Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман хужалары – урманһыҙ
Урмандағы ҡороған һәм серек ағасты, сыбыҡ-сабыҡты, ниһайәт, бушлай йыйыу хоҡуғы биреләсәге тураһындағы мәҡәлә (Рәшит Кәлимуллин, “Сыбыҡ өсөн төрмәгә ултыртмаясаҡтар”, 2017 йыл, 28 март, № 35) уйланырға мәжбүр итте. Борон халыҡ үҙ ерлегендә тәбиғәттең таҙалығына ҙур иғтибар биргән. Юғарынан бойороҡ та, рәсми ҡарар ҙа кәрәкмәгән, ләкин заман үҙгәрә бара...
Беҙ, башҡорттар – тәбиғәт балаһы, тибеҙ ҙә ул, шул исемде йөрөткәндәр бөгөн, аҡсаға алданып, үҙ урманын һәм ерен һатып кинәнә түгелме? Хәйер, был сыуалсыҡ баҙар иҡтисады халҡыбыҙҙы шундай үҙебеҙгә хас булмаған аҙымға барырға мәжбүр итәлер, күрәһең.
Үткән йыл июндә миңә Йылайыр районына барырға насип булды. Кисләтеп юлға сыҡтыҡ. Ҡараңғы төшөү менән бынамын тигән йөҙйәшәр ағас тейәлгән “КамАЗ”-дарға тап булдыҡ. Улар, күрәһең, Кананикольск урманынан сыҡҡан.
“Башҡортостан”дың быйылғы 29 март һанында Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Юлсуринаның “Беҙҙең Бөрйән — ҡуйы урман...” тигән мәҡәләһен уҡып, йөрәк һыҙлауым тағы яңырҙы. Уның тыуған яҡ тәбиғәтенең юҡҡа сығыуы хаҡында әрнеп яҙыуы осраҡлы хәл түгел. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ тәбиғәте вәхшиҙәрсә ҡырыла.
Үткән йыл ошо уҡ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та “Баш­ҡортостан” гәзитендә урмандың ситтәргә һатылыуы тураһында әсенеп яҙғайны. “...Үҙ ерендә ғүмер буйы йәшәп, бөгөн дә эшләп йөрөгәндәргә өй һалып инергә, ағас яҙҙырып бирергә лә хаҡыбыҙ юҡ” тиелгәйне мәҡәләлә.
Урман хужаһы урманға мохтаж... Эш былай барһа, бал хужаһының да балһыҙ ҡалыуы ихтимал.
1960 йылдар... Илдә сиҙәм күтәреү мажараһы башланды. Етәксе Никита Хрущев ошо сәйәсәтте алға һөрҙө. Ил башлығы әйткәс, бөтә ерҙә сиҙәм аҡта­рырға тотондолар. Хатта далаһы бул­маған беҙҙең Күгәрсен районына ла килеп етте был бойороҡ. Район етәкселәре эшкә әүҙем тотондо. Ерҙә дым һаҡлап торған туғайҙарҙағы ағасты трактор менән тарттырып юҡҡа сығарҙылар, меңәр төрлө сәскәле сабынлыҡтарҙы, болондар­ҙы һөрөп ташланылар. Йыл һайын осор ҡоштар ҡайтып оя ҡороп, бала сығарырға яратып төйәк иткән туғай араһындағы күлдәрҙе ҡоротоп аҡтарып ырғыттылар ҙа ашлыҡ сәстеләр, ләкин унда иген үҫмәне тиерлек. Нисәмә йыл инде хозур болон буш ята, унда хәҙер сабынлыҡ та юҡ, иген дә үҫмәй, ҡайтыр ҡоштар ҙа биҙҙе, сөнки улар төшөр күлдәр ҡоротолдо. Кинәнеп көтөү-көтөү булып үрсегән ҡыр кәзәләре лә юғалды. Ул болонда беҙ бала саҡта ер еләгенең күплеге, туғайҙа ҡарағат, бөрлөгән, муйыл, еҙәй, балан... Халыҡ емеш йыйып кинәнер ине. Етмәһә, кем нисек теләй, шулай йыйыу юҡ, ҡайһы емештең ҡасан өлгө­рөүе­нә ҡарап, бөтә ауыл билдәле бер көндә туғайға сығыр ине.
Яҙ, ер-һыу ҡороғас, бөтә ауыл туғай­ҙағы ҡороған ағастарҙы утынға йыя. Ер асылып таҙарып ҡала. Был, күрәһең, уны ерҙе сүп-сарҙан таҙартыу, ҡоро-һары ағастар үҫеп килгәндәренә үҫергә ҡамасаулама­һын өсөн башҡарылған ғәмәл булғандыр. Борон халыҡ ни тиклем аҡыл менән йәшәгән, кеше тәбиғәт менән бергә көн иткән. Ә хәҙер яҙғы ташҡында йығылған ағасты ла алырға рөхсәт юҡ. Улар шул көйө ярҙа сүп арттырып сереп ята. Үҙем дә ашамайым, кешегә лә бирмәйем, тигәндәй. Әле Дәүләт Дума­һында, иҫтәренә төшөп, урман, һыу буйҙары сүплеккә әйләнеп бөткәс, “сыбыҡ-сабаҡты, ҡоро ағасты бушлай алырға рөхсәт ителә” тигән закон проектын ҡарай башлағандар. Ә шуны ваҡы­тында эшләһәләр, бәлки, тәбиғәт тә яҡшыраҡ һаҡланыр ине.
Әлеге мәлдә һәр тарафта туризмды ойоштороу, уны юлға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуялар. Әлбиттә, һәр район өсөн был килемле кәсеп булыр ине, ләкин килгән туристарҙың әҙәпле, тәртипле, бөхтә булыуы мотлаҡ. Архангел районы халҡының Инйәр йылғаһының яр буйҙары ял итергә килгәндәр тарафынан ҡый яланына әйләндерелеүе тураһында зарланып һөйләгәнен йыш ишетергә тура килә. Йә булмаһа, шул уҡ Ағиҙел, Нөгөш һәм башҡа бик күп урындарҙа туристарҙың үҙҙәрен тәртипһеҙ тотоуҙары мәғлүм. Тәбиғәтте һаҡлау – ул үҙебеҙҙең йәшә­йеш күренеше, йөҙөбөҙ икәнен аңлап еткермәйбеҙ, ахыры. Тәбиғәт байлығы – ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан тәғәйен­ләнгән халыҡ бай­лығы, уның тереклек сығанағы. Кеше үҙенең өлөшөнә төшкән көмөшөн ҡурсалап, һаҡлап, хужа булырға тейеш тә һуң. Ә бөгөн кем теләй, шул һата, кем теләй, шул ала. Ысын байлыҡ хужаһы ситтә ҡала.
Ситтә ҡалмау өсөн һәр кешегә, үҙ төбәгендә ошо байлыҡтан файҙаланып, халҡыбыҙҙың боронғо һөнәрҙәрен терге­ҙеп ебәреү урынлы булыр ине – күп райондарҙа бар ундай һөнәр эйәләре. Ғафуриҙа талдан өҫтәл, ултырғыс үрәләр, балаҫ һуғалар. Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш һәм башҡа райондарҙа шәл бәйләп һаталар. Әбйәлилдәр кейеҙ һуғып эш итә. Хатта улар милли кейемдәр ҙә тегеп кейә, кейеҙҙән милли орнамент ҡуйып, сумка ла етештерәләр. Күгәрсен районының Бикбулат ауылында ағастан тәпән, һелкеүес, көбөсәк, май, бал батманы, ҡалаҡ, тоҙ, кәнфит өсөн ағас һауыттар эшләйҙәр. Быларҙың барыһы өсөн дә сеймал – тәбиғәттән.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә