Йәш ярымдан үкһеҙ етем ҡалып, кеше тупһаларында, иҙәндә быҙау бәйләй торған мөйөштәрендә септә түшәп, шуны ябынып ятып, 9 йәшкә еткәнмен. Аҙаҡ Үрген етем балалар йортонан ҡунаҡҡа ҡайтҡан малайҙарға эйәреп, ике көндә 120 саҡрымды үтеп, Ейәнсура районының Үрген ауылына барып еттем. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан тигән тормошта йәшәй башланым, беренсе класҡа уҡырға ла барҙым. Бер туғаным да юҡ тип йөрөгәндә, ҡайҙандыр бер әбей килеп сығып, шунда-шунда ағайың, апайың йәшәй тигәс, төндә бер урыҫ ауылына киттем. Ундағы Аллабирҙе тигән кеше минең ағайым булып сыҡманы. Иртәгәһенә Ейәнсура районының Һике ауылына (рәсми рәүештә Башҡорт Бармағы тиҙәр) киттем. Өсөнсө көндә барып таптым Йомабикә апайымды. Ул шунда тормошҡа сыҡҡан булған. Күреп һөйләшер ҙә кире китермен, тип уйлағайным, килеп сыҡманы. Апай йөклө, һыуға ла бара алмай, ә еҙнәй менән ҡоҙаса тейешле кеше икеһе лә сихут менән ауырый. Ҡыш буйы һыбай йөрөп, яҡын-тирәнән дарыу ташып ҡараным, әммә икеһе лә үлеп китте. Апай игеҙ ҡыҙ балалар тапты, 40 көнө тулыуға береһе донъянан китте.
Апайҙың өйө төҙөк кенә ине, өс яҡтан өйәңкеләр матур булып үҫкән. Тик бер тыҡрыҡта ултырғанға, етмәһә, ҡасандыр еҙнәйҙең өйәңкегә ҡунған кәкүкте атҡаны өсөн өйҙөң урыны тыныс түгел, тигән хәбәр таралды ла апай тыуған ауылыбыҙ Аҡдәүләткә күсергә булып китте. Өйөн дә һатып тормай, буш ҡалдырҙы, тынысһыҙ булғас, берәү ҙә алмаҫ, тип уйланы.
Аҡдәүләт ауылына келәт ҡарауылсыһы өйөнә, Өшәлеккә, килеп урынлаштыҡ. Тегендә картуф сәсеп ҡалдырғайныҡ, апай шуны ҡаҙып алып киләм тип китте лә ҡайтманы ла ҡуйҙы. Мин ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байыш мәктәбенә 5-се класҡа уҡырға барҙым. Күптәр интернатта ятып уҡыны, мин келәт ҡарауылсыһы булғас, көн дә йөрөп белем алдым. Ҡыш еткәс, ҡурҡыта башланы. Бүренән һаҡланырға һалам ҡултыҡлап китә торғайным, йәнәһе, бүре уттан ҡурҡа.
Иртә менән мәктәпкә барғанда түгел, март айында мәктәптән ҡайтып килгәндә ике бүре осраны, итегемде сисеп, бер уҫаҡҡа менеп ултырҙым, китмәйҙәр, өшөтә башланы. Хоҙай мине йәлләгәндер инде, кемдер килеп сыҡһын ине тигән теләгем ҡабул булды. Кашауай санала елдереп ауыл Советы рәйесе Шәһиҙә апай күренде. Мин уны танып, ҡысҡырып ебәрҙем, бүреләр ҡурҡып ҡасты. Шәһиҙә апай минең ауылға ниндәйҙер йыйылыш үткәрергә китеп барған икән. Кучеры Сәғәҙәй инеме икән, санаһынан бесән алып тоҡандырҙы ла минең итектәрҙе, аяҡтарҙы йылытып, үҙемде толопҡа урап, Шәһиҙә апай янына ултыртты.
Ошо осраҡтан һуң Шәһиҙә апай мине интернатҡа урынлаштырҙы. Магазиндан көн дә ярты икмәк бирҙеләр. Ул саҡта икмәк тә 16 тин генә тора ине.
Ҡыш һарыҡ фермаһында чабан булып эшләнем, июнь айында “Овцевод” совхозына ҡасып китеп (Иҙелбәк ауылы була инде), унда Биштирәк ауылы һыртында, Шайтан-горала совхозға бесән эшләшеп, “ШК” тигән бесән сапҡыста, бер юлы серобалкала ике эште башҡарып, фуфайка, бүрек, итек, салбарлыҡ аҡса алып, сентябрҙә Яңыбай ауылына 6-сы класҡа уҡырға барҙым. Яҡшы уҡыным, “Овцевод” совхозына саңғы менән ҡыуалап, комсомолға индерҙеләр. 7-се класта комсомол ойошмаһы секретары булып, бер ҙур эш башҡарҙым: колхоздың картуфын ҡаҙырға ялланып, ҡышҡылыҡҡа саңғылар алдыҡ. Хатта шул саңғыла ярышып, ике ҡолағымды ла туңдырғайным, шыртлап торалар ине, төҙәлделәр.
Яңыбай мәктәбенә ифрат рәхмәтлемен. Мәктәп директоры, бер генә дүртемде “5”-кә төҙәттереп, Өфөләге 9-сы интернат-мәктәпкә йүнәлтмә тапшырҙы. Урыҫ теле уҡытыусыһы – 7 һум, математика уҡытыусыһы Һаҙа апай 4 һум аҡса биреп оҙатты. Өйҙән 5 йомортҡа бешереп, колхоз баҫыуынан көнбағыш һуғып алып, юлға сыҡтым. Абзанда мәғариф бүлеге мөдире Әбдразаҡов ағай ҙа быға ыңғай ҡараны. Миңә иптәшкә Ниязғол ауылынан Риф Хафизов исемле егетте эйәртте (ул миңә ҡарағанда ике-өс йәшкә кесе булып сыҡты).
Өфөгә килеп еттек тә интернатҡа ҡаршы Красин урамында ашап ултырабыҙ. Бер малай илап килеп сыҡты. “Ниңә илайың?” – тип һораһаҡ, “Мин 1937 йылғы, шуға алманылар”, – тимәһенме.
Миңә лә 15 сентябрҙә 18 йәш тула ине. Риф Хафизов менән һөйләштек тә минең метриканы бик бөхтә итеп кенә 1938 тип төҙәттек тә ҡуйҙыҡ. Беҙ ингәндә беренсе ҡатта коридорҙа оло ғына йәштәге күҙлекле апай ултыра ине. Ҡағыҙҙарҙы ҡараны ла, иртәгә бүлмәләргә урынлашырһығыҙ, тине.
Барыр урын булмағас, икенсе ҡаттағы баҫҡыс эргәһендәге майҙансыҡта, ҡаҡ асфальтта йоҡланыҡ, әммә беҙ шат инек, мин бигерәк тә. Был хәл 1955 йылдың август аҙағында булды. Шулай, халыҡ әйтмешләй, малһыҙ егеттәр ҙә үлмәй, донъя рәхәтен күрмәй.
1958 йылда 9-сы интернат-мәктәпте (Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын) тамамлап, БДУ-ға уҡырға индем. 1963 йылдан алып ике йыл Мораҡ башҡорт мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым.
Унан һуң Күгәрсен райкомы тәҡдиме менән “Хеҙмәткә дан” гәзитенә, фатир вәғәҙәләп, тәржемәсе итеп саҡырҙылар. Мәктәптә уҡытыусы, интернатта тәрбиәсе булып та эшләп, 300-гә яҡын эш хаҡы алған ерҙән 82 һум эш хаҡына күндем. Шунда уҡ пропагандист итеп партияға ла алдылар. Шунһыҙ яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары булып та эшләй алмайһың, тинеләр. Аллаға шөкөр, өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Тормош та һәйбәтләнде тиерлек ине. Тик йәмәғәтем Учалы районының Йәндек ауылындағы әсәйен һағынып, йыш илай башланы. Әсәһе яңғыҙ тора ине. Учалының элеватор директоры, миңә бажа тейеш кеше, йөк машинаһы ебәргәс, бер кисте тейәндек тә киттек тә барҙыҡ. 1975 ҡоролоҡ йылы ине бит.
Онотҡанмын: тәүҙә Учалыға ҡунаҡҡа барғанда “Серп и Молот” (“Ураҡ һәм Сүкеш”) гәзитенең баш мөхәррире Рәүеф Хәй улы Насиров мине осратып, гәзитебеҙҙең тәржемә бүлеге аҡһай, аҙна һайын тиерлек горкомға саҡырып теңкәне ҡороталар, әллә беҙгә дубляжға бүлек мөдире булып күсәһеңме, тигәйне. Учалыға күсергә шул да бер сәбәп булғандыр инде. Шулай ҙа тәүҙә ул мине урындағы радиола һынап ҡараны.
Күп тә үтмәй, редакцияға дубляж буйынса урынбаҫар итеп саҡырҙы. Эшләй башлағас, горкомға саҡырып тәнҡитләү ҙә, партия өлкә комитетының матбуғат секторы тарафынан да бер ҡасан да йәнде үртәүсе булманы. Ижад итеүселәр ҙә байтаҡ ине. Ана, Әҡлимә “Сөсө күмәс тәме” тигән хикәйәһен һәйбәтләп төҙәтеп биргәс, шунда уҡ өлкә гәзитенең беренсе призына лайыҡ булды. Әлбиттә, ул урыҫтарҙы мәрхәмәтле итеп күрһәтеүе менән дә алдыра. Эдгар Вилданов яҙыусы булып китте. Һуңғы ваҡытта тик кешеләрҙе ҡыуандырам тип кенә йәшәгән кеүекмен. Бер тин тиерлек аҡса алмай Бөрйәндән, Белореттан, Әбйәлилдән, Мәсетленән, Учалынан, Силәбенән бөтәһе егермегә яҡын ҡәләм тирбәтеүсенең китаптарын мөхәррирләп, үҙ өйөмдә эшләп, донъяға сығарҙым. Бик ышаныслы, талантлылары ла булды. Тик бына ҡартайылды, үҙемде ҡыуандырырға теләүселәр бармы икән?
Мин үҙемде кәсеп итеүсе тип һанамайым. Учалыға күсеп киткәндә, әллә бик ашығыс килеп сыҡҡанға, Мораҡҡа күрше Төпсән ауылында берәүҙең ишек алдында ете умартам ултырып ҡалды, Мораҡтың үҙендә йорт ҡуяндарымды редакцияның бухгалтерына тапшырып киттем. Редакция хеҙмәткәре Сергей Соколовты фатирыма индереп киттем. Ә тоҡлап-тоҡлап күпме китабымды ташып, таратып алдылар. Шунан мине толҡаһыҙ, иҫәпһеҙ, хатта һәтәү тип әйтеүселәр ҙә булғандыр.
Әҙәби түңәрәктәргә йөрөмәнем тиһәм дә була (университетта “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә, мәҫәлән). Интернатта уҡығанда ла, университетта ла бейенем дә бейенем, Өфөнөң бер концерт залы ла ҡалмағандыр. Мәскәүгә Башҡортостан көндәренә концертҡа ла китә яҙҙыҡ интернаттан. Фәйзи Ғәскәров үҙе өйрәтте беҙҙе. Тик бер техникумдың ансамбле беҙҙекенән күмәгерәк булып сыҡты.
Үҙешмәкәр түңәрәккә Учалыла күберәк йөрөнөм. Шуның бер һөҙөмтәһе итеп “Хазина” фольклор төркөмөнә – 15 йыл” тигән китабымды сығарҙым.