Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!
Һеҙҙе “Танып”та көтәләр! “Танып” шифаханаһының эшләй башлауына ун йылдан ашыу. Ваҡыт төшөнсәһенән сығып фекер йөрөткәндә был, бәлки, әллә ни ҙур ҙа арауыҡ түгелдер, әммә республикала ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә абруй ҡаҙана барған “Танып” өсөн – ҙур башланғыс. Минераль сығанаҡтар базаһында барлыҡҡа килгән башҡа бик күп шифаханалар кеүек үк, “Танып”тың да үҙ тарихы бар. Аҡһаҡалдар бәйән итеүенсә, Башҡортостандың төньяғындағы изге шишмә элек-электән шифалы булыуы менән билдәле, “бик күп ауырыуҙарҙан дауа”, тиелә риүәйәттәрҙә лә. “Ошо шишмәнең һыуы менән биттәрен йыуған һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылған, яу яландарында яраланған батырҙар аяҡҡа баҫҡан, шишмәнән ауыҙ иткәндәр ҡартаймаған, оло йәштә лә сәләмәтлектәренә зарланмаған”. Бәлки, кемдер быларҙы саманан тыш арттырыу тип ҡабул итер, әммә күңел ял иткән ерҙә һаулығың да нығыныр, кәйефең дә шәп булыр, эштәрең дә уң барыр. Быға, әлбиттә, тәбиғәт тә, “Танып” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә булышлыҡ итә.
Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!
Ял итеүселәр килеү менән мотлаҡ рәүештә тәжрибәле та­биптарҙа консультация үтә. Әйткәндәй, шифаханала белгес­тәргә ҡытлыҡ юҡ. Теләйһең икән, терапевҡа, теләйһең икән, пе­диатрға мөрәжәғәт ит. Физиотерапевт, дерматовенеролог, гинеколог, хирург, стоматолог, уролог та һеҙҙең ҡарамаҡта. Ә да­уалауға килгәндә, “Танып” тулы­һынса заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. Бальнеотерапия, дауалау массажы, заманса аппараттарҙа физиотерапия, лаборатор диагностика, механотерапия, SPA-капсулалар, сауна – барыһы ла ял итеүселәр өсөн. Ғөмүмән, шифаханала дауаланыу мөмкинлектәре ифрат киң. Бигерәк тә ҡан әйләнеше бо­ҙолған, вегетатив нервы сис­темаһы ҡаҡшаған, полиневропатия, нервы-мускулдар системаһы зарарланған, арҡа һәм баш мейеләре имгәнгән, һөйәк-мускул системаһы, тын юлдары, аш һеңдереү, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр сирҙәре, экзема, псориаз кеүек тире ауырыуҙары менән этләнгәндәр бында йыш мөрә­жәғәт итә. Шифаханала дауалау алымдарының ғына түгел, йылы һүҙҙең дә ҡөҙрәтенә, көсөнә ышанаһың. “Танып”та шул тиклем ихлас, алсаҡ хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр ҡайһыһы хәлеңә инер, ярҙам ҡулын һуҙыр. Улар тураһында әллә күпме яҙырға мөмкин, әммә шуны ғына өҫтәр инем – бында тәжрибә һәм йәшлек камил үҫешә.
Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!– Татыу, берҙәм коллектив – уңыш-ҡаҙаныш­тарҙың төп билдә­һе. Беҙҙә тәжрибәле, үҙ эшен ярат­ҡан хеҙмәткәрҙәр туплан­ған. Бөтә башланғыс­тарыбыҙҙың халыҡ өсөн эшләнгәнен аңлайбыҙ, шуға бурыс­тарыбыҙ ҙа, маҡсатта­ры­быҙ ҙа, киләсәккә пландарыбыҙ ҙа тәү сират­та яуаплылыҡҡа ҡайтып ҡала, – ти “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов.
Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!Ысынлап та, барыһы ла халыҡ өсөн эшләнгән. Ҙур, яҡты, бөхтә бүлмәләр. Ял итеүселәр өсөн китапхана, бильярд, тренажер зал­дары, өҫтәл теннисы, мини-гольф, мунса, сауна эшләй. Теләйһең икән, прокатҡа спорт ҡоролмаларын алып торорға мөмкин. Кистәрен төрлө күңел асыу программалары ҡаралған. Уйын-көлкө, конкурстарҙы, билдә­ле шәхестәр менән осрашыу­ҙарҙы, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын ял итеүселәр һәр саҡ көтөп ала. Асҡын районының иҫтәлекле урындарына ойошто­ролған экскурсиялар ҙа йылы хәтирәләр ҡалдыра. Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!Ғөмүмән, шифаханала кеше рәхәтләнеп ял итһен, һаулығын нығытһын өсөн барыһы ла бар. Бының өсөн етәкселек көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. “Барыһы ла халыҡ өсөн”, – ти улар бер тауыштан.
Әйткәндәй, “Танып”ты хәҙер республикала ғына түгел, Рә­сәйҙә, хатта донъяла ла таныйҙар.
– Беҙҙең шифаханала Сахалиндан алып Калининградҡа тиклем, хатта Германиянан килеп ял итәләр, – ти Кашшаф Сәй­фетдин улы ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул. Әгәр хеҙмәтең танылһа, тырышлығың баһаланһа, иң мөһиме, – халыҡ араһында абруйың булһа, ниңә ғорурланмаҫҡа, ти?
Һеҙҙе “Танып”та көтәләр!


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә