Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һин уның тупрағы ла, ҡояшы ла
Һин уның тупрағы ла, ҡояшы лаҺүҙ юҡ, заман технологияһы — мәғлүмәт алыр өсөн яҡшы ярҙамсы. Илдә генә түгел, донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән көнөндә үк танышып барабыҙ. Кемгә ниндәй өлкә нығыраҡ оҡшай — рәхим ит. Ул, гүйә, сауҙа үҙәге, оло баҙар, сөнки алыш-биреш туҡталып ҡалғаны юҡ, яңы бешкән “тауар”ҙы кем алданыраҡ өлгөртә.
Төрлө баҫмалар, сайттар, “канал”дар ҡыҙыу эшләй, улар иғтибарҙы йәлеп итеү буйынса көндәштәр ҙә, сәмдәштәр ҙә. “Мәғлүмәткә ҡытлыҡ” тигән нәмә үткәнгә тороп ҡалды, буғай. Үҙең өсөн нимә файҙалы, нимә кәрәкле — һайла ғына. Кеше мейеһенә, күңеленә йоғонто яһауҙың төрлө юлдары бар. Бер мәғлүмәт сараһы тормошто ыңғай яҡтан ғына күрһә, бәғзеһе сенсация артынан ҡыуыуҙы хуп күрә. Хәйер, артыҡ тырышлыҡ һалмағанда ла йәмғиәттә уйға һалырлыҡ хәлдәр булып тора. Һығымталар яһарға ғына өлгөр.
...Өфөлә ипотека түләй алмағаны өсөн Юлия Денисенконы фатирынан ҡыуып сығарғандар, бер үҙен генә түгел, өс балаһы менән бергә. Ярар, суд ҡарарының законһыҙлығын раҫлап, прокуратура эш башлаған. Бөтәһе лә ыңғай хәл ителер. Ярты йыллап оҫтаханала көн иткән был ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙыр өсөн күпме кеше көс һалғандыр, быныһын әйтеүе ҡыйын. Ә бына Президент Медведевтың бесәйе юғалған тигән хәбәр, Интернетта бер-ике көн эсендә иң ныҡ тикшерелгән темаға әйләнеп, халыҡты бик әүҙемләштерҙе. Хатта бесәйҙе донъя аҡтарып эҙләр өсөн төркөмдәргә ойошҡайнылар. Дорофейҙың табылыуы тураһындағы хәбәр булғас ҡына энтузиастар туҡтап ҡалды. Бына шундай йәмғиәттә йәшәйбеҙ.
Пермь крайында бер ғаилә Илья исемле улдарын балалар баҡсаһында юғалтты. Ул баланың иҫән-һау табылыуы хаҡында яҡшы хәбәр ишетелде. Күптән түгел, тағы ла иғлан бирелде — Алматы аэропортында Томирис Исраилова тигән 10 йәшлек ҡыҙҙы урлап алып киткәндәр...
Ә Брянскиҙа өс аҙна буйы туғыҙ айлыҡ ҡыҙҙы ҡалай эҙләнеләр! Күпме кеше ваҡытын сарыф итте, ниндәй генә версиялар эшләнмәне лә кемдәрҙе генә тикшермәнеләр! Хатта балаһыҙ ғаиләләр шик аҫтына алынды. Сабыйҙарын үлтереп, “йыйыштырып” ҡуйған ата-әсә был хәлде оҙаҡ ҡына ситтән күҙәтеүсе булды.
Йәмғиәттә ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәренә бәйле проблемалар әлеге мәлдә ошо юҫыҡҡа боролоп тора. Үҙҙәренең йола, ғөрөф-ғәҙәтенә тоғролоҡ һаҡлаған халыҡтарҙа ғаилә мөнәсәбәте ҡырҡыу түгел. Бала яҙмышына ата-әсә яуаплы ҡарай, был ҡанун үҙгәрешһеҙ ҡала. Дин буйынса ла бала һынау итеп бирелә, ата-әсә уны нисек үтеүе тураһында хөкөм көнөндә яуап бирәсәк. “Белегеҙ, мөлкәтегеҙ һәм балаларығыҙ — һеҙҙең өсөн фетнә (һынау), иң ҙур әжер Аллаһы Тәғәлә янында...” тиелә.
Эйе, “беҙ аслы-туҡлы, кейемһеҙ үҫтек, балам нужа күрмәһен” тигән осор күптән үтеп, икмәккә тилмергән саҡтар тарихта тороп ҡалды һымаҡ. Совет йылдарында ғилем алыуға ҙур иғтибар бирелде. Шуға ла “юғары белемле белгестәр йылдан-йыл арта бара” тигән һүҙҙәрҙе йыш уҡырға, ишетергә тура килде. Ул әле лә шулай, әле лә арта бара. Тағы ла бер нәмәне өҫтәргә мөмкин: йылдың-йылы юғары белемле эскеселәр, наркомандар һаны күбәйә. Тимәк, баланы тормош тигән оло юлға сығарыр өсөн юғары белем генә аҙ. Бөгөнгө заман ата-әсәһенең иң ҙур фажиғәһе — балаһы янында күберәк булыр өсөн ваҡыт тапмауы, йә теләмәүе.
Ниндәйҙер кимәлдә Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән халыҡтар балаларға мөнәсәбәттә күп йәһәттән өлгө булырлыҡ. Кавказ республикалары ғаилә нигеҙен ныҡ тота, үҙ ҡағиҙәләренә тоғролоҡ һаҡлай, һәм уларҙа ғаилә өсөн яуаплылыҡ беренсе урында тора. Ата-әсә һөйөүе баланың киләсәккә юлын яҡтырта тиһәк, арттырыу булмаҫ.
Идеологияға ярашлы геройҙарға ла мөнәсәбәт үҙгәрә. Павлик Морозовты беҙгә бала саҡта ғәҙеллек символы итеп күрһәттеләр, ә илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, шуның киреһен яһап ҡуйҙылар. Йәнәһе, ул — һатлыҡ йән. Ләкин бала үҙенән-үҙе генә тик торғанда яҡшы йәки насар кеше була алмай. Үҫмер ололарҙы ҡабатлай, ҡушҡандарын үтәй, абруйына ышана, уларҙың мөнәсәбәтен үҙенеке итә. Хәҙерге тел менән әйткәндә, өлкәндәр баланы “программалаштыра”. Бөтөн яуаплылыҡты бер малайға ғына ҡайтарып ҡалдырыу һис кенә лә ғәҙел түгел. Шунан сығып һорау бирергә була: баланы кем тәрбиәләй һуң? Ата-әсә үҙеме, әллә бүтән берәйһеме? Ә баланың үҙен генә ғәйепле итеп ҡалдырыу оло быуындың үҙенең булдыҡһыҙлығын аҡларға маташыуына бәрәбәр. Ысынлап та, “тәрбиә” тигән һүҙ аныҡлыҡ, адреслыҡ талап итә. Әммә беҙ әҙер ҡалыптарҙы ҡулланыуҙы хуп күрәбеҙ. Шуларҙың береһе, әйтәйек, “урам тәрбиәһе”. Былай алып ҡарағанда, урам үҙенән-үҙе насар ҙа, яҡшы ла түгел. Урам кеше түгел. Тимәк, урамда һинең балаңа йоғонто яһарлыҡ абруй бар. Үҫмер өсөн ваҡыт тапмайһың икән — ул таба. Ҡыҙыҡһынмайһың икән — ул ҡыҙыҡһына.
Илдә көрсөк икән, әйҙә, донъя кризисына һылтайыҡ. Кем ғәйепле? Әлбиттә, ул, ана теге күҙгә күренмәҫ, әммә бөтәһен дә дер ҡалтыратыр “кризис”. Ниндәйҙер эгрегор, фантом, ен һәм башҡаларҙы ла өҫтәргә мөмкин. Шулай аҡланыуы еңелерәк. Ләкин бала тәрбиәһенә килгәндә, сабый өсөн ата-әсәнән дә нығыраҡ абруйға кем эйә? Уларҙан да көслөрәк кемде яратыуы, көтөүе, һағыныуы мөмкин? Балалар йорттарында бер тапҡыр ҙа күрмәгән-белмәгән, хатта үҙҙәренә хыянат иткән ата-әсәһен дә кескәйҙәр һағына һәм көтә. Һағынасаҡ та, көтәсәк тә, сөнки ата-әсә бала күңеленә изгелек орлоғон һалыусы бәрәкәтле тупраҡ та, уны шыттырыусы ҡояш та, үҫтереүсе ямғыр ҙа.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә