Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты республикабыҙ төбәктәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә әленән-әле осрашыуҙар үткәреп тора. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында төбәктең үҫеш мөмкинлектәре барланды, халыҡты эшҡыуарлыҡҡа, кәсепселеккә йәлеп итеү, инновацияларҙы ҡулланылышҡа индереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, халыҡҡа хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү, башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа ғаиләнең роле кеүек мәсьәләләр тураһында фекер алышыу булды. Төп эш йүнәлештәре билдәләндеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Сибай институты һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә “Башҡортостан – үҫеш территорияһы: эшҡыуарлыҡ, экология, тел һәм мәҙәниәт (проблемалар, эҙләнеүҙәр, перспективалар)” тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан, Мари Иле Республикаһынан, Силәбе өлкәһе, Нефтекама, Баймаҡ, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.
– Белеүебеҙсә, беҙҙең уҡыу йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ойошторолған бындай форматтағы конференция тәүге тапҡыр үткәрелмәй, – тине үҙ сығышында уҡыу йорто директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов. – Бөгөнгө конференцияға беҙ Башҡортостандың үҫешенә, унда йәшәгән халыҡтың матди һәм мәҙәни хәленә, һаулығына йоғонто яһаған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн йыйылдыҡ. Бигерәк тә күп милләттәштәребеҙҙең алыҫ төбәктәрҙә эшләүе, һөҙөмтәлә балаларҙың ярты етем үҫеүе, атай тәрбиәһе ала алмауҙары, ғаиләлә атай абруйы төшөүе борсоуға һала. Бер проблема икенсеһен тыуҙыра. Күптәрен хәл итеү өсөн эш урындары булдырыу кәрәк. Бының өсөн ҙур предприятиелар төҙөү мотлаҡ түгел. Ҙур ойошманың сығымдары ла күп була. Шуға ла бөгөн бөтә ил бәләкәй эшҡыуарлыҡтың отошло булыуын билдәләй. Был тәңгәлдә башҡараһы эш күп әле. Мәҫәлән, туризмды үҫтереү – республика өсөн иң ҡулай бизнес. Шул уҡ ваҡытта халыҡ та эш менән тәьмин ителәсәк. Әгәр туристарҙы йәлеп итә алһаҡ, сауҙа өлкәһендәгеләр, сувенирҙар эшләүселәр, милли аҙыҡ-түлек етештереүселәр өсөн дә табышлы һәм отошло булыр ине. Шулай уҡ умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ эшен киң йәйелдереү, үҙебеҙҙә үҫкән дарыу үләндәрен әҙерләү һәм матур ҡаптарҙа һатыуға сығарыу буйынса ла эш етерлек.
Ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың, үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып, тирә-яҡ мөхиткә иғтибар итмәүе үкенесле, әлбиттә. Мәҫәлән, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр райондарында златолит, лемезит кеүек йөҙләү таштарының сығарылыуы билдәле. Был таштарҙың хаҡы ла ярайһы ғына (яҡынса 1 кубометры – 3 мең 500 һум). Әммә был эшҡыуарлыҡтан һуң хозур тәбиғәтебеҙҙән аҡтарылған ерҙәр, соҡорҙар ғына тороп ҡала. Ошондай бер көнлөк менән йәшәгән йүнселдәрҙең хаяһыҙ ҡыланыштарына, бәлки, 2017 йыл Рәсәйҙә “Экология йылы” һәм беҙҙең республикала “Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителеүе саҡ ҡына булһа ла йоғонто яһар, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҡабул ителгән закондарҙың үтәлешен тикшереүгә, тәбиғәт ресурстарын һаҡламаған, уларға зыян килтергән ойошмаларҙың эшен контролгә алыуға ярҙам итер. Рәсәйҙең тәбиғи ресурстары министры Сергей Донской әйтеүенсә, ағымдағы йыл тәбиғәтте һаҡлау закондарын теүәл үтәгән ойошмаларға үҫеш йылы буласаҡ, ә уны һанламағандарға ҙур күләмдә штрафтар һалынасаҡ. Шулай уҡ министр инновациялы технологиялар үҫеше нигеҙендә көнкүреш ҡалдыҡтарын яңынан эшкәртеү мөмкинлектәрен билдәләй. Был уңайҙан республикала, шул иҫәптән Сибайҙа ла, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн махсус урналар урынлаштырылды.
Ғөмүмән, был конференцияның төп эш йүнәлештәрен тәшкил иткән эшҡыуарлыҡ һәм экология, тел һәм мәҙәниәт – Башҡортостандың артабанғы үҫешенә йоғонто яһаусы төп факторҙар. Һөйләшеү тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй генә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, матди хәлебеҙҙе нығытыу, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өлкәһендәге эштәрҙе әүҙемләштереүгә бер этәргес көс булыр тигән өмөттәбеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, үҙ сығышында туған телде белгән кеше 41 милләттең телен аңлауы хаҡында миҫал килтереп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына телде өйрәткәндә уның халыҡ-ара телдәр араһында ҡәрҙәшлегенә баҫып яһап, әһәмиәтен билдәләү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусының инглиз телендә иркен аралаша алыуы хаҡында әйтте. Бөгөн беҙгә башҡорт ҡымыҙы, балы, аты бренд булған кеүек, башҡорт халҡы тигән брендты булдырыу зарурлығы килеп баҫты, тине ул үҙ сығышында. “Төньяҡ-көнбайыш райондары халҡының татар теленә тартым диалектта һөйләшеүе сәбәпле генә уларҙы башҡорт тип танымау дөрөҫ түгел, сөнки тарихи тамырҙары төп башҡорт ырыуҙарына барып тоташа. Мәҫәлән, Илеш районында ғына ла 86 процентҡа яҡын башҡорт йәшәй. Билдәле булыуынса, 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәреләсәк, был сараға бөгөндән әҙерлек башлау талап ителә, сөнки иртәгә һуң булыуы ихтимал”, – тине ул. Әмир Ишемғолов шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа тотонорға кәрәклеген билдәләне, элек-электән халҡыбыҙҙың тәүҙә тәбиғәткә, аҙаҡ ҡына дингә табыныуына баҫым яһап, Экология йылында тәбиғәтебеҙгә ҡарата ихтирамлы һәм мәрхәмәтле булырға саҡырҙы.
Халҡыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге өсөн тәрән борсолоп сығыш яһаған “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, сәсәниә Розалия Солтангәрәева һәм башҡаларҙың сығышы ла әһәмиәтле булды. “Халҡыбыҙға меҫкенлек психологияһынан ҡотолоу кәрәк. Үҙ еребеҙҙә һаман булһа ситтән килгәндәргә түрҙән урын биреп, мин, башҡорт, бер яҡ ситтәрәк торһам да булыр”, – тигән уйҙан арынырға саҡырҙы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Пленар ултырыштан һуң конференция эше ете секцияла дауам итте, Розалия Солтангәрәева оҫталыҡ дәресе күрһәтте, һуңынан резолюция ҡабул ителде.
Төбәктә туризм үҫешә аламы?Был һорауға яуап алыу маҡсатында бер төркөм хәбәрселәр бишенсе секция эшендә ҡатнашты. Сибай институты профессоры, иҡтисад фәндәре докторы Әҙеһәм Барлыбаев етәкселегендәге секцияла халыҡ әллә ни күп булманы. Шулай ҙа эшҡыуарлыҡтың был яңы йүнәлешен башлаусыларҙың мәсьәләгә битараф ҡалмауы күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Мәҫәлән, “Ирәндек” этнотур базаһы директоры Артур Кәримов әйтеүенсә, туризмдың килемле тармаҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел, әммә бөгөн туриндустрия тармағы үҫешмәгән, сөнки уны юғары кимәлгә күтәреү өсөн байтаҡ эш башҡарыу талап ителә. “Тәүге йылда бөтөнләй табыш булманы, быйыл эшебеҙ яйға һалыныр тип уйлайбыҙ. Халыҡ әлегә мәҙәни ял итеү үҙенсәлектәрен белеп тә бөтмәй, дөрөҫөрәге, уға күнекмәгән. Беҙгә күберәк ҡала тормошонан, ығы-зығынан арыған, хозур тәбиғәт ҡосағында Интернетһыҙ һәм телефонһыҙ ял итергә теләгәндәр килә. Сит илдән килгән ял итеүселәр ҙә бар”, – ти Артур Фәнис улы.
Денис Өмөтбаевтың исеме күптәргә таныш. Йәш эшҡыуарҙың башҡорт тоҡомло аттарын һаҡлап ҡалыу йүнәлешендәге программаһы ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҙенең эше, маҡсаттары һәм проблемалары хаҡында йәш эшҡыуар бик ентекле аңлатып үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эшҡыуарҙарҙың икеһенә лә сит илдәрҙә бер аҙ стажировка үтергә, тәжрибә тупларға мөмкинлек булған. Тап уларҙың эш тәжрибәһен үҙ күҙҙәре менән күреп, өйрәнеп, ниңә беҙгә лә йөрьәт итмәҫкә тигән уйҙар менән ҡайтҡан улар. Шуға күрә лә Денис Өмөтбаев үҙ эшен асырға ниәтләнгәндәргә сит мөхитте күрһәтергә, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу кәрәклеген белдерҙе.
– Бөгөн ауылдарҙа күптәр көтөүсе хәлендә (был осраҡта көтөүсе һүҙе – кемдеңдер килеп эш биреүен, юғарынан фарман бирелеүен көтөү мәғәнәһендә), әммә ул заман күптән үткән. Халыҡҡа үҙе етештергәнде һатырға, үҙенә файҙа килтерерлек шөғөлгә тотонорға өйрәнергә ваҡыт, – ти ул.
Ейәнсура районынан килгән Фәнис Аҡбутин төбәктә нисек итеп һарыҡсылыҡ тармағын ойоштороуҙарын аңлатты. Бөгөн республика киң билдәле “Маяҡ” һарыҡ үрсетеү базаһы йылдан-йыл яңы уңыштарға өлгәшә. Әйткәндәй, Ейәнсура районының мәғлүмәт-касса үҙәге – көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса эшҡыуарҙарға үҙ эшен асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең береһе.
Сибай ғалимдары белдереүенсә, халҡыбыҙға бәйле проблемаларҙы хәл иткәндә, иҡтисадты ситтә ҡалдырыу ярамай. Бөгөн башҡорт ауылдарының яйлап бөтә барыуы йәки “ҡартайыуы” шул уҡ эшһеҙлеккә барып тоташа. Ситтән килгән милләт вәкилдәре бер нисә йыл эсендә үҙ эшен асып ҡына ҡалмай, ә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, табыш килтерә, ни өсөндөр үҙ ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙ юғалып ҡала. Барыһын да халҡыбыҙ өсөн эшҡыуарлыҡ сифатының ят күренеш булыуына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине.
Был осраҡта халҡыбыҙҙың берҙәм, бер-береһенә ярҙам итеү урынына, киреһенсә, үҙ эшен булдырыусыларҙы ярҙан этеүен дә йәшерергә кәрәкмәй. Шулай булмаһа, бөгөн фермерҙарҙың ер һөрөргә – механизаторҙар, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағында үҙ эшен асыусылар – көтөүсе һәм һауынсы, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр йәшелсә үҫтереүселәр таба алмауын нисек аңлатырға һуң?! Эшһеҙ ятһа ята, әммә фермерға йәки эшҡыуарға барырға теләмәй. Сәбәбе – уны байыҡтырғыһы килмәй, ә эшләһә, аҡсаһы ла, ашы ла булыуын аңламай ул. Ситтән килеүселәр улар йәшәгән ергә килеп үҙ эшен асһа, ни өсөндөр тауышы ла, өнө лә сыҡмай. Тотонабыҙ уларҙы маҡтарға, үҙебеҙҙекеләрҙе һүгергә. Ситтәргә ҡарап үрнәк алып, үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итеп, үҙең дә тотон бер кәсепкә, өйрән аҡса эшләргә.
Алда әйтеүебеҙсә, бындай форматтағы ғилми-ғәмәли конференциялар Сибай институтында йыл һайын үтә. Бер ҡалыпҡа һалынған, тик темаһы ғына үҙгәртелеүен иҫәпкә алмағанда, йыл һайын бер үк кимәлдә ойошторола тиергә лә була. Шулай ҙа быйылғыһына килгәндә, бер аҙ уйланырға урын барҙыр. Сарала халҡыбыҙ, унда ҡатнашыусылар өсөн фәһем алырлыҡ, милләтебеҙҙең яҙмышын һәм киләсәген билдәләрлек, яңы эштәргә илһам бирерлек сығыштар булды. Республиканың төрлө төбәгенән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән аралашҡан саҡта, уларҙың күбеһенең ошо конференцияға ярашлы баҫылған йыйынтыҡта үҙҙәренең докладтары булыу сәбәпле, аттестация өсөн ниндәйҙер роль уйнаған сертификатты һатып алыу өсөн килгәндәре лә асыҡланды. “Ебәргәстәр, килдек”, – тиҙәр. Бөтә Рәсәй (сит ил ғалимдары ҡатнашлығында) ғилми-ғәмәли конференция тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып торған сарала райондарҙан килгән вәкилдәр араһында хакимиәт башлыҡтарының социаль, мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад буйынса урынбаҫарҙарының бөтөнләй күренмәүе, халҡыбыҙҙың яҙмышын тик йәмәғәт ойошмаларына (ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр һәм башҡалар) ғына ҡалдырып ҡуйыуҙы хуп күреү, милләтебеҙгә генә түгел, үҙебеҙҙең үткәнебеҙгә, бөгөнгөбөҙгә, киләсәгебеҙгә битараф булыуҙы күрһәтмәйме? Йырлап, бейеп, ҡағыҙҙа ғына һүҙ һөйләр ваҡыт түгел бөгөн, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева әйткәнсә, “иртәгәһе көнгә ышаныс булмаған мөхиттә йәшәйбеҙ. Милләтебеҙгә үҙенең йәшәү көсөн уятыусы көс кәрәк”. Ә ул көстө алдымы икән, кәрәкле һүҙҙе ишеттеме икән сарала ҡатнашыусылар?..