Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр эшкә өлгөрә
Һәр эшкә өлгөрәТормошто һөйгән, ауырлыҡтарға бирешмәй, һаман алға ынтылған кешеләр мине һоҡландыра. Үҙҙәренең уңғанлығы, ныҡлығы менән улар башҡаларға ла көс-дәрт өҫтәй, йәшәүгә ышаныс уята.
Зилдә Бүребай ҡыҙы Зәйнул­лина менән беҙ бер быуын кешеләре. Шуға­лырмы, мауығыу­ҙарыбыҙ, яратҡан шө­ғөл­дәребеҙ ҙә бер төрлө, хатта бейеү менән “сирләүебеҙ” ҙә бер ваҡытҡа тура килә. Тик мине яҙмыш бүтән юлдан алып китһә, Зилдә бөгөнгәсә сәнғәткә, әүҙем йәмәғәт тормошона тоғро ҡалған.
Мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылы Ҡаҙмашта клуб мөдире булып хеҙмәт юлын башлай Зил­дә. Рысҡужа ауылы егете Марс менән бер-береһен яратышып өйләнешәләр, йәш кәләш һөйгәне­нең ғаиләһенә килен булып төшкәс тә яратҡан шөғөлөн ташламай, байтаҡ ҡына йөрөп эшләй. Ауылдар бер-береһенә терәлеп тора ла бит, әммә ғаиләле булғас, йорт-ҡура эше лә тулып ята, ул арала тәүге балалары донъяға килә.
— Эшкә ҡыҙымды күтәреп барған саҡтарым да булды, — тип хәтерләй ул бөгөн. — Марс – ҡәйнәмдең берҙән-бер балаһы. Ҡуян тотоп, кәзә көтөп үҫтергән ул улын. Шәл бәйләй ине. Мине лә дебет, йөн иләргә өйрәтте, һәр яҡлап ярҙамсы булды. Шәл һатып, донъя көтөп киттек. Бәләкәй генә өйҙә бер карауат та бер урындыҡ, һике менән өҫтәл...
Киләсәктә ҙур йорт һалырға, яңы кәрәк-яраҡ алырға хыяллана Зилдә менән Марс. “Заветы Ильича” колхозында водитель булып эшләгән ире лә тырыш, егәрле булып сыға. Әйткәндәй, Марстың хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу: яратҡан һөнәренә ул бөтә ғүмерен бағышлаған.
Ике балалары булғансы йәшәй Зәйнуллиндар Зилдә килен булып төшкән бәләкәй өйҙә. Зилдә Бүребай ҡыҙы Рысҡужаға клуб мөдире булып күсә.
— Эш, әлбиттә, бер аҙ еңе­ләйҙе, ләкин Ҡаҙмаш клубы ауыл Советына ҡарай ине, хеҙмәт хаҡы ла юғарыраҡ. Колхоз ҡарамағын­дағы Рысҡужа клубына күскәс, эш хаҡы 50 һум ғына булды, — ти хеҙмәт ветераны. — Иртә менән разнарядкаға барам, “Молния”, “Боевой листок”тар сығарам, унан бесәнселәр менән бесәнгә китәм. Ундағы яңылыҡ­тарҙы йәнә “Боевой листок”та яҡтыртырға кәрәк. Һыйыр һауырға ла тура килде. Клуб эшен өсөнсө балам тыуғас ҡына ташланым. Ул арала клуб мөдире булып ун биш йыл эшләп ташлағанмын...
Мөдирлектән китһә лә, Зилдә ауылдың мәҙәни тормошонан айырылмай. Район­дың “Йәшлек” бейеү ансамбле менән алыҫ гастролдәргә йөрөй алмаһа ла, ауыл, район үҙәге, Өфө сәхнә­ләренән төшмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшендә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, өс йыл рәттән ветерандар йәмғиәтен дә етәкләй.
— Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең яҡтарҙа ветерандар һәйбәт йәшәй. Бөгөн пенсионерҙар алтмыштан ашыу, әллә ни мохтаж­лыҡтары юҡ, — тип фекере менән уртаҡлаша З. Зәйнуллина.
Заманында ул саҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Латифа Мостафина менән берлектә бик күп саралар үткәрә улар. Ҡаҙ өмәләре, ҡарға бутҡаһы, ауылдаштар, ырыуҙаштар осрашыу­ҙары, ҡул эштәре күргәҙмәләре, төҙөкләндереү буйынса саралар, тирә-яҡ ауылдарға концерт менән сығыуҙар — бында рысҡужа­ларҙың мәҙәни-ағартыу эшмәкәр­леген һанап ҡына ла сығыу мөмкин түгел.
— Әйҙәгеҙ, кейеҙ баҫып ҡарай­быҙ, — ти берҙән-бер көн ҡыҙын кейәүгә бирергә йыйынған әсә­ләрҙең береһе.
— Әкренләп һәр ҡайһыбыҙ кейеҙле булдыҡ. Ирҙәребеҙ махсус бүлмә эшләп бирҙе кейеҙ баҫыу өсөн. Өфөнән дә килеп ала башланылар. Беҙ ҙә шымарып киттек. Шул кейеҙ баҫыуға арнап бейеү һалдылар, әллә нисә тапҡыр Өфөгә күргәҙмәгә барып ҡайттыҡ. “Аҡ кейеҙгә баҫһам” тигән республика хеҙмәт-фольклор байрамында диплом алдыҡ. Бишәү инек: Мөхлисә Ғималова (мәрхүмә), Ғәйнур Латипова, Маһира Басирова, Вәсилә Мостафина һәм мин. Олоғайҙыҡ, — тип көрһөнөп ҡуя алтмышты үтеүенә ҡарамаҫтан йәштәрсә дәртле, сәхнәне лә, спортты ла ташларға йыйынмаған, донъя көтөү һәм йәмәғәт эштәре ара­һын­да күҙ яуын алырҙай милли күлдәк, елән, селтәр-ҡашмауҙар ижад иткән, бәйләм­дән айырыл­маған, баҡсаһын да, күркәм донъя­һын да гөл итеп тотҡан Зилдә Бүребай ҡыҙы.
Республика кимәлендә уҙға­рылған “Байыҡ”, “Мин яратам һине, тормош!” кеүек смотр-конкурстарҙан да ситтә ҡалмай Зилдә Зәйнуллина һәм уның әхирәттәре. Улар ойошторған “Апһындар” төркөмө фольклор ансамбле лә уңышлы эшләп килә. Фольклор ансамбленә Зөһрә Мәһәҙиева етәкселек итә.
Былтыр улар Силәбе өлкә­һенең Ме­йәс ҡалаһында үткә­релгән “Иман нуры” мөнәжәт байрамында ҡатнашып, кейем­дәре, сығыштары менән барыһын да хайран ҡалдырып, Маҡтау ҡағыҙы һәм аҡсалата бүләк алып ҡайттылар.
Рысҡужаға Төркиәнән ҡунаҡтар килеп, урындағы халыҡтың ғө­рөф-ғәҙәтен, йолаларын, аш-һы­уын, йырҙарын өйрәнеп ҡайтҡан.
— Бөтә нәмә менән ҡыҙыҡ­һыналар, бишбармаҡ, ҡаҙы, эремсек нисек әҙер­ләнә — тотош яҙып алдылар. Мул итеп өҫтәл әҙерләгәйнек, һәр ризыҡты тәм­ләп ҡаранылар. Балаларҙың уйындары менән дә ҡыҙыҡһын­дылар. Вәғәҙә итһәләр ҙә, фото­һүрәттәрен генә һаман ебәрмәй­ҙәр ниңәлер, — ти Зилдә.
Әсәйҙән күргән тун бесә, тип хаҡ әйтә халыҡ. Әсәһе Мәрзиә апай ҡул эштәренә маһир була: бәйләй, тегә. Яратҡан һөнәрҙәре­нә ҡыҙҙарын да өйрәтә (ә улар бишәү). Ҡорама ҡорау тиһеңме, юрған эшләүме, шәл, төрлө тү­шәктәр, башҡа кәрәк-яраҡтар бәй­ләү тиһеңме — бөтәһе ҡулынан килә Зилдәнең. Иптәше Марс менән бер-береһен аңлап, терәк-таяныс булып йәшәй улар. Ҡыҙҙары Эльвира менән Илүзә­нең, улдары Даяндың күптән инде үҙ ғаиләләре. Туғыҙ ейән-ейән­сәрҙәре бар. Шөкөр, балалар ата-әсәһенә оҡшап тәрбиәле, эшһө­йәр. Килендәре Земфира — Рысҡужала клуб мөдире, һәр эште ҡәйнәһе менән кәңәшләшеп башҡара, сараларҙы ла йыш ҡына бергәләп үткәрәләр.
Быйыл ҡыш рысҡужалар тирә-яҡты тағы бер ғәжәпкә ҡалдырып, урамға Скандинавия таяҡтарында йөрөргә сыҡтылар. Һәм, әлбиттә, Зилдә Бүребай ҡыҙы бында ла башланғысты үҙ ҡулына алды. Яңы спорт төрөн үҙ итеүселәр бөтәһе лә ғаиләле, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, гөрләтеп донъя­һын көтә, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Күптәр, ваҡыт етмәүгә һылтанып, телевизор алдында көн уҙғарһа, Рысҡужа ауылы уңғандары сәләмәтлек нығыта, тормоштоң бар йәмен тойоп йәшәй.


Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә