Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы:– Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем, үҙемде белгәндән бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырҙыҡ. Баҫмалар күп, әммә ҡулыма иң тәүҙә “Башҡортостан”ды алам, был ғәҙәтемә ингән. Элек-электән гәзиттең үҙ йүнәлеше, стиле, һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы бар. Баҫмала төрлө проблемалар ҡыйыу күтәрелә, журналистар етди мәсьәләләр менән сығыш яһай.
“Башҡортостан” гәзите кешене уйланырға мәжбүр итә, ил һәм халыҡ яҙмышы берҙәм икәнлеген иҫбатлай, тормошобоҙҙоң ысынбарлығын яҡтырта. Йәшәйешебеҙ һәр яҡлап гәзит биттәрендә сағылыш таба.
Гәзит милли асылыбыҙҙы һаҡлау, рухиәтебеҙҙе үҫтереү өсөн күп көс һала. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған кеше “Башҡортостан” гәзитен алдырырға тейеш.
Юлай БАЛТАБАЕВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Күгәрсен районы:– “Башҡортостан” гәзите – оҙаҡ йылдар дауамында беҙҙең ғаиләнең тоғро дуҫы: уҡыныҡ, уҡыйбыҙ, уҡыясаҡбыҙ. Беренсенән, ниндәй генә мәғлүмәт тәҡдим ителмәһен, абруйлы, һыналған баҫмала бирелгәс, ышаныслы һәм дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Икенсенән, туған телебеҙҙә сыҡҡан башҡа баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, бында тотош милләт яҙмышына ҡағылған, рухиәтте байытҡан, бәҫле авторҙар тарафынан яҙылған етди мәҡәләләр менән бер рәттән, заман заңына ярашлы, төрлө йәштәге уҡыусыларға иҫәпләнгән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс яҙмалар ҙа даими сығып тора. Күләмле мәҡәләләрҙе тәфсирләп, яйлап уҡырға яратам. Хәҙер баҫма ҡалын вариантта сыға, миңә ҡалһа, был бигерәк тә ҡулай. Ваҡытыма ҡарап, яңы номерҙы ҡабат-ҡабат ҡулға алам, һәр битен ентекләп өйрәнәм, ҡатыным менән фекер алышам. Донъяуи мәшәҡәттәр менән генә йәшәп булмай ул – “Башҡортостан” кеүек бәҫле баҫма тормошобоҙҙо йәмләп тора, яңылыҡтар менән таныштыра, рухыбыҙҙы байыта.
Әхмәт ҒӘЙНЕТДИНОВ, Саха (Яҡут) Республикаһы:– Мин оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа көн итәм, беренсе төркөм инвалидымын, тыуған яҡҡа ҡайтыу мөмкинлегем юҡ. Ә Башҡортостан шул тиклем һағындыра! Һағышымды баҫыр өсөн, тыуған еремдәге хәлдәргә хәбәрҙар булыу өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам. Әлбиттә, миңә ул көн һайын килмәй – йыйып тапшыралар. Ғөмүмән, почта менән бәйле ҡаршылыҡтар бик күп, әммә ғәҙәтемә тоғро ҡалам, яратҡан гәзитемә яҙылам. “Башҡортостан” миңә һулар һауа кеүек кәрәк, сит мөхиттә был айырыуса мөһим. Баҫмалағы бер генә яҙманы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, барыһын да уҡып барам, гәзиттәрҙе һаҡлайым. Социаль темаларға ҡағылған, республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошон яҡтыртҡан күп яҡлы, төплө гәзит ул “Башҡортостан”. Унан һуң туған телемдәге яҙмаларҙы уҡыһам, минең күңелемдәге болоҡһоуҙарым баҫыла, кәйефем күтәрелә. Рәхмәт шуның өсөн, “Башҡортостан”дар! Мәҡәләләр яҙған, уны баҫырға әҙерләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем!