Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир-ат һөнәре тимәгеҙ...
Ир-ат һөнәре тимәгеҙ...Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Эльвира Әмир ҡыҙының зоотехник һөнәрен һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға. Юғары уҡыу йортона документтарын тапшырып, бюджет нигеҙенә үтә алмағас, оҙаҡ уйлап тормай, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Ҡала ҡыҙының тап бында белем алыуына күптәр аптырап ҡараһа, ҡыҙ, киреһенсә, тырышып уҡый.
Эльвира Ишмырҙинаға бигерәк тә мал янында практика үтеү оҡшай, үҙенең күҙҙәренә ҡарап мөлдөрәшеп торғай быҙауҡайҙарҙы һөйөп иркәләй, һыйырҙарҙы ярата. Мал йәнле булып тыуырға кәрәк, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Ҡулына диплом алған ҡыҙҙы Ишмырҙа ауылында урынлашҡан “Байҡара” хужалығына эшкә ебәрәләр. Тәүҙә ауырыраҡ тойолһа ла, ҡала ҡыҙы ауылды үҙ итә, эшен бик яратып башҡара.
— Башта һыйырҙарҙан ҡурҡа торғайным, яндарына ипләп кенә бара инем, — тип йылмая геройым. – Әле өйрәндем, малдарҙы яратып баҡҡанда, улар ҙа һиңә ихласлыҡ менән яуап биреүсән. Һәр эштең үҙ нескәлеге бар. Һуңғы ваҡытта техник-осеменатор эшен башҡа­рам, ир-ат һөнәре тиһәләр ҙә, һис тә бирешкән юҡ.
Әйткәндәй, районда төрлө хужа­лыҡтарҙа дүрт ҡатын-ҡыҙ техник-осеменатор булып эшләй. Һуңғы ваҡытта был һөнәр эйәләренә һорау артты, сөнки һыйыр малын яһалма ҡасырыу һәр һыйырҙан йыл да һау быҙау алыу, малсылыҡ тармағын уңышлы үҫтереүҙең мөһим факторы булып тора. Һы­йыр, таналарҙы ҡасырыу өсөн сы­ғышы билдәле булмаған, түбән продуктлы үгеҙҙәр файҙаланыуға ҡарағанда, бындай ысул менән эш итеү күпкә отошлораҡ, сөнки ундай үгеҙҙәрҙән түбән продуктлы тоҡом тыуып ҡына ҡалмай, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралыуы мөмкин.
— Беҙҙең хужалыҡта был эш менән шөғөлләнергә бөтә шарттар тыуҙырылған. Ваҡытында һәм кә­рәкле кимәлдә үгеҙ орлоҡтары һатып алынып тора. Шуны ла әйтеп үтке килә: ғалимдарҙың тәжрибә­һенән күренеүенсә, малды яһалма ҡасырғанда, үрсем күпкә эре булып тыуа һәм тиҙ үҫә. Малды яһалма ҡасырыуҙан һуң тыуған быҙау 18 ай­ҙа 380-400 килограмға тиклем ауырлыҡ йыя. Ә үгеҙҙән тыуғаны иһә ошо ваҡытта 290-340 килограмм булып үҫә. Йыл әйләнәһенә һыйыр малын күҙәтеп һәм яҙып барам. Әлбиттә, бөтә малды ла яһалма ҡасырыу мөмкин түгел, теләһәң дә, барыһы ла уңышлы килеп сыҡмай. Үгеҙ­ҙәрҙең туңды­рылған орлоғон ире­теү, температура режимын күҙәтеү, һыйырҙы әҙерләү, ҡасырыу еңел процедура булмаһа ла, тырыш­ҡанда барыһын да еңеп сығырға мөмкин. Иң мөһиме — малдың ҡыҫыр ҡалыуы кәмей, хужалыҡта был йәһәттән проблемалар булмай, сөнки быҙаулы һыйыр ғына мул һөт биреүен оноторға ярамай, — ти тәжрибәле техник-осеменатор Эльвира Ишмырҙина.
Бәхетен дә ошо ауылда таба геройым: тормош иптәше менән менән ике бала тәрбиәләй, йорт һалып сығалар. Күптән инде ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән өй төҙөүгә субсидия алыу өсөн сиратҡа баҫһалар ҙа, әлегә тиклем дәүләт ярҙамы алма­ғандар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел бул­маған, ләкин ауыл хужалығын үҫтереүҙә бик тә кәрәкле эштә тир түгеүсе гүзәл затҡа артабан да уңыштар юлдаш булһын.



Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә