Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ
Һуңғы осорҙа “Башҡортостан” гәзитендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең етем ҡалған балалары һәм тол ҡатындарына иғтибарҙы арттырыу мәсьәләләре йыш күтәрелә. Был хаҡтағы мәҡәләләрҙе тыныс ҡына уҡып булмай, тетрәндергес тема бик ваҡытлы һәм урынлы ҡуҙғатыла, тип иҫәпләйем.
Гәзиттең быйылғы 26 ғинуар һанында донъя күргән хеҙмәт ветераны Эрнст Юлбарисовтың мәҡәләһе айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Уҡып сыҡтым да түҙмәнем, редакциянан телефонын алып, үҙенә шылтыраттым. Таныштыҡ, аңлаштыҡ, артабан да хәбәрләшеп, осрашып торорға килештек. Яҙмышыбыҙҙа уртаҡ яҡтар бик күп булып сыҡты, һуғыш михнәттәрен, атайһыҙ үҫеүҙең ҡыйынлыҡтарын үҙ елкәбеҙҙә ныҡ татығанбыҙ. Атайҙарыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында батырҙарса һәләк булды. Беҙҙең ғаиләнән генә лә дүрт яугир һуғыштан әйләнеп ҡайта алманы: атайым, әсәйемдең ике ҡустыһы, ҡайным...
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән социаль ярҙамды һәм ҙур иғтибарҙы ғәҙел һәм дөрөҫ тип иҫәпләйем. Үкенескә ҡаршы, һәләк булғандар, уларҙың тол ҡатындары һәм етем балалары ил етәкселеге тарафынан бөтөнләй онотолдо. Аслыҡ-яланғаслыҡ һәм ауырыуҙар тылда ҡалғандарҙы ла урап үтмәне. Бик күп әсәләр, балалар шул арҡала яҡты донъянан китте. Иҫәндәре һуғыш йылдарының һәм унан һуңғы барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙҙәре аша үткәрҙе. Тик Хөкүмәт яғынан бер ниндәй ҙә аңлау, яҡлау булманы. Һуғыш осоро балалары шул арҡала уҡый ҙа, тейешле белем дә ала алманы. Мәҫәлән, беҙҙең Учалы районы буйынса балаларҙың 2,3 проценты бөтөнләй мәктәпкә йөрөмәне, ә 68 проценты тик башланғыс белем генә алды. 40,3 проценты — инвалид, 17 проценты — бер ниндәй льготаһыҙ. Был тәңгәлдә колхозда эшләгәндәргә йәшәүе бигерәк тә аяныслы булды: үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһына тиклем уларға паспорт бирелмәне, хеҙмәт кенәгәләре булманы һәм стаждары иҫәпләнмәне, пенсия түләнмәне, эш хаҡын ай һайын аҡсалата алыуҙан да мәхрүм инеләр. Бары йыл аҙағында, уңыш йыйыу тамамланғандан һуң, йыллыҡ эш хаҡын игенләтә алдылар. Ошо сәбәптәр арҡаһында аҙаҡ күбеһе стаждарын дөрөҫ иҫәпләтә алмай күпме йонсоно, пенсиялары ла бик түбән булды. Мин прокуратура системаһында эшләгәс, уларҙың нисек яфаланғанын күрҙем, ярҙам итергә тырыштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла тейешле ярҙам күрһәтеп булманы. Заманы ла, законы ла аңлайышһыҙ ине. Иң үкенеслеһе шул: ғәҙеллекте ил етәкселеге күрергә теләмәне.
Шулай ҙа ыңғай миҫалдар бар. 2000 йылда Рәсәйҙә беренсе булып Силәбе өлкәһе губернаторы П. Суминдың ярҙамы менән “Йөрәк иҫтәлеге. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡорбандарҙың балалары” тигән Силәбе төбәк йәмәғәт ойошмаһы төҙөлдө. Губернаторҙың ҡушыуы буйынса, барлыҡ ҡала-райондарҙа уның урындағы бүлексәләре ойошторолдо. Ярҙамға социаль яҡлау органдары ла ҡушыла, һуғышта һәләк булғандарҙың исемлектәре төҙөлә, уларҙың ғаилә ағзалары яңы ойошмаға ағза итеп алына, барыһына ла танытма тапшырыла. Уларға тейешле социаль ярҙам күрһәтеү, льготалар биреү тураһында үтенес менән ил етәкселегенә мөрәжәғәт ителә.
Ут күршеләребеҙҙең был изге эшенә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡушылды. Бөгөн 40-тан ашыу ойошма барлыҡҡа килде. 2008 йылда Тверь ҡалаһында, уларҙан килгән делегаттар ҡатнашлығында, төбәк-ара йәмәғәт ойошмалары союзы төҙөлдө. Ул беҙҙең быуын кешеләре өсөн ҙур изге эш башланы һәм һөҙөмтәнең уңышлы булыуына ышанабыҙ.
2004 йылда Украинала силәбеләр өлгөһөндә “Һуғыш балалары” ойошмаһы барлыҡҡа килде. Йыл аҙағында Юғары Рада ойошма ағзаларын яҡлаған закон ҡабул итте һәм ул 2006 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде. Аталары һуғышта һәләк булғандарҙың пенсияһы арттырылды, шулай уҡ башҡа төрлө социаль ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралды.
Силәбеләрҙең изге эштәре тураһында беҙ ҙә ишеттек, ҡыҙыҡһындыҡ. Фекер алышыуҙарҙан, ойоштороу эштәренән һуң 2005 йылдың июнь айында төбәк ойошмаһы раҫланды. Дәртләнеп, ҡанатланып эшкә тотондоҡ — эшмәкәрлегебеҙҙе башҡа ҡала һәм райондарға йәйелдереү ине маҡсатыбыҙ.
Үкенескә ҡаршы, Учалы һәм Өфө ҡалаларында изге эшебеҙгә асыҡтан-асыҡ аяҡ салыусылар табылды. Ҡаршылыҡтар әле лә көслө. Ләкин беҙ юғалып ҡалманыҡ, башлаған изге ғәмәлебеҙҙе дауам итәбеҙ. Башҡа төбәктәр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Ойошма етәксеһе Мәскәү, Тверь, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Ғәҙеллек ҡасан да булһа тантана итер, халҡыбыҙ аңлар, дөрөҫлөк еңер, тип ышанабыҙ.
Әле ойошмабыҙҙа ҡала һәм райондарҙан 1100-гә яҡын кеше ағза булып тора. Эште еңеләйтеү өсөн ауыл Советтары эргәһендә бүлексәләр төҙөнөк. Беҙ “һуғыш балаларын” яҡлаған закон ҡабул итеүҙе, уларға льготалар булдырыуҙы юллайбыҙ. Аныҡ тәҡдимдәр менән Рәсәй Президентына һәм Премьер-министрына, Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһы депутаттарына мөрәжәғәт иттек. Тик, үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта бер яуап та ала алмайбыҙ, йәиһә “хатығыҙҙы ҡарау өсөн шул органға ебәрҙек” тигән хәбәр генә килә. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, түҙәбеҙ, көтәбеҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Ҡала һәм район етәкселеге лә беҙҙе аңлай башланы. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке генераль директоры Ильяс Абдрахманов эшләү өсөн бүлмә табышып бирҙе. Был ҙур ярҙамы өсөн Абдрахмановҡа бик рәхмәтлебеҙ. Ә 2010 йылда ойошма ағзаларының атайҙары тураһында яҙмаларын, фотоларын, һуғыштан килгән хаттарын йыйып, “Йөрәк хәтере” исемле китап сығарҙыҡ. Бай йөкмәткеле, фәһемле баҫма булды ул. Бөгөн икенсеһе өҫтөндә эшләйбеҙ. Район хакимиәте, тау-байыҡтырыу комбинаты һәм типография етәкселәренә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙҙе борсоған тағы бер етди мәсьәлә хаҡында әйтеп китеү кәрәк. Һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләләренә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хаттар килеүен яҡшы беләбеҙ. Ул ваҡыттарҙа ла, әле лә “хәбәрһеҙ юғалғандар” — илгә хыянат итеп фашистар яғына сыҡҡан яугирҙәр”, тигән ялған фекер киң таралған. Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Һуғышта бомба, ракета, миналар шартлауына эләккәндәр янып көлгә әйләнде, ҙур йылғалар аша сыҡҡанда дошмандың көслө ут тотоуынан күпме һалдат, машина, танк һыу аҫтына китте. Яу яланында ҡәҙерләп күмелгән һалдат ҡәберҙәрен дә таба алмайҙар. Ә күпме ғаилә һуғыш йылдарында атайҙарының һәләк булыуы йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хаттарҙы икешәр-өсәр тапҡыр алды. Ҡайһы берҙәре иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бына нисәмә йыл эҙәрмәндәр отряды һуғыш барған ерҙәрҙә эҙләнеүҙәр алып бара, хәбәрһеҙ юғалған күпме һалдат табылды. Батырҙарса һәләк булған улдарыбыҙҙы нисек “дошман яғына сыҡҡан” тип әйтергә мөмкин? Аҡылһыҙлыҡ был. Илебеҙҙе фашист ғәскәрҙәренән азат иткәс, Көнбайыш Европа илдәрендә барған һуғыштарҙа һәләк булған һалдаттарыбыҙҙың яҙмышы ла шундай уҡ хәлдә. Үкенесле ысынбарлыҡ: уларҙың барыһы ла бөгөнгә тиклем “хәбәрһеҙ юғалғандар” рәтендә.
“Республика Башкортостан” гәзитендә (2010 йылдың 16 февраль һанында) Голландия журналисы Р. Рейдингтың Башҡортостан дәүләт архивына ебәргән хаты баҫылып сыҡҡайны. “Хәбәрһеҙ юғалғандар” Нидерландта ла ерләнгән” тип атала мәҡәлә. Амерсдорф тигән бәләкәй генә ҡаланы 1945 йылда фашист ғәскәрҙәренән азат иткәндә 856 совет һалдаты һәләк була. Ҡала азат ителгәс, яугирҙәрҙе бик ҡәҙерләп ерләйҙәр, һәр ҡәбергә исем-фамилиялары яҙылған таш ҡуйыла, ә зыяратҡа “Совет дан яланы” тигән исем бирелә, беҙҙең илдән обелиск килтерелә. Әле лә тәртиптә тотолған зыяраттың фотоһүрәтен дә ебәргән журналист. Ошо һәләк булған һалдаттар араһында беҙҙең республиканан да өс яугир бар. Улар бөгөнгә тиклем “хәбәрһеҙ юғалғандар” һанала. Ә Голландия хәбәрсеһе шуны яҡшы аңлап, Рәсәй халҡына: “Яҡындарығыҙҙы онотмағыҙ, килеп йөрөгөҙ”, — тип мөрәжәғәт итә, изгелеге өсөн ҙур рәхмәт уға. Гәзитте уҡығас, уны Тверь ҡалаһына, Рәсәй буйынса ойошма комитеты рәйесе Р. Богатыреваға ебәрҙем. Һуғыш үткән Европа илдәренең тейешле органдарына мөрәжәғәт итеп, ныҡлы бәйләнеш булдырыу, яҡташтарыбыҙҙың ҡәберенең ҡайҙа ятыуын белеп, яҡындарына еткереү бурысын да үтәйһе ине.
Ойошмабыҙҙың эше менән яҡындан танышырға теләүселәр 3-99-42, 3-98-89, 6-57-27 телефондары аша бәйләнешкә инә ала.
Әмир ӘМИНЕВ,
Прокуратура ветераны.
Учалы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21