Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Журналист тормошоноң бер көнө
Журналист тормошоноң бер көнө Журналистарҙың төньяҡ район-ара ижади берекмәһе 11 районды үҙ эсенә ала. Һәр йыл бер районда семинар үткәреп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу күптән матур йолаға әйләнгән. Ә быйыл ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү сираты асҡындарға еткәс, һылыу, зирәк хеҙмәттәштәребеҙ араһында бәйге ойошторорға ҡарар ителде.
Ҡунаҡтарҙы Асҡын ерендә сәләмләп, сараны район Советы секретары Рима Нәбиуллина асты. Ул район тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, барыһына сәм, ҡыйыулыҡ һәм уңыштар теләне. Тантаналы көй һәм көслө алҡыштар оҙатыуында ҡатнашыу­сылар сәхнәгә сыҡты. Улар “Минең журналист асылым”, “Журналисҡа бөтәһе лә килешә” тигән һынау төрҙәрендә, йәғни һөнәреңде сағылдырған костюм уйлап табып, уны яҡ­лау­­ҙа, аш-һыуға оҫталығыңды күрһәтеүҙә һәм репортаж яҙыуҙа көс һынашты. Һәр береһе алдан “Журналист тормошоноң бер көнө” тигән фильм да төшөргән.
“Минең журналист асылым” беренсе һынау ине. Бында ҡыҙҙар ғаиләләре, коллективтары, эштәре тураһында һөйләне, тормош девиздарын билдәләне. Бөтәһе лә тырышҡан, шулай ҙа фантазияларын “эшкә еккәндәр”ҙең сығышы айырылып торҙо. Иң уйланылғаны, күмәк көс һалынғаны Асҡындан Әлиә Ғилуанованыҡы булды. Өс минут эсендә тамашасы алдында уның бөтә тормошо күҙ алдына баҫты. Артабанғы һынауҙарҙа ҡатнашыу­сылар йырҙар, бейеүҙәр башҡарып, шиғырҙар һөйләп, үҙҙәренең күп яҡлы талант эйәләре икәнен иҫбатланы.
Мишкәнән Фирҙәүес Ҡадиҡова, райондарында мари, рус, башҡорт, татар милләте вәкилдәренең дуҫ-татыу йәшәүен билдәләп, дүрт төрлө ризыҡ әҙерләп алып килгән. Яңауыл һылыуы Айгөл Шаһиева сәхнәлә моңло тауышы менән һоҡландырҙы. Краснокаманан Фирүзә Ниғмә­туллинаның башҡорт бейеүен башҡарыуын, аш-һыуы тураһында һөйләүен тамашасылар яратып ҡараны. Тәтешленән Әлфиә Сәлимгәрә­еваның “Минең журналист асылым” һынауында әкиәт геройҙары ла ҡатнашты. Ул үзбәк бейеүен оҫта итеп башҡарҙы, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе булараҡ, йүкәнән һәм башаҡтарҙан үрелгән костюмы менән һоҡландырҙы.
Борайҙан Миләүшә Әхмәтйәнова менән Балтастан Рифинә Ниғә­мәеваның гармунға ҡушылып йырлауын тамашасылар алҡыштарға күмде. Ә Нефтекаманан Зилә Әмированың фильмы ҡыҙыҡ сюжетлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Ул һуғыш тураһында шиғырҙы ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтте. Ҡариҙелдән Лилиә Бәҙретдинова ла һүҙ көсөн, ҡәҙерен белә. Ул һөйләгән шиғырҙы тамашасы таң ҡалып тыңланы. Лилиә аш-һыу конкурсына балыҡ ҡурып алып килеп, сәхнәгә диңгеҙсе кейемендә сыҡты. Ҡалтасынан Екатерина Кузьминыхтың дәртле мари бейеүен дә ҡарап ултырыусылар оҙаҡ хәтерләр. Ә Ағиҙел ҡалаһынан Лариса Фомичеваның һәр сығышы үҙенсә­лекле булды. Уның артислыҡ һәлә­тенә, сәхнәлә үҙен иркен тотоуына көн­ләшерлек. Иң һуңғы бәйгелә, йәғни репортаж яҙыу ваҡытында, тамашасылар конкурсанттарҙың алдан төшөрөп ебәргән фильм­дарын ҡараны.
Бәйгеләр араһында Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин үҙенең иң матур йырҙарын ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бүләк итте.
Ниһайәт, иң тулҡын­ландырғыс, сағыу мәл килеп етте. Мәртәбәле жюри телмәргә, хорео­графияға, дефилегә, бигерәк тә теманың асылышына, репортажға ҙур иғтибар бирҙе. Бына ошоларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, жюри ағзалары Әлиә Ғилуанованы Гран-приға лайыҡ тип тапты. I урын Яңауыл һылыуы Айгөл Шаһиевала. Фирүзә Ниғмәтуллина — II, Әлфиә Сәлимгәрәева III урынға сыҡты. Ҡалғандар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Дипломдарҙы һәм ҡиммәтле бүләктәрҙе жюри рәйесе — Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова тапшырҙы.
Журналист — бер нәмәгә лә битараф булмаған, әүҙем тормош позицияһы менән йәшәп, башҡа­ларҙы ла хәрәкәткә, яҡшылыҡҡа саҡырған, ваҡыты менән иҫәп­ләшмәгән, бер туҡтауһыҙ “яуған” мәғлүмәт араһында халыҡҡа иң кәрәклеһен, файҙалыһын һайларға булышҡан кеше ул. Ә был юғары кимәлдә үткән сара тамашасыларға ошо ауыр һәм тынғыһыҙ һөнәрҙең асылын аңлатып, гүзәл зат тигән исемде тағы ла юғарыраҡ күтәреп, яҙ йылыһы, күңел күтәренкелеге бүләк итте.


Автор: Сулпан Ғилметдинова. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә