Яҙ етеп, ҡар әрселеү менән, халыҡ урман-яланға ашҡына. Кем эш буйынса, кем ял итергә, тигәндәй. Саф һауалағы сәйәхәт ни тиклем файҙалы һәм күңелле булмаһын, урманда һеҙҙе бәләкәй генә, әммә зәһәр дошман көтөп тороуы ихтимал. Аңлағанһығыҙҙыр: һүҙ – талпан тураһында. Һөжүмдән ҡотолоу өсөнИң тәүҙә һаҡланыу сараларын барлайыҡ. Бәләгә тарымаҫ өсөн бөтә тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ, талпанды ҡурҡыта торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ – бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итә. Һуҡмаҡтар тирәһендә күп була, эргәһенән үтеп барған кешенең йәки йәнлектең еҫен һиҙә, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур.
Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күреү менән, уны һурып сығарырға кәрәк. Бының өсөн талпан торған урынға май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөргә, унан епте элмәк рәүешендә бәйләп, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Пинцет та ярап ҡалыуы бар. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лабораторияға тикшереүгә алып барыу зарур. Уның һөҙөмтәһенә ҡарап, табиптар артабанғы ғәмәлдәрҙе билдәләйәсәк.
Энцефалит – ҡәһәрле сирАуырымаҫ өсөн иң ҡулайлы сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү. Артабан уның үҙенсәлектәре хаҡында төплөрәк әйтеп үтәйек.
Талпандың тешләүе әллә ни һиҙелмәһә лә, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы ихтимал. Иң ҡурҡынысы – бәләкәй генә бөжәктең кешегә энцефалит сирен йоҡтороуы бар. Был йоғошло ауырыу баш мейеһенең елһенеүенә килтерә.
Беренсел энцефалиттар рәтенә эпидемик, герпетик, энтеровируслы юл менән, шулай уҡ талпан һәм серәкәй тешләүе аша йоҡҡандарын индерәләр. Икенсел энцефалиттар грипп, остеомилит, токсоплазмоз һәм башҡа ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенән хасил була. Ҡыҫҡаһы, энцефалит инфекцияһы организмға төрлө юл менән эләгеүе ихтимал, һәм уның билдәләре лә төрлөсә. Һәр вирусҡа ҡаршы айырым вакцина ҡулланыла, улар прививкаларҙың милли календары нигеҙендә йәки йәмғиәттәге эпидемик хәлгә ҡарап яһала.
Шулай ҙа был йәһәттән тәүге сиратта талпан энцефалитын телгә алыу зарур, сөнки яҙ-йәй миҙгеле башланғас та, бәләкәй генә бөжәк, инфекцияны йөрөтөүсе булараҡ, кешеләргә аныҡ ҡурҡыныс менән янай.
Талпан һеҙ урманға эшкә йәки ял итергә барғанда, еләк-емеш, бәшмәк йыйғанда, дача участкаһында эшләгәндә тешләүе ихтимал. Әгәр ҙә бөжәк инфекция йөрөтә икән, вирус ул яһаған яра аша организмға үтеп инә, ҡан менән тиҙ генә тарала, арҡа һәм баш мейеһенә етә, ярһыу сығанағын барлыҡҡа килтерә. Инкубация ваҡыты – 8 – 20 көн, унан һуң киҫкен осор башлана. Баш һөйәге эсендәге ҡан баҫымы күтәрелә, бик ныҡ баш ауырта, ҡоҫтора, яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә, температура күтәрелә, тән тартыша, тын алыу боҙола, фалиж һуға, кешенең үлеп ҡалыуы ла ихтимал.
Ҡайһы саҡта сир оҙаҡлабыраҡ үҫешә, һәм был инфекцияның хроник төрөнә килтерә. Артабан кешене фалиж һуға йәки парез башлана (иннервацияһы боҙолоу сәбәпле, ҡайһы бер мускулдарҙың көсө һәм хәрәкәтсәнлеге боҙолоу).
Энцефалитты икенсе ысул менән дә йоҡторорға мөмкин. Мәҫәлән, талпан йәбешкән кәзә һәм һыйыр малының һөтө аша. Яҙғы-йәйге осорҙа һөттө ҡайнатылмаған килеш эсмәҫкә тырышығыҙ. Был юл менән йоҡҡан саҡта инфекцияның инкубация осоро 4 – 7 көн самаһы тәшкил итә.
Вакцина бар!Талпан энцефалиты Евразия ҡитғаһының барлыҡ урман һәм урман-ялан климат зоналарында һәм тундрала (мәңге туңлыҡ райондарынан тыш) таралған. Бигерәк тә сирле бөжәктәр Алыҫ Көнсығышта, Уралда, Себерҙә, Карелияла, Иваново, Псков, Ярославль, Кострома, Ленинград өлкәләрендә, Пермь крайында күп.
Талпан энцефалитына ҡаршы яһалған заман прививкалары үле вирустан әҙерләнә, әммә вирус өлөшсәһенең антиген төҙөлөшө һаҡлана. Вакцина кеше организмына эләгеү менән, иммун системаһы вирус антигендарын таный, сирҙән һаҡлаусы иммуноглобулин бүлеп сығара башлай. Тимәк, организмға энцефалит инфекцияһы эләккән осраҡта, улар шунда уҡ вирустың эшмәкәрлеген туҡтата.
Иммуноглобулиндың инфекциянан һаҡлау сифатын кәметмәү өсөн бер нисә доза вакцина яһатыу зарур. Вакцинацияның тәьҫир итеү көсөн махсус анализ ярҙамында ҡандың составынан белеп була. Талпан энцефалитына ҡаршы эшләнгән вакцина, икенсе тапҡыр яһатҡандан һуң, яҡынса ике аҙнанан һуң организмды һаҡлай башлай.
Кемгә яһалырға тейеш?Талпан энцефалитына ҡаршы прививка, медицина учреждениеһында булған хәлдә, бушлай яһала, шул иҫәптән балаларға ла. Бигерәк тә “хәүеф төркөмөнә” ҡарағандарға – йәй көнө туристик сәйәхәткә йыйынғандарға, һөнәри үҙенсәлектәре буйынса урман-яланда эшләгәндәргә (эш биреүсе иҫәбенә яһалыуы ла ихтимал). Түләп яһатҡанда вакцина төрөн һайлау мөмкинлеге бар.
Унан һуң, ҡайһы берәүҙәрҙең организмдағы иммуноглобулин кимәле инфекцияға ҡаршы торорлоҡ була (төрлө сығанаҡтар буйынса 5 – 38 процент кешеләрҙә), йәғни ҡанда вирусҡа ҡаршы торорлоҡ антиесемдәр етерлек кимәлдә эшләп сығарыла. Шуға күрә вакцинация алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә, анализдар тапшырырға кәрәк.
Энцефалитҡа дусар булғандарҙың уртаса 75 проценты – ҡалала йәшәүселәр, шуға ла вакцинация һәм талпан энцефалитына эндемиклы (социаль һәм тәбиғәт шарттарына бәйле ҡайһы бер ауырыуҙарҙың тик айырым ер-урынға хас булыуы) урындарҙа йәшәгән йәки унда барып йөрөгән ауыл кешеләренә эшләнергә тейеш. 1 – 3 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән вакциналар ҙа бар, ололарға килгәндә, 70 йәшкә тиклем яһала. Вакцинация махсус лицензияһы булған учреждениела ғына үткәрелергә тейеш. Дөрөҫ һаҡланмаған (һалҡын урында тотоу зарур) вакцинаны эшләтеү файҙаһыҙ, хатта хәүефле лә. Ауырлы ҡатындарға прививка яһалмай, бала тыуғандан һуң ике аҙна үткәс, табип ҡарары буйынса яһалыуы ихтимал.
Нимәгә өҫтөнлөк бирергә?Талпан энцефалитына ҡаршы Рәсәй препараттары ла, сит илдең вакциналары ла киң ҡулланыла. Антиген төҙөлөшө буйынса Көнбайыш Европала етештерелгән штамдар Рәсәй етештереүселәренекенә оҡшаш, уларҙы үҙ-ара алмаштырырға мөмкин.
Вакцина етештереү өсөн, нигеҙҙә, талпан энцефалитының тәбиғи сығанаҡтарында киң таралған штамдарҙы төплө өйрәнәләр һәм медицина препаратын етештереүҙә ошо антиген структураға өҫтөнлөк бирәләр. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, талпан энцефалиты вирусы популяцияларына мониторинг яһағандан һуң, Рәсәйҙә Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төрҙәренең киң таралғаны билдәле.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдә йыл һайын уртаса 18-ҙән өлкәнерәк йәштәге 500 мең кеше “ЭнцеВир” вакцинаһын яһата, уның балалар өсөн сығарылған төрө лә бар. Улар антиген миҡдары менән айырыла.
Ҡасан прививка яһатырға?Беренсе һәм икенсе инъекцияны көҙҙән яҙға тиклем яһатыу яҡшыраҡ. Мохтажлыҡ булғанда (мәҫәлән, талпан тешләгәндән һуң), вакцинация йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә эшләнеүе ихтимал, шул иҫәптән хәүефле йәйге миҙгелдә лә. Талпан энцефалитының тәбиғи сығанағына, икенсе инъекция яһатылып, ике аҙна үткәс кенә барырға мөмкин. “Ашығыс ярҙам” булараҡ прививка яһағанда (мәҫәлән, йәй көнө) ике вакцинация араһындағы осор ике аҙнаға тиклем ҡыҫҡартылыуы ихтимал, әммә энцефалитлы сығанаҡҡа барыуға тиклем 14 көн ҡалырға тейеш.
Тәүге ревакцинация беренсел вакцинация курсы тамамланғандан һуң, 12 ай үткәс яһала, артабанғы ревакцинациялар өс йыл һайын эшләнә.
Кемдәргә ярамай?Талпан энцефалитына ҡаршы вакцина сирләгәндә, хроник ауырыуҙар киҫкенләшкәндә яһалмай. Һауыҡҡандан һуң бер ай үткәс эшләтергә мөмкин.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә (бигерәк тә тауыҡ аҡһымына), дарыуҙарға аллергия булған осраҡта; астма бронхиты, эпилепсия, диабет, тоташтырғыс туҡымаларҙың системалы сирҙәре, эндокрин системаһы, ҡан ауырыуҙарынан, яман шештән яфаланғанда; тәүге вакцинацияға организм насар реакция биргәндә вакцина эшләтеү хупланмай. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү зарур.
Вакцинаның зыяны бармы?Ҡайһы ваҡыт вакцина организмда дөйөм һәм урындағы реакциялар биреүе ихтимал. Урындағы тәьҫир тип прививка яһаған тирәнең ҡыҙарыуын, шешеүен, ауыртып тороуын атайҙар. Лимфатик төйөндәрҙең дә бер аҙ шешеүе ихтимал. Дөйөм реакция тәүге ике тәүлек эсендә хасил була, температура күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙлек, мускулдарҙың, быуындарҙың ауыртып тороуы хас. Әммә был билдәләр өс тәүлектән һуң үтергә тейеш.
Аллергия реакцияһы көсәймәһен өсөн, вакцинациянан һуң ярты сәғәт үткәнсе табип күҙәтеүе аҫтында булыу мотлаҡ.
Организмда яҡшы иммун яуабы булһын өсөн вакцинация графигын теүәл үтәү зарур. Ниндәйҙер мөһим сәбәптәр арҡаһында ул боҙола ҡалһа, прививка яһау пунктына мөрәжәғәт итегеҙ, унда ихтыяжға ҡарап яңы график тәҡдим итерҙәр.
Талпан тешләй ҡалһа...Прививка яһатҡан кешене талпан тешләгән осраҡта, барыбер табипҡа күренеү фарыз, ә талпанды махсус лабораторияға тикшереүгә тапшырығыҙ. Унан һуң, талпан, энцефалиттан тыш, башҡа инфекцияларҙы йөрөтөүсе булыуы ла ихтимал. Нисек кенә мәшәҡәтле тойолмаһын, ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, ғүмерегеҙгә янаған ҡурҡыныстан ҡотолоп ҡалырһығыҙ.