Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талпан менән шаярмайҙар
Талпан менән шаярмайҙарЯҙ етеп, ҡар әрселеү менән, халыҡ урман-яланға ашҡына. Кем эш буйынса, кем ял итергә, тигәндәй. Саф һауалағы сәйәхәт ни тиклем файҙалы һәм күңелле булмаһын, урманда һеҙҙе бәләкәй генә, әммә зәһәр дошман көтөп тороуы ихтимал. Аңлағанһығыҙҙыр: һүҙ – талпан тураһында.

Һөжүмдән ҡотолоу өсөн
Иң тәүҙә һаҡланыу сараларын барлайыҡ. Бәләгә тарымаҫ өсөн бөтә тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ, талпанды ҡурҡыта торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ – бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итә. Һуҡмаҡтар тирәһендә күп була, эргәһенән үтеп барған кешенең йәки йәнлектең еҫен һиҙә, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур.
Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күреү менән, уны һурып сығарырға кәрәк. Бының өсөн талпан торған урынға май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөргә, унан епте элмәк рәүешендә бәйләп, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Пинцет та ярап ҡалыуы бар. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лабора­торияға тикшереүгә алып барыу зарур. Уның һөҙөмтәһенә ҡарап, табиптар артабанғы ғәмәлдәрҙе билдәләйәсәк.

Энцефалит – ҡәһәрле сир
Ауырымаҫ өсөн иң ҡулайлы сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү. Артабан уның үҙенсәлектәре хаҡында төплөрәк әйтеп үтәйек.
Талпандың тешләүе әллә ни һиҙелмәһә лә, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы ихтимал. Иң ҡурҡынысы – бәләкәй генә бөжәктең кешегә энцефалит сирен йоҡтороуы бар. Был йоғошло ауырыу баш мейеһенең елһенеүенә килтерә.
Беренсел энцефалиттар рәтенә эпидемик, герпетик, энтеровируслы юл менән, шулай уҡ талпан һәм серәкәй тешләүе аша йоҡҡандарын индерәләр. Икенсел энцефалиттар грипп, остеомилит, токсоплазмоз һәм башҡа ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенән хасил була. Ҡыҫҡаһы, энцефалит инфек­цияһы организмға төрлө юл менән эләгеүе ихтимал, һәм уның билдәләре лә төрлөсә. Һәр вирусҡа ҡаршы айырым вакцина ҡулланыла, улар прививкаларҙың милли календары нигеҙендә йәки йәмғиәттәге эпидемик хәлгә ҡарап яһала.
Шулай ҙа был йәһәттән тәүге сиратта талпан энцефалитын телгә алыу зарур, сөнки яҙ-йәй миҙгеле башланғас та, бәләкәй генә бөжәк, инфекцияны йөрөтөүсе булараҡ, кешеләргә аныҡ ҡурҡыныс менән янай.
Талпан һеҙ урманға эшкә йәки ял итергә барғанда, еләк-емеш, бәшмәк йыйғанда, дача участкаһында эшлә­гәндә тешләүе ихтимал. Әгәр ҙә бөжәк инфекция йөрөтә икән, вирус ул яһаған яра аша организмға үтеп инә, ҡан менән тиҙ генә тарала, арҡа һәм баш мейеһенә етә, ярһыу сығанағын барлыҡҡа килтерә. Инкубация ваҡыты – 8 – 20 көн, унан һуң киҫкен осор башлана. Баш һөйәге эсендәге ҡан баҫымы күтәрелә, бик ныҡ баш ауырта, ҡоҫтора, яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә, температура күтәрелә, тән тартыша, тын алыу боҙола, фалиж һуға, кешенең үлеп ҡалыуы ла ихтимал.
Ҡайһы саҡта сир оҙаҡлабыраҡ үҫешә, һәм был инфекцияның хроник төрөнә килтерә. Артабан кешене фалиж һуға йәки парез башлана (иннервацияһы боҙолоу сәбәпле, ҡайһы бер мускулдарҙың көсө һәм хәрәкәтсәнлеге боҙолоу).
Энце­фалитты икенсе ысул менән дә йоҡторорға мөмкин. Мәҫәлән, талпан йәбешкән кәзә һәм һыйыр малының һөтө аша. Яҙғы-йәйге осорҙа һөттө ҡайнатыл­маған килеш эсмәҫкә тырышығыҙ. Был юл менән йоҡҡан саҡта инфекцияның инкубация осоро 4 – 7 көн самаһы тәшкил итә.

Вакцина бар!
Талпан энцефалиты Евразия ҡитғаһының барлыҡ урман һәм урман-ялан климат зоналарында һәм тундрала (мәңге туңлыҡ райондарынан тыш) таралған. Бигерәк тә сирле бөжәктәр Алыҫ Көнсығышта, Уралда, Себерҙә, Карелияла, Иваново, Псков, Ярославль, Кострома, Ленинград өлкәләрендә, Пермь крайында күп.
Талпан энцефалитына ҡаршы яһалған заман прививкалары үле вирустан әҙерләнә, әммә вирус өлөшсәһенең антиген төҙөлөшө һаҡлана. Вакцина кеше организмына эләгеү менән, иммун системаһы вирус антигендарын таный, сирҙән һаҡлаусы иммуноглобулин бүлеп сығара башлай. Тимәк, организмға энцефалит инфекцияһы эләккән осраҡта, улар шунда уҡ вирустың эшмәкәрлеген туҡтата.
Иммуноглобулиндың инфекциянан һаҡлау сифатын кәметмәү өсөн бер нисә доза вакцина яһатыу зарур. Вакцинацияның тәьҫир итеү көсөн махсус анализ ярҙамында ҡандың составынан белеп була. Талпан энцефалитына ҡаршы эшләнгән вакцина, икенсе тапҡыр яһатҡандан һуң, яҡынса ике аҙнанан һуң организмды һаҡлай башлай.

Кемгә яһалырға тейеш?
Талпан энцефалитына ҡаршы прививка, медицина учреждениеһында булған хәлдә, бушлай яһала, шул иҫәптән балаларға ла. Бигерәк тә “хәүеф төркөмөнә” ҡарағандарға – йәй көнө туристик сәйәхәткә йыйынған­дарға, һөнәри үҙенсәлектәре буйынса урман-яланда эшләгәндәргә (эш биреүсе иҫәбенә яһалыуы ла ихтимал). Түләп яһатҡанда вакцина төрөн һайлау мөмкинлеге бар.
Унан һуң, ҡайһы берәүҙәрҙең организмдағы иммуноглобулин кимәле инфекцияға ҡаршы торорлоҡ була (төрлө сығанаҡтар буйынса 5 – 38 процент кешеләрҙә), йәғни ҡанда вирусҡа ҡаршы торорлоҡ антиесемдәр етерлек кимәлдә эшләп сығарыла. Шуға күрә вакцинация алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә, анализдар тапшырырға кәрәк.
Энцефалитҡа дусар булғандарҙың уртаса 75 проценты – ҡалала йәшәү­селәр, шуға ла вакцинация һәм талпан энцефалитына эндемиклы (социаль һәм тәбиғәт шарттарына бәйле ҡайһы бер ауырыуҙарҙың тик айырым ер-урынға хас булыуы) урындарҙа йәшәгән йәки унда барып йөрөгән ауыл кешеләренә эшләнергә тейеш. 1 – 3 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән вакциналар ҙа бар, ололарға килгәндә, 70 йәшкә тиклем яһала. Вакцинация махсус лицензияһы булған учреждениела ғына үткәрелергә тейеш. Дөрөҫ һаҡланмаған (һалҡын урында тотоу зарур) вакцинаны эшләтеү файҙаһыҙ, хатта хәүефле лә. Ауырлы ҡатындарға прививка яһалмай, бала тыуғандан һуң ике аҙна үткәс, табип ҡарары буйынса яһалыуы ихтимал.

Нимәгә өҫтөнлөк бирергә?
Талпан энцефалитына ҡаршы Рәсәй препараттары ла, сит илдең вакциналары ла киң ҡулланыла. Антиген төҙөлөшө буйынса Көнбайыш Европала етештерелгән штамдар Рәсәй етештереүселәренекенә оҡшаш, уларҙы үҙ-ара алмаштырырға мөмкин.
Вакцина етештереү өсөн, нигеҙҙә, талпан энцефалитының тәбиғи сығанаҡ­тарында киң таралған штам­дарҙы төплө өйрәнәләр һәм медицина препаратын етештереүҙә ошо антиген структураға өҫтөнлөк бирәләр. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, талпан энцефалиты вирусы популяцияларына мониторинг яһағандан һуң, Рәсәйҙә Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төрҙәренең киң таралғаны билдәле.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдә йыл һайын уртаса 18-ҙән өлкәнерәк йәштәге 500 мең кеше “ЭнцеВир” вакцинаһын яһата, уның балалар өсөн сығарылған төрө лә бар. Улар антиген миҡдары менән айырыла.

Ҡасан прививка яһатырға?
Беренсе һәм икенсе инъекцияны көҙҙән яҙға тиклем яһатыу яҡшыраҡ. Мохтажлыҡ булғанда (мәҫәлән, талпан тешләгәндән һуң), вакцинация йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә эшләнеүе ихтимал, шул иҫәптән хәүефле йәйге миҙгелдә лә. Талпан энцефалитының тәбиғи сығанағына, икенсе инъекция яһатылып, ике аҙна үткәс кенә барырға мөмкин. “Ашығыс ярҙам” булараҡ прививка яһағанда (мәҫәлән, йәй көнө) ике вакцинация араһындағы осор ике аҙнаға тиклем ҡыҫҡартылыуы ихтимал, әммә энцефалитлы сығанаҡҡа барыуға тиклем 14 көн ҡалырға тейеш.
Тәүге ревакцинация беренсел вакцинация курсы тамамланғандан һуң, 12 ай үткәс яһала, артабанғы ревакцинациялар өс йыл һайын эшләнә.

Кемдәргә ярамай?
Талпан энцефалитына ҡаршы вакцина сирләгәндә, хроник ауырыуҙар киҫкенләшкәндә яһалмай. Һауыҡҡан­дан һуң бер ай үткәс эшләтергә мөм­кин.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә (бигерәк тә тауыҡ аҡһымына), дарыуҙарға аллергия булған осраҡта; астма бронхиты, эпилепсия, диабет, тоташтырғыс туҡы­маларҙың системалы сирҙәре, эндокрин системаһы, ҡан ауырыуҙарынан, яман шештән яфаланғанда; тәүге вакцинацияға организм насар реакция биргәндә вакцина эшләтеү хупланмай. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү зарур.

Вакцинаның зыяны бармы?
Ҡайһы ваҡыт вакцина организмда дөйөм һәм урындағы реакциялар биреүе ихтимал. Урындағы тәьҫир тип прививка яһаған тирәнең ҡыҙарыуын, шешеүен, ауыртып тороуын атайҙар. Лимфатик төйөндәрҙең дә бер аҙ шешеүе ихтимал. Дөйөм реакция тәүге ике тәүлек эсендә хасил була, температура күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙ­лек, мускулдарҙың, быуындарҙың ауыртып тороуы хас. Әммә был бил­дәләр өс тәүлектән һуң үтергә тейеш.
Аллергия реакцияһы көсәймәһен өсөн, вакцинациянан һуң ярты сәғәт үткәнсе табип күҙәтеүе аҫтында булыу мотлаҡ.
Организмда яҡшы иммун яуабы булһын өсөн вакцинация графигын теүәл үтәү зарур. Ниндәйҙер мөһим сәбәптәр арҡаһында ул боҙола ҡалһа, прививка яһау пунктына мөрәжәғәт итегеҙ, унда ихтыяжға ҡарап яңы график тәҡдим итерҙәр.

Талпан тешләй ҡалһа...
Прививка яһатҡан кешене талпан тешләгән осраҡта, барыбер табипҡа күренеү фарыз, ә талпанды махсус ла­бораторияға тикшереүгә тапшыры­ғыҙ. Унан һуң, талпан, энцефалиттан тыш, башҡа инфекцияларҙы йөрөтөүсе булыуы ла ихтимал. Нисек кенә мәшә­ҡәтле тойолмаһын, ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, ғүмерегеҙгә янаған ҡурҡы­ныстан ҡотолоп ҡалырһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872