Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Эльвира Әмир ҡыҙының зоотехник һөнәрен һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға. Юғары уҡыу йортона документтарын тапшырып, бюджет нигеҙенә үтә алмағас, оҙаҡ уйлап тормай, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Ҡала ҡыҙының тап бында белем алыуына күптәр аптырап ҡараһа, ҡыҙ, киреһенсә, тырышып уҡый.Эльвира Ишмырҙинаға бигерәк тә мал янында практика үтеү оҡшай, үҙенең күҙҙәренә ҡарап мөлдөрәшеп торғай быҙауҡайҙарҙы һөйөп иркәләй, һыйырҙарҙы ярата. Мал йәнле булып тыуырға кәрәк, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Ҡулына диплом алған ҡыҙҙы Ишмырҙа ауылында урынлашҡан “Байҡара” хужалығына эшкә ебәрәләр. Тәүҙә ауырыраҡ тойолһа ла, ҡала ҡыҙы ауылды үҙ итә, эшен бик яратып башҡара.
— Башта һыйырҙарҙан ҡурҡа торғайным, яндарына ипләп кенә бара инем, — тип йылмая геройым. – Әле өйрәндем, малдарҙы яратып баҡҡанда, улар ҙа һиңә ихласлыҡ менән яуап биреүсән. Һәр эштең үҙ нескәлеге бар. Һуңғы ваҡытта техник-осеменатор эшен башҡарам, ир-ат һөнәре тиһәләр ҙә, һис тә бирешкән юҡ.
Әйткәндәй, районда төрлө хужалыҡтарҙа дүрт ҡатын-ҡыҙ техник-осеменатор булып эшләй. Һуңғы ваҡытта был һөнәр эйәләренә һорау артты, сөнки һыйыр малын яһалма ҡасырыу һәр һыйырҙан йыл да һау быҙау алыу, малсылыҡ тармағын уңышлы үҫтереүҙең мөһим факторы булып тора. Һыйыр, таналарҙы ҡасырыу өсөн сығышы билдәле булмаған, түбән продуктлы үгеҙҙәр файҙаланыуға ҡарағанда, бындай ысул менән эш итеү күпкә отошлораҡ, сөнки ундай үгеҙҙәрҙән түбән продуктлы тоҡом тыуып ҡына ҡалмай, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралыуы мөмкин.
— Беҙҙең хужалыҡта был эш менән шөғөлләнергә бөтә шарттар тыуҙырылған. Ваҡытында һәм кәрәкле кимәлдә үгеҙ орлоҡтары һатып алынып тора. Шуны ла әйтеп үтке килә: ғалимдарҙың тәжрибәһенән күренеүенсә, малды яһалма ҡасырғанда, үрсем күпкә эре булып тыуа һәм тиҙ үҫә. Малды яһалма ҡасырыуҙан һуң тыуған быҙау 18 айҙа 380-400 килограмға тиклем ауырлыҡ йыя. Ә үгеҙҙән тыуғаны иһә ошо ваҡытта 290-340 килограмм булып үҫә. Йыл әйләнәһенә һыйыр малын күҙәтеп һәм яҙып барам. Әлбиттә, бөтә малды ла яһалма ҡасырыу мөмкин түгел, теләһәң дә, барыһы ла уңышлы килеп сыҡмай. Үгеҙҙәрҙең туңдырылған орлоғон иретеү, температура режимын күҙәтеү, һыйырҙы әҙерләү, ҡасырыу еңел процедура булмаһа ла, тырышҡанда барыһын да еңеп сығырға мөмкин. Иң мөһиме — малдың ҡыҫыр ҡалыуы кәмей, хужалыҡта был йәһәттән проблемалар булмай, сөнки быҙаулы һыйыр ғына мул һөт биреүен оноторға ярамай, — ти тәжрибәле техник-осеменатор Эльвира Ишмырҙина.
Бәхетен дә ошо ауылда таба геройым: тормош иптәше менән менән ике бала тәрбиәләй, йорт һалып сығалар. Күптән инде ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән өй төҙөүгә субсидия алыу өсөн сиратҡа баҫһалар ҙа, әлегә тиклем дәүләт ярҙамы алмағандар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел булмаған, ләкин ауыл хужалығын үҫтереүҙә бик тә кәрәкле эштә тир түгеүсе гүзәл затҡа артабан да уңыштар юлдаш булһын.