Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Янғантау” Малаяҙ районының Илтәй ауыл советында, “Сулпан” колхозына километр ярым йыраҡлыҡта, Үҙән йылғаһының бейек яр башындағы пар ванналары бик йыраҡтағы байтаҡ кешеләргә күптән билдәле. Ул бигерәк тә ревматизм менән ауырыған кешеләргә килешә. Шул тирәләге аҡ һаҡаллы ҡарттарҙың әйтеүҙәренә ҡарағанда, тауҙың пар сығара башлауына өс йөҙ йылдан артыҡ ваҡыт уҙған, “ҡаты ямғыр яуған ваҡытта йәшен йәшнәп, тау башындағы бик ҙур ҡарағайҙы йәшен атып, уны тамырынан ҡутарып алып ташлаған”. Бына шул ваҡыттан башлап тау яна башлаған. Шуның өсөн “Янғантау” исеме бирелгән. Ләкин нимә янғанлығын берәү ҙә белмәгән. 150 йыл самаһы ваҡыт уҙғандан һуң ғына был яҡтарға академик Паллас килеп сыҡҡан. Ул сланец таштарының янғанлығын белдергән. Унан һуң килгән геолог Чернышов был турала икенсе фекер әйткән. Хәҙер академик Палластың фекеренә ҡаршы әйтеүсе юҡ.
1919 йылға тиклем бында тәртип урынлаштырып, килгән ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү тураһындағы бурысты өҫтөнә берәү ҙә алмай. Үҙән буйына коммуна килеп урынлашҡас ҡына тау башына, пар сығып торған урында, таҡтанан бер кескәй йорт һалына, ванналар эшләнә. Коммуна башҡаны эшләй алмай. 1919 йылға тиклем һәр кем үҙ белдегенсә ҡайҙа пар сыҡһа, шунда соҡор ҡаҙып ята. Ә ҡайһы берәүҙәр, көн буйы ятыу арҡаһында, янып та үлгеләгәндәр. Сөнки тау аҫтынан сыҡҡан парҙың ҡыҙыулығы 60-70 градусҡа тиклем етә. Билдәле, бер ниндәй ҙә медицина ярҙамы булмаған. Медицина ярҙамы 1934 йылдан башлап ҡына ойошторола. Ул да ваҡытлыса ғына. Бик ябай эшләнгән ванналарҙан файҙаланыр өсөн коммуна ҡайһы бер ваҡыттарҙа көнөнә ете һумға тиклем аҡса алған. Ә хәҙер ваннаға һәр бер инеү – 50 тин. Врач ҡушыуы буйынса һәр кем көнгә ике тапҡыр ғына инә.
Тау аҫтынан сыҡҡан йомшаҡ йылы пар һөйәк, быуын ревматизмы менән ауырыған кешеләргә ныҡ килешә. Элек ревматизм менән ауырыған берәү: “Мин һыҙланыу арҡаһында һис йоҡлай алмай торғайным. Бына үткән йыл ошо ванналарҙа бер ай самаһы ятып дауаланғандан һуң, ауырыу һурып алған кеүек бөттө”, – ти. ”Сулпан” колхозында эшләгән ҡарттар: “Кешеләр таяҡ менән килеп, аяҡ менән ҡайтып китәләр”, – тиҙәр. Врач Бүләковтың әйтеүенә ҡарағанда, пар ревматизм менән ауырыған кешеләргә генә түгел, “неврастения һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы менән ауырыған кешеләргә лә килешә”. Дарыуланып ятҡан кешеләр араһынан: “Ауырыуҙы бөтөрөүгә ярҙам итмәй”, – тигән һүҙҙе ишетә алмаҫһығыҙ. Хатта яңы ғына килеп 4-5 тапҡыр ғына ваннала ятҡан ауырыуҙар ҙа “Нисек, арыуланып буламы?” – тип һорауға: “Арыуланып була, тәнем йомшап, яҙыла башланы әле”, – тигән яуапты ишетәһең. Бында һәр ваҡыт уртаса 70-80 кеше булып тора.
Ләкин ауырыуҙар өсөн тормош шарттары тыуҙырылмаған. Торлаҡ юҡ. Ҡайһы бер ауырыуҙар үткән йыл Башнаркомздравтың клиника һәм врач өсөн һалдырған йорттарында яттылар. Билдәле, улар бында һыйып бөтә алмайҙар. Ҡайһылары ағас араһында ҡыуыш ҡороп яталар. Ашхана юҡ. Ауырыуҙар өсөн һыуыҡ һыу ҙа ҡайһы бер ваҡытта булмай. Ә врач Бүләков килгәнсе, һыуҙы ауырыуҙарға сәйнүген 25-30 тиндән һатып биргәндәр. Врач, ваннанан сыҡҡас, йылы һәм тыныс урында ятып ял итергә ҡуша. Ә урын юҡ. Ауырыуҙар ҡайҙа етте, шунда яталар. Һатыу эштәре ойошторолмаған. Йыланыш сельпоһы 3-4 көнгә бер тапҡыр ғына килеп китә. Бешкән икмәк һатылмай. Ауырыуҙар хосуси ҡулдан һөттөң литрын 2 һумға һатып алырға мәжбүр булалар. Бер гәзит-журнал да юҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, һәр кем үҙ ҡарамағына тапшырылған.
“Янғантау” алдағы көн өсөн ҙур ышаныс бирә. Фән эйәләренең әйтеүҙәре буйынса, ундағы сланец таштары әле бик күп йылдар янасаҡ. Бындай ҡиммәтле урын донъя йөҙөндә бары 3 урында ғына. Уның ҡалған икеһе Америка һәм Германияла. Бында ҙур, өлгөлө санаторий төҙөү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Ләкин әлегә тиклем бер кем тарафынан да тейешле әһәмиәт бирелеп еткәне юҡ. Хатта 1935 йыл өсөн бер аҙ аҡса ла ебәрелмәгән. Ә Малаяҙ районы, яңы ойошторолоу сәбәпле, аҡса менән ҙур ярҙам итә алмай. Шулай ҙа Малаяҙ районы мөмкин булған тиклем ярҙам иткән хәлдә, бик күп эш эшләнгән булыр ине. Күрәһең, район ойошмалары ауырыуҙарҙың хәлдәре менән ҡыҙыҡһын­майҙар. Был иптәш Сталиндың кадрҙар тураһын­дағы күрһәтеүҙәрен онотоу тигән һүҙ. Уҡырға бер газета ла булмауы быны бик асыҡ күрһәтә булһа кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау комиссарлығы быға иғтибар итергә тейеш.

(“Башҡортостан”, 1935 йыл, 5 август, 177-се һан). Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Автор: С. КИНЙӘБУЛАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә