Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хаки­миәте башлығы:
– Уҡытыусылар ғаилә­­­һен­дә тыуып үҫ­тем, үҙемде белгәндән бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырҙыҡ. Баҫ­­малар күп, әммә ҡулыма иң тәүҙә “Башҡорт­остан”ды алам, был ғәҙәтемә ингән. Элек-электән гәзиттең үҙ йү­нәлеше, стиле, һәр ва­ҡи­ғаға үҙ ҡарашы бар. Баҫ­мала төрлө проблемалар ҡыйыу күтә­релә, журналистар етди мәсьә­ләләр менән сығыш яһай.
“Башҡортостан” гә­зите кешене уйланырға мәжбүр итә, ил һәм халыҡ яҙмышы берҙәм икәнлеген иҫбатлай, тормошо­боҙҙоң ысынбарлығын яҡтырта. Йәшәйешебеҙ һәр яҡлап гәзит биттәрендә сағылыш таба.
Гәзит милли асылы­быҙҙы һаҡлау, рухиәте­беҙҙе үҫтереү өсөн күп көс һала. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған кеше “Башҡортостан” гәзитен алдырырға тейеш.

Юлай БАЛТАБАЕВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Күгәрсен районы:
– “Башҡортостан” гәзите – оҙаҡ йылдар дауамында беҙҙең ғаиләнең тоғро дуҫы: уҡыныҡ, уҡыйбыҙ, уҡыясаҡбыҙ. Беренсенән, ниндәй генә мәғлүмәт тәҡдим ителмәһен, абруйлы, һыналған баҫмала бирелгәс, ышаныслы һәм дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Икенсенән, туған телебеҙҙә сыҡҡан башҡа баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, бында тотош милләт яҙмышына ҡағылған, рухиәтте байытҡан, бәҫле авторҙар тарафынан яҙылған етди мәҡәләләр менән бер рәттән, заман заңына ярашлы, төрлө йәштәге уҡыусыларға иҫәпләнгән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс яҙмалар ҙа даими сығып тора. Күләмле мәҡәләләрҙе тәфсирләп, яйлап уҡырға яратам. Хәҙер баҫма ҡалын вариантта сыға, миңә ҡалһа, был бигерәк тә ҡулай. Ваҡытыма ҡарап, яңы номерҙы ҡабат-ҡабат ҡулға алам, һәр битен ентекләп өйрәнәм, ҡатыным менән фекер алышам. Донъяуи мәшә­ҡәт­тәр менән генә йәшәп булмай ул – “Башҡорт­остан” кеүек бәҫле баҫма тор­мошобоҙҙо йәмләп тора, яңылыҡтар менән таныштыра, рухыбыҙҙы байыта.

Әхмәт ҒӘЙНЕТДИНОВ, Саха (Яҡут) Республикаһы:
– Мин оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа көн итәм, беренсе төркөм инвалидымын, тыуған яҡҡа ҡайтыу мөмкинлегем юҡ. Ә Башҡортостан шул тиклем һағындыра! Һағышымды баҫыр өсөн, тыуған еремдәге хәлдәр­гә хәбәрҙар булыу өсөн “Баш­ҡорт­остан” гәзитен алдырам. Әлбиттә, миңә ул көн һайын кил­мәй – йыйып тапшыралар. Ғөмү­мән, почта менән бәйле ҡар­шылыҡтар бик күп, әммә ғәҙәтемә тоғро ҡалам, яратҡан гәзитемә яҙы­лам. “Башҡортостан” миңә һулар һауа кеүек кәрәк, сит мөхиттә был айырыуса мөһим. Баҫма­ла­ғы бер генә яҙманы ла иғти­барһыҙ ҡалдырмайым, барыһын да уҡып барам, гәзиттәрҙе һаҡлайым. Социаль темаларға ҡағылған, республиканың ижти­мағи-сәйәси, мәҙәни тормошон яҡтыртҡан күп яҡлы, төплө гәзит ул “Башҡортостан”. Унан һуң туған телемдәге яҙ­ма­ларҙы уҡыһам, минең күңе­лем­дәге болоҡһоуҙарым ба­ҫыла, кәйефем күтәрелә. Рәх­мәт шуның өсөн, “Баш­ҡортостан”дар! Мәҡәләләр яҙған, уны баҫырға әҙерләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә