Миллион ярымлыҡ башҡорт булғанда, телгә хәүеф янаймы? Әйҙәгеҙ, ошо мәсьәләне төрлө яҡлап тикшереп ҡарайыҡ. Иң башта телдең үҫешен билдәләгән төп факторҙарға иғтибар итәйек әле: ошо телдә белем биреү, гәзит-журналдар сығарыу, радио, телевидение тапшырыуҙарын ойоштороу, милли мәҙәниәттең йәшәүе. Улар иҫәбенә шулай уҡ телдең таралыу, ҡулланыу даирәһе лә инә.Ни өсөн баланың теле русса асыла?Республикала әлеге мәлдә башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр бар, гәзит-журналдар ҙа нәшерләй, радио, телевидение һөйләп тора, театрҙарыбыҙ гөрләп эшләй. Таралыу йәһәтенән дә телебеҙ Рәсәйҙә рус һәм татар телдәренән һуң өсөнсө урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта ул 2009 йылда уҡ ЮНЕСКО тарафынан юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбенә индерелде. Ни өсөн? Бының төп сәбәбе, моғайын, телдең көндәлек тормошта ҡулланыу даирәһенең тарайыуына, уны йәш быуынға тапшырыу кимәленең түбәнәйә барыуына бәйлелер.
Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек, ҡала ерендә милли мәктәптәр булмаһа ла, артыҡ бошонорға урын юҡ кеүек ине: күпселек башҡорт ауыл ерендә йәшәй, балалар башланғыс ҡына түгел, ә урта белемде лә әсә телендә ала, милли йолалар һаҡлана, йәш быуын улар нигеҙендә тәрбиәләнеп, тәүфиҡлы, илһөйәр, телһөйәр шәхес булып үҫә ине. Ауыл милли генофондты һаҡлаусы ролен теүәл үтәне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Беренсенән, ҡулайлаштырыу һылтауы менән ауыл мәктәптәре күпләп ябылды, ҡайһы бер урындарҙа хатта башланғыс белем усаҡтары ла ҡалманы. Ә бит мәктәп ауылды тотоп торған социаль институт булыуын оноторға ярамай.
Икенсенән, Берҙәм дәүләт имтиханы, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең русса үткәрелеүенә һылтанып, ауыл мәктәптәре етәкселәре уҡытыуҙы шул телгә күсерә башланы. Бөгөн “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль законға ярашлы IХ класҡа тиклем туған башҡорт телендә белем биргән мәктәптәр Башҡортостанда юҡ.
Рус телендә уҡытыуға күсеү мәсьәләһен күтәреп, тәү сиратта мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар сығыш яһай. Бер яҡтан, уларҙы ла аңларға була: Мәғариф министрлығы, белем биреү өлкәһен контролдә тотҡан башҡа дәүләт органдары уларҙан сифат талап итә, ә сифатты тикшергән эштәр тик рус телендә генә килә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тикшереү эштәрен башҡорт мәктәптәренә туған телгә тәржемә итеп ебәреүҙәрен үтенеп, бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына мөрәжәғәт итте, ләкин йөк һаман да үҙ урынында.
Өсөнсөнән, бөгөн Үҙәк телевидение “ныҡ” эшләй, көнө-төнө йөҙләгән канал ҡаршылыҡлы мәғлүмәт яуҙыра. Балалар өсөн дә бер туҡтауһыҙ йәнһүрәттәр күрһәтелә. Күп ғаиләләрҙә балаларҙың телевидение, компьютер менән мауығыуы бер нисек тә сикләнмәй. Ауылдарҙа хәҙер элекке һымаҡ урамда шаулап-гөрләп уйнап йөрөгән бәләкәстәрҙе лә күрмәҫһең, улар өйҙә компьютер, телевизор алдында ултыра. Саф һауала һирәк булғандарҙың, әҙ хәрәкәтләнгәндәрҙең һаулығына ҙур зыян килеүе тураһында уйланмайбыҙмы, әллә заманы шулай тип иҫәпләйбеҙме? Һәр хәлдә был турала оран һалыусылар әлегә юҡ кимәлдә.
Шул уҡ ваҡытта балаларын ихлас күңелдән яратҡан ата-әсәләр уларҙы ҡурсалап, яратып-һөйөп кенә, ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерергә тырыша, эш тә ҡушмай. Һөҙөмтәлә күп ғаиләләрҙә хроник ауырыуҙары булған, хеҙмәт яратмаған, ихтыярһыҙ, “алма беш, ауыҙыма төш” тигән принцип менән йәшәгән быуын үҫә.
Телевидение, компьютерҙың тағы ла беҙҙең халыҡ өсөн ҙур зыяны бар. Уларҙы йыш ҡулланған балалар руссаны үҙләштерә лә шул телдә генә фекерләй башлай. Бөгөн башҡорт ғаиләһендә теле русса асылған балалар күбәйә. Әле был фажиғәнең башы ғына, ошо күренеш күпләп тарала башлаһа, уны төҙәтеүе бик ауыр буласаҡ.
Заманды кешеләр тыуҙыраТуған телдәрҙе һаҡлау, уларҙы үҫтереү иң тәүҙә милли мәғариф менән бәйле. Йәмғиәт үҫешенең һәр этабында мәғариф алдында торған маҡсаттар һәм бурыстар яңынан ҡаралырға, йәмғиәттең прогрессив үҫешен тәьмин итеү маҡсатында үҙгәртелергә тейеш, ләкин бөгөн был өлкәлә барған реформаларҙың һөҙөмтәләренә ҡарап, улар йәмғиәтте үҫтереүгә түгел, киреһенсә, тарҡатыуға килтермәҫме икән, тигән һорау тыуа. Бигерәк тә балаларға әхлаҡ, хеҙмәт тәрбиәһе бирелмәүе ҡурҡыта. Был быуаттар һынауын үткән халыҡ педагогикаһы принциптарына бөтөнләй тура килмәй. Милләтебеҙҙең йолаларына ярашлы, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн өс нәмә мөһим: бала ихлас инанған маҡсат, хеҙмәткә һөйөү, өлкән быуынға, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, мәңгелек ҡиммәттәренә оло хөрмәт. Маҡсат, йәғни кешегә ғүмер буйы инанып, ынтылып йәшәрлек өлгө кәрәк.
Совет заманы балалары өсөн был өлгөнөң нигеҙе коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы ине. Әйтергә кәрәк, ул тулыһынса халыҡ педагогикаһына таянып эшләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә Рәсәй халыҡтары тарафынан тупланған мәңгелек ҡиммәттәр бөгөн ялғандары менән алмаштырылды, аҡса һәм байлыҡ беренсе урынға сыҡты. Был йәһәттән донъяның барлыҡ аҡыл эйәләренең фекере бер: ҡайҙа аҡса һәм байлыҡ тәүге урында тора, шунда эштәр кирегә китә. Шулай итеп, бөгөн үҫеп килгән быуын ынтылырлыҡ өлгө юҡ.
Күптәр ошо бушлыҡты тултырыуҙы диндә күрә. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә. Һәр хәлдә, Мәскәүҙә Рәсәй элитаһын үҫтергән шәхси мәктәп эшләй. Уны ойоштороусылар – М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй Патриархы Алексий Икенсенең хәйриә фонды.
Физик яҡтан көсһөҙ, бер нәмәгә лә ышанмаған баланың хәлен уларҙы эшкә өйрәтмәй тағы ла ауырайтабыҙ. Бөгөн күпселек ата-әсәнең төп маҡсаты — балаһынан Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшыртып, берәй абруйлы юғары уҡыу йортона индереү. Ә киләсәктә унан ниндәй кеше сығыр, ғаиләһен, балаларын ҡайғыртып йәшәрме, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып китергә тырышлығы, яуаплылығы, ихтыяр көсө етерме, ҡартайған ата-әсәһенә терәк булырлыҡ сифаттарға эйә була алырмы – был турала һирәктәр уйлана.
Бөгөн балаһынан класс таҡтаһын һөрттөргән өсөн дә оло тауыш ҡуптарған ата-әсәләр бар. Өфөнөң бер мәктәбендә ҡулайлаштырыу маҡсатында йыйыштырыусылар ҡыҫҡартыла. Ата-әсәләр араһында класс иҙәнен кемдән йыуҙырыу тураһында һүҙ сыға. Ҡайһы берәүҙәр “балалар үҙҙәре йыуһын” тигән тәҡдим индерә. “Мин баламды иҙән йыуҙыртыр өсөн үҫтермәнем”, — тип бер әсәй был тәҡдимде ҡырҡа кире ҡаға. Заманында үҙебеҙ уҡыған кластың иҙәнен йыуыу, мәктәп баҡсаһында ғына түгел, яланда, баҫыуҙа эшләп алыу ғәҙәти күренеш ине ләбаһа. Күмәк эш күңелде күтәрә ине. Эшһөйәрлек шулай тәрбиәләнә түгелме? Үҙе тир түккән башҡалар хеҙмәтен дә хөрмәт итә.
Тәрбиә процесындағы өсөнсө мөһим нәмә — өлкән быуынға, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, мәңгелек ҡиммәттәренә оло ихтирам йәки балаларҙы быуаттар һынауын үткән халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү. Халыҡ педагогикаһынан да уңышлыраҡ, төҙөгөрәк педагогика юҡ ул. Оппоненттар, ә Сухомлинский, Макаренко, Коменский, Ушинскийҙарҙы ҡайҙа ҡуяһың, уларҙың тәғлимәте бөгөн дә көнүҙәк бит, тиер. Эйе, шулай, тик хикмәт шунда: был бөйөк педагогтар ҙа үҙ хеҙмәттәрен халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп яҙған.
Халыҡ йолаларын, уның мәңгелек ҡиммәттәрен балалар күңеленә мотлаҡ туған тел аша ғына индерергә мөмкин. Күпселек бөгөн туған телде аралашыу ҡоралы тип кенә ҡабул итә. Ниндәй телдә аралашһаҡ та, бер-беребеҙҙе аңлаһаҡ, шул етә, йәнәһе. Телдең төп тәғәйенләнешен – милләтте милләт иткән төп күрһәткес тел булыуын аңламауҙан килә был. Рухи ҡиммәттәрҙе бары тик туған тел аша ғына тапшырырға мөмкин. Тимәк, ул — алмаштырғыһыҙ милли тәрбиә сараһы ла. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған аҡылын, милли булмышын йәштәргә еткергән, үткәндәрҙе бөгөнгә, бөгөнгөнө киләсәк менән тоташтырған рухи күпер ул – туған тел. Быуындарҙы быуындарға бәйләгән күҙгә күренмәҫ еп.
Һуңғы 50—70 йыл эсендә байтаҡ ғаиләләрҙә был еп шартлап өҙөлдө, һәм проблемалар башланды. Бер ҡасан да эскелек менән мауыҡмаған башҡорт араһында иҫеректәр күбәйҙе, үҙенекен генә түгел, ваҡытһыҙ донъя ҡуйған туғандарының да балаһын етем итмәй тәрбиәләгән башҡорт ҡатындары бөгөн килеп әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә, ғүмер буйы ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торған, уларҙы һуңғы юлға оҙатҡансы ҡәҙерләп ҡараған башҡорт егеттәре әсәһенең пенсия аҡсаһын талай йәки уларҙы ҡарттар йортона тапшыра. Беҙ хәҙер был ҡырағай күренештәргә күнектек, үҙебеҙҙе “заманаһы шулай” тип тынысландырабыҙ. Ә заманды шул осорҙа йәшәгән кешеләр тыуҙыра түгелме ни?!
Өләсәй өйрәтергә тейешме?Һуңғы 20 йыл эсендә илдең мәғариф органдарына: “Милли мәғариф булырға тейеш түгел, Рәсәйҙә мәғарифҡа бер үк талаптар ҡуйыла”, — тип иҫәпләгән кешеләр килде. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡ кешеләр тарафынан төрлөһө төрлөсә яҙылған, хатта бер үк тарихи ваҡиғаларға ҡапма-ҡаршылыҡлы аңлатма бирелгән вариатив дәреслектәрҙе ҡулланырға мөмкинлек биргән норматив-хоҡуҡи документтар ҡабул ителде. Телевидение, Интернет селтәрҙәрендә Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле хәбәрҙәр (бигерәк тә рус теле буйынса) саманан тыш ҡуйыртылды, ата-әсәләр араһында рус теленә бүленгән сәғәттәр һаны ни тиклем күберәк булһа, балаға һынау биреү шул тиклем еңелерәк буласаҡ тигән фекер ныҡ һеңдерелде, хатта башҡорт мәктәптәре уҡыусыларының рус теленән БДИ-ны күпкә яҡшыраҡ биреү факты ла иҫәпкә алынмай башланы.
Бөгөн Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының һәм Мәғариф өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 14-се статьяһын иҫәпкә алмай әҙерләнә. Был статьяға ярашлы, баланың төп дөйөм белемде (IX класҡа тиклем) туған телендә алырға хоҡуғы бар. Һуңғы документ — IV кластарҙа Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тураһындағы хатты ғына алайыҡ. Унда милли мәктәп тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, был тикшереү эштәре милли телдәргә тәржемә ителәсәкме тигән һорауға ла “Юҡ!” тигән яуап алынды. Быларҙың барыһы тураһында ла иң тәүҙә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль идаралығы саң һуғырға тейеш ине лә бит, тик ниңәлер улар өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә.
Шуның өсөн телде һаҡлау, уны быуындан быуынға тапшырыу ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр иңенә төшкән бурыс булып ҡала. Туған телдә уҡытыуҙы, туған телде өйрәнеүҙе ойоштороуҙы, башҡорт балалар баҡсаларын астырыуҙы талап итергә кәрәк.
Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы Әхмәт-Зәки Вәлиди бер быуат элек үк еребеҙҙе, динебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡларға саҡырған. “Иң әшәке ҡул һуҙыуҙарҙы беҙҙең өсөн изге булған нәҡ ошо тарафтарҙан көтөргә кәрәк. Беҙҙең өсөн был ғәйәт ауыр эш буласаҡ, сөнки әлеге ҡыҫымдар рәсми рәүештә дәүләт органдары һәм институттары тарафынан алып барыласаҡ”, — тип иҫкәрткән ул.
Туған телдең баланы тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлап та, балаһын туған телдән яҙҙырған кешеләрҙе үҙе ултырған ботаҡҡа үҙе балта сапҡан бәндәләргә генә тиңләргә ҡала.
Киләсәк шулай ҙа теленән, диненән яҙған, үҙ халҡынан ваз кискән, аҡса, байлыҡ тип теше төшкәндәр ҡулында түгел, ә телен, халҡын, илен яратҡан, кешелек тыуҙырған мәңгелек ҡиммәттәрҙе идеал итеп алған йәштәр ҡулында буласаҡ. Заманалар болғаныуы, халыҡтың аңы буталыуы кешелек тарихында һәр ваҡыт булған, артабан да буласаҡ. Ошо буталсыҡ заманда аҙашмаҫ өсөн халыҡтарҙың меңәр йылдар буйына йыйылған тормош тәжрибәһенә, аҡылына таянырға кәрәк.