Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарАрабыҙҙа тыуған еренең ысын хужаһы булған, эргә-тирәләгеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итеп, ауырлыҡтар алдында баш эймәй йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Ундайҙар үҙ тырышлығы менән мал таба, яҡындарын тәьмин итә, ә кемдәндер теләнселәп көн итеү улар өсөн ят. Киреһенсә, бындай кешене күреү менән бөтөн “кәртәләр” үҙҙәре артҡа сиккән кеүек. Иң мөһиме – беҙ яҙасаҡ йүнселдәр араһында ауылдың бөгөнгөһөн һәм иртәгәһен хәстәрләп йәшәгәндәр ҙә байтаҡ. Дыуан районына сәфәребеҙ ҙә тап ошондай шәхес менән осраштырҙы. Бөгөн һүҙебеҙ – республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы “Уралтау”ға нигеҙ һалған һәм етәкселек иткән Таһир ЗАРИПОВ хаҡында.

Иҫке техниканы тимергә оҙата


Ирмен тигән ирҙең даны үҙенән алда йөрөй, тигәндәре дөрөҫтөр. Беҙ ҙә Таһир Ғәфәр улы менән уның үҙен күрмәҫ борон “таныш” инек. Район хакимиәтендә лә, халыҡтан да эшҡыуар тураһында тик йылы һүҙҙәр ишеттек. Баҡһаң, ул бөлөп барған колхоздарҙы тергеҙә, үҙ эшсәндәрен диңгеҙ буйына, санаторийҙарға ялға оҙата, мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтә икән. Шуға ла эшҡыуарҙың үҙе менән осрашып-күрешергә ашҡындыҡ.
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарҠайһы берәүҙәрҙең йәшәүгә дәрт-ҡеүәтенә һоҡланмай булдыра алмайһың. Улар менән аралашҡанда был дәрт һиңә лә күсә кеүек һәм шул мәлдә үҙеңдә тау-таш аҡтарырлыҡ көс-ҡеүәт тояһың. Таһир Зарипов тап шундай шәхес булып сыҡты.
– Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынанмын. 15 йыл урман хужалығында эшләнем, – тип һөйләне ул үҙе тураһында. Эйе, берәү ҙә был донъяға эшҡыуар булып тыумай, Таһир Ғәфәр улына ла оҙаҡ ҡына тормош тәжрибәһе тупларға тура килә. Белеме буйынса — урман хужалығы инженеры, ситтән тороп урман хужалығы техникумын, институт тамамлаған. Ваҡытында эшсе йәштәр мәктәбендә белем алған, шул уҡ ваҡытта Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә слесарь булып тир түккән. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Мәсәғүт лесничествоһына урмансы булып урынлаша. Эшкә талымһыҙ егетте һуңынан мастер итеп үрләтәләр. Аҙаҡ лесничий, директор урынбаҫары вазифаларын биләй.
– Бер ваҡыт эштән китергә ҡарар иттем. Быға тиклем дә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә инем – техникаға запас частар менән күмәртәләп һатыу иттем. Хужалыҡтарҙан заявкалар алып сыҡҡас, Рәсәй буйлап эҙләп табып, килтереп бирәм. Эштән киткәс, ошоға ныҡлап тотондом, – тип һөйләй эшҡыуар.
Һуңынан ул ауыл хужалығына иғтибар итә. Таһир Ғәфәр улы Артур Әхтәров, Илфат Йәғләмонов һәм Зөлфиә Усачева менән бергәләп эш башлай. Райондағы иң артта һөйрәлгән, бөлөү сигенә еткән “Урал” колхозын тергеҙеп ҡарарға булалар. Дәрт бар, дарман етерлек, ниңә тотонмаҫҡа? “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?” – ошо осорҙа был уларҙың девизына әүерелә.
Әммә ауыл хужалығы уларҙы “еңел” уңыш менән ҡыуандырырға теләмәй. Байтаҡ көс түгергә һәм йүгерергә тура килә. “Тәүге йылда малдарҙы һауынға ҡыуғанда, ике һыйырыбыҙ барып етә алмай күтәртеп үлде, шул тиклем ябыҡЯтҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар инеләр”, – тип хәтерләй хәҙер эшҡыуар.
Сәсеүгә улар май айында саҡ тотона, ул мәлдә башҡа хужалыҡтар эштәрен күптән башлаған була. Был мәлдә эшҡыуарҙың күп ваҡыты иҫке техниканы ремонтлауға китә. Шулай ҙа ике мең гектар ерҙә ашлыҡ сәсеүгә өлгәшәләр. “Баҫыуға бер тракторҙы ебәрәбеҙ, күп тә үтмәй ватыла. Икенсеһен ебәрәбеҙ – шул уҡ хәл. Шулай сиратлап 23 берәмек техниканы ремонтлап, алмаш-алмаш эшләргә тура килде. Ә сәсеүҙе тамамлағас, йәй буйы комбайндарҙы ремонтлап сыҡтыҡ”, – тип һөйләй Таһир Зарипов. Дөрөҫөн әйткәндә, ер эшен дә белеп бөтмәйҙәр. Таһир менән Артур белемдәре буйынса урмансы, Илфат – уҡытыусы, ә Зөлфиә – бухгалтер-иҡтисадсы. Әммә “күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” тигәнде хәтерләп, барыбер тотоналар.
– Иң тәүҙә колхозға барып төшкәс тә, колхозсыларҙан: “Һеҙгә нимә кәрәк?” – тип һораным. “Яғыулыҡ булһа, эшләр инек”, – тинеләр. Тиҙ генә 1 миллион һум самаһына яғыулыҡ килтерҙек. Баҡһаң, запас частар етмәй икән, уныһын да таптыҡ. Тегеләр һаман да ҡуҙғалмай бит. “Хәҙер ни өсөн эшләмәйһегеҙ?” – тип һораным. “Беҙҙең бер нисә йыл буйы эш хаҡы күргәнебеҙ юҡ, түләгеҙ”, – тимәһендәрме. Аптырағас, уныһын да түләнек. Шунан, ниһайәт, эш ҡуҙғалды, – тип хәтерләй ул бөгөн.
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарУңышты сентябрь башында йыйып алалар. Әммә ул гектарынан ни бары һигеҙ центнер ғына тәшкил итә. Эшҡыуар табышын һанауға тотона. Баҡһаң, көҙгә тиклем йәмғеһе һигеҙ миллион һум аҡса сарыф ителгән. Һөҙөмтәлә мал аҙығы, фураж, орлоҡ һәм башҡаһы бар – тик аҡса ғына юҡ. Һигеҙ миллион һум һыуға һалғандай юҡҡа сыға. Ә һатыуға сығарырға бер нәмә лә ҡалмай. Шуға күрә эшҡыуарға ҡыш буйы бөтәһен дә йүнләп йүгерергә тура килә. Бына шулай башлана ауыл хужалығындағы уңыштың башы.
Иң тәүҙә Ҡурған өлкәһенә барып, ундағы хужалыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнәләр. Мәҫәлән, ерҙе һөрмәйенсә сәсеү ысулы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Тағы ла ҡыш буйы тракторҙарҙы ремонтлайҙар, 23-тән ни бары 18-е генә файҙаланырлыҡ хәлдә була. Кредит һорап банктарға мөрәжәғәт итәләр, улары ниңәлер аҡса биреүҙән баш тарта. Әммә тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Барыбер аҡса табып, “Кузбасс” сәсеү комплексын алып ҡайталар. Уға өҫтәп, ҡулланыуҙа булған ике “К-700” тәгәрмәсле тракторын һатып алалар. Көҙҙән 150 гектарға арыш сәсеп ҡарайҙар. Яҙ иһә баҫыуҙарын икегә бүләләр: бер яғында сәсеү комплексы, икенсе өлөшөндә ҡалған тракторҙар эшләй. Мең ярым гектарҙы ябай колхоз ысулы менән сәсһәләр, ҡалған өлөшөнә сәсеү комплексы өлгөрә.Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар Мең ыҙа кисереп булһа ла, өс мең гектарҙан ашыу ергә орлоҡ һалып сығалар. Ни тиһәң дә, иҫке иҫке инде, ҡыш буйы ремонтлаған тракторҙары боҙолоп йонсота. Шуға күрә сәсеү бөткәс тә, эшҡыуар уларҙан ҡотолорға ҡарар итә һәм, килоһын биш һумға баһалап, барыһын да тимергә оҙата. Өс-дүрт тракторҙы ғына ҡалдыра, булмағас, бөтөнләй булмаһын тип фекер йөрөтә. Ауыл халҡы “һалам етештереү аппараты” тип атаған (сөнки арттарынан бөтәһе лә ҡойолоп бара) иҫке комбайндар ҙа уларҙың артынан юл тота. Әммә бындай киҫкен хужалыҡ итеү алымы бөтәһенең дә күңеленә ятып бөтмәй. Ололар араһында “был малай ауылды бөтөрәсәк” тип йәш түгеүселәр табылһа, “тотош техниканы һатып, байып китә инде” тип һүҙ йөрөтөүселәр ҙә була.

“Ҡырағай баҙар” ҡанундары ҡамасаулай...


Киләһе йылына сәсеү һәм урып йыйыу эштәрен, нигеҙҙә, МТС ярҙамында башҡаралар. Эшҡыуар ҡышын Украинаға, Ҡаҙағстанға барып ҡайта, халыҡ-ара аграрЯтҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар форумдарҙа ҡатнаша. Бөтөн көстө яҙғы әҙерлеккә тупларға булалар. Канадала етештерелгән тағы бер өр-яңы сәсеү комплексын, Италияның “Триплекс” мал аҙығы әҙерләү комплексын, лизингка ике “Беларусь”, ике “ДТ”, бер “Т-150” тракторын һатып алып ҡайталар. Ниһайәт, эш яйға һалынғандай була. 2005 йылда гектарынан 18 центнер уңыш алһалар, 2006 йылда күрһәткес 21-гә етә.
Бер мәл “Уралтау”ға юл ыңғайында элекке ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов инеп сыға. “Ана, башҡа колхоздар ҙа бөлөп бара бит, ниңә уларҙы ла алмайһың?” – тип өндәшә эшҡыуарға. “Бөтәһен дә һатып алырға аҡса юҡ бит”, – тип яуаплай Таһир Ғәфәр улы. “Ә һин бушҡа ал, улар былай ҙа бөлөү алдында”, – тип тәҡдим итә Шамил Хөснулла улы. Шулай итеп, “Уралтау”ға тиҙҙән элекке “Рәсәй” колхозы ла (хәҙер “Дружба” исемен йөрөтә) ҡушыла. Уның ере, 700 баш сусҡаһы булған комплексы, ҡышҡы келәттәре була. Эшҡыуар уға өҫтәп 2007 йылда бөлгөнлөккә төшкән икмәк ҡабул итеү пунктын һатып ала. Техника паркын йәнә Канаданың сәсеү комплексы һәм тракторҙар менән тулыландыра, “КамАЗ” машиналары һатып ала.
Бөгөн “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһында 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 10 — 12 мең һум тирәһе, ул ваҡытында түләнә. “КамАЗ”да йөрөгән шоферҙар айына 25 — 30, механизаторҙар 25 мең һум ала. Комбайнсыларҙыҡы миҙгелгә ҡарап уртаса 170 мең һум тирәһе килеп сыға.
– Һеҙ эште яйға һалыуға өлгәштегеҙ һәм предприятие табыш килтерә башланы тиергә буламы? – тип һораныҡ Таһир Ғәфәр улынан.
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар– Ярлы йәшәйбеҙ тип зарлана алмайым, – тине беҙгә йүнсел. – Әле пландар күп. Бөлөү сигенә еткән сираттағы хужалыҡты – “Михайловка” совхозының бер бүлексәһен алдыҡ. Унда бөгөн 250 баш һыйыр, 250 баш йылҡы бар. Шуныһы – колхоз бөткәйне инде. Ваҡытында бирергә була ине бит, юҡ... Беҙ эш башлағанда уларҙың 3200 баш һыйыры бар ине, 70 баш һыйыр тороп ҡалғас ҡына һаттылар. Әгәр ваҡытында беҙгә ышанып тапшырһалар, күптән алға киткән булыр инек.
Предприятиеның сәсеүлек майҙаны яҡынса 12 мең гектар тәшкил итә. Бөгөн хужалыҡта 1800 баш һыйыр малы, шуның 370-е — һауын һыйыры, 4200 сусҡа бар, 300-ҙән ашыу һарыҡ, 400 тирәһе йылҡы көтөлә. Эшкәртеүҙе яйға һалырға йыйыналар: ит комбинаты төҙөлә башлаған. Көн һайын йөҙ килограмға яҡын билмән, кәтлит, тефтель, тиҫтәгә яҡын колбаса һатыуға сығарыла. Шулай уҡ сағыштырмаса арзан хаҡҡа йылҡы һәм сусҡа итен дә халыҡ яратып ала.
“Уралтау”ҙың продукцияһына ихтыяж ҙур икән, хужа әйтеүенсә, хатта ҡайһы саҡ етмәй ҙә ҡала. Өс магазин, ике икмәкхана эшләй. Әммә шуныһы: етештерелгән продукция бөгөн районда ғына һатыла. Киләсәктә башҡа төбәктәргә лә сығырға уй-ниәттәре бар.
Һынауҙар ҙа булып тора. Ҡоролоҡто дәүләт ярҙамы менән үткәреп ебәргәндәр. Ул йылда “Уралтау” уңышты ике тапҡырға кәмерәк алған. Таһир Зариповты ошоға ҡағылышлы әсендергән мәсьәләләр ҙә бар: “Әгәр ул мәлдә гектарынан 14 центнер уңыш алһаҡ, ашлыҡҡа хаҡ ете һум торҙо. Ҡоролоҡ мәлендә беҙ уны киптермәнек тиерлек, транспорт сығымдары ла әҙерәк булды. Былтыр иһә гектарынан 28 центнер алдыҡ, ә уның хаҡы өс һум ярымға тиклем төштө! Ә ашлыҡ күп булғас, сығымдар ҙа ҡырҡҡа артты. Шуның өсөн табыш та бер кимәлдә. Беҙгә, илдә уңыш мул булғанда, игенде күп үҫтереүҙән мәғәнә юҡ. Әгәр был йүнәлештә дәүләт сәйәсәте үткәрелеп, хаҡ бер кимәлдә генә ҡалһа, унда бөтәһе лә мулыраҡ уңыш алырға тырышыр ине. Сит илдәрҙә, ашлыҡ уңһа ла, уңмаһа ла, хаҡ бер кимәлдә һаҡлана, ә беҙҙә ауыл хужалығында “ҡырағай баҙар” ҡанундары хөкөм һөрә шул...”
“Уралтау” йыл да дәүләттән субсидия ала. Бөгөн, ысынлап та, Хөкүмәттең ауыл хужалығына ярҙамы ҙур, быны эшҡыуар ҙа таный. Уларҙың йыл да 15 миллион һумдан кәмерәк аҡса алғаны юҡ, предприятие был йәһәттән төньяҡ-көнсығыш райондары хужалыҡтары араһында беренсе. Сәбәбе билдәле: “Уралтау” — төбәктә иң ҙур һәм йылдам үҫешкән хужалыҡ. Эштәрҙе тейешле кимәлдә башҡарыу өсөн яңы техника кәрәк, уны һатып алыу өсөн аҡса талап ителә. Ер майҙаны буйынса ла хужалыҡ беренсе, бары тик Дыуан районының “Ярославка” менән Мәсетле районының Ленин исемендәге хужалыҡтарынан мал һаны буйынса ғына ҡалыша. “Техник йыһазландырыуға килгәндә, бүтән хужалыҡтар һаман “ГАЗ-53” менән ашлыҡ ташый. Улар өс тонна килтергәндә, беҙ “КамАЗ” менән 20 тонна алып килеп ауҙарабыҙ. Беҙҙең ата-бабалар, “Алтай” тракторы менән ерҙе һөрөп, “Нива” комбайны менән урып ашлыҡ үҫтергән. Был – тарих. Әммә бөгөн дә ошондай кимәлдә ҡалған хужалыҡтар юҡ түгел. Минеңсә, XXI быуатта йәшәгәндә, былай килешмәй. Бәлки, беҙҙә ҡомар үтә лә көслөлөр, әммә элекке ысулдар менән эшләү беҙгә ят. “Ятҡан таштың аҫтына өс тәңкә аҡса ҡыҫтырып булмай” тигән әйтем дә бар бит әле, – ти Таһир Ғәфәр улы.

Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарХеҙмәткәрҙәрен диңгеҙ буйына ял итергә ебәрә


Бөгөн эшҡыуарҙы борсоған төп мәсьәлә һаман да шул аҡсаға барып тоташа. Район етәкселеге менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап эш итәләр. Тағы ла кадрҙар мәсьәләһе борсой Таһир Ғәфәр улын. Сөнки “Уралтау”ҙа, нигеҙҙә, йәш белгестәр эш урыны тапҡан. Пенсияға сыҡһа ла эшләп йөрөгән оло быуын вәкилдәре бар. Хужалыҡта йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ярҙам күрһәтелә. Cубсидия буйынса торлаҡлы булған ғаиләләр бар, быйыл иһә тағы ла өс ғаилә сиратта тора. Тағы ла ете йортҡа ғариза яҙылған. Әммә аяҡ салған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел: үҙ хеҙмәткәрҙәренә йорт төҙөһөн өсөн ойошмаға урын бирелмәй икән — өс участканы һатып алырға тура килгән. Тағы бер мәсьәлә: ойошма исеменән йорт төҙөгәндә 200 — 300 мең һумға проект эшләтергә кәрәк. Ә шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә икән, хаҡ күпкә арзан килеп сыға. Үҙ хеҙмәткәрҙәренә йорт төҙөргә йыйынған ойошмаға ағас та бирелмәй, уны аукционда алырға тейештәр. Нисек булһа ла кешеләр үҙ көсө менән генә эшләһен, уға ярҙам итеү кәрәкмәй кеүек килеп сыға – ошо әсендерә эшҡыуарҙы.
Йорт төҙөгәндәргә материал, техника менән ярҙам күрһәтергә тырышалар. Пилорама хеҙмәттәре лә буш. Ғаилә ҡороусыларға предприятие тарафынан 4 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә. Ауыл хужалығы буйынса белем алырға теләгәндәргә лә уҡыу мәлендә айлыҡ уртаса эш хаҡы ҡалдырыла, юл сығымдары ҡаплана, тәүлек командировка өсөн дә түләнә.
“Уралтау”ҙың үҙ иҫәбенә хеҙмәткәрҙәрен диңгеҙ буйына, санаторийҙарға ялға ебәреүен беҙгә район хакимиәтендә үк хәбәр иткәйнеләр. Бөгөн ниндәй ауыл хужалығы ошондай эштәре менән маҡтана ала? Бында иһә был мәсьәлә яйға һалынған, тип әйтерлек. Матур ял иткән хеҙмәткәр тырышып эшләйәсәк бит — быны төшөнә Таһир Ғәфәр улы. Былтыр предприятие исеменән ун кеше Мысырға ялға барып ҡайтҡан. Араларында яңы эшкә килгән йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Санаторийҙа булғандар ҙа байтаҡ. Донъяны күреп килһен өсөн иң элек хеҙмәт алдынғыларын һәм яңы эшкә килгәндәрҙе ебәрергә тырыша.
– Ауыл халҡы бит эшкә сығыу менән аттай егелә, ҡайтҡас, ихатаһында ете төн уртаһына тиклем тир түгә. Ә сит илгә барып ҡайтһа, бер аҙна һаман ғәрәптәр араһында, диңгеҙ буйында “йөрөй” әле. Ғүмерлеккә юйылмаҫ тәьҫораттары ҡала. Бындағы менән сит илдәге тормошто сағыштыра башлай. Шуға ла беҙҙә хәҙер хатта инглиз телен өйрәнеүселәр ҙә бар, – тип көлә хужа.
Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан да баш тартҡаны юҡ эшҡыуарҙың. Балалар йортонда булып, ундағы шарттарҙы күреп әрнегән – ҡайһыларына кер йыуыу машинаһы алып биргән, икенселәренә аҡсалата ярҙам иткән. Мәҫәлән, Арый балалар баҡсаһы Яңы йыл байрамы алдынан 50 мең һум күләмендә аҡса алып ҡыуанған. Баҡһаң, ҡайһы бер балалар баҡсаһына ремонт талап ителә, ә ҡайһы берәүҙәрендә хатта уйынсыҡтар етмәй икән. Бындай мәлдә мәрхәмәтлек ҡулы һуҙырға тартынмай Таһир Зарипов. Бүленгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын предприятиеның бухгалтерҙары тикшерә. Был да дөрөҫ, ярҙам ярты юлда юғалып ҡалырға тейеш түгел.
Бына шулай эшләй һәм йәшәй эшҡыуар Таһир Зарипов. Башҡарғандарына күптәр ғәжәпләнер һәм һоҡланыр, хатта ышанып етмәй баш сайҡаусылар ҙа табылыр. Ни тиһәң дә, һигеҙ йыл эсендә генә районда бөлөү сигенә еткән хужалыҡ бөгөн республиканың төньяҡ-көнсығышында иң йылдам үҫешкән предприятиеға әүерелгән. Ысынлап та, ауыл хужалығындағы ҡатмарлыҡтарға һәм кәртәләргә һылтаныусы бик күптәргә өлгө булырлыҡ миҫал. Эшҡыуар үҙе лә уңышының төп сере тырышлыҡта һәм маҡсатҡа ынтылышта икәнен бер кемдән дә йәшермәй.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872