Австралия вәкиленең Башҡортостанды күргәнеЕвропаның тиҫтәләгән илдәренең береһенән иң оло хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡатын-ҡыҙ Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә йыйына икән. Шул уҡ ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарынан бер егет шул уҡ ниәт менән Рәсәй визаһын юллап йөрөй, ти. Ниндәйҙер оло йәштәге япон пары ла, ниһайәт, донъялағы иң ҙур илгә сәфәр ҡылырға әҙерләнә. Һәм бындайҙар йөҙҙәрсә, меңдәрсә, йөҙ меңдәрсә... Уларҙың бөтәһен дә ябай ғына бер әйбер берләштерә – китап магазины. Сәйерме? Эйе, ысынында китап магазины. Юлға йыйынған һәр сәйәхәтсе, бигерәк тә сит илдәрҙә, тыуған төйәген ҡалдырып ситкә сығырҙан алда тәү сиратта юл йөрөү буйынса белешмә һатып ала. Ундағы мәғлүмәт юл кешеһенә бик ҡулайлы, сөнки ят ерҙә ҡайҙа туҡтарға, нисек туҡланырға һәм нимәгә иғтибар итергә тигән мәғлүмәт сәфәрҙе еңеләйтә.Беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ Рәсәйгә килеү менән шул китапсыҡты өйрәнә башлай ҙа ниңәлер Башҡортостанға артыҡ иғтибар итмәй. Ә ниңә? Донъяның ун телендә сыҡҡан, дөйөм тиражы 120 миллиондан ашҡан шул белешмәнең Рәсәй тураһындағыһы ҡулыма килеп эләкте. Ул китапта беҙҙең ил хаҡында мәғлүмәт бик наҡыҫ, баш ҡалабыҙ тураһында бер нисә генә һөйләм, улары ла ярлы ғына.
Нәшриәткә хат яҙыуҙы үҙ бурысым итеп күрҙем, һәм ҡасан да булһа мөхәррирҙәрҙең беҙгә килеүен мотлаҡ сара тип хәбәр иттем. Яуап оҙаҡ көттөрмәне, ни бары дүрт ай. Ҡыҫҡаһы, апрелдең икенсе яртыһында, өс самолет алмаштырып, Австралиянан Өфөгә Lonely Planet (Лонели Планет) нәшриәтенең редакторы Татьяна Леонова килеп төштө. Үҙе тураһында бер нисә һүҙ әйтмәй булмай. Сығышы менән Рәсәйҙән олатай-өләсәйҙәре, ҡыҙылдарҙан ҡасып, Ҡытайҙа тыныс тормош эҙләгән икән. Ата-әсәһе шунда тыуып, ваҡыты еткәс, Австралияға күсенеп, тормоштарын кенгурулар ҡитғаһында дауам итә. Ғаилә ҡороп, дүрт бала үҫтерә, барыһына ла туған булған рус телен өйрәтә, бай рухи тәрбиә бирәләр.
Ҡунағыбыҙ – русса иркен аралашҡан Австралия ҡыҙы. Һөнәре буйынса журналист, бер нисә гәзит-журнал өсөн мәҡәләләр яҙа, шул иҫәптән иң билдәле булған ВВС (Би-Би-Си) нәшриәте өсөн дә, Lonely Planet юл йөрөү белешмәһе өсөн дә. Башҡортостанға килеүенең маҡсаты – булған мәғлүмәтте тикшереп, өҫтәмәләр индереү. Шуға беҙгә бәләкәй сәфәр кәрәк ине. Алдан ныҡлап әҙерләнмәйенсә, нисек бар, шулай күрһәтеү ниәте менән Табын, Юрматы, Бөрйән, Ҡатай ерҙәренә юл тоттоҡ. Тиҫтәләгән ауыл аша үтеп, йорттарҙың төҫтәренең ни аңлатҡандарын һөйләп барҙым. Йыш осраған йәшел төҫтәге ҡоймалар артында аҡҡа һыланған өйҙәрҙең ҡыйыҡтары күк ҡалай менән ябылғанына иғтибар итеп, һорауһыҙ ҡалманы ул. Былар Башҡортостан флагының төҫтәре икәнен төшөндөргәс, ҡунағыбыҙ хайран ҡалды, кешеләр үҙ илен шул тиклем ныҡ ярата икән тип билдәләп ҡуйҙы.
Бара торғас, Шихан тауҙарына барып еттек, Торатау итәгендә машинаны ҡалдырып, тауға үрмәләнек. Ни өсөн Торатау? “Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын...” Барыһына ла таныш юлдар тип өмөт итәм, миллион йылдар элек был тирәлә һыу булыуын иҫбат иткән дәлил ул Шихан тауҙары һәм үҙенсәлеге буйынса донъялағы берҙән-бер урын. Иҫебеҙ китеп ташҡа әүерелгән ҡусҡарҙарҙы, мәрйендәрҙе ҡарап йөрөйбөҙ, ни тиклем оло байлыҡтың аяҡ аҫтында туҙып ятыуына аптырайбыҙ, ниңә был ҡояшлы көндә иң боронғо тауҙың башында тик дүрт кеше генәбеҙ тип уйлап ҡуябыҙ. Әлбиттә, уны донъяға танытыу мотлаҡ. Беренсенән, был – уникаль күренеш, икенсенән, туризмды үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса, өсөнсөнән, шихандар бөгөн ҡурсалауға мохтаж, ә быныһы инде бик мөһим.
Тау башында ырғып, һикереп, йүгереп туйғандан һуң, талпандарҙы ҡаҡҡандан һуң, ауылға, аҡ инәйҙәр менән сәй эсергә юлланабыҙ. Был күренеш беҙҙең ҡунаҡты йәнә хайран ҡалдырҙы. Алсаҡ, асыҡ күңелле был изге кешеләр беҙҙе үҙҙәре бешергән милли аш-һыу менән һыйланы. Австралия ҡыҙына ҡашмау менән түшелдерек тә кейҙерҙеләр, ә оҙатҡанда инде, үҙҙәренең ҡыҙымы ни, һөйөп-һөйөп алдылар. Күстәнәс тә һалдылар тиһәм аптыратмаҫмын, шулай бит? Быныһы бит һәр табындың мотлаҡ шарты. Ә ҡунағыбыҙ аптыраны... Ҡунаҡҡа күстәнәс тотоп барыу ғәҙәтенә ингән, ә ҡунаҡтан ризыҡҡа байып ҡайтыу йолаһын күргәне булмаған.
Сәфәребеҙ артабан ҡырағай юлдар аша дауам итте. Быға инде бер аҙ үкенеп тә, һоҡланып та алырға тура килде. Бындай юлдар үҙенсә арыта, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе таныта. Шулай итеп, бер хәлгә тарыныҡ... Тауға боҙлауыҡлы юл буйлап менеп барғанда ҡаршыбыҙға трактор килеп сыҡты, беҙгә үтеп китеү еңел түгел ине бигерәк тар булған урында. Машинабыҙ артҡа сигенгәндә, тайып, ярты яғы менән тәрән соҡорға барып сумды. Трактор беҙҙе урап үтеү ниәте менән юл ситенә ынтылған ваҡытта тәгәрмәсенең сылбырын өҙөп сығарҙы... Ҡараңғы урман эсендә, боҙ өҫтөнән аҡҡан ташҡын һыуҙар араһында, тар юл эсендә тығынға юлыҡҡас, донъяла үҙебеҙҙе берҙән-бер кешеләр тип хис итә башланыҡ. Ул беҙгә ғәҙәти булып күренһә, ситтән килгән кеше өсөн бигерәк мажаралы һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс хәл дә. Әммә беҙгә маҡсатыбыҙға ирешер өсөн нисек тә тиҙ арала сиселеш табып, был урындан ҡуҙғалыу мотлаҡ ине.
Тракторсы ағай менән бергә тәгәрмәс сылбырын ысҡындырып, уны яңынан ялғарға тотондоҡ, ғәләм яңғыҙ итмәне, беҙҙең менән ыңғай юлда булған бер машина килеп туҡтаны. Техниканы йүнәтешергә тағы ла ярҙамсы һәм беҙгә юлдаш килеп сығыуы ҡыуандырҙы. Тракторҙың тәгәрмәс сылбырын ялғап алғас, бер мәсьәлә сиселде кеүек, икенсеһе иһә беҙҙең машинаны соҡорҙан сығарыу һәм тишек тәгәрмәсте алмаштырыу ине. Быларын да тиҙ арала рәткә һалдыҡ, әлеге лә юлдағылар ярҙамы менән. Һәм артабанғы юлды ла шул машина артынан эйәреп үттек. Ундағы ағайҙың ҡатыны менән беҙҙе ҡайғыртып, ашыҡмай юлды өйрәтеп барыуы, артта ҡалһаҡ, хәлде белергә йәйәүләп килеп етеүе, насар юлды сығып, ауылдарына барып еткәс сәйгә саҡырыуы бик күпте һөйләй. Кешеләрҙең ярҙамсыл, ипле һәм сабыр булыуына сит ил ҡунағы аптырай, һоҡлана, ә уның ыңғайына мин илһамланам.
Рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Эңер төштө. Бөрйән районына инеү менән яңғыҙ бүрене осратабыҙ, юл буйлап бер аҙ йүгереп, урман эсенә инеп юғалды йыртҡыс. Тәбиғәт тә ситтә ҡалманы, үҙенең ҡырағай һәм яһалма түгел икәнлеген күрһәтте. Ә шул шарттарҙа йәшәгәндәр, кешелек сифаттарын юғары ҡуйып, кеше исемен йөрөткән изге күңелле заттар бигерәк тә хайран ҡалдырҙы. Ниндәй генә хистәр арбағандыр инде юлдағыларҙы? Үҙемдең уйҙарҙы әйтәм кеүек, ә һеҙгә ҡунаҡтың хистәрен еткереү мөмкинлеге булһын өсөн Татьянанан да һораным. “Бында бик ҡурҡыныс та, сөнки урман, тауҙар, йәнлектәр һәм йыртҡыс хайуандар, ә шул уҡ ваҡытта бик тыныс һәм хәүефһеҙ, сөнки кешеләр изге һәм ихлас”, – тип яуап ҡайтарҙы ул. Ҡараңғы төшөүгә туристар йортона килеп еттек. Йылыла шытырлап янған усаҡ тауышын тыңлап, күңелдәргә йәм ҡундырып, ҡатмарлы юлдан һуң ялға бирелдек.
Юлдың бер үҙенсәлеге бар: ул һәр саҡ ҡайҙа булһа ла дауам итергә тейеш. Беҙҙең дә юл үҙенә дауам талап итә ине. Ирәндек тауҙарына ла ынтылыу теләге көслө, әммә йыраҡ, Шүлгәнташҡа барыу мотлаҡ һымаҡ, ләкин ташҡын арҡаһында мәмерйәгә яҡын килерлек түгел тигән мәғлүмәт килде. Республикабыҙҙың тәбиғи байлығына шикләнгәндәр ҡалмағандыр үҙебеҙҙең арала, килгән ҡунаҡтар ҙа быға инанып ҡайта, тик йыш ҡына эштәрҙе теҙмә буйынса башҡарырға мәжбүрбеҙ.
Юлсылар китабы өсөн йүнәлтелгән артабанғы эштәр беҙҙе кире баш ҡалабыҙ Өфө яғына борҙо. Тәбиғәт ҡосағынан әле үк айырылғы килмәй, тик Татьяна фрилансер булараҡ байтаҡ эштәрен Интернет аша башҡара. Белеүегеҙсә, урман менән замана селтәрҙәре бәйле тип күҙ алдына килтереп булмай. Был осраҡҡа минең һаҡлап ҡалынған бер әмәл бар ине. Инйәр йылғаһы буйында, тауҙар араһында, кеше күҙенә күренмәгән урында, тыныс, уңайлы ҙур ағас йорт бар, һәм шунда, ҡала ҡаңғырығынан ситтә, цивилизация хикмәттәренән айырылмайынса үҙеңдең тәбиғәт менән берлектә ҡалыуыңды тойорға мөмкин. Сәйер булһа ла, тап шулай. Кис буйы Башҡортостандағы туризм перспективалары тураһында һөйләшеп, бар донъяға таралған юл йөрөү буйынса белешмә китабына ниндәй ҙә мәғлүмәт индереү тураһында әңгәмәләшеп, мейес алдында тәмле сәйҙәр эсеп, ваҡытты файҙалы һәм күңелгә ятышлы итеп үткәрҙек.
Иртәгәһенә, илебеҙҙең хозур тәбиғәтенә рәхмәт әйтеп, Өфөгә юлландыҡ һәм ҡалған ике көн ҡалала үтте. Туристарға ҡыҙыҡ булырлыҡ урындарҙы, ҡунаҡханаларҙы һәм милли аш-һыу тәҡдим иткән тәғәмханаларҙы, музейҙарҙы урап сығып, бөгөн Өфөлә көнүҙәк һаналған мәғлүмәтте туплау менән мәшғүл булдыҡ.
Ҡәҙерле ҡунағыбыҙға, Башҡортостанды донъяға танытыу ниәте менән Австралиянан килеп еткән, йөрәге аҫтында инде ике айлыҡ сабый йөрөткән йәш ҡатынға, сәфәренә уңыштар теләп оҙатырға ваҡыт еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Шулай итеп, Татьяна өсөн был хеҙмәт сәйәхәте тамамланды. Башҡорт иленә, халҡына хайран ҡалғанын һис тә йәшермәне ул һәм тағы килергә вәғәҙә итте. Был китап өс йылға бер яңыртылып сығасаҡ, өс йылға бер беҙ илебеҙҙең туристарға тәҡдимдәрен арттырып, сифатын күтәреп тора аласаҡбыҙ.
Мөхәррир өсөн беренсе сәфәр тамам, ә беҙҙең өсөн ул тик башлана ғына. Һәм киләсәктәге туристар ағымы күп кешеләр өсөн ҙур мөмкинлектәр асасаҡ. Беҙгә шуға әҙер булырға кәрәк, уның өсөн бөгөндән етди уйланыу мотлаҡ: “Иртәгә берәү килеп ишек шаҡыһа, беҙ нимә тәҡдим итербеҙ, үҙебеҙ ниндәй файҙа күрә алабыҙ?” Күпселек сит ил туристары ауылдың ни икәнлеген белмәй – күрһәтәйек. Береһе лә тиерлек сифатлы, саф, тәбиғи ризыҡтар ашағаны юҡ – ашатайыҡ та, файҙаһын күрәйек. Береһе лә беҙҙең үҙенсәлектәребеҙҙе белмәй, ә иң ҡыҙыҡһындырғаны шул да инде! Беҙҙең үҙаллы көн итеүебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, тәбиғәткә яҡын булыуыбыҙ, үҙ телебеҙ, тарихыбыҙ, риүәйәттәребеҙ, бай сәнғәтебеҙ – бына нимә ҡыҙыҡһындыра сит илдәрҙең бай ҡунаҡтарын! Мөмкинлек булғанда өлгөрөү мөһим, бының өсөн ишек алдында тирмә ҡороу ҙа килешер, ә инде һуғылған балаҫтар, һандыҡтар, урындыҡтар менән йыһазландырыу бер ни ҙә түгел. Милли кейемдәрҙе, кәсептәрҙе иҫкә төшөрөп, бөтөнләй юғалып ҡалмаҫ борон, барыһын да яңынан тергеҙеп күрһәтеү мотлаҡ файҙа килтерәсәк. Бәлки, Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығының яңы осоронамы, халыҡтың киләсәгенәме яңы һулыш бирер был.
Әгәр ҙә мәгәр алыҫ сәхрәләрҙән берәү ҙә килмәһә... Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: йәйге матур таң, хужабикә тирмә эсендә самауыр шыжлата, урындыҡтарға йәйелгән һуҡма түшәмдәр өҫтөндә ултырған балалары, ейәндәре иртәнге аш алдынан түбәнән төшкән ҡояштың тәүге нурҙарына йөҙөн йылыта, хужалыҡта булған бар эштәрҙе ҡыйратырға әҙерләнгән ир-ат түрҙә ултыра, ҡатын-ҡыҙҙың тәңкәләр менән биҙәлгән күлдәгенең итәгенә әүрәп бесәй балаһы уйнай, ә самауыр өҫтөндәге сәйнүктә хуш еҫтәр таратып сәй бешә, пакетлы сәй түгел, ә ысын, шифалы һәм тәмле үлән сәйе...