Журналистарҙың төньяҡ район-ара ижади берекмәһе 11 районды үҙ эсенә ала. Һәр йыл бер районда семинар үткәреп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу күптән матур йолаға әйләнгән. Ә быйыл ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү сираты асҡындарға еткәс, һылыу, зирәк хеҙмәттәштәребеҙ араһында бәйге ойошторорға ҡарар ителде. Ҡунаҡтарҙы Асҡын ерендә сәләмләп, сараны район Советы секретары Рима Нәбиуллина асты. Ул район тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, барыһына сәм, ҡыйыулыҡ һәм уңыштар теләне. Тантаналы көй һәм көслө алҡыштар оҙатыуында ҡатнашыусылар сәхнәгә сыҡты. Улар “Минең журналист асылым”, “Журналисҡа бөтәһе лә килешә” тигән һынау төрҙәрендә, йәғни һөнәреңде сағылдырған костюм уйлап табып, уны яҡлауҙа, аш-һыуға оҫталығыңды күрһәтеүҙә һәм репортаж яҙыуҙа көс һынашты. Һәр береһе алдан “Журналист тормошоноң бер көнө” тигән фильм да төшөргән.
“Минең журналист асылым” беренсе һынау ине. Бында ҡыҙҙар ғаиләләре, коллективтары, эштәре тураһында һөйләне, тормош девиздарын билдәләне. Бөтәһе лә тырышҡан, шулай ҙа фантазияларын “эшкә еккәндәр”ҙең сығышы айырылып торҙо. Иң уйланылғаны, күмәк көс һалынғаны Асҡындан Әлиә Ғилуанованыҡы булды. Өс минут эсендә тамашасы алдында уның бөтә тормошо күҙ алдына баҫты. Артабанғы һынауҙарҙа ҡатнашыусылар йырҙар, бейеүҙәр башҡарып, шиғырҙар һөйләп, үҙҙәренең күп яҡлы талант эйәләре икәнен иҫбатланы.
Мишкәнән Фирҙәүес Ҡадиҡова, райондарында мари, рус, башҡорт, татар милләте вәкилдәренең дуҫ-татыу йәшәүен билдәләп, дүрт төрлө ризыҡ әҙерләп алып килгән. Яңауыл һылыуы Айгөл Шаһиева сәхнәлә моңло тауышы менән һоҡландырҙы. Краснокаманан Фирүзә Ниғмәтуллинаның башҡорт бейеүен башҡарыуын, аш-һыуы тураһында һөйләүен тамашасылар яратып ҡараны. Тәтешленән Әлфиә Сәлимгәрәеваның “Минең журналист асылым” һынауында әкиәт геройҙары ла ҡатнашты. Ул үзбәк бейеүен оҫта итеп башҡарҙы, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе булараҡ, йүкәнән һәм башаҡтарҙан үрелгән костюмы менән һоҡландырҙы.
Борайҙан Миләүшә Әхмәтйәнова менән Балтастан Рифинә Ниғәмәеваның гармунға ҡушылып йырлауын тамашасылар алҡыштарға күмде. Ә Нефтекаманан Зилә Әмированың фильмы ҡыҙыҡ сюжетлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Ул һуғыш тураһында шиғырҙы ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтте. Ҡариҙелдән Лилиә Бәҙретдинова ла һүҙ көсөн, ҡәҙерен белә. Ул һөйләгән шиғырҙы тамашасы таң ҡалып тыңланы. Лилиә аш-һыу конкурсына балыҡ ҡурып алып килеп, сәхнәгә диңгеҙсе кейемендә сыҡты. Ҡалтасынан Екатерина Кузьминыхтың дәртле мари бейеүен дә ҡарап ултырыусылар оҙаҡ хәтерләр. Ә Ағиҙел ҡалаһынан Лариса Фомичеваның һәр сығышы үҙенсәлекле булды. Уның артислыҡ һәләтенә, сәхнәлә үҙен иркен тотоуына көнләшерлек. Иң һуңғы бәйгелә, йәғни репортаж яҙыу ваҡытында, тамашасылар конкурсанттарҙың алдан төшөрөп ебәргән фильмдарын ҡараны.
Бәйгеләр араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин үҙенең иң матур йырҙарын ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бүләк итте.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс, сағыу мәл килеп етте. Мәртәбәле жюри телмәргә, хореографияға, дефилегә, бигерәк тә теманың асылышына, репортажға ҙур иғтибар бирҙе. Бына ошоларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, жюри ағзалары Әлиә Ғилуанованы Гран-приға лайыҡ тип тапты. I урын Яңауыл һылыуы Айгөл Шаһиевала. Фирүзә Ниғмәтуллина — II, Әлфиә Сәлимгәрәева III урынға сыҡты. Ҡалғандар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Дипломдарҙы һәм ҡиммәтле бүләктәрҙе жюри рәйесе — Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова тапшырҙы.
Журналист — бер нәмәгә лә битараф булмаған, әүҙем тормош позицияһы менән йәшәп, башҡаларҙы ла хәрәкәткә, яҡшылыҡҡа саҡырған, ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, бер туҡтауһыҙ “яуған” мәғлүмәт араһында халыҡҡа иң кәрәклеһен, файҙалыһын һайларға булышҡан кеше ул. Ә был юғары кимәлдә үткән сара тамашасыларға ошо ауыр һәм тынғыһыҙ һөнәрҙең асылын аңлатып, гүзәл зат тигән исемде тағы ла юғарыраҡ күтәреп, яҙ йылыһы, күңел күтәренкелеге бүләк итте.