Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъялар имен торһон!
Донъялар имен торһон! Еңеү көнө. Был байрам иҫтәлекле ваҡиғалар календарында айырым урынды биләй. Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын – ауыр һынауҙар үткән, фашизм тотҡонлоғо хәүефенән донъяны ҡотҡарып ҡалған батырҙарҙы тәбрик итәбеҙ. Уларҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы — үлемһеҙ.
Ҡыҙым дәреслектән Фәрзәнә Аҡбула­тованың “Атай икмәге” тигән хикәйәһен уҡығас, кескәй малайҙың аслыҡтан үлеп ҡалыуын бик ауыр кисерҙе.
— Атай, һуғыш ваҡытында магазиндар булмағанмы ни? — тип һорап ҡуйҙы шунан.
— Булған.
— Улайһа, ни өсөн икмәкте күп итеп алып ҡуймағандар? Малай астан үлмәҫ ине, — тине.
— Магазинда ла икмәк булмаған.
— Нисек инде? — Ҡыҙым йәнә ғәжәпләнде. Уға һуғыш ваҡытындағы тормошто шаҡтай аңлатырға тура килде.
— Ул саҡта һеҙҙең кеүек ун йәшлек балалар ҙа заводта, баҫыуҙа эшләгән.
— Ысынмы?
— Ысын!
— Уҡымағандармы?
— Юҡ, күптәренә уҡыу эләкмәгән. Бына минең атайым — бер, ә әсәйем өс класс ҡына белем алған. Атайҙары һуғышҡа киткән, ун бала ҡалғандар. Ҡыш еткәс, мәктәпкә кейеп барырға аяҡ кейеме булмағас, ташлап ҡуйған.
— Бахыр өләсәй, — тине, һуҙып. — Ҡайһылай ҡыйын булған!
Иртәгәһенә лә гел һуғыш хаҡында һорашты. Унан:
— Әлдә генә һуғыш юҡ, эйе бит?! — тине. — Өйөбөҙҙө емерһәләр, ҡайҙа йәшәр инек? Атай, һине һуғышҡа алһалар, беҙҙе мәктәпкә кем йөрөтөр ине?..
Унан һуң да ҡыҙым һуғыш хаҡында уйҙарға йыш бирелде. Йәнә бер аҙҙан:
— Атай, беҙҙә һуғыш булмаҫмы? – тип һораны.
— Юҡ, бер ҡасан да булмай, — тип тынысландырҙым да үҙем уйға ҡалдым. Ҡыҙымдың һүҙҙәренән күңелемдә әллә ниндәй уйҙар яралып, йөрәгем ҡорош­ҡандай булды…
Дәреслектәге хикәйә һуғышты күрмәгән ике быуын вәкиленә аяныслы тарихҡа әйләнеп ҡайтырға, уйланырға, хатта уны әллә ҡасанғы осор кеүек ҡабул иткән сабыйҙы тетрәнергә мәжбүр итте. Бына ниндәй ул әҫәрҙең тәрбиәүи көсө! Уйға һала, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Элек атай-әсәйҙәребеҙҙең: “Донъялар имен булһын, һуғыш сыҡмаһын, шөкөр итергә кәрәк”, — тигәнен көн һайын тигәндәй доға урынына ишетһәк, үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был изге һүҙ һирәгерәк яңғырай. Башлыса, шул юҡ, был юҡ, тигәнерәк аһ-зар ишетәбеҙ.
Ватаныбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихында бөйөк ваҡиғалар һәм данлы даталар аҙ түгел. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың, оло быуындарҙың ҡаҙанышын һәм батырлығын һәр саҡ ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Әммә йөрәгебеҙҙә йөрөгән айырым бер ваҡиға бар. Уны йылдар ҙа, ваҡиғалар ҙа ҡаплай алмай. Ул — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүе. Был байрам бөйөклөктө һәм фажиғәне, шатлыҡ-ҡыуанысты һәм ҡайғыны, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы һәм хәтерҙе үҙ эсенә һыйҙыра. Ут-күмергә әүерелгән ҡалалар, билдәһеҙ ҡәберлектәр, тол ҡатындар, етем сабыйҙар... Тиңе булмаған Еңеү беҙҙең ил халҡына ҡиммәткә төштө. Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион кешеһен юғалтты илебеҙ.
Һуғыш Башҡортостанға ла ҡара афәт булып килде, һәр ғаиләне ҡайғыға сорнаны. Республиканан меңдәрсә яугир дошманға ҡаршы ҡаты алышҡа инде. Алты уҡсылар һәм дүрт кавалерия дивизияһы, ике уҡсылар бригадаһы, 12 айырым полк, бер нисә батальон төҙөлә һәм фронтҡа оҙатыла. 1939 йылдан 1945 йылға тиклем осорҙа Башҡортостандан Ҡораллы Көстәр сафына 700 меңдән ашыу кеше саҡырыла һәм мобилизациялана, фронтҡа алынғандарҙан 322 меңдән ашыу яҡташыбыҙ утлы өйөрмәлә башын һала.
Был осорҙа Башҡортостанда үлемесле бомбалар шартламаһа ла, республикабыҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фиҙакәр хеҙмәткә ҡушыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һуғыш уты ҡупҡан төбәктәрҙән йөҙгә яҡын завод һәм фабрика күсереп килтерелеп, эшкә ебәрелә. Ғәрәсәтле ҡалаларҙан, ауылдарҙан йөҙәрләгән мең кешене республика халҡы үҙенә һыйындырып, ризығы менән бүлешә. Төрлө төҙөлөштәрҙә, заводтарҙа, баҫыуҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге кешеләр менән әле партала ултырырға тейешле сабыйҙар ҙа, балалығынан мәхрүм ҡалып, ҡорал етештерә, баҫыуҙа иген үҫтерә, тамағын хәстәрләй. Бөйөк Еңеү хаҡында һөйләгәндә тыл батырҙары, фронттағыларҙы ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин иткәндәр йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала кеүек. Ошо иҫ киткес Еңеүҙә уларҙың өлөшө үҙе тиңдәшһеҙ фиҙакәрлеккә тиң.
Башҡортостанда нефть сығарыу һәм эшкәртеү фронтты һәм тылды яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булды. Һуғыш йылдарында республикала һигеҙ нефть ятҡылығы асыла, биш миллион тоннанан ашыу нефть табыла. Фронтта һәр өсөнсө танк, һәр өсөнсө самолет Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡта эшләгән.
Минең бала саҡ уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарына тура килде. Әле уйлайым да, һуғыш бөтөүгә уҙа барһа 30 йыл самаһы ваҡыт үткән. Класыбыҙҙа фронтовик балалары ла бар ине. Атайым менән әсәйемдең бала сағы ошо афәтле осорға тура килеп, шул мәлдең әсе һабағы хаҡында йыш һөйләрҙәр ине. Уларҙың бер ҡасан да артыҡ йыһаз тип ҡыҙыҡмауы шул ауыр дәүерҙең бер тәрбиәһе түгелме икән?!
Һуғыш касафаты Бөйөк Еңеүҙән һуң байтаҡ йылдар үткәс тә үҙен һиҙҙертә. Күпме балалар атайһыҙ үҫә, миллионлаған ҡатын бала һөйөүҙән мәхрүм ҡала. Ҡыҙ­ғаныс: бөгөн беҙ шул дәһшәтле йылдар эҙемтәләрен иҫебеҙҙән сығара барабыҙ кеүек. Телевидениела йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү урынына башлыса уларҙың күңелен, рухи донъяһын емерерҙәй, кәйеф-сафа ҡорған, еңел тормош хаҡындағы тапшырыуҙарға өҫтөнлөк бирелә. Шул замандағы халыҡ­тың, өлкән­дәрҙең генә түгел, балаларҙың да ете-һигеҙ йәштән ил эшенә егелеүен күрһәткән фильмдар йышыраҡ күрһәтелһә ине лә...
Һуғыш. Еңеү. Тыныслыҡ. Бөгөн дә Ер-әсәбеҙ тыныс түгел. Теге йәки был төбәктә һуғыш уты тоҡанып тора. Бер ғәйепһеҙ халыҡ ошо мәхшәрҙә һәләк була, яҡын­дарын, ғәзиз балаларын юғалта. Улар барлыҡ тапҡанын-таянғанын, донъяһын ташлап, һыйыныр мөйөш эҙләй. Уның ялҡыны бына-бына көсәйеп китер һымаҡ та тойола. Донъялар имен торһон!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21