Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байҡыбашта бар ике йорт
Байҡыбашта бар ике йортИфрат матур көн. Аяҙ зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Тышта йылы, рәхәт. Күптәнге ниәтемде тормошҡа ашырыу өсөн бынан да ҡулай көн булмаҫ, тип юлға йыйына башланым. Теләгем — районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһен күреү.
Машина елдәй елә. Аҡ шәлдәрен ябынған төҙ шыршылар, зифа ҡайындар оҙата бара. Килә торғас, таҙартылған киң юл тар һуҡмаҡҡа ҡалды. Ярылып ятҡан сана эҙенә ҡарап ҡына ҡайҙалыр урман эсендә тормош барҙыр тип тоҫмалларға мөмкин.
— Ана, һинең “мерседес”ың килә, — тип шаяртты шофер ағай, урман эсенән ат күренгәс.
Рәхмәт яуғыры, хужа ҡаршы алырға килгән.
— Йә, нисек, һеңлекәш, юлда арыманыңмы? Ҡурҡма. Бүреләр юҡ бында. Һунарсылар йөрөп кенә тора. Ҡуянын да, төлкөһөн дә алалар.
Ике саҡрым юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бер аҡланға килеп сыҡтыҡ, өйҙәр күренде.
— Бына ошо инде Байҡыбаш ауылы, — тине юлдашым, йәнәш торған ике йортҡа күрһәтеп.
Сананан төшөүгә хужабикә ҡаршы алды. Ә өйҙә тәмле ҡоймаҡ еҫе таралғайны. Табын артында тарих сиселде.
Элегерәк Байҡыбашта егермегә яҡын шәхси хужалыҡ иҫәпләнгән. Башҡорт һәм урыҫ халҡы төйәк иткән ауылда башланғыс мәктәп, төрлө йылдарҙа сусҡа, һарыҡ һәм һыйыр фермалары булған. Күрше Салдау ауылы халҡы ла килеп эшләп йөрөгән. Ҡола яланға ҡалған урынға ҡарап быға ышаныуы ҡыйын, әлбиттә. Фермалар бөтөрөлгәс, халыҡ төрлө тарафҡа күсеп киткән.
Байҡыбашта бар ике йортУрманға һыйынып ултырған ауылда әле ике шәхси хужалыҡ ҡына ҡалған. Береһендә — Мәүлихан Мофаззалов менән Фәғилә Ғатауллина, икенсеһендә ғаилә башлығының улы Әҙип ғүмер итә. Был күркәм ғаиләнең тарихы ябай түгел. Яҙмыштары оҡшаш икәүҙең тормош һуҡмағын бер итеп атлауына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт. Мәүлихан әсәһенең ҡарынында саҡта тимер юлда эшләгән атаһы фажиғәле вафат була. Малай тыуғас, әсәһе Байҡыбаш ауылы кешеһенә кейәүгә сыға. Мәүлихан Ҡасим улы ауыл мәктәбендә, артабан Иҫке Ҡайпанда уҡый. Армияға алынғансы фермала эшләй. Красноярск яҡтарында өс йыл хеҙмәт итә, Ташкентта бер ни ҡәҙәр йәшәй. Әсәһе өҙөлөп саҡырғас, ауылға ҡайтып төпләнә. 1962 йылда Салдау һылыуы Әҙибәгә өйләнеп, матур итеп тормош ҡоралар.
Мәүлихан Мофаззаловҡа төрлө урында эшләргә тура килә. Ферма малдарына ат менән һыу ташый, сәсеү мәлендә орлоҡтоң сифатын күҙәтеүсе, баҫыу ҡарауылсыһы, бригадир ярҙамсыһы, әҙерләүсе, урмансы, ферма мөдире, звено етәксеһе лә була. Тәтешле урман пунктының Салдау участкаһында эшләп хаҡлы ялға сыға.
Әҙибә апай менән биш балаға ғүмер бирәләр. Мәүлихан ағайҙың фажиғәле донъя ҡуйған апаһының биш йәшлек ҡыҙын тәрбиәгә алып үҫтерәләр. Йәүһәриә хәҙер үҙаллы тормош ҡорған. Ейән-ейәнсәрҙәрҙе һөйөп йәшәйһе генә ҡалды тигәндә, Әҙибә апай ҡапыл ауырып донъя ҡуя. Яңы ғына 60 йәшен тултырған ир-атҡа үҙенә генә тормош көтөүе еңелдән булмай. Ни тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе кәрәк. Ҡарт көнөңдә яңғыҙ ҡалыуҙан да ауыр нәмә юҡ. Шуға ла Мәүлихан ағай, балалары менән кәңәшләшеп, Салдауҙа яңғыҙ ғүмер итеүсе балдыҙына тәҡдим яһай. 1938 йылда тыуған Фәғилә апайға ла күпте кисерергә тура килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары өс йәш кенә була. Яу яланынан ғаилә башлығының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат ҡына килә. Ҡыҙ бик йәшләй хеҙмәт юлын башлай, Байҡыбашҡа йөрөп, фермала эшләй. 17 йәшендә кейәүгә сыға.
Фәғилә Садрихан ҡыҙы ферма малдарын ҡарау менән бер рәттән, колхоз баҫыуында бәрәңге, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Ул ваҡытта кисергән ауырлыҡтарҙы хәҙер йылмайып иҫкә ала. “Салдауҙа бер ҡатын менән бер осорҙа балабыҙ тыуғайны. Ул заманда сабыйҙың өс йәшенә тиклем өйҙә ултырыу тигән нәмә юҡ. Әҙерәк хәл алдыҡ та эшкә егелдек. Бәрәңге алған мәл. Бер көн мин баҫыуға китәм, Фирүзә балаларҙы ҡарап, имеҙеп тора, икенсе көндө йәнә алмашабыҙ: мин өйҙә ҡалам, ул баҫыуға китә. Һалам, бесән йыйыуға ла сығаралар. Бер ваҡыт 15 һум хеҙмәт хаҡы түләнеләр. Уны бик ҙур аҡса һанап, һөйөнөп ала инек”, — ти ул.
Был һүҙҙәрҙе бөгөн әкиәт кеүек кенә тыңлайбыҙ шул. Ире менән алты балаға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Матур ғына йәшәп ятҡанда, ғаилә башлығы, сирҙән мандый алмайынса, мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Мәүлихан ағай Фәғилә апайға тәҡдим яһағанда уның яңғыҙ йәшәүенә ун йыл тулған була.
Бына шулай ике оҡшаш яҙмышты бер итеп тормош ҡоралар. Икеһенең дә балаларын берҙәй яҡын күреп, аралашып, ҡунаҡ булышып йәшәйҙәр. Бөгөн һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһалар ҙа, бынамын итеп донъя көтәләр. Ҡасандыр Мәүлихан ағай, ферма булғас, ауыл да йәшәр әле тип өмөтләнеп, Байҡыбашта үҙенә лә, улына ла өй һалған, ҡура нығытҡан. Хәҙер береһен дә ташлап киткеһе килмәй. Улдары Әҙип тә ошонда йәшәү яғында.
— Күңелһеҙ түгелме һуң үҙегеҙгә генә? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Эй, ҡыҙым, ҡайҙа ул күңелһеҙләнеп ултырырға! Иртән торабыҙ ҙа кискә тиклем ашыҡмай ғына бөтөн эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Бойоғорға ваҡыт ҡалмай, — тиҙәр.
Ысынлап та, аҙбар тултырып һарыҡ аҫрайҙар, ат тоталар. Улдары Әҙип көноҙоно эштә булғас, уның һыйырын һауып, малын тәрбиәләйҙәр. Йәй күпләп йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр.
Айырым утрауҙа йәшәгән кеүек булһалар ҙа, донъянан артта ҡалмайҙар. Телевизор аша һуңғы хәбәрҙәр менән танышалар, кеҫә телефоны аша балалары, туғандары менән һөйләшеп торалар. Магазинға, пенсия алырға, һайлауҙарҙа тауыш бирергә Салдауға баралар. Егергә ат булғас, уңайлы. “Салдауға күсергә уйлап ҡуябыҙ ҙа, тик нисек ошо хозурлыҡты ташлап китәһең инде, — ти өлкәндәр. — Йәй тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә. Береһенән-береһе матур сәскәләр хуш еҫен тарата, ҡоштар һайрай, һауа саф, йүкә сәскә атҡан мәлдәр... Урман яҡын: ҡайын, ер, ҡурай еләген рәхәтләнеп йыяһың. Хатта алмағастар ҙа бар. Шифалы үләндәрҙе кәрәгенсә әҙерләп ҡуябыҙ. Бесән менән утынға ҡытлыҡ юҡ. Көҙ бәшмәктең төрлөһөн йыйып ҡыуанабыҙ. Бер сығып китһәк, көнө буйы йөрөйбөҙ”, — тиҙәр.
Хужабикәнең ҡоймағы ашап туйғыһыҙ тәмле, әңгәмә күңелгә ятырлыҡ ихлас булды. Һүҙҙәр бөтмәҫ кеүек тойолдо. Өлкәндәрҙең мөләйемлеге, эскерһеҙлеге лә үҙенекен иткәндер. Донъя көткән ерҙәренең хозурлығына, тәбиғәт байлығына һоҡланып, ғорурланып туя алмайҙар. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яраҡлашып, беҙ күнеккән уңайлыҡтарҙан мәхрүм булып та, тормошто, ғүмер иткән төйәген ихлас яратып йәшәгән был кешеләр үҙҙәре лә һоҡланыу хисе генә уятты.
Көн кискә ауышҡанда ғына юлға йыйындыҡ. Фәғилә апай изге теләктәр теләп ҡалды. Һәр ҡунаҡты йылы ҡаршы алып, ҡәҙерләп оҙатып ҡалырға күнеккән ул.
Ауыл күҙҙән юғалғансы артҡа ҡарап барҙым. Ике өй ике күҙ кеүек баҡты кеүек. Күңел был хозур тәбиғәтле ауылдың бөтөүен, Байҡыбаш тигән атаманың районыбыҙ картаһынан юҡҡа сығыуын теләмәй ине. Мәүлихан ағай менән Фәғилә апайға эстән генә оҙон ғүмер теләнем. Улар барҙа ауыл да йәшәйәсәк.
Рәсилә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Тәтешле районы,
Үрге Тәтешле ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872