Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тынлыҡ эҙләгәндә...
Тынлыҡ эҙләгәндә... Шаулай торғас, ниһайәт, коллекторҙарҙың да тауышы тына башланы. Хәҙер иһә бирәсәге булған кешеләрҙең дә, ялҡытҡыс “ҡунаҡтар” алдында ишектәрен япҡандарҙың да һаны билдәле.
Коллекторҙар хәҙер ярты йылға бер суд приставтары алдында яуап тоторға бурыслы. Был йәһәттән улар нисә кешене борсоғаны хаҡында, бурысын түләмәй йөрөүселәрҙең, коллекторҙар менән аралашыуҙан баш тартыусыларҙың һанын хәбәр итергә тейешле.

Билдәле булыуынса, коллектор­ҙарға ҡәтғи ҡағиҙәләр билдәләгән закон ғәмәлгә инде. Был өлкәлә хәҙер суд приставтары федераль хеҙмәтенең махсус реестрына ингән ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Эксперттарҙың баһалауынса, бындай ойошмаларҙың бер нисә тиҫтәһе генә ҡалырға тейеш.
Коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе документтар ҙа булды­рылған. Теркәлеү өсөн дә уларға айырым тәртип билдәләнгән. Яңы­лыҡ­тарҙың йәнә береһе: бурыслы кешеләр йөҙәткес маҙаһыҙлауҙарҙы түҙергә тейеш түгел. Әгәр көйлө һөйләшеү килеп сыҡмаһа, бигерәк тә коллектор бет кеүек сат йәбешһә, ғариза яҙып, улар менән арала­шыуҙан баш тартырға мөмкин. Йәки, теләгең булһа, коллекторҙарҙы үҙеңдең адвокатыңа йүнәлтә алаһың, ләкин ғариза йөкләмәнең ваҡыты үтеүгә дүрт ай уҙғас ҡына ҡабул ителә. Тимәк, банкир йәки коллекторҙар алдан шылтырата башлаһа, үтесте шунда уҡ ҡапларға тимәгән. Шулай ҙа бурысты ҡайтарырға кәрәк. Ә яңы ҡағиҙәләр яуаплылыҡтан азат итмәй.
Әлегәсә төрлө хәлдәрҙең шаһиты булдыҡ. Кешенең һыйырын да тартып алдылар, кемдеңдер бүлмәһенә ут та төрттөләр, унан тағы көс ҡулланылған әллә күпме осраҡ ишетелде. Бурыс алған халыҡ төштәрендә лә шул коллекторҙар менән һаташа башлағандыр инде ул ваҡыт. Ҡайһы бер осраҡта хатта, коллекторҙарҙың баҫымына түҙмә­йенсә, кешеләр үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡотолоу сараһын эҙләне.
Яңы ҡанун иһә ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу өсөн булдырылған. Әлегә ниндәйҙер һығымталар яһау иртәрәк. Шулай ҙа коллекторҙарҙың хеҙмәтен көйләү механизмының көслө һәм көсһөҙ яҡтары билдәләнә. Ә ялыуҙар әле булһа килеп тора.
Закон буйынса, коллекторҙар бурыслы кеше менән бәйләнеште теркәп барырға, телдән йәки телефондан һөйләшеүҙәрҙе даими яҙырға тейеш. Был алым хәлде контролдә тотоуға булышлыҡ итә. Шуларға ҡарап, һуңынан суд прис­тавтары хөкөм йөрөтә аласаҡ.
Һөйләшеүҙәрҙең яҙмалары, СМС-тар өс йылдан да кәм һаҡланырға тейеш түгел. Һәр коллекторлыҡ ойошмаһы барлыҡ мәғлүмәтте һаҡларға бурыслы. Йәнә коллектор­ҙарға ҡуйылған ошо иҫкәрмәләрҙе лә билдәләргә кәрәк:
* улар төн уртаһында шылтыра­тырға тейеш түгел;
* полиция, прокуратура, суд хеҙмәткәрҙәре исеменән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡтары юҡ;
* йәмғиәт тәртибенә ҡаршы килергә ярамай;
* бурыслы кешегә, туғандарына, мөлкәтенә янаған өсөн яуап тоторға тура киләсәк;
* алдан иҫкәртмәйенсә эшкә йәки өйгә килергә тейеш түгелдәр;
* бурыслы кешенең намыҫына һәм выжданына ла янау тыйыла;
* бурысы хаҡында мәғлүмәтте таратырға хаҡы юҡ;
* законға ҡаршы килгән һәр ғәмәлдәре лә тыйыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә