Кем ғәйепле?11.04.2017
ВИЧ-ты үҙенең тормош рәүеше һөҙөмтәһендә йоҡторғандар менән бер рәттән, арабыҙҙа медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең аңһыҙлығы арҡаһында ҡәһәрле ауырыуға тарығандар ҙа бар. Бындай хәл бик һирәк була (былтыр Рәсәйҙә ошондай 12 осраҡ теркәлгән, тип үрҙә әйткәйнек). Әммә ил тарихында Элиста, Дондағы Ростов ҡалаларында тиҫтәләрсә кешенең бер юлы ВИЧ йоҡторғаны тарихҡа инде.
Ошо ярайһы уҡ алыҫ ҡалаларҙағы күңелһеҙ ваҡиғаларҙың Башҡортостанға ниндәй ҡағылышы бар, тиһегеҙме? Улайһа, тыңлағыҙ.
Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Башҡортостандан йәш ғаилә сабыйҙары менән диңгеҙгә ял итергә барған. Әммә яңы урында йәше лә тулмаған малай кинәт ауырып киткән, уны “Ашығыс ярҙам” менән Дондағы Ростов ҡалаһының дауаханаһына алып килгәндәр. Хәле ауыр булған бала төрлө дауалау процедуралары үткән, һауыҡҡас, ғаилә кире тыуған яғына ҡайтҡан...
Бәләкәстең ҡурҡыныс вирус йөрөтөүе бер аҙ һуңғараҡ осраҡлы ғына асыҡланған. Дондағы Ростовта, дауаханалағы медицина процедуралары ваҡытында был балаға ғына түгел, тағы бихисап сабыйға ауырыу йоҡтороу тарихы билдәле булғас, малайҙың яҙмышын Санкт-Петербургтың ВИЧ инфекцияһы һәм СПИД мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе махсус үҙәге күҙәтеүгә алған. Ошо йылдар эсендә ул даими дауалана, табиптар ҡушҡан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәй.
Белгестәр әйтеүенсә, егет әле лә Сибайҙа йәшәй, белем алған, эшләп йөрөй. Ғаилә ҡорған, ҡатыны уның диагнозын белә. Һау бала тәрбиәләйҙәр (буласаҡ атай кеше – ВИЧ вируслы, ә әсәй һау осраҡта махсус процедуралар ярҙамында сирленең вирус көсөргәнешен кәметәләр; аталандырыу материалын сир компоненттарынан таҙарталар һәм аналыҡҡа индерәләр).
Ошо егет миҫалынан сығып, табиптарҙың даими күҙәтеүендә тейешле дауалау алған осраҡта, сәләмәт тормош алып барғанда, эсеү-тартыу-наркомания менән мауыҡмағанда, ВИЧ инфекциялы кешеләр тиҫтәләрсә йыл йәшәй ала, тип әйтергә мөмкин.