Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағиҙел – Волга – Дон
112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу эҙҙәре буйынса һайланма кисерештәр
Ағиҙел – Волга – ДонҺуғыш тураһында нимә белә инем мин? Күпте белә инем. Уҡылған китаптар буйынса, бала саҡтан ҡараған фильмдарҙан сығып һәм әле ул саҡта иҫән фронтовиктарҙың үҙҙәренең ауыҙынан ишетеп.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында нимә белә инем? Бик күпте белә инем. Тик ошо тарихи сәфәр барышында мин бер нәмәне асыҡ төшөндөм: һуғыш тураһында ла, Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында ла бер нимә лә белмәгәнмен! Ни өсөн? Сөнки мәғлүмәтем күп булған, тик кисерештәр, тойғолар етмәгән. Уларҙы тик ошонда килеп, тотош ҡанға һуғарылған тупраҡҡа баҫып
тороп ҡына алырға мөмкин! Шунда ғына танктар геүләүен, туптар шартлауын, “Мессер”ҙарҙың һауа ярыуын ишетәһең... Һәм барыһы ла һинең йәнең аша үтә... Йәнең аша үтә лә алҡымыңа килеп төйөлә...

Бына автомобилдәр кортежы уйһыу ғына ерҙә туҡтай. Обливская станицаһы менән Алексеев хуторы араһы. Урындағылар был йырынды “балка Чугунка” тип йөрөтә. 1942 йылдың ноябрендә атлылар ошонда килеп етә. Тик ары үтә алмай. Ҡар ҙа тәрән була ул йылды. Яҡында ғына немецтарҙың ике аэродромы урынлашҡан. Көнө-төнө бомбаға тоталар. Тарихсылар әйтеүенсә, көнөнә меңгә яҡын осош була бында. Фашистар кинәнеп һунар ойоштора.
Ошо йырынға, Чугунная балкаға, йәшенә һыбайлылар. Тик юҡҡа ғына, бер урынға эркелгән яугирҙәрҙе бомбаға тотоуы еңелерәк... “Мессершмит”тар, “Хенкел”дәр ҡабат-ҡабат һауаға күтәрелә... Ярылған бомбаларҙан тупраҡ ҡатыш ҡар күтәрелә күккә... Аттар үрәпсей... Пулеметтар үлем сәсә... Тирә-яҡта ап-аҡ ҡар аллана...
Сараһыҙҙан, әмәлһеҙҙән, бер нимә лә эшләй алмағанлыҡтан аптырап, кавалеристар ҡылыстарын ҡындан һура ла самолеттарға ҡаршы саба башлай. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, түштәренә тиклем ҡар йырып сапҡан аттарҙа ҡылыс болғап тәреле самолеттарға ҡаршы сабалар... Ахмаҡлыҡмы? Юҡ, батырлыҡ... Һәм, баҡһаң, ул күптәрҙе үлемдән ҡотҡара ла инде. Аҙаҡ ошо ҡаһарманлыҡты хәрби алымға әйләндерәләр: һыбайлыларҙың бер-береһе менән араһы илле метрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел.
Оҙаҡ торҙом уйланып йырында... Әле бер кем дә асыҡ ҡына әйтә алмай был яландағы ҡорбандар һанын. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, бында бер меңдән ике меңгәсә яугир башын һалған. Ваҡытында уларҙы ерләргә лә мөмкинлек булмай. Күпмелер мәйетте ас дала бүреләре ашай. Күпмеһендер күрше ауылдарҙың халҡы үҙҙәренә алып ҡайтып ерләй. Ә бында? Яланда? Күпмеһе беҙҙең эҙәрмәндәрҙе көтөп ята? Тынлыҡ... Әллә ҡылғандар елдә өндәшә, әллә ер аҫтынан, әллә күктән ишетелгәндәй: “Батырҙарын иҫкә алған саҡта, Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил... Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил”... Ишетелгән генәлер ул...
Артабан ҡуҙғалабыҙ... Машинала бер кем дә өндәшмәй... Аҙаҡ ҡына асыҡлана: баҡһаң, барыбыҙҙың да күҙ алдында бер үк күренеш булған икән: ҡарға батып самолеттарға ҡаршы аттар саба... Ат өҫтөндә ирендәрен ҡанатҡансы тешләгән яугир... Һәм ҡындан һурылған ҡылыс...
***
Ағиҙел – Волга – ДонБеренсенән, беҙҙең сәфәргә иғтибар һәм ихтирам тураһында. Һәр урында бик юғары кимәлдә ҡаршы алдылар тиһәм, бер нимә лә әйтмәгән булыр инем. Һәр осрашыуҙағы кешелеклелек һәм кеселеклелек һоҡландырҙы. “Бында ҡасан һуңғы тапҡыр Башҡортостан вәкилдәре булды?” тигән һорауға бөтә ерҙә лә бер яуап булды: “Никоһда”... (хәреф хатаһы түгел, урындағы һөйләштең стиле һаҡланды). Әлбиттә, бик ышанып етмәйем, ҡасандыр, кемдер булғандыр ул ерҙәрҙә. Бәлки, күрмәй ҡалғандарҙыр йә иғтибар бирмәгәндәрҙер. Ғөмүмән, һүҙ ул хаҡта түгел... Советтар Союзы тарҡалғандан һуң бәйләнештәр өҙөлдө, яңы шарттарҙа тәрбиәләнгән тотош бер быуын үҫеп сыҡты. Тик уларҙың хәтере юйылмаған. Беләләр барыһын да. Иҫләйҙәр. Иғтибар һәм илтифатлыҡ бар. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, һәр ерҙә бер туғандарын ҡаршы алғандай ҡаршыланылар. Һәр ерҙә туғандар ҡәберлеге, мемориаль комплекстар, һәйкәлдәр тәртиптә һәм тәрбиәле. Хатта ки, Деев утарының бөткәненә утыҙ йыллап барҙыр инде. Юл да юҡ ул тарафҡа, саҡ барып еттек. Әммә ауыл булған ерҙә йәп-йәшел үлән, сауҡалыҡ араһында һәйкәл тора, буялған, йыйыштырылған. Кемдер уйлар, беҙ килеүгә шулай хәстәрләп ҡуйғандарҙыр тип... Ихтимал, буяғандарҙыр, әммә һәйкәл эшләп, кәртәләп ҡуя алмаҫтар ине. Бер биләмәнең, райондың сигенән икенсе сиккәсә кәм тигәндә өс вәкил оҙатып йөрөнө: хакимиәт башлығы, урындағы военком һәм шул казак округының атаманы.
Белая Калитваға барып етеүгә бер нәмәгә иғтибар иттем: үҙебеҙҙе сит ерҙә итеп тоймайбыҙ. Әйтерһең дә Башҡортостан ҡалаларының береһендә йөрөйбөҙ. Рәсәйҙең күп, бик күп төбәктәрен күрергә насип булды, әммә бер ерҙә лә бындай тойғо булманы. Ҡулымды йөрәгемә ҡуйып әйтә алам: Дон буйында ысын мәғәнәһендә туғандаш халыҡ йәшәй. Улар 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарманлығын белә, тарихты быуындан быуынға тапшырып килә һәм... беҙҙе көтәләр. Һәм улар алдында беҙҙең рухи бурысыбыҙ бар, сөнки 1942 йылдың көҙөндә – 1943 йылдың башында Дон буйҙарын азат итеү өсөн башын һалған милләт­тәштәребеҙ рухын һаҡлайҙар.

(Дауамын гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ).


Автор: Азамат ЮЛДАШБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 1

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә