Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡ халатлылар миллиондарҙы ҡотҡарған
Аҡ халатлылар миллиондарҙы ҡотҡарғанБөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Фашист Германияһын еңеүҙең аҡ халатлылар ҡайтанан сафҡа баҫтырған һалдат һәм офицерҙар иҫәбенә яуланыуын да онотмайыҡ. Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында 22 миллион тирәһе яралы һалдат госпиталдә дауаланған, шуның 17 миллионы ҡайтанан ҡулына ҡорал алып дошманға ҡаршы күтәрелгән. Медиктарҙың фиҙакәрлеге арҡаһында СССР армияһы дөйөм яралыларҙың 72 процентын, яу яланында ауырығандарҙың 90 процентын һаҡлап алып ҡалған. Һуғышта мотоуҡсыларҙан ҡала табиптарҙың үлеме икенсе урында тора.
Рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 85 мең медицина хеҙмәткәре хәбәрһеҙ юғалған, шул иҫәптән биш мең табип, туғыҙ мең урта медицина хеҙмәткәре, 71 мең санитар инструкторы һәм санитар. Ә 47-һенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Һуғыштың башынан уҡ яугирҙәргә ҡытлыҡ кисергән шикелле, армияға ла медиктар етешмәгән.
Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел, тиеү ысын­бар­лыҡҡа тап килмәй. Бөтә подразделе­ниеларҙа, партизан отрядтарында һәм башҡа урындарҙа һаулыҡ хеҙмәте һалдаттары (күпселекте гүзәл зат тәшкил иткән) тупланған. Улар беренсе команда яңғырау менән шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡан. Медсанбат һәм госпи­талдәге табиптарҙың һәм шәфҡәт туташ­тарының эш дауамлылығы бер нисә тәүлеккә һуҙылған. Кемдәрҙер төн йоҡламай операция өҫтәле янында үткәргән, әммә аҙ ғына баш терәп серем итеп алыу уйҙарына ла инеп сыҡмаған. Икенселәр иһә, хәле ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла, үҙенең елкәһендә яралыны яу яланынан алып сыҡҡан. Медицина хеҙмәткәр­ҙәре батыр яҡташтарыбыҙ Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығын ҡабатлаған, шулай итеп ватандаштарын пулянан ҡурсалаған.
Ул ваҡытта яралыларҙы дауалау һәм ҡотҡарыу буйынса Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы күп көс түккән. Бында – йөҙҙәрсә мең шәфҡәт туташы, санитар дружинаһы, санитар, ә 23 миллион кеше “СССР-ҙың санитар оборонаһына әҙер!” программаһы буйынса әҙерләнгән. Ҡәһәрле һуғыш күп миҡдарҙа донор ҡанын талап иткән. Һуғыш ваҡытында илебеҙҙә 5,5 миллион донор иҫәпләнгән.
Республикабыҙҙан фронтҡа 1 305 медицина хеҙмәткәре (500 ир һәм 805 ҡатын-ҡыҙ) киткән, шуның 92-һе вафат булған, улар араһында 69 табип та бар. Күптәре Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә ҡаһарман яу юлы үткән. П.А. Горошек, Г.С. Овчинников, Н.Я. Яҡупов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Табиптар әҙерләүҙә Башҡорт дәүләт медицина университетының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Дүрт йыл эсендә юғары уҡыу йортонда меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ табиплыҡҡа уҡып сыҡҡан, шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергән. Йәш белгестәрҙең өстән ике өлөшө тиерлек алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Медуниверситеттың дүрт педагог-табибы яу яланында башын һалған. Улай ғына ла түгел, юғары уҡыу йортон тамамлаған 61 табип һалдаттарҙы ҡотҡарғанда ҡорбан булған.
— Исемлектең дөрөҫлөгө тураһында бәхәстәр ҡуйырғандан-ҡуйыра, берәүҙәр 61-ҙә туҡтала, бүтәндәр уның тулы түгеллегенә, артабан да эҙләнеүҙәр алып барыу кәрәклегенә баҫым яһай. Минеңсә, эҙәрмәнлек ысулы тағы ла бер нисә исем-шәрифте өҫтәргә ярҙам итәсәк, – ти Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәстүрә Сакаева.
Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, бынан бер нисә йыл элек Менәүәр Ҡотошев менән Рәхмәтуллина табылған.
Әйткәндәй, үткән быуаттың 70-се йылдарында Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Унда шундай юлдар бар: “Ватан өсөн башын һалған Башҡортостан дәүләт медицина институты тәрбиәләнеүселәренә мәңгелек дан!”
Ҡыҫҡаһы, Совет Армияһы яугирҙәре менән бергә иңгә-иң терәшеп, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡаһарман яу юлы үткән. Баҡтиһәң, аҡ халатлылар ял минуттарында ҡулына ҡәләм алып, күңелендә урғылған уй-кисерештәрҙе аҡ ҡағыҙға теркәгән. Түбәндәге бәйет алымына тиң юлдарҙы тетрәнмәй уҡыу мөмкин түгел.

Яралыны яу ҡырында
Ҡалдырыу юҡ, юҡ һис тә,
Һалдат плащ-палаткаһында
Күп һөйрәнем... бөгөн кис тә.
Уфтана янымдағы
Яралы йән киҫәгем,
Госпиталгә алып барып
Төҙәттереү иҫәбем.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә