Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Михнәт барҙа рәхәт бар
Михнәт барҙа рәхәт бар...Бер-береһенә гел наҙлап ҡына баҡҡан, ифрат иғтибарлы, ихтирамлы, хәстәрлекле булған ғәжәйеп күркәм парҙар бар. Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы биләмәһендә урынлашҡан хәрби ҡаласыҡта көн иткән Рәсимә Яппар ҡыҙы менән Сәйфулла Ниғмәтулла улы Әсәҙуллиндар тап шундайҙарҙан. Энәләй ҡыуанысты дөйәләй күреп кинәнә белә улар. Ниндәй ҙә булһа сетерекле хәл килеп сыға ҡалһа, уйын-көлкөгә һабыштырып ебәрәләр. Бар тормошто гелән яҡты төҫтәрҙә генә ҡабул итә белеү ҡеүәһе биргән уларға Хоҙай. Әсәҙуллиндарҙың зауыҡ менән ҡоролған йыйнаҡ фатирҙары ла, гүйә, бында мөхәббәтле пар көн итеүен хәбәр иткәндәй, балҡып тора.
Аяҙ көндә йәшен атҡандай
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош гел аҡ төҫтәрҙән генә тормай шул. Бәлә-ҡаза ла алдан көнөн-сәғәтен иҫкәртеп килмәй – аяҙ көндә йәшен атҡандай, көтмәгәндә ябырыла. Әсәҙуллиндар менән дә бынан 35 йыл элек тап шулай булды. Бәхет кенә көткән мәл­дәрендә әйтеп бөткөһөҙ ауыр ҡайғыға тарыны улар. Ул саҡта йәш ғаилә Алыҫ Көнсығышта, Амур өлкәһенең Свободный районындағы Ледяная станцияһы эргәһендәге ябыҡ хәрби ҡала­сыҡта йәшәй ине (Әсәҙуллиндар менән шул осорҙа танышҡайныҡ. – Х.А.). Сәйфулла – хәрби хеҙ­мәттә, Рәсимә ҡаласыҡ кибетендә эшләй. Рәмил исемле бик зирәк, үтә теремек улдары үҫеп килә ине. Икенсе балаларының донъяға килеүенә әҙерләнделәр. Йөклө йөрөгәнендә Рәсимә үҙен яҡшы тойҙо, шуға ла дауахананың бала табыу бүлегенә лә тыныс күңел менән юлланды. Әммә бер нисә аҙнанан һуң, бәләкәсен ҡосағына ҡыҫып дауахананан сыҡҡанында, күҙҙәре йылмайыу ҡатыш һағыш тулы ине...
– Көтөп алған сабыйыбыҙға донъяға килгәс тә “церебраль фалиж” тигән диагноз ҡуйҙылар, “бер ваҡытта ла аяғына баҫмаясаҡ” тип иҫкәрттеләр, – тип әрнеп һөй­ләне ул. – “Дауаханала ғына ҡалдыр, юғиһә артабан гел интегәсәкһегеҙ бит” тип өгөт­ләнеләр...
Сәйфулла, ҡатынын үтә етди ҡиәфәт менән тыңланы ла:
– Ҡайғырғандан ҡайғы кәмемәҫ, хәсрәтләнмә, Рәсимәкәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйек, улғы­набыҙҙы һауыҡтырырға тыры­шайыҡ, – тине.
Бәпес тә, ағаһы Рәмил кеүек үк, төҫ-башҡа хас та атаһының күсермәһеме ни! Ә күҙҙәре ниндәй аҡыллы! Уға Ринат тип исем ҡуштылар. Ҡайғыны ғәйрәт­ле еңә, тигәндәй, Әсәҙуллиндар бәләкәс­тәрен һауыҡтырыу өсөн, бөтә көстәрен һалып, булған мөмкин­лектәрҙе эҙләргә тотондо. Иле­беҙҙең төрлө төбәктәрендәге билдәле табиптарға ла, хатта имселәргә лә мөрәжәғәт иттеләр.
Ауырыу ҡыйын, ауырыуҙы ҡарау унан да ҡыйын, ти халыҡ мәҡәле. Арҡаһы, аяҡ-ҡулдары “тыңлашмаған” сабыйҙы ашатыу, кейендереү, йыуындырыу – былар бөтәһе лә көндән-көнгә, айҙан-айға, йылдан-йылға ҡабатланған мәжбүри бурысҡа әүерелде. Һис һуҡранмай, зарланмай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ошо ғәмәлдәрҙе Әсәҙул­линдар алмаш-тилмәш башҡарҙы. Бала үҫкән һайын уны тәрбиәләү, дауалау ҡыйынлаша барҙы. Кәрәкле дарыуҙар табыу ҙа еңел булманы. Шуға ла Әсәҙуллиндар, ата-әсәләренә, туған-тыумасаларына яҡыныраҡ йәшәү еңелерәк булыр тип, Уралға ҡайтып төплә­нергә ҡарар итте. Сәйфулла Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһы эргәһендәге танк дивизия­һына күсеүгә өлгәште. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем хеҙмәтен шунда дауам итте.
Ҡайғы күрмәгән ҡыуана белмәҫ

...Сыбаркүл эргәһендәге хәрби ҡаласыҡҡа юлланғанда башымда әллә күпме уй сыуалды, сөнки ауырыу сабыйҙарға бәйле төрлө тетрәнеүҙәр кисерергә тура килде. Ауылда йәшәгән бер уҡытыусы ханым Ринаттыҡы кеүек үк диагноз менән донъяға килгән ҡыҙҙа­рын бала табыу йортонда уҡ ҡалдырып ҡайтты. Ҡалала көн иткән йәш ғаилә, өс-дүрт йәшкә тиклем ҡарағас, арып-ялҡыптыр инде, ауырыу улдарын махсус интернатҡа илтеп тапшырҙы. Бер күп балалы ғаиләлә әсә кешенең, сирле сабыйын “ҡурсалап”, башҡаларына: “Уның пенсияһына йәшәйбеҙ бит әле, улай ныҡ рәнйетмәгеҙ инде уны”, – тип әйткәнен ишетеп, шаҡ ҡаттым...
Күңелем Әсәҙуллиндарҙың фатирына килеп кергәс кенә тыныс­ланды. Элеккесә, бында зауыҡ, таҙалыҡ, бөхтәлек. Тәҙрә төптәрендә матур-матур гөлдәр сәскә ата. Аш бүлмәһенән тәмле-татлы ризыҡ еҫе килә. Хужабикә мине иң тәүҙә кесе улының бүлмәһенә оҙата. Бүлмә түрендәге уңайлы йомшаҡ креслола Ринат ихлас йылмайып ултыра! Өҫтөндә килешле итеп бәйләнгән свитер, башында сигеүле түбәтәй. Бәхетле йылмайған муйылдай ҡара күҙҙәренән күңел тыныслығы бөркөлә. Һис кенә лә зәғиф егет тимәҫһең!
– Ринатыбыҙҙы тотош ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп бағабыҙ, – тип һөйләй Рәсимә. – Ҡайғы күрмәгән ҡыуана белмәҫ, көйөнөс күрмәгән һөйөнә белмәҫ, тигәндәй, улыбыҙҙың йылдар буйы һыҙ­ланыуҙарына, тиҫтерҙәре кеүек тулы тормош менән йәшәүҙән мәхрүмлегенә көйөнәбеҙ, әммә шул уҡ ваҡытта уның иҫәнлегенә һөйөнәбеҙ. Туалет-ваннаға атаһы күтәреп йөрөй. Бергәләшеп саф һауа һуларға урамға сығабыҙ, баҡсабыҙға алып барабыҙ, тыуған көнөндә, Яңы йыл байрамында улыбыҙ өсөн төрлө кисәләр ҙә үткәрәбеҙ. Шөкөр, өлкәнебеҙ Рәмил дә, киленебеҙ Гөлгөнә лә буш ваҡыттары булғанда беҙгә ихлас ярҙамлашырға әҙер.
Тулы ҡанлы тормош
Әммә тормошта төрлө хәлдәр була. Бәғзе көслө кешеләр ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, илебеҙҙәге бик күп ғаиләләр кеүек, ҡулдарында бер ауырыу, бер сабый булған Әсәҙуллиндар ҙа матди йәһәттән бик ауыр көн итергә мәжбүр була. Шул осорҙа Сәйфулла “йәшел йылан” менән дуҫлаша башлай.
– Мине был яман мауығыуҙан ейәнем ҡотҡарҙы, – тип иҫкә ала ул бөгөн. – Шулай, бер кис шәп кенә “байрам иткәндән” һуң, иртәгәһенә иртәнсәк ҡаңғырып, иҫәңгерәп “Нисек кенә магазинға барып килергә инде?” тип баш ватып ултырыуым. Шунда дүрт йәше лә тулмаған сабый эргәмә килде лә, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап: “Олатай, һин башҡа ул тәмһеҙ һыуҙы эсмә инде, зинһар”, – тип ялбарҙы. Оятымдан үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем. “Юҡ, улым, бүтән эсмәйәсәкмен”, – тип вәғәҙә бирҙем. Егерме йыл һүҙемдә торам. Һигеҙ йыл элек тәмәке тартыуҙы ла ташланым.
– Беҙ гел бала бағып өйҙә генә ултырмайбыҙ, алмаш-тилмәш бер-беребеҙгә ял итергә лә мөмкинлек бирергә тырышабыҙ, – ти Рәсимә. – Мин ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған баш­ҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлегендә ҡатнашам.
Был үҙәк ағзалары, уларҙың туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралары хаҡында мауығып һөйләй ул.
– Етәксебеҙ – Әбүбәкер Йосопов, уның иң әүҙем ярҙамсыһы, ысын мәғәнәһендә уң ҡулы – ҡатыны Таңһылыу. Икеһе лә, оло йәштә булыуҙарына, һаулыҡта­рының ҡаҡшауына ҡарамайынса, бере­һенән-береһе йөкмәт­келерәк, береһенән-береһе сағыуыраҡ саралар үткәрергә тырыша. Үҙәктә мин иҫ китмәле һоҡланғыс шәхестәр менән таныштым. Нәсимә Ғәбсаттарова апайға 85 йәш, Хәлисә Фазлыҡаева апайға 82 йәш, әммә уларҙағылай дәрт-дарман бәғзе бер йәштәрҙә лә тойолмай. Фазия Фудельман һәм Мәрүәр Ҡасимова ханымдар ҙа бер саранан да ситтә ҡалмай. Гармунсыбыҙ Фирҙәүес Фазлы­ҡаев, билдәле көй-моңдо уйнау менән генә ҡәнәғәтләнмәй, яңы­ларын да өйрәнә һала. Үҙебеҙҙең “Йәшлегемә ҡайтыу” тип аталған ансамблебеҙҙе, үҙ репертуа­рыбыҙҙы булдырҙыҡ. Сыбаркүлдә генә түгел, Мейәс, Силәбе ҡала­ларында сығыш яһайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа милли һабантуйҙар уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Халыҡ уларҙы көтөп ала, күпләп килә.
Сәйфулла иһә ял сәғәттәрен үҙе­нең яратҡан шөғөлөнә – спортҡа бағышлай. Икеһе лә Сы­баркүл мәсетенә йөрөй. Рәсимә өҫтәүенә тырышып-тырмашып Ҡөрьән Кәримде үҙләштерә.
Михнәт барҙа рәхәт бар, ти халҡыбыҙ. Ҡайғы-хәсрәт таты­ғандар рәхәтлектәргә айырыуса рәхмәтле. Ауырлыҡтарға биреш­мәй, һәр яңы көнгә шатланып, һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, әйләнә-тирәләгеләргә аһ-зар түгел, нур таратып, йәнле тормош менән йәшәй ундайҙар. Милләт­тәш­тәребеҙ Рәсимә менән Сәйфулла Әсәҙуллиндар кеүек.


Автор: Хөриә АБЫҘГИЛДИНА. Район: Силәбе өлкәһе, Сыбаркүл ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә