Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уяу булыу ҡамасауламай
Уяу булыу ҡамасауламай“Көҙ дым күп тупланды”, “ҡыш ҡар ифрат күп яуҙы”, “әле ҡар ҡатыш ямғыр яуыуҙан туҡтамай”, “һыу баҫыуҙан ҡурҡабыҙ” тигән һүҙҙәрҙе бөгөн йыш ишетергә тура килә. Тимәк, халыҡ битараф түгел, киреһенсә, күҙәтеүсән һәм ҡыҙыҡһыныусан. Ғөмүмән, тәбиғәт күренешен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау — борон-борондан килгән изге ғәҙәт. Уйлай китһәң, электән кешенең тормошо гел тәбиғәт менән туранан-тура бәйле булған. Хәҙер ҙә мул уңыш алыу яуым-төшөмдөң булыу-булмауынан, ҡыҫҡаһы, йылдың нисек килеүенән тора.
Башҡортостан Хөкүмәте быйыл ташҡынға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын даими үткәреп тора. Билдәләүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә Башҡортостанда хәлдәр тотороҡло. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да уяулыҡты һәм һиҙгерлекте юғалтырға ярамай.
“Башгидромет” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ташҡындың былтырғыға ҡарағанда һуңыраҡ, әммә шашып-ярһып килеүе ихтимал. Әгәр инде көндәр ҡапыл йылытһа, шул уҡ ваҡытта рашҡы яуыуы туҡтамаһа, киреһенсә булыуы ла бар.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ташҡынға ҡаршы көрәшкә һигеҙ мең тирәһе кеше тупланған, ике меңгә яҡын техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла зыян эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса авария бригадалары төҙөлгән. Эшсе көстәрҙең, техниканың һәм махсус ҡоролмаларҙың әҙерлеге барлана.
Халыҡтың үҙенә лә иғтибарлы булыу зарур: һыу килгән осраҡта йорттан сығыр алдынан электр, газ һәм һыу крандарын ябығыҙ, мейестә янған утты һүндерегеҙ. Документтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, дарыуҙар ҡул осоғоҙҙа булһын, уларҙы ла алырға онотмағыҙ. Ярҙам килеп өлгөрмәгәндә, бейегерәк урынға күтәрелергә кәрәк.
Был ваҡытта бурҙар әүҙемләшеп китә, ҡиммәтле әйберҙәрҙе күҙ алдында ҡалдырмағыҙ, тип кәңәш итәләр.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә