Талас ауылына исем ҡайҙан алынған? Левашев баярының спирт заводы төҙөү өсөн тигән булып, “үгеҙ тиреһе” хәтле ерҙе Кесе Табын ырыуы башҡорто Талас ҡарттан (ырыуҙашым булыуын асыҡланым) нисек алдашып, тиренән ҡайыш еп яһатып, шул еп менән үлсәп “һатып” алыуы, завод эшселәренең үҙ хоҡуҡтарын яҡлап бола күтәреүҙәре һәм шул завод өсөн урмандарҙың аяуһыҙ киҫелеүе, заводта эшләнгән спиртты элек ауыҙына алмаған кешеләргә эсереп, көфөр итеүҙәре хаҡында тарих ҡайҙа һаҡланыр ине?Таластың улы Аҡбатыр ҡушаматлы Аҡъегет ҡайҙа, ни өсөн үлтерелеүе хаҡында белер инекме? Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡағылышлы бик күп һорауҙарға яҙыусы Әхмәт Әһлиуллиндың “Эстәрле” тигән роман-хроникаһы яуап бирә.
Иҫке ҡалаға тиҫтәнән ашыу юл кергән, унда төрлө яҙмышлы кешеләр осраша, ғүмер юлдары киҫешә... Егерменсе быуат башында, 1905–1907 йылдарҙағы революция йылдарында, унда тәүләп ойошҡан “Ҡаләм” ширҡәтендә ағза булып кемдәр торғанын, улар ҡала халҡының мәҙәниәтен үҫтереүҙе, ҡаланың йөҙөн матурлауҙы уйлап, ниндәй аҡсаға тәүге китапхананы һалдырғанын, уны асҡанда ҡала халҡы, оло байрамға йыйылған шикелле, шатланып, эркелеп килеүе, был изге эшкә кемдең яуаплы булыуы һәм башҡа мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе хаҡында ҡайҙан белер инек?
Ҡырмыҫҡалы улысының Ҡабаҡ ауылында тыуып үҫкән Бәҙретдин Ғибәҙуллин Ырымбурҙа семинарияла уҡып, халыҡтың томаналығын бөтөрөргә уйлап, “учитель” мөғәллим булып, Стәрлетамаҡҡа эшкә килә, тик земство инспекторы Герасим Мишинев уны Талас ауылына ебәрә. Яҙмыш “Бәҙри учителде” яңынан ҡалаға тарта. Ә Шишмә районының Усман ауылында тыуып үҫкән мулла улы Шәрәфетдин Мәхмүтовты яҙмышы тәүҙә Стәрлебашҡа ебәрә. Биш бала атаһы булғас, Шәрәфи ғаиләһе менән ҡалаға күсергә мәжбүр була. Закир Рәмиевтең алтын йыуҙырыусылары менән эшләгәндә, ҙур алтын самородогы табып, прииск хужаһының матди ярҙамы менән өс йыл Төркиәлә уҡып ҡайтҡас, уны ла яҙмыш Стәрлетамаҡҡа тарта.
Ҡалалағы тәүге мөғәллимдәрҙе балаларға донъяуи ғилем һәм урыҫ телен өйрәтеү һәм үҙ халҡына хеҙмәт итеү кеүек мәғрифәтселек идеяһы берләштерә. Рәсәйҙең төрлө урындарҙа тыуып үҫкән, әммә яҙмыштары Стәрлетамаҡта йәшәргә тартҡан, Швейцарияның баш ҡалаһы Женевала, В.И. Ленин янында РСДРП(б) съезына барғас осрашҡан, Рәсәй халыҡтарының азатлығы өсөн тәүҙә – иректә, съездан һуң подпольела “марксизмды эшселәр хәрәкәте менән бәйләү” өсөн батша самодержавиеһына ҡаршы көрәшкән большевик Ҡуғанаҡ-Покровкаһы ауылында тыуып үҫкән, Ҡазанда юғары уҡыу йортонан марксистик түңәрәктә ҡатнашҡан өсөн ҡыуылғас, Миңзәләлә һәм Златоуста уҡытыусы булған, “Азиат” ҡушаматы менән “Искра” гәзитенә яҙышҡан, Өфөлә легаль йәшәгән, социал-демократ Муравьев ҡушаматы менән көрәштәштәренә билдәле булған, Стәрлетамаҡта страхагент булып эшләгән ваҡытта РСДРП(б)-ға революцион түңәрәктәр ойоштороп, ил буйлап йөрөп ҡайтҡан Герасим Мишенев. Женевала, Ленин янында, “Искра” гәзитен сығарышҡанға тиклем Петрозаводскиҙа һәм Һарытауҙа (тыуған ҡалаһы) табип булып эшләгәндә революцион эшмәкәрлеге өсөн Стәрлетамаҡҡа һөргөнгә ебәрелгәс, Дедово ауылындағы дауаханала ауырыуҙарҙы дауалаған шундай уҡ яҙмышлы Владимир Еремеев. Златоуст заводының хужаһы эшселәрҙе аяуһыҙ иҙгәне өсөн баш күтәргәндәрҙе батша самодержавиеһының тоғро һаҡсыларынан яраланғас ҡына буласаҡ революцияның маҡсаттарын аңлаған Афанасий Трифилов. Стәрлетамаҡҡа Алексеев булып ҡайтып, эшселәрҙең сәйәси түңәрәктәрендә социал-демократ, агитатор булараҡ сығыштар яһай. Шул уҡ ваҡытта милли интеллигенция вәкилдәре лә подполье көрәшендә тәжрибә туплай, шундай маҡсат менән Өфөгә ебәрелгән, унда осраҡлы рәүештә полиция хеҙмәткәренән атылып һәләк булған Шәрәфи учителдең улы, уҡытыусы булып яңы ғына эш башлаған Солтан Мәхмүтов образдары, минеңсә, романдың үҙәк экспозицияһын биләй, хәл-ваҡиғалар ошо исемдәргә бәйле сюжет һыҙығы буйынса үҫә... “Эстәрле” романын Әхмәт Әһлиуллин үҙе һүрәтләгән замандың халыҡсан теле менән яҙырға тырышҡан.
Роман яҙыу теләген ул тормош тәжрибәһен туплағас, архивтарҙа ултырып, оҙаҡ йылдар материал йыйғас ҡына тормошҡа ашыра. Петроградтағы революцияларға тиклемге дәүерҙең иҡтисади, сәйәси хәл-торошон, урыҫ һәм милли интеллигенция вәкилдәренең образдарын эпик тәрәнлектә, ышандырырлыҡ итеп, эҙмә-эҙлекле сюжетҡа һалып, социаль-тарихи, революцион ваҡиғаларға нигеҙләнеп, киҫкен хәлдәрҙе бергә ҡушып, конфликт төйөндәре барлыҡҡа килтереп, сюжет структураһы һәм сюжет һыҙыҡтарының ҡатлаулығына ирешеп, образдарының характерҙарын аса автор.
Эстәрле өйәҙенең мәғарифының тарихында эҙҙәре ҡалған Бәҙри, Шәрәфи уҡытыусылар менән урыҫ яҙыусыһы, гуманист Глеб Успенский һәм Сергей Аксаков уҙамандар хаҡында, шифалы һыулы Богоявлендәге һәм Пенза өлкәһендәге Никольск ҡасабаһындағы “Алла инәһе” иконаларының бер үк төрлө тарихтары, Женева күле, Стәрле өйәҙе башҡорттары сығарған Япон һуғышына арналған халыҡ йыры “Порт-Артур”ҙың Талас ауылына яраланып ҡайтҡан, ҡалаға килеп йөрөгән Әсәҙулла гармунсының уйнап-йырлауында Стәрлетамаҡҡа таралыуы, халыҡтың баярҙар тартып алған ерҙәрен, урмандарын ҡабат ҡайтарып алырға йән атып, тартып-һуҙып ғүмер итеүе һәм башҡа мәғлүмәттәргә бай “Эстәрле” романы. Романдың экспозицияһынан күренеүенсә ,иҫтә ҡалырлыҡ үҙенсәлекле геройҙар һәм йәнле эпизодтар етерлек күп.
Талас ауылында тыуып үҫкән Әхмәт Әһлиуллин БДУ-ның биология факультетын тамамлай, тәүҙә география уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар тыуған ауылында мәктәп директоры булып эшләй. Әҙип төп әҫәрен эш аралаш күңел талабы менән яҙған... Ул, башҡорт әҙәбиәтенә, уҡытыусы-биолог-географ булараҡ, балалар өсөн хикәйәләр яҙып килә. 1977 йылда “Китап” нәшриәтендә “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” тип аталған китабы донъя күрә. 1981 йылда һәм 2005 йылда “Йылансая мажаралары” тигән фантастик повесы баҫыла... Аҙ һүҙле, уға һүҙ ҡушмаһаң, өндәшмәҫ, күренекле яҙыусы Булат Рафиҡов әйтмешләй, “күләгәлә йөрөп ятҡан” яҙыусыны, Миңләхмәт Кәбир улы Әһлиуллинды, күреп белә инем. Ул ауыл ерендә мал аҫрап йәшәгәс, яҙыусылар ойошмаһында үткәрелгән йыйылыштарға аҙ йөрөнө, әммә килгеләп китә ине. Яңыраҡ асыҡланыуынса, ойошмала Талас ауылы яҙыусыһының иҫәп карточкаһы ла булмаған. Күрәһең, “Эстәрле”нең авторы, ойошмаға аҙ йөрөгәс, унда үҙе хаҡында мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк тапмағандыр. Матбуғаттан ситләштерелгән баҫалҡы ғына ағайҙың “Эстәрле” романы ла, ғөмүмән, ижады ваҡытында объектив баһалауҙан ситләштерелгәс (Булат Рафиҡов яҙыуынса), тәнҡитселәр күҙенә салынмағандыр, тип уйлайым. Минеңсә, 380 битле роман “яҡшы” тигән баһаға лайыҡ ине. Ваҡытында өлкә комитеты һәм күп яҙыусылар тарафынан ҡыйырһытылған, архивтарҙа ҡаҙыныу өсөн ваҡыт табып, ҙур тырышлыҡ, эш менән тән һәм күңел ауырыуҙарын еңә белгән, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәйенсә өс роман, повесть, дөйөмләп әйткәндә, ете китап авторының “Эстәрле” һәм “Ашҡаҙар” романдарын “Башҡорт китабы топ-100+” акцияһына яңынан баҫтырыу өсөн тәҡдим иттем, сөнки “Эстәрле” романында илебеҙ тарихының ҡапма-ҡаршылыҡлы дәүере, иҫкелек менән яңы тормоштоң, изгелек менән яуызлыҡтың көрәше һүрәтләнә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, мөхәббәт өсмөйөштәре асыҡлана. Ул китаптар әҙәбиәт һәм тарих һөйөүселәргә ҡиммәтле бүләк булыр ине. Үҙем кеүек аҙ һүҙле, бала күңелле Әхмәт ағай менән урамда осрашһаҡ, ҡул биреп, иҫәнләшеп йөрөнөм. Уның 2002 йылда баҫтырылған романы һәм повесы ингән, һуғыш йылдарында ауыл кешеләренең яҙмышын һүрәтләгән, “Кендек ҡаны тамған ер” тигән китабының Стәрлетамаҡ педагогия институтында шул йылда үткән байрамында ҡатнаштым, китабын һатып алдым, ағайым автограф яҙып бирҙе. Торараҡ уның татар телендә “Палач” тигән китабы баҫтырылыуын, Стәрлетамаҡта уға бер бүлмәле фатир биреүҙәре хаҡында ишеткәйнем. Үҙ йәшенән күпкә йәш, теремек күренгән ағайҙың 2003 йылда арабыҙҙан кинәт китеүе үтә үкенесле хәл булды. Ул турала ваҡытында ишетмәй ҡалғанмын... Әҙиптең “Ашҡаҙар” романы үҙе яҡты донъяны ҡалдырғандан һуң, 2005 йылда, баҫтырылыуы хаҡында ла белмәнем...
Яҡташтарымдың китаптарын китапханама йыйған әҙәбиәт һөйөүсе булараҡ, Әхмәт ағайҙың ул романын да һатып алыр инем, табып булмай... Яҙыусының тыуыуына 80 йыл тулыр алдынан “Башҡортостан” гәзитендә “Бала күңелле яҙыусы” тигән һүрәтләмә баҫтырғайным, Кесе Табын ырыуы ерендәге боронғо ауылға, халҡының теле татарлаштырылған Талас ауылына (был факт “Эстәрле” романында асыҡлана, тимәк, автор тарафынан архивтан алынған дәлил), мине ырыуҙаштарым яҡташтарылай күреп саҡыралар. Ауыл аҡһаҡалы, бер үк ваҡытта мулла Әхмәт ағайға оҡшап торған теремек ҡустыһы Ҡөрьән аяттары уҡыны.
Яҙыусы, драматург Кәбир Аҡбашев ағай менән Талас ауылы яҙыусыһы Әхмәт Әһлиуллин ағайҙың 85 йыллығын билдәләгән хәтер кисәһендә ҡатнашып иҫкә алғайныҡ. Быйыл яҙыусының 90 йыллығына бағышланған хәтер кисәһе үткәрелде.