Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өй һатып алһаң... аҡса бирәләр
Өй һатып алһаң... аҡса бирәләрШәхси йорт төҙөгәндә йәки торлаҡ һатып алғанда һәр кем үҙ ғүмерендә бер тапҡыр уның хаҡының ике миллион һумынан 13 процент һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы, йәғни дәүләт кешегә ул сарыф иткән сумманың
260 мең һумын кире ҡайтара. Тик был форсаттан файҙаланырға теләһәң, рәсми эш урыны булыуың, хеҙмәт хаҡынан һалым түләп барыуың шарт. Үҙ мөйөшөгөҙҙө ипотека ярҙамында ҡорғанһығыҙ икән, кредит өсөн түләнгән проценттан да (иң юғары сиге – өс миллион һум) 13 процент ҡайтармаға дәғүә итәһегеҙ.

Ҡайтарма юллаған саҡта торлаҡ ҡасан алын­ғаны бик мөһим, сөнки элекке һалым закондарына ярашлы, кеше ике миллион һумдан ҡайтармаға хоҡуҡты бары бер тапҡыр, йәғни бер торлаҡ алғанда ғына ғәмәлгә ашырырға хаҡлы ине. Мәҫәлән, миллион ярым һумлыҡ яңы фатир хужаһына 150 мең һум ҡайтарма менән сикләнергә тура килде. За­конға 2014 йылдың 1 ғинуарынан ингән үҙгә­реш­тәр буйынса, торлаҡ хаҡы ике миллион һумдан арзан икән, кеше үҙенә тейеш ҡайтар­ма күләмен ғүмер дауамында артабан бер ни­сә күсемһеҙ милек хаҡынан ҡайтара ала. Ләкин шуныһы бар: һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғынан 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем файҙаланып өлгөргәндәргә үҙгәрештәр ҡағылмай.
Ҡайтарманы юллау өсөн 3-НДФЛ форма­һындағы декларация тултырып, үҙең теркәлгән урын буйынса һалым органына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейешһең. Сайтта (www.nalog.ru) декларация өлгөһөн бушлай күсереп алырға мөмкин. Эш урынынан алынған хеҙмәт хаҡы тураһында 2-НДФЛ белешмәһенә нигеҙләнеп, ул бик анһат тултырыла.
Ҡайтарманы, теләк буйынса, ике төрлө юл менән алырға мөмкин. Беренсе ысул шулай: документтар инспекцияла ҡаралып, һалым органдарына ебәрелә һәм ғариза яҙыусының иҫәбенә тейешле ваҡыттан һуң аҡса күсерелә. Икенсе юл: документтар тапшырыусыға иҫкәр­мә ҡағыҙы бирелә, артабан кеше уны эш урынына илтә, һәм килеменән һалым тотолмай.
Кеше өйөн үҙ көсө менән төҙөгән саҡта ла һалымды ҡайтарырға мөмкин. Уның өсөн талап ителгән документтарҙан башҡа һалым хеҙмәтенә башҡарылған эштәр хаҡында сығымдарҙы раҫлаған документтарҙы алып килеү мотлаҡ. Ул сығымдарға проект-смета документацияһы әҙерләү, төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары алыу, уларҙы башҡарыу өсөн түләү, тейешле инженерлыҡ коммуникациялары үткәреү өсөн түккән аҡса инә. Төҙөлөп бөтмәгән, тапшырылмаған йорт алғанһығыҙ икән, был турала ла документ булһын. Сантехника, газ плитәһе һатып алыу, яңы йорттоң бүлмәләрен үҙгәртеп ҡороу кеүек мәшәҡәттәр сығымынан ҡайтарма ҡаралмаған.
Үҙ йорттарын күтәргәндәр сығымдарҙы дәлилләгән документтарын юғалтмай йыйып барһын, милек таныҡлығы ҡулға ингәс, аҡрынлап ҡайтармаһын алыр, тип кәңәш итәбеҙ.
Ҡайтарма уҙған өс йыл өсөн бирелә (тик торлаҡҡа хоҡуҡты раҫлаған таныҡлыҡ алған йылдан иртәрәк түгел). Тимәк, граждандар быйыл 2014, 2015, 2016 йылдар өсөн декларация тапшыра аласаҡ.
Хаҡлы ялға сығыр алдынан йорт төҙөгән йәки фатир алған пенсионер ялға сыҡҡанға тиклем өс йыл эшләп, ҡаҙнаға һалым түләһә, шул йылдар өсөн ҡайтармаға хоҡуҡлы.
Уртаҡ милек алырға ниәтләгән ир менән ҡатын өсөн ҡулай ваҡыт, тиер инек. Ниәттәрен ипотека ярҙамында тормошҡа ашырһалар, бигерәк тә отасаҡтар. Быйыл, мәҫәлән, алты миллион һумлыҡ фатир алған ир менән ҡатын дүрт миллион һумдан (һәр береһенә икешәр миллион һумдан) ҡайтармаға хаҡлы. Ипотека проценттарынан (өс миллион һумға тиклем) кире бирелергә тейеш 13 процентты ла ҡуш­һаң, улар йәмғеһе 10 миллион һумдан 1,3 миллион һум самаһы аҡса ҡайтарып ҡыуана ала.
Ниндәй осраҡтарҙа һалым ҡайтармаһын алыу мөмкин түгел? Һатыу-һатып алыу киле­шеүе бер-береһенә бәйле кешеләр араһында төҙөлгәндә ҡайтарма бирелмәй. Бындай төркөмгә ир менән ҡатын, ата-әсәләр һәм балалар, бер атанан һәм әсәнән донъяға килгән туғандар, ата бер, әсә башҡа йәки әсә бер, ата башҡа туғандар, опекундар һәм улар тәрбиәһендәге балалар ҡарай.
Торлаҡ Әсәлек капиталын ҡушып һатып алын­ған осраҡта ла уның суммаһына ҡай­тарма бирелмәй. Әйтәйек, ике миллион һум­лыҡ фатирҙың 453 мең һумын Әсәлек капиталы менән түләһәләр, бер миллион 547 мең һумына ғына ҡайтарма алырға мөмкин.
Шулай уҡ эш биреүсе йәки бюджет иҫәбенә фатирлы булғандарға ла һалым ҡайтармаһына иҫәп тоторға түгел. Мәҫәлән, район еренә эш­кә ҡайтҡан табип уға дәүләттән маҡсатлы бирелгән бер миллион һумға йорт алһа, ҡайтармаға хоҡуғы юҡ.
Торлаҡ һатҡанда түләнгән һалым хаҡын­дағы законға иһә 2016 йылдан мөһим үҙгә­рештәр индерелде.
Элек торлаҡ милкендә кәмендә өс йыл бул­ған осраҡта кеше был һалымдан азат ител­һә, яңы ҡағиҙә буйынса, уны түләмәү өсөн милеккә дәүләт теркәүенән һуң биш йыл уҙыуы шарт.
Ошо тәңгәлдә иҫкәрмәләр барлығын да әйтеп үтергә кәрәк. Фатир һеҙгә ғаилә ағза­ла­рынан йәки яҡын туғанығыҙҙан мираҫҡа күс­кән, бүләк ителгән икән, уны өс йыл үткәс һа­тырға ниәтләһәгеҙ, һалым түләмәҫкә хаҡлы­һығыҙ. Хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә торлаҡ­ҡа эйә булып, уны өс йылдан һатаһығыҙ икән, был хәлдә лә һалымдан азат ителәһегеҙ. Шулай уҡ, мәҫәлән, оло кешене ғүмер буйы ҡа­рау шарты менән торлағы һеҙгә тапшы­рылған осраҡта ла, уны өс йылдан һатһағыҙ, һалым түләтеү ҡаралмай.
Әгәр инде һеҙ милкегеҙҙе билдәләнгән ва­ҡыт үткәнен (уны ниндәй юл менән алы­уы­ғыҙ­ға ҡарап – өс йәки биш йыл) көтөп тормайынса һатаһығыҙ икән, һалымды тулыһынса түләргә кәрәк була.
Шуға иғтибар итегеҙ: яңы ҡағиҙәләр милек хоҡуғы 2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң тер­кәлгән торлаҡҡа ғына ҡағыла. Йәғни, мәҫәлән, һеҙ 2013 йылдың апрелендә алған фатирҙы 2016 йылдың майында һатырға булғанһығыҙ икән, бер ниндәй ҙә һалым түләмәйһегеҙ.
Өй һатып алһаң... аҡса бирәләр
3-НДФЛ формаһындағы декларацияға түбәндәге документтар теркәлә:
[list]
*торлаҡҡа хоҡуҡты раҫлаған таныҡ­лыҡ күсермәһе;
*фатирҙы ҡабул итеү акты күсермәһе (торлаҡ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу юлы менән алынып, милек хоҡуғы рәс­миләштерелмәгән осраҡта);
*түләү документтары күсермәләре;
*һатыу-һатып алыу килешеүе йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу киле­шеүе;
*паспорт күсермәһе;
*ИНН таныҡлығы күсермәһе;
*кәрәкһә, ипотека проценттарына ҡай­тар­ма алыу өсөн кредит килешеүе, процент­тар түләнеүе хаҡында банктан белешмә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 0

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә