Дәүләт етәкселеге власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу — иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тура эфирҙы йыш ҡуллана. Үткән аҙнаның кесе йомаһында ла республиканың төп телеканалы аша өс сәғәткә яҡын Башҡортостан һәм баш ҡала халҡы менән аралашты ул. Быйыл һорауҙар күп каналлы телефон, электрон хат, социаль селтәрҙәр аша, WhatsApp, Viber, Telegram мессенджерҙары буйынса ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡортостандың 23 районында күсмә телевизион майҙансыҡ эшләне, төбәктәрҙә йәшәгәндәр улар аша ла үҙ мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Халыҡ һорауҙарын тура эфир ваҡытында ла бирә алды. Барлығы 12 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде. Хеҙмәт хаҡыТәүге һорау хеҙмәт хаҡы тураһында булды. Рәсәйҙә эш хаҡының уртаса күрһәткесе 35 меңдән ашыу, ә Башҡортостанда түбәнерәк — 26 500 һум тирәһе. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, республикала эш хаҡы яйлап артасаҡ.
”Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Хеҙмәт хаҡының үҫеше — документта ҡараласаҡ төп күрһәткестәрҙең береһе”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙҙәренсә, һуңғы 20-30 йылда республикала уртаса хеҙмәт хаҡы һәр ваҡыт илдәге күрһәткестән түбән булған. Был 40 процентҡа яҡын халыҡтың ауылда йәшәүе менән аңлатыла. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә — 15, Свердловск өлкәһендә — 14, Татарстанда 25 процент халыҡ ауыл ерендә көн күрә.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыл етерлек кимәлдә финансланмай, унда йәшәгәндәрҙең эш хаҡы ла түбән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн, тәү сиратта, ауыл хужалығында эш хаҡын арттырыу шарт. Ләкин ул күп осраҡта аҙыҡ-түлеккә, ауыл хужалығы продукцияһына ҡуйылған хаҡтарҙың тап килмәүенә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән башҡараһы бурыстар байтаҡ әле. Әлбиттә, 26 мең һум насар түгел. Әммә эшсе халыҡтың 60 процентының 20 меңдән дә кәмерәк эш хаҡына йәшәргә мәжбүр булыуын танырға кәрәк. Ә дөйөм алғанда, һуңғы бер-ике йылда халыҡтың эш хаҡы, килеме буйынса Волга буйы федераль округында ярайһы уҡ яҡшы позиция биләйбеҙ”, — тине Башҡортостан Башлығы.
Һаулыҡ һаҡлау Башҡа йылдарҙағы кеүек, быйыл да тура эфир барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Мәҫәлән, Дим биҫтәһенән Ольга Филиппова урындағы халыҡ өсөн яңы поликлиника асырға кәрәк тип иҫәпләй. Бындағы 47-се поликлиниканың бүлексәләре төрлө урында урынлашҡан, был иһә сирлеләргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Яңы медицина учреждениеһының проекты бар, ләкин барыһы ла объектты финанслауға бәйле. Ваҡыты еткәс, поликлиника мотлаҡ буласаҡ, республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән 100 социаль әһәмиәтле объект иҫәбенә инеүе лә ихтимал, тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.
Бәләбәйҙән дә шылтыраттылар. Ҡалала бала табыу йорто ябылған, урындағы халыҡ ремонттың тиҙерәк тамамланыуын теләй. Рөстәм Зәки улы Бәләбәй ҡалаһындағы бала табыу йортонда төҙөкләндереү эштәренең киләһе йылда тамамланасағын әйтте. Әлегә был төбәктә әсәй булырға әҙерләнгәндәрҙе Октябрьский һәм Приют перинаталь үҙәктәрендәге белгестәр ҡабул итә.
Сираттағы һорау ЭКО-ға бәйле ине. Төбәктә тыуымды арттырыу зарур, беҙгә балалар кәрәк, киләсәктә мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә экстракорпораль аталандырыу процедураларын ғәмәлгә ашырыу өсөн квоталар күләмен кәметергә ниәтебеҙ юҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, быйыл ошо исемлеккә инмәгәненә борсолған ҡатын-ҡыҙҙың һорауына яуап биреп. “Сиратта торғандар квота менән алдағы йылдарҙа файҙалана аласаҡ”, — тип ышандырҙы төбәк Башлығы.
Әйткәндәй, квоталарҙың иҫәбе йылдан-йыл арта, әгәр элек бындай процедураны түлһеҙлек менән интеккән 150-200 ҡатын ғына бушлай эшләтә алһа, быйыл мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә Башҡортостандан 1,5 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО процедураһын яһатасаҡ. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, сара республикала тыуымды арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 2,7 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО-ға сиратта тора.
— Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы заманса, юғары дәрәжәлә булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Тармаҡтағы күпселек көнүҙәк мәсьәләләр менән яҡындан танышмын. Белгестәргә, табипҡа регистратурала яҙылыу ауыр булыуын да, электрон сираттың тейешле кимәлдә ойошторолмағанын да яҡшы беләм. Барлыҡ мәсьәләләрҙе яйға һалырға тырышабыҙ һәм медицина учреждениеларына юғары талап ҡуябыҙ, — тине төбәк етәксеһе.
Ауыл хужалығыӘ бына ауыл кешеһенең һорауҙары күберәк ер, эш урындары менән бәйле. Дыуандар төбәктә агросәнәғәт комплексы һалыныуын теләй, ә көйөргәҙеләрҙе субсидия мәсьәләһе борсой.
— Ауыл халҡының именлеге — беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә. Шуға күрә ярҙам күрһәтелде һәм күрһәтеләсәк. Әммә быйылдан башлап субсидияларҙы һалым буйынса бурыстары булмағандар ғына аласаҡ. Быға бәйле хәлде өйрәнгәс, төбәктә ауыл хужалығы предприятиеларының яртыһынан күбеһенең бурыстары булыуы асыҡланды. Әгәр ҙә предприятие һалым түләмәй икән, беҙ уға ярҙам итеүҙән баш тартырға мәжбүрбеҙ. Апрель башына тиклем күбеһе бурысын түләргә тырышҡан, әлбиттә, — тине Рөстәм Хәмитов көйөргәҙеләрҙең һорауына асыҡлыҡ индереп.
Әйткәндәй, быйыл республика аграрийҙарына федераль һәм республика бюджетынан өс-дүрт миллиард һум субсидия бүлеү күҙаллана. Шулай уҡ ташламалы шарттарҙа кредитлау ҙа ҡаралған.
ЭшҡыуарлыҡБөгөн иҡтисадтың 30 процентын бәләкәй эшҡыуарлыҡ тулыландыра. Рөстәм Хәмитов йүнселдәргә ҡамасаулаған кәртәләргә лә туҡталды. Мәҫәлән, Бөрйән районы эшҡыуарҙары эре компанияларҙың эшмәкәрлегенән ыҙа сигә. Райондағы урман майҙандарын “Башлеспром”, “Селена” предприятиелары ҡуртымға алған, тик улар ағасты эшкәртмәй, ә тамырынан һатыу менән мәшғүл. Һөҙөмтәлә урындағылар өсөн ағас алыуға сират ҙур.
“Бөрйәндә урман хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ғәйәт ҙур. Бында сират туғыҙ мең кешегә етте тиһәләр, был районда урмандың юғары сифаты тураһында һөйләй. Бөтәһенә лә Бөрйән ағасы кәрәк, әммә был мөмкин түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға күрә сиратта торғандар башҡа райондарға йүнәлтелә. Бүтән төрлө төҙөлөш материалдарын да эҙләйҙәр. Урман хужалығынан алынған килемдең райондан китеүе – көнүҙәк мәсьәлә. “Селена” – урманды ҡуртымға алған (шул иҫәптән – Бөрйәндә лә) компания. Һуңғы ваҡытта ул эшен яйға һалды, беҙҙең уға дәғүәбеҙ юҡ. “Башлеспром”ға килгәндә, һуңғы ваҡытта уның эше әллә ни алға бармай. Унда хеҙмәт хаҡы буйынса ла, һалым түләү йәһәтенән дә бурыс бар. Иң мөһиме — “Башлеспром” эшләгән ерҙә кешеләр иҡтисади тормошҡа йәлеп ителмәгән. Бөрйәндәргә мөрәжәғәт итеп, урманға ғына иҫәп тоторға ярамай, тип әйтмәксемен. Әйткәндәй, кисә генә коллегаларым менән һөйләшеү барышында ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса кооператив хәрәкәтенең үҫешә башлауын белдем. Мәҫәлән, “Башҡорт бал ҡорто” тигән бик матур атамалы кооперативтың барлыҡҡа килеүен ишетеү ҡыуаныслы булды. Ул ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе берләштереп, уларға үҙ продукцияларын һатыуға булышлыҡ итеүҙе, шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, хатта сифат ярашлы булһа, бал өсөн махсус һауыттар, ярлыҡтар менән тәьмин итеүҙе лә күҙ уңында тота. Беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Ауыл ерендә лә кооперативтар төҙөргә мөмкин”.
Матбуғат Тура эфирҙа баҫма матбуғаттың бөгөнгө хәле лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
“Бөгөн матбуғат ауыр осор кисерә. Ҡасандыр гәзиттәрҙең тираждары 100, 120, 150 мең данаға етә ине. Бөгөн 15 мең тираж йыйыу ҙа — һирәк күренеш. Күләм ун тапҡырға кәмегән. Әлбиттә, гәзиттәргә ярҙам итергә кәрәк. Әле беҙ аҙ тәьмин ителгән халыҡты гәзит-журналдарға яҙҙырыу мәсьәләһе тураһында уйланабыҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Һөйләшеү барышында Башҡортостандың үҫеш стратегияһындағы төп йүнәлештәр, иҡтисадты фәнни ҡаҙаныштар ярҙамында үҫтереү, халыҡ-ара сараларҙың әһәмиәте, республиканың 100 йыллығына әҙерлек кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Юл, ташҡын, торлаҡ темалары ла ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, һорауҙар күп булды, уларҙың барыһын да эфирға биреп өлгөрөү мөмкин түгел ине. Әммә, Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, халыҡ тарафынан күтәрелгән проблемаларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
— Бөгөнгө көндә Башҡортостаным менән, халҡыбыҙ менән ихлас ғорурланам. Күрһәткестәребеҙ ҙә ярайһы уҡ яҡшы ғына. Был маҡтаныу ҙа, һөҙөмтәләрҙе барларға теләү ҙә түгел, ә дәлил. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҙгәрештәр бар. Ғөмүмән, бөгөнгөләй осрашыуҙар минең өсөн бик мөһим. Бәлки, хатта йышыраҡ та осрашып торорға кәрәктер. Халыҡтың тын алышын тойоп эшләүгә бер ни етмәй, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Быйыл Башҡортостанда онкология һәм кардиология диспансерҙарының яңы корпустары төҙөлә башлаясаҡ. Объекттарҙың дөйөм хаҡы — биш миллиард һумдан ашыу”.“Хрущёвкалар” – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Уны хәл итеү ҡиммәткә төшә, ләкин яйлап уҙған быуаттың 50-се йылдар аҙағында, 60-сы йылдар башында төҙөлгән биш ҡатлы йорттарҙы һүтә башларға мөмкин һәм кәрәк. Кешеләр лифттар, инвалидтар өсөн пандустар булған яҡшы, уңайлы, заманса торлаҡта йәшәргә лайыҡ”.“Боҙ аренаһын һәм ике мең кеше һыйҙырышлы трибунаны үҙ эсенә алған “Төҙөүсе” стадионының тәүге сиратын 2018 йылдың аҙағында тапшырабыҙ – ул шорт-трек буйынса махсуслаштырылған стадион буласаҡ. Ә икенсе сиратты – бассейн һәм еңел атлетика залын — 2019-2020 йылдарҙа сафҡа индереү күҙаллана”.Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:— Был сара – Башҡортостан Республикаһы Башлығының республикабыҙ халҡы менән аралашыуының традицион форматы. Граждандарҙың бер мөрәжәғәте лә республика етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов һәр бер һорауға ентекле һәм аныҡ итеп яуап бирҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла Башҡортостан Республикаһы Башлығының халыҡ менән тура бәйләнешен ҙур иғтибар менән тыңлағандыр һәм артабанғы эшмәкәрлектәре өсөн ныҡлы этәргес алғандыр, тип уйлайым. Сөнки ошо форматтағы быға тиклем үткәрелгән саралар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең ниндәйҙер бер өлөшө ҡануниәтте камиллаштырыу кәрәклеге, йә булмаһа ғәмәлдәге хоҡуҡи нормаларҙың етерлек кимәлдә нәтижәле булмауы хаҡында һөйләй. Шуға күрә граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр буйынса республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал.