Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге реформаларға күнегеп тә киттек буғай. Үҙгәрештәргә, мәктәптәге ҡулайлаштырыуға уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә өйрәнде. Иң мөһиме – уҡыусыларҙың белем сифатын яҡшыртыуға, уларҙы киләсәктә лайыҡлы алмашсы итеп тәрбиәләүгә бөгөн һәр белем усағы үҙ өлөшөн индерә. Был тәңгәлдә Әбйәлил районында хәлдәр нисек? Уҡытыу системаһы ниндәй юҫыҡта үҫешә? Уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың кәйефе нисек? Ниндәй уңыштары һәм проблемалары бар? Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Вәлит ЗӘЙНУЛЛИНға ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.– Вәлит Әхмәтшәриф улы, төбәктәге мәғариф учреждениеларына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле.
– Әле район биләмәһендә 64 мәктәп, 30 мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. 2014 йылда Әлмөхәмәттә әҙәбиәт музейы асылды. Барлығы 6 мең 649 бала белем ала, шуларҙың 273-ө – сығарылыш класс уҡыусыһы.
– Районда белем биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Һөҙөмтәлә уҡыусылар республика олимпиадаларында призлы урындар яулай, сығарылыш класс уҡыусылары күпләп юғары уҡыу йорттарына керә, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Бөгөн заман ҡуйған талаптарҙың барыһын да үтәп өлгөрәме уҡытыусы?– Билдәле булыуынса, мәғариф өлкәһе алдына белем биреүҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡсатында етди бурыстар ҡуйылды. Шул иҫәптән һәр уҡытыусыға, үҙ эшен төплө белеүҙән тыш, заманса фекер йөрөтөргә, яңы форматта дәрес биреү алымдарын белергә, яңы электрон технологиялар менән эш итергә тура килә. Бөгөн элеккесә уҡытыу мөмкин түгел. Шуға күрә был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Беҙҙә мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү юғары кимәлдә ҡуйылған, әҙерлекле уҡыусылар юғары кластарҙа белемдәрен тәрәнәйтә, шунлыҡтан урта белем күрһәткестәре яҡшыра. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең йылдан-йыл яҡшырыуы, тәртип боҙоуҙарҙың кәмеүе, уҡыусыларҙың имтиханға әҙерлекле килеүҙәре тап ошо хаҡта һөйләй.
– Берҙәм дәүләт имтиханы, тигәндәй, быйыл уны ата-әсәләргә лә тапшырып ҡарау мөмкинлеге булдырылды. Әбйәлилдәр был акцияны нисек ҡабул итте? Ата-әсәләр араһында һынау үтергә теләгәндәр табылдымы?– Ысынлап та, Берҙәм дәүләт имтихандарының ниндәй шарттарҙа үтеүе менән таныштырыу маҡсатында тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй буйынса акция үтте һәм унда сығарылыш класы уҡыусыларының ата-әсәһе имтихан тапшырып ҡараны. Был акцияға ярашлы район хакимиәтенең мәғариф бүлеге Асҡарҙың 1-се урта мәктәбендә XI класс уҡыусыларының ата-әсәһе өсөн математиканан БДИ ойошторҙо. Уҡыусылар һынауҙы нисек тапшыра, тап ошондай шарттар булдырылды: видеокамералар ҡуйылды, мәктәптә Интернет ваҡытлыса һүндерелде, һәр кабинетта күҙәтеүселәр йөрөнө. Һәр ата-әсә балаһының нисек имтихан биреүен үҙ миҫалында һынап ҡараны, әгәр ул белемле, әҙерлекле икән, ҡурҡыуҙың кәрәге булмауын аңланы. Бындай сараны артабан матур йолаға индерергә кәрәк, тигән фекерҙәмен.
– Вәлит Әхмәтшәриф улы, ауыл мәктәптәренә күҙ һалайыҡ әле. Сер түгел, күп кенә ауылдарҙа, бигерәк тә төпкөлдә урта мәктәп башланғысҡа әйләндерелде, ә башланғыс мәктәп бөтөнләй ябылды. Балалар һанының тулмауында бер кемде лә ғәйепләп булмай, әммә ауыл ерендә бер уҡытыусыға 11,8 бала тап килергә тейеш тигән талап менән килешәһегеҙме? Киләсәктә был ҡарар ауылдарҙа барлыҡ мәктәптәрҙе ябыуға юл ҡуймаҫмы? Улайһа, ауыл да бөтә...– Килешәм, мәктәп ябылһа, ауыл бөтә. Дөрөҫөрәге, йәштәр ҡалмаясаҡ, шунлыҡтан ауыл ҡартаясаҡ. Уның бер юлы бар, ул да булһа, бер уҡытыусыға 10 бала тигәндән сығып эш иткәндә, хәл ул тиклем киҫкен күренеш алмаҫ ине. Күптәр уйлағанса, беҙ ауылдағы мәктәпте ябыу яғында түгелбеҙ. Әммә әлеге лә баяғы шул уҡыусылар етмәй икән, уны башланғысҡа йәки күрше мәктәптең филиалы итеп үҙгәртергә мәжбүрбеҙ. Күп осраҡта ата-әсәләрҙең хәлде дөрөҫ аңламауынан да килә. Күптәр балаларын күрше мәктәпкә йөрөтә йәки гимназия, лицейҙарға ебәреп уҡытыуҙы хуп күрә. Мәҫәлән, ҡасандыр Әлмөхәмәт ауылында урта мәктәп булды, артабан ул тулы булмаған белем усағына әүерелде, бөгөн башланғыс мәктәпкә ҡалды. Ни өсөнмө? Сөнки ата-әсәләр беренсе класҡа барған малай һәм ҡыҙҙарын Сиҙәм урта мәктәбенә йөрөтөп уҡытыуҙы хуп күрә. Киләсәктә был мәктәптең тулыһынса ябылыуы ла ихтимал. Кем ғәйепле был осраҡта? Йәки икенсе миҫал. Быйыл Исхаҡ башланғыс мәктәбендә ни бары өс уҡыусы булыуын иҫәпкә алып, беҙ уны ябырға уйланыҡ. Уҡытыусы балаларҙы туплаған, уларҙы үҙ ауылында уҡытырға ата-әсәләрен күндергән. Һөҙөмтәлә мәктәп һаҡлап ҡалынды. Шуға күрә ата-әсәләр ҙә, гәзит уҡыусылар ҙа дөрөҫ аңлаһын, етәкселәр даими эшләп торған уҡыу йортон тиктомалдан бөтөрә алмай. Ә инде ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ябылған йәки филиал булып ҡалған мәктәп уҡыусылары өсөн “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы, көн һайын балаларҙы йөрөтөү өсөн техник торошо яҡшы транспорт менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Барлығы 60 ауылдан уҡыусыларҙы 30 автобус хеҙмәтләндерә.
– Ике сменалы мәктәптәр бармы? Уларҙы бер сменаға күсереү буйынса эш алып барыламы?– Таһир Кусимов исемендәге гимназия, Асҡарҙың 1-се һәм Тупаҡ урта мәктәбе уҡыусылары ике сменала белем алырға мәжбүр. Уҡыусыларҙы бер сменала уҡытыу буйынса эш бара. Әйткәндәй, Тупаҡ ауылында өр-яңы мәктәп төҙөү ҡаралған, ул “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына индерелде.
– Кадрҙар мәсьәләһе буйынса ни әйтерһегеҙ? Бөгөн ауыл мәктәбендә бер уҡытыусының төрлө фәндән белем биреүе билдәле. Бер яҡтан был аңлашыла кеүек, ҡулайлаштырыу ҙа шуны талап итә. Был белем сифатын түбәнәйтеүгә килтермәҫме?– Һорауығыҙға үҙегеҙ үк яуап бирҙегеҙ. Ысынлап та, белем сифатын педагогтарҙың һөнәри кимәле билдәләй. Сараһыҙлыҡтан ҡайһы бер осраҡта технология уҡытыусыһы биологиянан, химиянан белем бирергә мәжбүр. Шунлыҡтан был осраҡта балаһының яҙмышын ата-әсә үҙе хәл итә.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, беҙгә рус теле һәм әҙәбиәте, математика, физика фәненән уҡытыусылар етешмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын йәш белгестәр эш башлай.
– Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға килгәндә, уларҙың торошон нисек баһалайһығыҙ? Балалар баҡсаларына сират күҙәтеләме? Булһа, был мәсьәләнән сығыу юлын ниҙә күрәһегеҙ?– Бынан бер нисә йыл элек балалар баҡсаһына сират ҙур ине. Һуңғы йылдарҙа бөтөнләй юҡ тиерлек. Геологоразведка ҡасабаһындағы “Аҡсарлаҡ”, Дауыт ауылындағы “Аҡ ҡайын”, Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә асылған “Миләш” балалар баҡсаларының сафҡа инеүе, мәктәп янында асылған мәктәпкәсә йәштәге 10 төркөм кескәйҙәрҙе тулыһынса урынлаштырыу мөмкинлеге бирҙе.
– Районда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе нисек ҡуйылған?– Республикала, шул иҫәптән беҙҙә лә уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға, сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәктәп яны көндөҙгө лагерҙарҙа уҡыусылар күңелле ял итә, 2012 йылда асылған “Ирәндек” балалар лагерында үткән йәйҙә дүрт заезда 1060 бала сәләмәтлеген нығытты, йәйге каникулын онотолмаҫлыҡ итеп үткәрҙе. Шулай уҡ спортсылар, бейеүселәр, төрлө түңәрәктәргә йөрөгәндәр өсөн махсус рәүештә ял аҙналығы булдырыла. Балаларҙың буш ваҡыты матур һәм күңелле үтһен өсөн уңайлы шарттар булдырылған, уларға динопарк, аквапаркка экскурсиялар ойошторола, Магнитогорск ҡалаһына циркка алып барыу ҙа ҡаралған.
– Мәғариф өлкәһендә әбйәлилдәргә генә хас булған ниндәй үҙенсәлектәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?– Әбйәлилдәр – дәртле һәм талантлы халыҡ. Беҙҙең һәр мәктәптә бейеү түңәрәктәре эшләй, уларҙың күбеһенең халыҡ һәм өлгөлө исемдәре бар. Район буйынса йыл да үткән “Еҙ үксә”, “Байыҡ” бейеү бәйгеләрендә йөҙҙәрсә уҡыусыбыҙ ҡатнаша. Балалар араһындағы республика “Байыҡ” телевизион конкурсында беҙҙекеләр йыл һайын тиерлек Гран-при яулай. Район хакимиәте башлығы ярҙамы менән һәр мәктәптә бейеү костюмдары тектерелгән.
Шулай уҡ спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға иғтибар ҙур. Әбйәлилдең күп кенә ауылдарында хоккей уйнаған малайҙарҙы осратырға мөмкин. Йыйылма командабыҙ, хоккей буйынса республика ярышында Ҡариҙел һәм Өфө райондары спортсыларынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды яуланы. Күптән түгел Ҡазан ҡалаһында чемпионат сиктәрендә уҙған “Төҫлө билбауҙар фестивале”ндә үҙенең йәш төркөмөндә — 8-9 йәшлектәр араһында лайыҡлы сығыш яһап, Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Динислам Ҡотоев Рәсәй призеры булды.
– Вәлит Әхмәтшәриф улы, район хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләүегеҙгә быйыл – 17 йыл, үҙегеҙгә тиҙҙән 60 йәш тула. Оҙаҡ йылдар етәкселек итеү осоронда ҡайһы ваҡытты иң еңел һәм иң ауыр тигән арауыҡҡа бүлер инегеҙ?– Ниндәй генә йылдарҙы алһаҡ та, белем биреү өлкәһенә һәр ваҡыт иғтибар һәм яуаплылыҡ етди булды. Мәғариф тармағында эшләү еңел түгел, әммә һәр саҡ проблемаларҙан сығыу юлы бар. Иң мөһиме – беҙ, уҡытыусылар, иңебеҙгә һалынған оло бурысты – киләсәктә аҡыллы һәм белемле алмаш тәрбиәләүҙе тулыһынса атҡарабыҙ, тип әйтә алам.