зат­тар бигерәк тә хайран ҡалдыр­ҙы. Ниндәй генә хистәр арбағандыр инде юлдағыларҙы? Үҙемдең уй­ҙарҙы әйтәм кеүек, ә һеҙгә ҡунаҡтың хистәрен еткереү мөмкинлеге булһын өсөн Татья­нанан да һораным. “Бында бик ҡурҡыныс та, сөнки урман, тауҙар, йәнлектәр һәм йыртҡыс хайуандар, ә шул уҡ ваҡытта бик тыныс һәм хәүефһеҙ, сөнки кешеләр изге һәм ихлас”, – тип яуап ҡайтарҙы ул. Ҡараңғы төшөүгә туристар йортона килеп еттек. Йылыла шытырлап янған усаҡ тауышын тыңлап, күңел­дәргә йәм ҡундырып, ҡатмарлы юлдан һуң ялға бирелдек.
Юлдың бер үҙенсәлеге бар: ул һәр саҡ ҡайҙа булһа ла дауам итергә тейеш. Беҙҙең дә юл үҙенә дауам талап итә ине. Ирәндек тауҙарына ла ынтылыу теләге көслө, әммә йыраҡ, Шүлгәнташҡа барыу мотлаҡ һымаҡ, ләкин ташҡын арҡаһында мәмерйәгә яҡын килерлек түгел тигән мәғ­лүмәт килде. Республика­быҙҙың тәбиғи байлығына шикләнгәндәр ҡалмағандыр үҙебеҙҙең арала, килгән ҡунаҡтар ҙа быға инанып ҡайта, тик йыш ҡына эштәрҙе теҙмә буйынса башҡарырға мәжбүрбеҙ.
Юлсылар китабы өсөн йүнәл­телгән артабанғы эштәр беҙҙе кире баш ҡалабыҙ Өфө яғына борҙо. Тәбиғәт ҡосағынан әле үк айы­рылғы килмәй, тик Татьяна фрилансер булараҡ байтаҡ эштәрен Интернет аша башҡара. Белеүе­геҙсә, урман менән замана селтәрҙәре бәйле тип күҙ алдына килтереп булмай. Был осраҡҡа минең һаҡлап ҡалынған бер әмәл бар ине. Инйәр йылғаһы буйында, тауҙар араһын­да, кеше күҙенә күренмәгән урында, тыныс, уңайлы ҙур ағас йорт бар, һәм шунда, ҡала ҡаңғы­ры­ғынан ситтә, цивилизация хикмәт­тәренән айырылмайынса үҙеңдең тәбиғәт менән берлектә ҡалыуың­ды тойорға мөмкин. Сәйер булһа ла, тап шулай. Кис буйы Баш­ҡортостандағы туризм перспективалары тураһында һөйлә­шеп, бар донъяға таралған юл йөрөү буйынса белешмә китабына ниндәй ҙә мәғлүмәт индереү тура­һында әңгәмәләшеп, мейес алдында тәмле сәйҙәр эсеп, ваҡытты файҙалы һәм күңелгә ятышлы итеп үткәрҙек.
Иртәгәһенә, илебеҙҙең хозур тәбиғәтенә рәхмәт әйтеп, Өфөгә юлландыҡ һәм ҡалған ике көн ҡалала үтте. Туристарға ҡыҙыҡ булырлыҡ урындарҙы, ҡунаҡха­наларҙы һәм милли аш-һыу тәҡдим иткән тәғәмханаларҙы, музейҙарҙы урап сығып, бөгөн Өфөлә көнүҙәк һаналған мәғлүмәтте туплау менән мәшғүл булдыҡ.
Ҡәҙерле ҡунағыбыҙға, Башҡорт­ос­танды донъяға танытыу ниәте менән Австралиянан килеп еткән, йөрәге аҫтында инде ике айлыҡ сабый йөрөткән йәш ҡатынға, сәфәренә уңыштар теләп оҙатырға ваҡыт еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Шулай итеп, Татьяна өсөн был хеҙмәт сәйәхәте тамамланды. Башҡорт иленә, халҡына хайран ҡалғанын һис тә йәшермәне ул һәм тағы килергә вәғәҙә итте. Был китап өс йылға бер яңырты­лып сығасаҡ, өс йылға бер беҙ илебеҙҙең туристарға тәҡдимдәрен арттырып, сифатын күтәреп тора аласаҡбыҙ.
Мөхәррир өсөн беренсе сәфәр тамам, ә беҙҙең өсөн ул тик башлана ғына. Һәм киләсәктәге турис­тар ағымы күп кешеләр өсөн ҙур мөмкинлектәр асасаҡ. Беҙгә шуға әҙер булырға кәрәк, уның өсөн бөгөндән етди уйланыу мотлаҡ: “Иртәгә берәү килеп ишек шаҡыһа, беҙ нимә тәҡдим итербеҙ, үҙебеҙ ниндәй файҙа күрә алабыҙ?” Күп­селек сит ил туристары ауылдың ни икәнлеген белмәй – күрһәтәйек. Береһе лә тиерлек сифатлы, саф, тәбиғи ризыҡтар ашағаны юҡ – ашатайыҡ та, файҙаһын күрәйек. Береһе лә беҙҙең үҙенсәлектә­ребеҙҙе бел­мәй, ә иң ҡыҙыҡһын­дырғаны шул да инде! Беҙҙең үҙаллы көн итеүебеҙ, ғөрөф-ғәҙәт­тәребеҙ, тәбиғәткә яҡын булыуы­быҙ, үҙ телебеҙ, тарихыбыҙ, риүәйәт­тәребеҙ, бай сәнғәтебеҙ – бына нимә ҡыҙыҡһындыра сит илдәрҙең бай ҡунаҡ­тарын! Мөм­кинлек булған­да өлгөрөү мөһим, бының өсөн ишек алдында тирмә ҡороу ҙа килешер, ә инде һуғылған балаҫтар, һандыҡтар, урындыҡтар менән йыһазлан­дырыу бер ни ҙә түгел. Милли кейемдәрҙе, кәсеп­тәрҙе иҫкә төшөрөп, бөтөнләй юғалып ҡалмаҫ борон, барыһын да яңынан тергеҙеп күрһәтеү мотлаҡ файҙа килтерәсәк. Бәлки, Башҡортостан халҡының ҡунаҡ­сыл­лығының яңы осоронамы, халыҡтың киләсә­генәме яңы һулыш бирер был.
Әгәр ҙә мәгәр алыҫ сәхрәләрҙән берәү ҙә килмәһә... Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: йәйге матур таң, хужабикә тирмә эсендә самауыр шыжлата, урындыҡтарға йәйелгән һуҡма түшәмдәр өҫтөндә ултырған балалары, ейәндәре иртәнге аш алдынан түбәнән төшкән ҡояштың тәүге нурҙарына йөҙөн йылыта, хужалыҡта булған бар эштәрҙе ҡыйратырға әҙерләнгән ир-ат түрҙә ултыра, ҡатын-ҡыҙҙың тәңкәләр менән биҙәлгән күлдәгенең итәгенә әүрәп бесәй балаһы уйнай, ә самауыр өҫтөндәге сәйнүктә хуш еҫтәр таратып сәй бешә, пакетлы сәй түгел, ә ысын, шифалы һәм тәмле үлән сәйе...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 703

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 775

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 484

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 804

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 048

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877