Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ВИЧ-ты үҙенең тормош рәүеше һөҙөм­тәһендә йоҡторғандар менән бер рәттән, арабыҙҙа медицина учреждениелары хеҙмәткәр­ҙәренең аңһыҙлығы арҡа­һында ҡәһәрле ауырыуға тарығандар ҙа бар. Бындай хәл бик һирәк була (былтыр Рәсәйҙә ошондай 12 осраҡ теркәлгән, тип үрҙә әйт­кәйнек). Әммә ил тарихында Элиста, Дон­дағы Ростов ҡалаларында тиҫтәләрсә кешенең бер юлы ВИЧ йоҡторғаны тарихҡа инде.
Ошо ярайһы уҡ алыҫ ҡалаларҙағы күңелһеҙ ваҡиғаларҙың Башҡорт­останға ниндәй ҡағылышы бар, тиһегеҙме? Улайһа, тыңлағыҙ.
Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Башҡортостандан йәш ғаилә сабыйҙары менән диңгеҙгә ял итергә барған. Әммә яңы урында йәше лә тулмаған малай кинәт ауырып киткән, уны “Ашығыс ярҙам” менән Дондағы Ростов ҡалаһының дауаханаһына алып килгәндәр. Хәле ауыр булған бала төрлө дауалау процедуралары үткән, һауыҡҡас, ғаилә кире тыуған яғына ҡайтҡан...
Бәләкәстең ҡурҡыныс вирус йөрөтөүе бер аҙ һуңғараҡ осраҡлы ғына асыҡланған. Дондағы Ростовта, дауаханалағы медицина процедуралары ваҡытында был балаға ғына түгел, тағы бихисап сабыйға ауырыу йоҡтороу тарихы билдәле булғас, малайҙың яҙмышын Санкт-Петербургтың ВИЧ инфек­цияһы һәм СПИД мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе махсус үҙәге күҙәтеүгә алған. Ошо йылдар эсендә ул даими дауалана, табиптар ҡушҡан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәй.
Белгестәр әйтеүенсә, егет әле лә Сибайҙа йәшәй, белем алған, эшләп йөрөй. Ғаилә ҡорған, ҡатыны уның диагнозын белә. Һау бала тәрбиәләйҙәр (буласаҡ атай кеше – ВИЧ вируслы, ә әсәй һау осраҡта махсус процедуралар ярҙамында сирленең вирус көсөргәнешен кәметәләр; аталандырыу материалын сир компоненттарынан таҙар­талар һәм аналыҡҡа индерәләр).
Ошо егет миҫалынан сығып, табиптарҙың даими күҙәтеүендә тейешле дауалау алған осраҡта, сәләмәт тормош алып барғанда, эсеү-тартыу-наркомания менән мауыҡ­мағанда, ВИЧ инфекциялы кешеләр тиҫтәләрсә йыл йәшәй ала, тип әйтергә мөмкин.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә