Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәк
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәк
Тарихҡа күҙ һалһаң...
Иҫке Балапан Байым ауыл биләмә­һенә ҡарай. Уға XVIII быуат башында нигеҙ һалына. Ул Байым тархан Ҡыҙраевтың ҡустыһы Балапан исеме менән бәйләнгән, сөнки ул ваҡытта ауылдар абруйлы кешеләр хөрмәтенә йәки йорт старшиналары исеме менән аталған. Йорт старшинаһы Балапан үҙенә аймаҡ итеп Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйын һайлай. Был урында улар оҙаҡ йәшәй алмай: Яйыҡ йылғаһы буйынан ҡаҙаҡ барымтасы­ларының ҡыҫы­рыҡ­лауы уларҙы көнбайышта, Ҡыҙҙар тауы итәгендә, Бәләкәй һәм Ҙур Үләнде күленән алыҫ булмаған урында төпләнергә мәжбүр иткән. Тәүҙә нигеҙ һалынған ауыл урынын “Иҫке йорт” тип йөрөтәләр, уның эргәһендәге бейек ярҙы “Ҡыҙосҡан” тип атайҙар. Атама башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһындағы һуғышҡа бәйле. Ваҡытында беҙҙең ҡыҙҙар ҙа, егеттәр менән бер рәттән, һыбай сапҡан, уҡ атҡан, дошмандарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Барымтасылар таң һарыһынан яу баҫҡан. Ҡыҙыл йылғаһы буйынан Ҡыҙыл Ярға табан башҡорттар артҡа сигенгән. Балапандар араһында бик ҡыйыу ҡыҙ булған. Еңелә башлағас, ошо ҡыҙ бейек яр башына үрмәләп менгән дә, уҡ-һаҙағын алып, юғарынан дошмандарға ата башлаған, бик күптәрҙе ҡырып һалған. Баҫҡын­сылар уны шәйләп, тереләй ҡулға алырға теләгән һәм бейек ярға ҡыҫырыҡлап ҡамаған. Батыр ҡыҙ уларға тереләй бирелергә телә­мәгән һәм ярҙан аҫҡа һикер­гән, шуға ла ул Ҡыҙосҡан яры тип атала.
Яңы урында төпләнгәс, Балапан Кесе Ҡыҙыл йылғаһының уң яҡ ярынан алып хәҙерге “Сүпрәк” станцияһына тиклемге ерҙәрҙе үҙ биләмәһе (вотчинаһы) итеп ала. Быуат уртаһында ауылда 28 йортта 206 кеше йәшәгән. Старшина Балапандың ғаилә­һендә өс малай донъяға килгән: Бәшәр, Ғүмәр һәм Тайсын. Хәҙерге ваҡытта Иҫке Балапанда бәшәрҙәр нәҫеле – Бакировтар, Йомағоловтар, Рәхимовтар, Ғүмәрҙең нәҫелдәре – Лоҡма­новтар, Рамаҙановтар һәм Тайсындың нәҫелдәре – Сөләй­мәновтар һәм Мәхәмәтовтар киң таралған.
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкКантон бүленеше осоронда һәр араға һаҡлау өсөн ер беркетелә. Ауылдың 19 ғаиләһе төньяҡ-көнбайышҡа, ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта, Кесе Ҡыҙыл буйына күсерелә. Бар­лыҡҡа килгән ауылға Яңы Балапан тигән исем бирәләр. Колхозлашыу осоронда “Үләнде” колхозы төҙөлә, артабан ул “Ҡыҙыл Яр”, “Трактор” һәм “Шайморатов” тип йөрөтөлә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 41 кеше китә, шуларҙың ни бары 14-енә генә тыуған төйәгенә ҡайтырға насип була.
Тарихи ер-һыу атамаларына килгәндә, уларҙың бер нисәһенә туҡталып китеү урынлы булыр. Шуларҙың береһе – Маргентау, башҡа атамалары – Ҡаҙғанташ, Тишекташ. Беренсе донъя һуғышы йылдарында был тауҙа марганец рудаһы ятҡылығы асылған. Уның тәрәнлеге – ете-һигеҙ метр, уртаса марганец сығымы – 14-17 процент.
Ҡарауылтау ауылдың төнья­ғында урынлашҡан. Барым­тасыларҙан һаҡланыу өсөн ошо тауға ҡарауыл ҡуйыр булғандар. Ауыл халҡына ҡурҡыныс янаған­да ут яндырып иҫкәр­ткәндәр. Салауат Һаҙы тигән урындың да үҙ легендаһы бар. 1774 йылда Салауат Юлаев ошо һаҙҙа карател­дәрҙән йәшеренеп ҡалған, тиҙәр. Әйткәндәй, Иҫке Балапан урманында һирәк осраған ҡара ерек үҫә, шунлыҡтан Ереклек тигән атама ҡушылған. Ауыл уртаһы­нан Зөбәйлә исемле бәләкәй генә йылға аға. Ул ауылға нигеҙ һалған Балапандың ҡатыны хөрмәтенә бирелгән.
Ағинәйҙәр – донъя тотҡаһы
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкБөгөн ағинәйҙәр хәрәкәте йылдам эшләүен инҡар итеү мөмкин түгел. Тап улар ауылдың (бигерәк тә төпкөлдә) проблемаларын хәл итеүҙе, тәрбиә мәсьәләләрен, эскелеккә һәм эшһеҙлеккә ҡаршы көрәшеүҙе, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы үҙ ҡулдарына алды. Халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын тергеҙеү, милли ризыҡтарыбыҙҙы ҡайтанан өҫтәлдәребеҙгә ҡайтарыу, йәш­тәр­ҙе ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, боронғо шөғөлдәргә өйрәтеү, ырыуҙар тарихын өйрәнеү, Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Урам байрамдары үткәреү­ҙә лә улар әүҙем ҡатнаша. Тирә-яҡ тәбиғәтте һәм күл-йылға буйҙарын сүплектән таҙартыу, ауылды төҙөкләндереү, йәшел­ләндереү буйынса төрлө өмәләр ойоштороу, ярыш саралары үткәреү буйынса ла ғәйәт ҙур эш атҡара ағинәйҙәребеҙ.
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкИҫке Балапандың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сулпан Сөләй­мә­нова әйтеүенсә, ауылда барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатна­ша­лар. Улай ғына түгел, дини байрамдарҙан да ситтә ҡал­майҙар. Иман йорто булмаһа ла, һәр йомала аят уҡылмай ҡалғаны юҡ. Күрше Туйыш ауылы мәсе­тенә йөрөйҙәр, йә булмаһа берәй йортта Ҡөрьән уҡыла, йома сәйе эсеү матур йолаға әйләнгән. Имам Әсғәт Әхтәмовтың тырыш­лығы менән мәсет төҙөү өсөн документтар әҙерләнгән, ер майҙаны билдәләнгән. Киләсәктә ауылдаштары ярҙамында иман йорто төҙөргә хыяллана ул. 1801 йылда уҡ Күбәләк ырыуында беренселәрҙән булып мәсет төҙөлгән ауылда Аллаһ йортоноң ошоғаса булмауын киләсәк быуын ғәфү итмәҫ, ти балапандар.
Бәләкәй йортҡа ни кәрәк, олоһона шул кәрәк, ти халыҡ мә­ҡәле лә. Ысынлап та, бәләкәйерәк ауылда йәшәгәндәр өсөн дә клубтың булыуы бик мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән улар маҡтана алмай. Мәҙәниәт йорто тигәнең дә исем өсөн генә, унда шарттар юҡ тиерлек. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, йырлап-бейеп, күңел асып ала ауыл халҡы. Иҫке Балапан халҡы дәртле булыуы менән айырылып тора. Йыр-бейеүгә әүәҫтәр, сәнғәтте яраталар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: оло быуын да, йәшерәктәре лә Күбәләк ырыуына хас булған милли кейемдәрҙе һаҡлап ҡалған, һәр береһендә тиерлек ошо биҙәктәрҙе ҡулла­нып тегелгән күлдәктәр, үҙҙәренә генә хас флүр яулыҡтар бар. Был яулыҡты ҡайһы бер төбәктәрҙә “француз яулығы” тип тә йөрө­тәләр. Шуны ла әйтергә кәрәк, ауыл халҡы үҙ диалектында һөйләшә, ҡайһы бер һүҙҙәре минең өсөн дә ят тойолдо.
Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Нәзирә Йомағолова, фермала оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Мәүлиҙә Хисаметдинова – күрше Туйыш ауылы ҡыҙы, шулай уҡ биш бала үҫтергән. Инәйҙәрҙең һәр береһен маҡтап яҙырға мөмкин, сөнки уларҙың тормошо – үҙе бер тарих, күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер юлы. Ошо гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар “Зөбәй­лә” фольклор ансамблен ойош­торған. Халҡы­быҙҙың онотола барған йырҙарын тамашасыға еткерәләр, милли йолалары­быҙҙы сәхнәләш­терәләр.
Ике мең һумдан башланған эшҡыуарлыҡ
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәк“Эшҡыуар булыу еңелме?” тигән һорауҙы йыш бирергә күнеккәнбеҙ. Яйға һалынһа, еңел, әлбиттә. Ә уның өсөн ниндәй һы­науҙар аша үтергә тура килеүен, күпме көс һәм сабырлыҡ талап ителеүен үҙ эшен башлаған кеше генә беләлер. Ауылдағы берҙән-бер эшҡыуар ҡатын-ҡыҙға ла еңелдән булмай: 2004 йылда Әлфиә Ғибәҙәтова, буш торған магазин бинаһын арендаға алып, эш башлай. Кәрәк-яраҡты машина яллап ташый, ауыл халҡы көндәлек әйбер өсөн йәйәүләп күрше ауылға йәки Асҡарға йөрөүҙән туҡтай. Сауҙа ыңғайға китте тигәндә генә, кемгәлер, күрәһең, ҡатын-ҡыҙҙың йүнсел­леге оҡшамағандыр, мага­зинға ут төртәләр. Ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмай Әлфиә Ғаззал ҡыҙы, ҡалған әйберҙәрен аласыҡҡа ташып, яңынан тауар алып ҡайтып йәнә һата башлай. Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, кешеләргә күрһәтмәй ул. Бер йыл тигәндә ҡайтанан магазинды ремонтлап, артабан уны һатып алып, ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көндәлек кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Ҡасандыр кеше яллап тауарға йөрөһә, бөгөн әйбер ташыуҙа – кейәүе Наил, һатыу итеүҙә ҡыҙы Азалия ярҙамлаша. Күптән түгел сауҙаны уңған һәм сая эшҡыуар тулы­һынса ҡыҙына йөкмәткән.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе булараҡ, Әлфиә Ғаззал ҡыҙы ауылда төрлө саралар үткәреүҙә ҙур тырышлыҡ һала, барлыҡ мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа үҙе бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ҡасандыр ике мең һумға әйбер һатып алып, үҙ эшен асҡан эшҡыуар бигерәк тә йәштәргә тәүәккәл булырға кәңәш итә.
Әйткәндәй, Әлфиә Ғибәҙәтова тәрбиәгә өс бала алып, уларға матур тәрбиә биреп, уҡытып, ҡыҙҙарын кейәүгә лә биреп өлгөргән. Бөгөн ике ейәнгә һәм ейәнсәргә бәхетле өләсәй ул.
Шундай һөнәр бар: көтөүсе
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкКолхоз-совхоздар бөтөп, хужалыҡтар тарҡалған осорҙа “Күсем” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Әхәт Морта­зиндың тырышлығы менән Иҫке Балапан ауылында малсылыҡ фермаһы һаҡлап алып ҡалына. Бөгөн унда ете кеше хеҙмәт итә. Ғүмере буйы бер урында эшләгән һәм һөнәренә тоғро ҡалған Рим Хисаметдиновты ауылдаштары ғына түгел, хатта райондаштары ла иң яҡшы көтөүсе булараҡ белә. Ул бер нисә тапҡыр район буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булған, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Таңдан тороп, оҙон сыбыр­т­ҡыһын шартлатып, эйәренең ситенә көнлөк ашар ризығын ­элгән һыбайлының малды ҡыуға­нын хәтерләүселәр барҙыр әле, моғайын. Тап уларҙың хеҙмәте арҡаһында һәүкәштәр ҙә, кәзә-һарыҡ та ҡараулы ине. Был йәһәттән балапандарға борсо­лорға түгел: яҙ етһә, Рим Мәүлит улы ауыл көтөүен яланға алып сыға, ҡыш фермала мал ҡарай.
– 1984 йылдан көтөүсе булып эшләйем, малды яратам. Йәй тәбиғәт ҡосағында йөрөү – үҙе бер бәхет! Тыуған яғымды шул тиклем яратам, атым менән көндәр буйы ҡырҙабыҙ, – ти ул.
Эшенә яуаплы ҡараған ирҙе барыһы ла хөрмәт итә, ҡатыны Әлмира менән матур донъя көтә Рим Хисаметдинов.
Буҙа ҡойоп, талҡан тартып...
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкБуҙа – әбйәлилдәрҙең төп бренды. Тап ошо төбәктә ысын буҙа ҡойоусылар йәшәй тигән фекер хаҡтыр, күрәһең. Ысынлап та, был яҡтарҙа ғына һолонан яһалған күпереп торған эсемлекте осратырға мөмкин. Бөгөн уның серен күптәр белә, хәҙер теләгән һәр кем уны өй шарттарында үҙе лә эшләй ала. Әммә Иҫке Балапан ауылының иң оҫтабикә­лә­ре­нең береһе Гөлсөм Лоҡма­нованың буҙаны нисек ҡойоуы хаҡында һорашмай түҙмәнек.
– Бер биҙрә һолоно ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. Ул һыуынғас, тир­мәндә тартабыҙ, – тип башланы һүҙен Гөлсөм Хафиз ҡыҙы. – Килеп сыҡҡан онға бойҙай оно ҡушабыҙ. Ике литр һоло онона бер литр бойҙайҙыҡын өҫтәйбеҙ ҙә болғайбыҙ. Аҙыраҡ иретелгән туң май өҫтәп, бер литр ҡайнап торған һыу ҡойоп, ағас таяҡ ярҙамында тигеҙ, матур итеп болғатабыҙ. Бер ниндәй төйөнһөҙ килеп сығырға тейеш. Ошо массаны ныҡ итеп урап, бер тәүлеккә ултыртып ҡуябыҙ. Иртәнсәк уны һөҙәбеҙ, бер сәй ҡалағы ҡоро сүпрә һалып, бер һауытҡа ҡоя­быҙ. Ике көн тирәһе ултырырға тейеш, яҡшы буҙа күпереп тора.
Шулай уҡ буҙаны магазинда һатылған “геркулес”тан да эшләргә була. Бер байрам, туй был яҡтарҙа буҙаһыҙ үтмәй.
Халҡыбыҙҙың тағы бер милли ризыҡтарының береһе – талҡан тартыуҙы ла балапандар әле булһа боронғо ҡул тирмәнендә башҡара. Талҡан эшләгәндәрҙең береһе Йәүрә Хәйбуллина, 28 йыл мәктәптә балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
– Магазин кәштәһендә әҙер талҡан һатыла-һатылыуын, әммә элеккесә, үҙебеҙсә ҡаҙанда бойҙай ҡыҙҙырып тартҡанға етәме ни?! – ти әңгәмәсем. – Хәҙер күберәк сейә, муйыл, еләк талҡанын тартам. Йылына берҙе тырышып, ҡыш буйына етерлек талҡан әҙерләргә була.
Талҡан – туҡлыҡлы, көс-ҡеүәт биргән, дауалау үҙенсәлектәренә эйә шифалы ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә үҙен алыҫ сәйәхәттәргә алыр булғандар. Ошо милли ризыҡ менән туҡланған ата-баба­лары­быҙ быуын, умыртҡа ауырыу­ҙа­рының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, был үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бой­ҙайҙың туҡлыҡлы матдә­ләренең бөтә запасы 90 про­центҡа ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар – аминокис­лотаға, крахмал – глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауы­рығандарға ул икеләтә файҙалы.
Бына шулай талҡан ашап, буҙа эсеп, сәләмәт тормош алып бара балапандар. Сәләмәт тормош тигәндән, улар спорттың яңы төрөн үҙләштереү өҫтөндә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары скандинавса йөрөүҙе үҙ иткән. Көн һайын улар таяҡҡа таянып атлап, бер нисә саҡрым ара үтә. Был баш­ланғысҡа башҡалар ҙа ҡушыл­маҫ, тип кем әйтер?!
Белем усағында
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәкАуылдағы башланғыс мәктәпкә һуғылмайынса китһәк, дөрөҫ булмаҫ кеүек тойолдо. Дәрестәр тамамланһа ла, уҡытыусы Рәйсә Насибуллина ҡайтмағайны әле. Белем усағы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһаз­ландырылған. Икешәр класты бергә ҡушып, ике уҡытыусы белем бирә, йыйыштырыусы һәм ашнаҡсы эшен бер кеше башҡара.
– Бөтәһе 14 бала уҡый, ҙурҙар Байым мәктәбендә белем ала. Йылдан-йыл сабыйҙар һаны кәмей, быйыл икәү дүртенсене тамамлаһа, беренсегә дүртәү киләсәк. Беҙҙең менән урыҫ милләтле балалар ҙа уҡый. Елизавета беренсе класҡа килеп, башҡортса өйрәнһә, уның һеңлеһе Катя ла апаһы менән башҡорт телен үҙләштерә. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, ата-әсәләр комитеты рәйесе Дамир Ғәлиул­лин һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ниндәйҙер өмә булһынмы, кисә үткәрергә кәрәкме – барыһы ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора, – ти ауыл мөғәллимәһе.
Күрше Туйыш ауылынан йөрөп эшләргә тура килһә лә, Рәйсә Фуат ҡыҙы һис тә борсолмай. Үҙе “тимер ат”ты йүгәнләп, “һә” тигәнсә килеп тә етә.
Ауылда белем һәм мәҙәниәт усағы бар икән, тимәк, ауылдың “йөрәге тибә” тиергә лә була.
Биш ул – ауылдың киләсәге
 “Күбәләк”тәрҙең тормошо түңәрәк“Ауылдың киләсәге бармы?” тигән һорауға яуап эҙләргә тура килмәне, беҙҙе оҙатыусылар “ауылдың киләсәген үҙегеҙ күре­геҙ” тигәндәй, биш ул тәрбиәләгән йәш ғаиләләрҙең береһе Вәзилә һәм Хәлил Зыяҙрисламовтар менән яҡындан таныштырҙы. Рәмзил, Рәмил, Йәмил, Динислам һәм Салауат батырҙарға ғүмер бүләк иткән Вәзилә ханым бик алсаҡ булып сыҡты.
– Батыр ҡатын ул таба, тиҙәр­ме әле, күрәһең, мин ҡыйыу­мын­дыр, – тип шаяртып һүҙ башланы бәхетле әсә. – Тормош иптәшем бала ярата, бер-береһенә иптәш булһын тип, ғаиләне ишәйттек. Ҡыҙыҡай алабыҙ тиһәк, улдарым, беҙгә ҡыҙ кәрәкмәй, ти ҙә ҡуя. Бер-береһен ҡараша улдарым, улар – таянысыбыҙ.
Ысынлап та, биш ул йәшәгән йорт тип тә әйтмәҫһең, һәр ерҙә – таҙалыҡ, бөхтәлек. Малайҙарҙың һәр береһенең үҙенә тәғәйен эше бар: кемдер әсәһенә аш-һыу әҙерләргә ярҙамлаша, икен­селәре иҙән йыуа, кемеһелер ҡош-ҡорт ҡарау өсөн яуаплы. Кескәй Салауат та ағайҙарына ҡарап йылмайып ала: шуҡ ҡустылары уларҙы йүгертеп тә ҡуя.
Йәш ғаилә ҙур итеп йорт һалған, әле уның ҡайһы бер эштәре генә ҡалған. “Ауылда йәшәргә мөмкин, тик тырышлыҡ ҡына кәрәк”, – ти улар. Ғаилә башлығы “Юбилей” курортына йөрөп эшләй, шунлыҡтан әлегә улдарын тәрбиәләү йәш әсә ҡарамағында.
Ауылдың киләсәге булыр йәш­тәр бар икән, ғаиләләрҙә бишәр ул тәрбиәләнә икән, кем әйтә ала Иҫке Балапандың киләсәге юҡ тип?!
Ауыл халҡының матур йәшәргә ынтылыуын, үҙҙәренсә, һәүе­темсә донъя көтөүҙәрен күреп, һоҡланырға ғына кәрәк. Әммә Иҫке Балапан урамдары яҡтыр­тылып, һыу проблемаһы ла хәл ителһә, улар тағы ла дәрт­ләнеберәк китер ине. Уларҙы борсоған мәсьәләләр тейешле урындарға барып ишетелер тигән ышаныста йәшәйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872