Шаулай торғас, ниһайәт, коллекторҙарҙың да тауышы тына башланы. Хәҙер иһә бирәсәге булған кешеләрҙең дә, ялҡытҡыс “ҡунаҡтар” алдында ишектәрен япҡандарҙың да һаны билдәле.
Коллекторҙар хәҙер ярты йылға бер суд приставтары алдында яуап тоторға бурыслы. Был йәһәттән улар нисә кешене борсоғаны хаҡында, бурысын түләмәй йөрөүселәрҙең, коллекторҙар менән аралашыуҙан баш тартыусыларҙың һанын хәбәр итергә тейешле.Билдәле булыуынса, коллекторҙарға ҡәтғи ҡағиҙәләр билдәләгән закон ғәмәлгә инде. Был өлкәлә хәҙер суд приставтары федераль хеҙмәтенең махсус реестрына ингән ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Эксперттарҙың баһалауынса, бындай ойошмаларҙың бер нисә тиҫтәһе генә ҡалырға тейеш.
Коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе документтар ҙа булдырылған. Теркәлеү өсөн дә уларға айырым тәртип билдәләнгән. Яңылыҡтарҙың йәнә береһе: бурыслы кешеләр йөҙәткес маҙаһыҙлауҙарҙы түҙергә тейеш түгел. Әгәр көйлө һөйләшеү килеп сыҡмаһа, бигерәк тә коллектор бет кеүек сат йәбешһә, ғариза яҙып, улар менән аралашыуҙан баш тартырға мөмкин. Йәки, теләгең булһа, коллекторҙарҙы үҙеңдең адвокатыңа йүнәлтә алаһың, ләкин ғариза йөкләмәнең ваҡыты үтеүгә дүрт ай уҙғас ҡына ҡабул ителә. Тимәк, банкир йәки коллекторҙар алдан шылтырата башлаһа, үтесте шунда уҡ ҡапларға тимәгән. Шулай ҙа бурысты ҡайтарырға кәрәк. Ә яңы ҡағиҙәләр яуаплылыҡтан азат итмәй.
Әлегәсә төрлө хәлдәрҙең шаһиты булдыҡ. Кешенең һыйырын да тартып алдылар, кемдеңдер бүлмәһенә ут та төрттөләр, унан тағы көс ҡулланылған әллә күпме осраҡ ишетелде. Бурыс алған халыҡ төштәрендә лә шул коллекторҙар менән һаташа башлағандыр инде ул ваҡыт. Ҡайһы бер осраҡта хатта, коллекторҙарҙың баҫымына түҙмәйенсә, кешеләр үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡотолоу сараһын эҙләне.
Яңы ҡанун иһә ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу өсөн булдырылған. Әлегә ниндәйҙер һығымталар яһау иртәрәк. Шулай ҙа коллекторҙарҙың хеҙмәтен көйләү механизмының көслө һәм көсһөҙ яҡтары билдәләнә. Ә ялыуҙар әле булһа килеп тора.
Закон буйынса, коллекторҙар бурыслы кеше менән бәйләнеште теркәп барырға, телдән йәки телефондан һөйләшеүҙәрҙе даими яҙырға тейеш. Был алым хәлде контролдә тотоуға булышлыҡ итә. Шуларға ҡарап, һуңынан суд приставтары хөкөм йөрөтә аласаҡ.
Һөйләшеүҙәрҙең яҙмалары, СМС-тар өс йылдан да кәм һаҡланырға тейеш түгел. Һәр коллекторлыҡ ойошмаһы барлыҡ мәғлүмәтте һаҡларға бурыслы. Йәнә коллекторҙарға ҡуйылған ошо иҫкәрмәләрҙе лә билдәләргә кәрәк:
* улар төн уртаһында шылтыратырға тейеш түгел;
* полиция, прокуратура, суд хеҙмәткәрҙәре исеменән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡтары юҡ;
* йәмғиәт тәртибенә ҡаршы килергә ярамай;
* бурыслы кешегә, туғандарына, мөлкәтенә янаған өсөн яуап тоторға тура киләсәк;
* алдан иҫкәртмәйенсә эшкә йәки өйгә килергә тейеш түгелдәр;
* бурыслы кешенең намыҫына һәм выжданына ла янау тыйыла;
* бурысы хаҡында мәғлүмәтте таратырға хаҡы юҡ;
* законға ҡаршы килгән һәр ғәмәлдәре лә тыйыла.