“Көҙ дым күп тупланды”, “ҡыш ҡар ифрат күп яуҙы”, “әле ҡар ҡатыш ямғыр яуыуҙан туҡтамай”, “һыу баҫыуҙан ҡурҡабыҙ” тигән һүҙҙәрҙе бөгөн йыш ишетергә тура килә. Тимәк, халыҡ битараф түгел, киреһенсә, күҙәтеүсән һәм ҡыҙыҡһыныусан. Ғөмүмән, тәбиғәт күренешен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау — борон-борондан килгән изге ғәҙәт. Уйлай китһәң, электән кешенең тормошо гел тәбиғәт менән туранан-тура бәйле булған. Хәҙер ҙә мул уңыш алыу яуым-төшөмдөң булыу-булмауынан, ҡыҫҡаһы, йылдың нисек килеүенән тора.Башҡортостан Хөкүмәте быйыл ташҡынға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын даими үткәреп тора. Билдәләүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә Башҡортостанда хәлдәр тотороҡло. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да уяулыҡты һәм һиҙгерлекте юғалтырға ярамай.
“Башгидромет” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ташҡындың былтырғыға ҡарағанда һуңыраҡ, әммә шашып-ярһып килеүе ихтимал. Әгәр инде көндәр ҡапыл йылытһа, шул уҡ ваҡытта рашҡы яуыуы туҡтамаһа, киреһенсә булыуы ла бар.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ташҡынға ҡаршы көрәшкә һигеҙ мең тирәһе кеше тупланған, ике меңгә яҡын техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла зыян эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса авария бригадалары төҙөлгән. Эшсе көстәрҙең, техниканың һәм махсус ҡоролмаларҙың әҙерлеге барлана.
Халыҡтың үҙенә лә иғтибарлы булыу зарур: һыу килгән осраҡта йорттан сығыр алдынан электр, газ һәм һыу крандарын ябығыҙ, мейестә янған утты һүндерегеҙ. Документтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, дарыуҙар ҡул осоғоҙҙа булһын, уларҙы ла алырға онотмағыҙ. Ярҙам килеп өлгөрмәгәндә, бейегерәк урынға күтәрелергә кәрәк.
Был ваҡытта бурҙар әүҙемләшеп китә, ҡиммәтле әйберҙәрҙе күҙ алдында ҡалдырмағыҙ, тип кәңәш итәләр.